Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә – дәүләттең күҙәнәге, тиһәк...
Кешенең мөмкинлектәре эшкә ҡушылмай һәм уның социаль мәсьәләләре хәл ителмәй тороп, бер нисек тә алға барып булмай. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Дәүләттең ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы ла ошо тормош талабын иҫәпкә алып ойошторолған. Уның күптән түгел булып үткән ултырышында республикалағы тыуымды арттырыу буйынса өҫтәмә саралар планының нисек үтәлеүе тикшерелде.

– Әлеге мәлдә республикала Төбәкте үҫтереүҙең 2030 йылға тиклемге стратегияһы әҙерләнә, уның иң мөһим аспекттарының береһе – кеше ҡеүәтен үҫтереү, – тине кәңәшмәләге инеш һүҙендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. – Ғәҙәттә, беҙ социаль мәсьәләләрҙе дәүләттең хәл итеүен көтәбеҙ, ләкин, һуңғы дәүерҙәге тормош һабаҡтары күрһәтеүенсә, бында йәмәғәтселек тә ҙур роль уйнай. Ә дәүләт халыҡтың ыңғай талаптарына ваҡытында һәм тейешле кимәлдә яуап биреп өлгөрөргә бурыслы. Шуға күрә лә Координация советы ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса төп тәҡдимдәрҙе биреп барған ҡорал булып хеҙмәт итергә тейеш.
Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов, төп доклад менән сығыш яһап, әлеге сараларҙың финанс яғынан тәьмин ителеше тураһында һөйләне. План шулай уҡ фәҡир йәшәгәндәрҙең, күп балалы һәм студент сағында уҡ ғаилә ҡорғандарҙың тормош сифатын күтәреүҙе лә күҙ уңында тота.
– Был социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә быйыл – 100, ә 2018 йылда 200 балаға күберәк тыуыр тип көтәбеҙ, – ти вице-премьер. – Сабыйға айлыҡ пособие­ның нигеҙ итеп алынған күләмен арттырыу балалы фәҡир ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙе лә йоғонто­лораҡ итәсәк.
Башҡортостан Волга буйы федераль округында балалар пособиеһы иң аҙ булған өс төбәк иҫәбенә инә, артабан ошо баҫҡыста юғарыраҡ күтәрелеү маҡсаты ҡуйыла. Дөйөм алғанда, Салауат Сәғитовтың һүҙҙә­ренә ҡарағанда, ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһында билдәләнгән 687,2 миллион һумға өҫтәмә рәүештә быйыл 168,5 миллион, киләһе йылдан алып йыл һайын 669,4 миллион һум бүленәсәк.
Ултырышта республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы сиктәрендә демография һәм ғаилә сәйәсәте мәсьәләләрендә ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеүҙе көйләргә тейешле айырым идаралыҡ булдырыу мөмкинлеге ҡаралды. Был тәҡдим менән хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Ә элегерәк Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә Ғаилә министрлығы ойоштороу мәсьәләһен тикшерергә ҡушҡайны.
– Беҙҙең министрлыҡтың халыҡ менән эш итеү буйынса ҙур күләмле сараларҙы электән үҙ өҫтөнә алыуын иҫәптә тотоп, шулай уҡ башҡа субъекттарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, айырым власть органы булдырып тормаҫҡа, ә министрлыҡты ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы көйләгән орган итеп билдәләргә һәм уға был маҡсатта өҫтәмә вәкәләттәр бирергә тәҡдим итәбеҙ, – тине Ленара Иванова. – Уның төп бурыстары – бөтә органдарҙың ғаилә сәйәсәте эшмәкәрлеген көйләү, ойошмаларҙың был мәсьәлә буйынса мөнәсәбәте өсөн алгоритмдар эшләү, балалар, йәштәр һәм ата-әсәләр араһында ғаилә ҡиммәттәренең абруйын күтәреү. Район һәм ҡалаларҙа ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам буйынса беҙҙең министрлыҡ ҡарамағындағы үҙәктәр эшләй аласаҡ.
Өҫтәмә саралар түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тота:
1. Күп балалы ғаиләләрҙә тыуған өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙе арттырыу (ғаилә төрөнә ҡарап).
2. Юғары һөнәри белем биреү йортта­рындағы һәм ғилми ойош­маларҙағы көндөҙгө бүлектә уҡыған студент һәм аспирант ғаиләләрендә тыуған балаға 100 мең һум аҡса түләү (бер тапҡыр бирелә).
3. Юғары һөнәри белем биреү йортта­рындағы һәм ғилми ойош­маларҙағы көндөҙгө бүлектә уҡыған студент һәм аспирант ғаиләләрендә тыуған балаға айлыҡ махсус социаль пособие күләмен 250 һумдан 3 000 һумға еткереү.
Хәҙерге мәлдә өсөнсө һәм унан һуң тыуған һәр балаға пособиены күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр (йән башына килеме йәшәү минимумынан, йәғни 8 618 һумдан да, түбәнерәк булһа) сабый йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге осорҙа ала. Былтыр ошондай пособиены 9,2 мең кеше ала ине, республика ҡаҙнаһынан улар өсөн 379,8 миллион һум бүленде. Координация советында тәҡдим ителгән пособиеның күләмен ғаилә төрҙәренә ҡарап индергәндә (3 600 һумдан алып 4500 һумға саҡлы) был аҡсаны аласаҡ кешеләр һаны сама менән 30 процентҡа күбәйә һәм 12 мең тирәһе тәшкил итә:
Маҡсатлы эшмәкәрлек һөҙөмтә­һендә ошо әйтеп үтелгән социаль ярҙамды рәсми раҫлау буйынса Хөкү­мәт ҡарарҙары әҙерләнә, Башҡорт­остан Башлығы ҡушыуына ярашлы, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары быйылғы көҙгө сессияла “Башҡортостан Респуб­ликаһында айлыҡ балалар пособиеһы тураһын­да”ғы Башҡортостан Респуб­ликаһы Законына үҙгәрештәр индереү тура­һында”ғы ҡануни проектты ҡараясаҡ. Уларҙа быйылғы 1 сентябр­ҙән айлыҡ балалар пособиеһының нигеҙ күләмен 58,4 процентҡа арттырыу ҡарала. Республика ҡаҙнаһынан ошо пособиены түләүгә йыл һайын 900 миллион һум бүленә. Ләкин был социаль ярҙам төрө 2012 йылдан алып ҡаралмағайны һәм уның үтә түбән булыуы килеме аҙ булған балалы ғаиләләрҙең хәлен еңеләйтә алмай. Хәҙер уны арттыра барыуға йүнәлеш алынды. Айлыҡ балалар пособиеһы, бюджет мөмкинлектеренә ҡарап, йыл һайын күтәрелә барасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521