Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылайырҙың үҙ янғын һүндереү депоһы буласаҡ
Йылайырҙың үҙ янғын һүндереү депоһы буласаҡЙылайыр районы республикала ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләй, күпселек өлөшөн урман тәшкил итә. Шунлыҡтан төбәктә янғын сығыу хәүефе көслө.
Райондың иң төпкөл ауылдары Йылайырҙан 100-ҙән ашыу саҡрымда урынлашҡан. Тәүге янғын һүндереү пункты 1927 йылда төҙөлгән һәм ул атлы янғын һүндереү отряды тип аталған. Артабан был бина төҙөкләндерелеп, ошоғаса район халҡына хеҙмәт иткән.
Һуңғы йылдарҙа янғындарҙың йыш күҙәтелеүе, техниканың иҫкереүе, депоның заман талаптарына яуап бирмәүе район етәкселеген дә борсомай ҡалмай. Шуға күрә Башҡортостандың 100 йыллығына Йылайырҙа янғын һүндереү депоһы төҙөлөүе юҡҡа түгел. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марс Солтанов әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре үткән йылдың октябрендә башланған һәм ике этапта эш алып барылған.
Депо өр-яңы урында сафҡа инәсәк. Объект өсөн республика ҡаҙнаһынан 48 миллион һум аҡса бүленгән. Бина заман талаптарына яуап бирерлек һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булырлыҡ итеп төҙөлә. Бында айырым ял һәм душ бүлмәләре ҡаралған, шулай уҡ төрлө йүнәлештә кәңәшмәләр үткәреү өсөн айырым урын да буласаҡ. Беҙ хәҙер район, төбәк, республика буйынса кәңәшмәләр үткәрә аласаҡбыҙ,ти.
Депо янында волейбол, хоккей майҙансыҡтарын төҙөү планлаштырыла. Янғын һүндереүселәргә спорт күнек­мәләре өсөн дә махсус урындар ҡарал­ған. Бинала янғын һүндереүселәрҙән тыш, Берҙәм дежур, Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре урын аласаҡ. Уларҙың бергә булыуы, янғын осрағы теркәлгән хәлдә, билдәләнгән адресҡа тиҙ арала барып етеү мөмкинлеген тыуҙырасаҡ. Әле Йылайыр янғын һүндереү бүлегендә 28 кеше эшләй, өс берәмек техника бар. Тик янғын һүндереү машиналарының ныҡ иҫке булыуы күп осраҡта бәкәлгә һуға. Бөгөн ике кубометр һыу һыйҙырышлы техниканың янғынды ни тиклем тиҙ һүндереүе хаҡында баш ватырға кәрәкмәй ҙә. Шуға күрә йылайырҙар төбәктә заман талаптарына яуап биргән берҙән-бер янғын һүндереү депоһы үҙ ишектәрен асыу менән бер рәттән 8 –10 кубометр һыу һыйҙырышлы яңы техниканың да булыуына өмөт итә. Иҫке янғын һүндереү машиналары яңы бинаға тап килмәҫ, тип шаярта хеҙмәткәрҙәр. Кем белә, бәлки, уларҙың теләктәрен ишетеүселәр ҙә табылыр. Шулай ҙа бындағы хеҙмәткәрҙәрҙе лә, янғын һүндереү машиналарын да халыҡҡа мөмкин тиклем аҙыраҡ саҡырырға тура килһен ине, тип теләге килә. Төҙөлөш эштәре май айында тамамланасаҡ. Уның тирә-яғын йәшелләндереү, төҙөкләндереү эштәре лә ҡаралған.

Йылайыр районы.


Автор: К. Усманова.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521