Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләте ниндәй – балаһы шундай
Дәүләте ниндәй – балаһы шундайБөтә илдәге кеүек үк, Башҡортостанда ла тыуымдың кәмеүе күҙәтелә. Демографик хәлде яҡшыртыу өсөн дәүләт төрлө йоғонтоло саралар күрҙе. Был эш әле лә дауам итә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә был проблемаға ҙур ғына урын бирелде. Республикабыҙҙағы ғаиләләр ошо йәһәттән ниндәй ярҙам алырға хоҡуҡлы?


Тәүге сабый өсөн пособие
Күптән түгел беҙҙең республикала тәүге балаһы тыуған ғаиләләргә ярҙам программаһы эшләй башланы. Бындай ғаиләләр дәүләттән 300 мең һум алыу­ға һәм уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотона ала. Был осраҡта ир йәки ҡатындың торлаҡҡа сиратта тороуы мотлаҡ.
Беренсе балаға пособие түләүҙе ил Президенты Владимир Путин да раҫланы. Ҡарарға ярашлы, йәш ғаиләләргә уны түләү ҡануны быйыл 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде. Рәсәйҙең хеҙмәт министры Максим Топилин аңлатыуынса, аҡсалата ярҙам федераль ҡаҙна иҫәбенә балаға йәш ярым тулғансы ай һайын биреп барыласаҡ. Уға йән башына айлыҡ килеме йәшәү минимумынан бер ярым тапҡырҙан артмаған ғаиләләр иҫәп тота ала. Пособие һәр балаға йәшәү минимумы кимәлендә түләнеп барасаҡ.

Әсәлек капиталы
Был ярҙам икенсе бала тыуҙырған йәки уллыҡҡа алған өсөн ҡаралған. Үткән йыл Башҡортостанда ул 453 мең һум тәшкил итте. Аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балалар баҡсаһы өсөн йәки өлкән баланы уҡытҡан өсөн түләүгә, әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыуға, шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың социаль адаптацияһы өсөн тотонорға мөмкин.

Торлаҡ программалары
Беҙҙең төбәктә йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ программалары булдырылған. “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” исемлеһе, мәҫәлән, ба­ла­һыҙ ата-әсәләр өсөн – торлаҡтың уртаса хаҡы­ның 35 процентына, ә балалы булғандары өсөн 40 процентына тиклем субсидия бирелә. Торлаҡ төҙө­лөшө тупланмалары системаһы ла уңайлы: бының өсөн программала ҡатнашырға теләгән кеше йыллыҡ процент күләме ташламалы – алты-ете процент ҡына – булған ипотека кредиты юллай ала. Аҡса банкта һаҡланырға тейеш, артабан дәүләт йыйылған сумманы 30 процентҡа арттыра. Был йүнәлештәге ярҙамдың бер төрө – шәхси торлаҡ йорт төҙөү өсөн бушлай ер майҙаны биреү. Агросәнәғәт комп­лексы ойошмаларында йәки ауылдағы социаль даирәлә хеҙмәт килешеүе нигеҙендә эшләгән ғаилә­ләр йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙамға ла өмөт итә ала.
Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙәге ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк. Берҙән-бер шарт – икенсе йәки өсөнсө баланың тыуыуы. Ундай осраҡта дәүләт ипотека кредитын түләүҙең алты проценттан ашып киткән өлөшөнә субсидия бирәсәк.

Декрет ялы осоро
Йөклөлөк һәм бала табыу, бала ҡарау ваҡыты өсөн пособие ла үҙгәреш кисерә. Беренсеһе һуңғы ике йылдағы уртаса хеҙмәт хаҡынан иҫәпләнә һәм 100 проценты менән түләнә. Балаға йәш ярым тул­ған­сы түләнгән пособие ла шулай уҡ һуңғы ике йылдағы уртаса килем нигеҙендә иҫәпләп сығарыла, ләкин уның 40 процентын ғына түләп барасаҡтар. Бала ҡараған өсөн иң аҙ пособие Башҡортостанда беренсе бала өсөн – 3 525,54, икенсе һәм арта­банғы сабыйҙар өсөн 7 051,08 һум тәшкил итә.
2016 йылда Башҡортостанда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиены сабыйына йәш ярым тулғансы алған кешеләр һаны 64 меңдән ашыу булған, уларға йәмғеһе 2,4 миллион һум түләнгән. Былтыр тыуым 10 процент­ҡа кәмегән һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, пособие­ларҙың дөйөм суммаһы ла байтаҡҡа аҙайған.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: республикала бала ҡарау буйынса отпуск алған ирҙәр күбәйә. Был – бөгөн бөтә Рәсәйгә хас күренеш. Әгәр ҙә йөклөлөк һәм бала табыу отпускыһында, тәбиғи, ҡатындар ғына булһа, сабыйҙы ҡарау осорон әсәй ҙә, атай ҙа, олатай һәм өләсәй ҙә, шулай уҡ башҡа туған-тыумаса ла алырға хоҡуҡлы. Уны тулыһынса йәки өлөшләтә, шулай уҡ алмашлап та файҙаланырға мөмкин. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 2016 йылда төбәктә бала ҡарау буйынса отпускыға 4 279 ир сыҡһа, былтырғы ун айҙа ундайҙар һаны 4 261 булған.

