Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡағыҙмы, электронмы?..
Ҡағыҙмы, электронмы?..Йыл һайын республиканың эшләүсе граждандарына медицина ойошмалары тарафынан бер миллиондан ашыу эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә, улар буйынса Социаль страховка фонды саралары иҫәбенән ете миллиард һумдан ашыу суммаға пособиелар түләнә. “Больничный”ҙы фәҡәт лицензиялары булған медицина ойошмалары, ә уларға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бланктарын, үҙ сиратында, Рәсәй Социаль страховка фонды бирә. Әйткәндәй, бланктарҙы баҫтырып сығарыу ҙа фонд иҫәбенә башҡарыла.
Аңлауығыҙса, быларҙың барыһы ла беҙ күптән күнеккән, халыҡта ябай ғына итеп “больничный” тип аталған доку­менттың ҡағыҙ варианты тураһында. Күп­тән түгел иһә – быйыл 1 ию­л­дән был тармаҡ мөһим үҙгәрештәр кисерҙе, әйләнешкә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының электрон варианты инде. Был хаҡта нимәләрҙе белергә, электрон документты нисек юлларға һәм башҡа үҙенсәлектәр хаҡында Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов аңлатма бирҙе.


– Марат Мөьмин улы, яңылыҡтың иң мөһим ғәмәлдәре хаҡында аңлатығыҙ әле.
– Тәү сиратта шуны белеү зарур: 1 июлдән, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының электрон варианты менән бер рәттән, барыһы ла күнеккән ҡағыҙ вариант та ғәмәлдә ҡаласаҡ. Икенсенән, “больничный” юллағанда ошо ике варианттың тик береһен генә һайларға тура киләсәк, бер юлы ике төрөн дә алыу мөмкин түгел. Өсөнсөнән, медицина ойошмаларының күпселеге эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының электрон вариантын бөгөндән үк бирә башларға әҙер түгел. Аңлап тораһығыҙ – һәр яңылыҡ, бигерәк тә ошондай мөһим һәм киң булғаны, ҙур үҙгәрештәр, махсус механизмдар, техник мәсьәләләрҙе теүәлләүҙе талап итә.
Әлегә проектты тормошҡа ашырыуға республиканың бер нисә медицина ойош­маһы ҡушылды. Исемлеккә баш ҡаланың 46-сы поликлиникаһы, 21-се, 18-се ҡала клиник дауаханалары, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы, баш ҡалалағы Рә­сәй тимер юлдары акционерҙар ойошма­һының ведомство дауаханаһы, Башҡорт дәүләт медицина уни­верси­тетының клиникаһы инә.
Тәүге электрон “больничный” ҡағыҙ­ҙарын 46-сы поликлиника биргән. Әлбиттә, башланғысҡа башҡа учреждениелар ҙа бер-бер артлы ҡушыла барасаҡ. Был хаҡта оператив мәғлүмәтте Социаль фондтың сайтында (r02.fss.ru) күрергә мөмкин.
– Барлыҡ эшләгән граждандар ҙа ошо медицина ойошмаларына барып, электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юллай аламы?
– Электрон “больничный” ҡағыҙы менән эшләр өсөн эш биреүсе cabinets.fss.ru сайтында шәхси кабинет булдырырға йәки Социаль фонд хеҙмәттәре менән мәғлүмәти алмашыу алып барыу өсөн махсус бухгалтер программаһы ҡуйырға тейеш. Шулай уҡ квалификациялы көсәйтелгән электрон ҡултамға ла талап ителә.
Бөгөн республиканың ике тиҫтәләп эре страховкалаусыһы был яңылыҡта ҡатнашырға теләк белдерҙе, әҙерлек эштәре алып барыла. Шулай уҡ предприятиелар ҙа ҡушыла башланы, тиҙҙән уларҙың һаны күпкә артасаҡ.
Һәр эш биреүсе аңлатыу эштәре алып барасаҡ, ойошма хеҙмәткәрҙәре уларҙың эш биреүсеһе проектта ҡатнашыу-ҡатнашмауын белеп торасаҡ. Әлбиттә, граждан электрон “больничный” ҡағыҙы алырға ниәтләһә, үрҙә телгә алынған медицина учреждениеһына табипҡа күренергә барған осраҡта был хаҡта әйтергә тейеш.
– Ғәмәл тормошҡа нисек ашырыла?
– Страховкаланған граждан электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алырға теләһә, ул табипҡа пенсия страховкаһы таныҡлығын (СНИЛС) күрһәтергә һәм яҙма ризалыҡ бирергә тейеш. Табип, үҙ сиратында, махсус программа аша Страховкалау фондының сайты аша “больничный” ҡағыҙы һанын биреүҙе һорай. Унан һуң электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тултырыла, уға уникаль һан бирелә. “Больничный” көндәре тамамланғас, электрон документ мәғлүмәттәр базаһына оҙатыла, ә пациентҡа уникаль һан яҙылған талон тапшырыла. Граждан уны эшләгән урынындағы бухгалтерияға хәбәр итергә тейеш. Ошоноң нигеҙендә эш биреүсе пособие иҫәпләйәсәк һәм түләйәсәк.
– Электрон документтың өҫтөнлөгө нимәлә?
– Әлбиттә, тәү сиратта бының уңайлы ғәмәл булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Медицина учреждениеларындағы белгестәргә документты тултырыу еңелләшәсәк, байтаҡ талаптарҙан баш тартырға тура киләсәк (яҙыу ҡараһы, хәреф ҙурлығы бер төрлө булырға, мисәт урынына ҡуйылырға тейеш һәм башҡалар). Ә боҙолған “больничный” ҡағыҙҙарына кон­троль бик ҡаты. Һәр бланк иҫәптә, һәр ҡайһыһының уникаль һаны бар. Медицина ойошмалары уларҙы һаҡлау өсөн регламентҡа ярашлы махсус шарттар булдырырға тейеш. Электрон документ иһә ошоларҙан ҡотолорға ярҙам итә.
Социаль страховка фонды өсөн дә был ысулдың өҫтөнлөктәре күп. Бындай хеҙмәтләндереүгә күсеү страховкалау осрағы хаҡындағы мәғлүмәттең фондҡа тиҙерәк барып етеүенә булышлыҡ итә, пособие түләү процедураһын ябайлаштыра, табиптарҙы артыҡ эштән азат итә, дауаланыусыларҙы ла ҡултамға һәм мисәт ҡуйҙырып йөрөү, хаталарҙы төҙәтеү мәшәҡәттәренән ҡотҡара. Барлыҡ процесс, электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырыуҙан алып пособие түләнгәнгә тиклем, страховкаланған шәхестең Страховкалау фонды сайтындағы шәхси кабинетында күренеп торасаҡ.
Эш биреүселәр менән компьютер аша бәйләнеш яйға һалынғас, проект бар көсөнә эшләй башлағас, ялған “больничный” яһаусылар ҙа бөтәсәк. Ҡағыҙ мәсьәләһендә лә һәйбәт экономияға иҫәп тотола (йыл һайын Рәсәйҙә эшкә ваҡыт­лыса яраҡһыҙлыҡ тураһында 40 миллиондан ашыу бланк тултырыла – редакциянан).
Ғөмүмән, яңылыҡ бик мөһим һәм әһәмиәтле. Хеҙмәтләндереүҙең был төрө бихисап Европа илдәрендә уңышлы эшләй. Беҙҙең илдә лә граждандар яңылыҡтың үҙенсәлектәрен тиҙ арала төшөнөр һәм өҫтөнлөктәрен баһалар тип ышанғы килә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Р. КӘБИРОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521