Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тимер ат”лы булдылар
“Тимер ат”лы булдылар Белорет районында булған һәр кем уның ғәжәйеп матур тәбиғәтенә һоҡланалыр. Ҡуйы урмандары, сылтырап аҡҡан йылғалары, мәғрур бейек тауҙары кемде генә әсир итмәй икән? Республика, Рәсәй кимәлендә лә киң билдәлелек яулаған Асы шифаханаһының минераль һауыҡтырыу сығанаҡтары ғына түгел, гүзәл тәбиғәте лә күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра.

Ауылды өс яҡлап уратып алған тауҙар, Юрмаш һәм Оло Инйәр йылғалары, ирәйеп үҫкән имән ағастары, хатта ваҡыты-ваҡыты менән уҙған поездар ҙа Асыға үҙенә генә хас йәм биргән кеүек.
Белорет районының гүзәл төбәгенә был юлы беҙҙе тәү ҡарамаҡҡа әллә ни ҙур ҙа булмаған ваҡиға алып килде – Асы ауыл советы, “Урындағы баш­ланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы, трактор ҡайтартҡан. Ошо айҡанлы тантаналы сара ла ойош­торғандар. Байрам күрке – шарҙар һәм флагтар менән биҙәлгән яңы “Беларусь” үҙәк майҙанда, мәҙәниәт йорто эргәһендә урын алған. “Тимер ат”ты йүгәнләгән Закир Тайыпов менән тап ошонда һөйләштек:
— Беҙҙең ауыл советы биләмәһенә тағы дүрт ултыраҡ – Береш, Береш­тамаҡ, Мулдаҡай, Исҡушты ауылдары ҡарай. Ҡыш беҙҙә күҙ асҡыһыҙ бурандар була, көслө ҡарҙар яуа, ҡайһы саҡ урамға ла сығырлыҡ түгел. Аллаға шөкөр, юлдарҙы таҙартырға хәҙер үҙебеҙҙең техника булды. Сүп-сар ташырға тағылмалы арбаһы ла бар. Яғыулыҡ өсөн картаны астыҡ та инде, тракторҙы теркәйһе генә ҡалды, — тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.
Ул арала үҙәк майҙанға байтаҡ халыҡ та йыйылып өлгөрҙө. Асы ауыл советы хакимиәте башлығы Венер Йосоповтан программаның нисек тормошҡа ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ:
— Конкурста ҡатнашыу өсөн документтарҙы февраль айында уҡ әҙерләй башланыҡ. Тәүҙә ауыл халҡы менән йыйылып проблемаларҙы барланыҡ, барыһы ла трактор алыу кәрәклеген хуплап сыҡты. Хаҡы ла ҙур ғына – 1,6 миллион һум. Әлбиттә, кәрәкле сумманы йыя алырбыҙмы икән, тигән икеләнеүҙәр ҙә булды. Күреп тораһығыҙ: маҡсатыбыҙға өлгәштек. Төп сығымды – бер миллион һумды республика бүлде, 150 меңде — район хакимиәте, 100 мең һумын шифахана етәкселеге күтәрҙе.Ҡалған сумманы халыҡ үҙе йыйҙы, эшҡыуарҙар ҙа әүҙемлек күрһәтте, — тине Венер Ғариф улы.
— Ә быға тиклем юлдарҙы таҙартыу проблемаһын нисек хәл итә инегеҙ? — тип һорайым башлыҡтан.
— Был мәсьәлә беҙҙе күптән борсой ине. “Асы” шифаханаһы, Фират Ҡунаҡбаев фермер хужалығы, “4АиКО” фирмаһы, ауыл халҡы ярҙамы менән сетерекле хәлдән сыға килдек, әммә һәр кемдең үҙ эше, үҙ мәшәҡәте. Трактор алыу көн талабы ине. Киләсәктә юлдарҙы таҙартыу ғына түгел, соҡор-саҡырҙы ремонтлау, һуҡа тағып, урман ситтәрендә янғынға ҡаршы һыҙат булдырыу сараһын да күрербеҙ, ә арбаһына цистерна һәм мотопомпа ҡулай­лаштырһаҡ, янғын һүндереүселәр килгәнсе янғын һүндереүҙә лә ҡатнаша аласаҡбыҙ, — тип пландары менән уртаҡлашты Венер Йосопов.
Әйткәндәй, асылар күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһында ла ҡатна­шып, ауыл уртаһында ағып ятҡан минераль сығанаҡ эргәһен төҙөклән­дергән. Асы ташы һәм асфальт түшәп, кәртәләп, уңайлы майҙансыҡ эшләп ҡуйғандар.
Программаларҙа әүҙем ҡатнаш­ҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, яңы тракторлы булыуҙары менән ҡотлап китте сығышында Венер Ғариф улы ауылдаштарын.
Иң изге теләктәрен Белорет районы хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы Әминә Зыяитдинова ла еткерҙе:
— Асы ауылы халҡының әүҙем, берҙәм булыуҙары, заман менән бергә атлауҙары арҡаһында республика конкурсында еңеп сығып, дөйөм эштәренең һөҙөмтәһен күрәбеҙ бөгөн. Киләһе йылда ла проектта ҡатнашып, спорт майҙансығын төҙөү мәсьәләһен күҙ уңында тоторға кәрәк. Спорт – ул һаулыҡ, ә һаулыҡ — иң ҙур хазина, — тип телмәр тотто сығыш яһаусы.
...Ә байрам дауам итте. “Еңгәләр” фольклор ансамбле сығышын бәләкәй артистар алмаштырҙы. Берҙәмлектә бәрәкәт икәнлеген аңлаған, бөгөн уның татлы емешен татыған асылар, төрлө конкурстарҙа, халыҡ уйындарында ҡатнашып, ихлас күңел асты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523