Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төрлө илдәрҙә төрлөсә
Демографик хәлгә ҡарап, илдәрҙең алып барған демографик сәйәсәте лә төрлөсә. Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә ул, ғәҙәттә, тыуымды арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Ә аҙыҡ-түлек етештереү, килем һәм башҡа иҡтисади-социаль үҫеш халыҡ һаны артыуынан ҡалышһа, демографик сәйәсәт тыуымды кәметеүгә йүнәлтелә.


= Францияла, өсөнсө һәм дүртенсе балаларҙың ты­уыуын хуплап, төрлө саралар күрелә. Бала тыуыу менән бер тапҡыр бирелә торған пособие ҡаралған, декрет ялында әсә кеше эш хаҡының 90 процентын ала, йорт хужалығы өсөн ссуда һәм торлаҡ льготалары би­релә, ә дүртенсе сабый донъяға килһә, уларҙың 90 проценты дәүләт тарафынан түләнә.
= Англияла йәштәргә иғ­ти­бар ҙур. Балалары булған йәш ғаиләләргә һалым льготалары, аҡсалата пособиелар, ташламалы хаҡ менән фатирҙар бүлеү ҡаралған. Балаларға 16 йәштәре тул­ғанға ҡәҙәр аҙна һайын пособие түләнә.
= Австрияла пособие кү­ләмен билдәләгәндә ғаилә­нең килеме түгел, ә балалар һаны иҫәпкә алына. Ғаилә­ләргә ярҙам йәмәғәт фондтары аша атҡарыла. По­со­биелар, уҡыған ос­раҡ­та, 27 йәшкә тиклем түләнә.
= Италияла ҡатын-ҡыҙ­ҙар тормошон еңеләйтеү һәм ғаилә­ләргә ярҙам итеү Хөкү­мәттең иғтибар үҙәген­дә. Уҡы­ған осраҡта балалар по­собиеһы 25 йәшкә тиклем түләнә.
= Швецияла ғаилә пособиелары иммигранттарға ла ҡаралған. Балалары сирләп китһә, ата-әсәләр 60 көнгә тиклем түләүле ял алырға хаҡлы, ә бала тыуған осраҡ­та 10 көнлөк түләүле ял бирелә.
= Бельгияла, пособие­лар­ҙан тыш, торлаҡ алыу һәм балаларҙы уҡытыу өсөн субсидиялар, һалым ташламалары ҡаралған. Бала үҫ­кән һайын пособиеларҙың күләме лә арта.
= Грецияла күп балалы ғаиләләргә иғтибар ҙур. Дүр­тенсе һәм бишенсе бала өсөн ҡаралған пособиеның күләме беренсеһенән 10-15 тапҡырға күберәк.
= Исландияла ир-атҡа ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар бай­таҡҡа күберәк, шуға күрә сит илдән килеп, исланд ҡы­ҙына өйләнгәндәргә ай һа­йын 5000 евро түләнә, яңы никах теркәгән йәштәргә фатир асҡысы ла тотторалар икән.
= Ҡытайҙа бер генә ба­ла­һы булған ғаиләләргә тәү сиратта фатир, ер участка­һы алыу һәм сабыйҙы тү­ләүһеҙ балалар баҡсаһына йөрөтөү хоҡуғы бирелә. Эшкә урын­лашҡанда, юғары уҡыу йортона ингәндә лә өҫтөнлөк ҡаралған, бындай ғаиләләр шулай уҡ пособие ала һәм льготаларҙан фай­ҙалана. Икенсе бала тыуған осраҡта ғаилә бөтә льго­та­ларҙы юғалта һәм эш ха­ҡына һалым түләй башлай. Күп бала­лыларға штрафтар ҙа һалына.
= Һиндостанда ҡатын кеше беренсе балаһын 19 йәштән һуң тапһа, уға 500 рупий түләнә. Ә ике бала тапҡандан һуң атай йәки әсәй кеше үҙ теләге менән стерилләү процедураһын үтһә, ғаиләгә 5000 рупий түләйҙәр. Ҡатын кеше өсөн­сө балаға уҙһа, шунда уҡ эшенән бушатыла, ә балалары бушлай белем алыу хоҡуғынан мәхрүм ителә.
= Америка Ҡушма Штаттарында демографик тото­роҡ­лолоҡ, нигеҙҙә, им­миг­ранттар арҡаһында күҙәтелә. Бында балалы ғаиләләргә һалым ташламалары, төрлө корпоратив һәм төбәк программалары буйынса социаль ярҙам күр­һәтелә.
= Японияла дәүләт алып барған демографик сәйәсәт арҡаһында, быға тиклем шәп темпта үҫкән тыуым 80-се йылдарҙа туҡтап ҡала. Сәләмәт тормошто үҙ иткән япондар оҙон ғүмерле. Хәҙер унда иң борсоған проблема – оло йәштәгеләр һанының йәш кешеләргә ҡарағанда байтаҡҡа күп булыуы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521