Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изге йорттоң серҙәре
Изге йорттоң серҙәреХалыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең Матрай ауылында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойошторолған социаль приютҡа тәүге тапҡыр килеүебеҙ. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, ишекте асып кергәс тә тирә-яҡтағы бөхтәлек һәм таҙалыҡ шунда уҡ күҙгә ташланды. Балалар дәрестә булған ваҡытҡа тура килгәс, бында тәрбиәләнеүсе уҡыусылар менән яҡындан аралаша алманыҡ. Шулай ҙа мәктәпкәсә йәштәге балалар Әмирхан, Илья һәм Камилла тәрбиәсе апайҙары менән рәхәтләнеп уйнай ине. Уларға һоҡланып ҡарап: “Нисек инде ошо сабыйҙарҙы тәрбиәләмәй, “йәшел йылан”ды яҡын күрергә мөмкин?” тигән уй үтте.


Приют директоры Светлана Сәйфуллина оҙатыуында учреждение менән яҡындан танышабыҙ. 2009 йылда тап Светлана Баязит ҡыҙының тырышлығы менән асылған балаларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу йортонда әле 15 бала тәрбиәләнә. Уларҙың 12-һе – мәктәп уҡыусылары, өсөһө балалар баҡсаһына йөрөй. “Беҙ тәрбиәләнеүселәргә өй йылылығы булдырырға тейешбеҙ, шунлыҡтан бар бүлмәләр тап ошо күҙлектән сығып йыһазландырылған”, — тип таныштыра беҙҙе директор. Бер ғаиләнән килгән апалы-һеңлеле, ағалы-ҡустылылар булһа, бер бүлмәлә урынлаштырыла. Улар араһындағы туғанлыҡ мөнәсәбәте һаҡланһын, бер-береһе менән аралашһын, ололары кеселәрен ҡараһын, үҙ-ара татыу үҫһен өсөн бар шарттар тыуҙырыла. Мәҫәлән, һәр бүлмәлә өҫтәлдәр урынлаш­тырылған. Был да йорт йылыһын булдырыу өсөн ҡуйылған, приютта тәрбиәләнеүселәр бала саҡтан бергәләшеп ниндәйҙер проблеманы хәл итеү юлдарын, ғаилә байрамдарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаға һалып, бергәләшеп хәл итергә тейеш, тигәндән сығып эшләнелгән.
Көндәлек тормошта тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән бындай күренештәрҙе берәү ҙә иғтибарға алмаҫ та кеүек, ә төптән уйлап ҡарағанда, ысынлап та, улар бала күңелендә тәрән эҙ ҡалдырырлыҡ. Бына шундай һәр детален, һәр мәлен, һәр әйберҙең нисек һәм ҡайҙа урынлаштырыу ҙа күңелдәренә өй йылыһы бүләк итә, үҙҙәрен йылы һәм яҡты йортта йәшәүҙәренә ышаныс уята. Тәҙрәләге ҡорғандар, кара­уаттағы япмалар, иҙәнгә түшәлгән балаҫ­тарҙың барыһы ла һәр кемдә бала саҡтың иң сағыу мәлен хәтерләтеп, өй йылыһы бүләк итерлек итеп һайланған.
Шуны ла билдәләп үтеү кәрәк: был әйберҙәрҙең барыһы ла Светлана Сәй­фуллинаның тырышлығы арҡаһында бағыусыларҙан алынған. Бөгөн приютҡа Хөкүмәт тарафынан балаларҙы ашатыу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү буйынса ғына аҡса бүленә. Ҡалған эштең барыһын да етәксегә үҙенә табырға, шәфҡәтле кешеләр эҙләргә, бәғзе осраҡта кемгәлер инәлергә лә тура килә. Район хакимиәте етәкселеге, Матрай ауыл биләмәһе башлығы ла бар яҡлап ярҙам итергә тырыша ул, әммә ҡаҙнаға һалынмаған билдәле сумманың артығын ҡайҙан тапһын улар ҙа?!