Күп балалы ғаиләләр өсөн
ташлама
Өс һәм унан да күберәк бала аҫраған ғаиләләр түбәндәге төр дәүләт ярҙамы алырға хоҡуҡлы:
l 18 йәшкә тиклемге балаларға медицина ойош­маларында бушлай амбулатория-поликлиника һәм стационар ярҙам күрһәтеү;
l 6 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы табип рецепты буйынса бушлай дарыу менән тәьмин итеү;
l медицина күрһәткестәре булған осраҡта – 18 йәшкәсә дауалау һәм шифахана төрөндәге балалар учреждениеларында, һауыҡтырыу лагер­ҙа­рында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында, уларҙың ҡайһы ведомствоға буйһоноуына һәм ниндәй милектә булыуына ҡарамай, урын менән тәүге сиратта тәьмин итеү;
l Башҡортостанда ял итеүҙе һәм һауыҡтырыуҙы тәү сиратта ойоштороу, ял урынына барып ҡайтыу сығымдарын түләү;
l мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларына сираттан тыш ҡабул итеү;
l ғаиләнең дөйөм һәм профессиональ белем биреү ойошмаларында белем алған балаларын федераль һәм төбәк дәреслектәр комплекты менән тәү сиратта тәьмин итеү;
l һатып алынған мәктәп формаһы йәки дәрескә йөрөү өсөн башҡа балалар кейеме тупланмаһы хаҡын ҡайтарыу;
l мәктәп уҡыусылары һәм ғаиләнең бөтә ағзалары транспортта бушлай йөрөү хоҡуғына эйә;
l юғары уҡыу йорттарында белем алған өсөн түләүҙең 50 процентын кире алыу;
l ата-әсәләр үҙенең сираттағы йыллыҡ отпускы­һын биш көнгә оҙайтырға хоҡуҡлы;
l мәктәптә балаларҙы бушлай туҡландырыу;
l торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләгән өсөн ай һайын аҡсалата компенсация;
l торлаҡ һатып алыуға социаль ташлама;
l айлыҡ пособие: дүрт балаһы булғандарға – 1 500 һум, биш һәм унан күберәк балалы ғаилә­ләргә – 2 000 һум.
Башҡортостандағы күп балалы ғаиләләргә тағы бер түләү булдырҙылар: өсөнсө һәм унан һуңғы бала өсөн айлыҡ пособие түләнә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, был аҡсаның күләменә федераль программалар бер нисек тә йоғонто яһамай, йәғни беренсе сабыйы быйылғы 1 ғинуарҙан һуң тыуған ғаилә федераль пособиеға ла, республика ярҙамына ла иҫәп тота ала.

Бушлай ер майҙаны етмәһә...
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың береһен – торлаҡ һалырға бушлай майҙан биреүҙе – аҡсалата компенсация менән алмаштырыуҙары мөмкин. Был турала күптән түгел республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер биләмәһе алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, айырыуса ҡалала был мәсьәләне хәл итеү киҫкен.
– Даими йәшәү урыны Өфө ҡалаһында булған граждандарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер биләмәһе ошо ҡала округы сиктәрендә, шулай уҡ Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө һәм Шишмә райондары территорияһында бирелә, – тип аңлата был ҡағиҙәнең үтәлешен Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты лекторы Евгений Балашов. Ошо уҡ ҡануниәт ер майҙанының 0,08 гектарҙан алып 0,2 гектарға тиклем булырға тейешлеген билдәләй. Был осраҡта муниципалитет күп балалы ғаиләләргә ер майҙандары исемлеген, йорт төҙөү документтарын һәм ерҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен иҫәпкә алып, үҙаллы төҙөй.
Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортос­танда әле бушлай ер майҙаны алыуға 18 386 ғаилә сиратта тора. Һуңғы осорҙа 2 501 биләмә генә шәхси милек итеп яҙҙырылған. Шуға күрә Рәсәйҙә ер майҙаны урынына аҡсалата компенсация бирергә рөхсәт иткән төбәктәр һаны арта бара.

Аҫыл бала – төп өҫтөнлөк
Былтыр Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән Балалыҡ ун йыллығы ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Декабрҙә Бала мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышында Владимир Владимирович Путин үҙе ҡабул иткән бер нисә мөһим ҡарарҙы иғлан итте. Уларҙы илебеҙҙең киләсәге һәм демография сәйәсәте өсөн хәл иткес әһәмиәткә эйә тип әйтергә мөмкин.
– Һуңғы йылдарҙа ғаиләлә бала табыу тураһында ҡарар аңлы рәүештә ҡабул ителә. Сабыйҙарҙы яратып, яҡты донъяға килеүен көтөп алыуҙары мөһим. Бөгөн ата-әсәләр баланы үҫтереүгә, тәрбиәләүгә, уның һаулығын хәстәрләүгә бөтә көсөн һалырға әҙер. Хәҙер “аҫыл бала эраһы” етә тип әйтергә мөмкин. Һөҙөмтәлә ғаилә сәйәсәте төп өҫтөнлөктәр иҫәбенә инә. Башҡортостандың әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, йәғни “Бала табыу сертификаты” программаһын тормошҡа ашырыу, перинаталь үҙәктәр төҙөү, социаль етемлекте иҫкәртеү өлкәһендәге тәжрибәһе федераль кимәлдә танылыу алды, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап. – Ясле йәшендәге балаларҙы өйҙә тәрбиәләү буйынса дәүләт “социаль бала ҡараусылар” хеҙмәтен ойоштороу буйынса республика проекты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарары буйынса башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521