Коллективта 19 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың барыһы ла балаларҙы ярата, йөрәктәрендә оло һөйөү йөрөтә. Шунһыҙ бында эшләү мөмкин дә түгелдер, тормоштоң төрлө һынауҙарына дусар ителгән, яҙмыш ҡосағына ташланған балалар менән уртаҡ тел табыу, ай-һай, еңелдән түгел. Ҡыйырһытылған сабыйҙар, ата-әсәһен һәр саҡ эскән килеш күрергә ғәҙәтләнгән балалар, йорттарынан ҡасырға мәжбүр булған үҫмерҙәрҙең күңеле ҡатып, яҡындарына ышанысы кәмеп, үҙҙәрен башҡалар араһында кәм күреп килә бында.
Бәғзеләре үҙҙәренә ҡарата йылы һүҙҙе, хәстәрлекле ҡарашты, әсәләрсә һөйөүҙе тәү тапҡыр тап бында күрә һәм ишетә. Тәүҙәрәк бер аҙ ситләшеберәк, ятһынып, бер аҙ шөрләү ҡатыш ҡараған күҙҙәрҙә аҡрынлап нурҙар сағыла, күңелдәре күтәрелә. Бында килгән һәр балаға күңел йылыһы өләшкән Ләйсән Абдреева, Зөлфиә Ураҡова, Динә Солтанғазина, шәфҡәт туташы Фәнүзә Кәримовалар приют асылғандан алып хеҙмәт итә, быйыл ғына эшкә килгән Светлана Ғәләүетдинова иһә “апай”ҙарынан ҡалышмай, кескәйҙәргә күңел йылыһын өләшә.
— Бында төрлө хәлдә ҡалған балалар эләгә, күберәк — социаль “етем”дәр. Беҙ уларҙы алты айға тиклем үҙебеҙҙә ҡалдыра алабыҙ, ошо ваҡыт арауығында ата-әсәләре килеп алһа, улар ғаиләгә кире ҡайтарыла. Шулай уҡ ғаиләләргә ҡунаҡҡа ебәрәбеҙ, йәғни баланы тәрбиәгә бирер алдынан башҡарыла торған һынау ваҡыты үткәрелә. Шуныһы күңелде әрнетә: күп ғаилә, бала алыу өсөн бар һынауҙы уңышлы үтеп, уны ғаиләһенә алып ҡайта ла, характеры оҡшаманы, тәрбиәгә ауыр бала, тип ҡайтанан беҙгә алып килә. Күңеле былай ҙа ҡыйырһытылған ҡыҙ йәки малай ошо хәлдән һуң бөтөнләй үҙ-үҙенә бикләнә. Был осраҡта беҙ уны социаль педагог ярҙамында саҡ “асып алабыҙ”. Шуға күрә ата-әсәләргә әйтер инем: яуаплы аҙымға барыр алдынан уйланығыҙ, һынауҙарҙы, ауырлыҡтарҙы үтә алаһығыҙмы, сит, һеҙгә бөтөнләй ят баланы ҡабул итергә әҙерһегеҙме-юҡмы, артабан ғына ныҡлы ҡарар ҡабул итегеҙ. Бала ташланған эт көсөгө түгел, уйнаттың да кире килтерергә, уның да күңеле барлығын онотмаһындар ине, — ти Светлана Баязит ҡыҙы.
Күптәр ғаиләһендә ҡыйырһытылған бала хаҡында телефондан шылтыраттың да, элекке кеүек кемдер килеп алыр ҙа приютҡа тиҙ генә урынлаштырыр тип уйлап, тәрән яңылыша. Хәҙер бында урынлаштырыу юлдары ҡатмарлы, барыһы ла тейешле ҡанундарға нигеҙләнеп башҡарыла.
Алдан әйткәнемсә, йылы һәм ҡотло йортта барыһы ла бар: йоҡлау өсөн йомшаҡ урын, йылы аш, татлы тәмлекәстәр, төрлө уйынсыҡтар, уҡыу өсөн бар шарттар булдырылған, спорт менән шөғөлләнергә бар уңайлыҡтар, хатта үҙҙәренең мунсаһы ла һәр саҡ әҙер. Әммә ата-әсә наҙы, тыуған йорт йылыһы, ниндәй генә хәлдә булһа ла, үҙ әсәләренең йомшаҡ ҡулы, нескә күңеле бойоҡ ҡыҙ һәм малайҙарға етешмәй. Нисек кенә тырышһалар ҙа, приют хеҙмәткәрҙәре баланың әсәһен алмаштыра алмай... Тик ваҡытлыса уларҙы баға, тәрбиәләй, оло тормошҡа әҙерләй.

Йылайыр районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 2

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 2

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә