Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҫыуға сығырға әҙербеҙме?
Бөгөн республика ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек киң ҡолас менән бара. Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр ауыл эшсәндәре техника торошон тикшерә, ремонт талап иткәндәренә алмаш частар хәстәрләп, әҙерлек һыҙығына баҫтыра. Бынан тыш һәр ерҙә малсылар ҡышлатыу миҙгелен уңышлы тамамлау бурысы менән дә йәшәй.


Шишмә районының “Агро-Альянс” яуап­лылығы сикләнгән йәм­ғиәте оҫтаха­нала­рында ла әле ҡыҙыу осор. Механизаторҙар сәскестәрҙе, тырма-культиваторҙарҙы ремонтлап, сәсеүгә әҙер­ләй. Бында техник потенциал ныҡлы. Парк­тың яңы булыуы ла артыҡ ремонт эштәре талап итмәй. Уны йыл һайын яңы ауыл хужалығы техникаһы, ҡеүәтле комбайндар, йөк машиналары менән яңыртып торалар, уның өсөн аҡса йәлләмәйҙәр. Ҡаҙнанан техника һатып алыуға киткән сығым үҙ сиратында эш ҡеүәтен, һөҙөмтәлелекте арттырыуға булышлыҡ итә, ти белгестәр.
Ысынлап та, хужалыҡ баҫыуҙарын бөгөн сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы иңләй. Шуныһы ла мөһим: йәмғиәттә сәсеү миҙ­геле тураһында хәстәрлек күреү ураҡ кампанияһы тамамланғас та башлана, орлоҡ таҙартылып киптерелә, аҙаҡ тейешле кондицияға еткерелеп, келәттәргә һаҡлауға һалына. Әлбиттә, бындай күре­неш етәкселектең эште ойоштора беле­үен, хәстәрлекле булыуын аңлата. Бынан бер нисә йыл элек орлоҡ һаҡлау өсөн заманса келәттәр, амбарҙар, орлоҡ таҙарт­ҡыс комплекс төҙөп ултыртҡандар.
Нигеҙҙә, үҫемлекселек, малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән хужалыҡтың ете мең гектар һөрөнтө ере бар. Йыл һайын ауыл эшсәндәре иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, күп йыллыҡ үләндәр сәсеп, мул ғына уңыш алыуға өлгәшә.
– Беҙҙә уңған, тырыш халыҡ эшләй, шуға һөҙөмтәләребеҙ ҙә яҡшы, йәмғиәт тә төбәктә алдынғылар иҫәбендә, – ти баш агроном, Башҡортостандың атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Солтангәрәй улы Ибраһимов. – Шөкөр, ҡышлатыу миҙгелендә бер ниндәй ауыр­лыҡтарға осраманыҡ, сифатлы аҙыҡҡа ҡытлыҡ булмағас, малдар көр, етеш­тереүсәнлек тә артты.
Әйткәндәй, йәмғиәттә бер меңгә яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның өс йөҙҙән ашыуы – һауын һыйыры. “500 ферма” республика маҡсатлы прог­раммаһына ингән хужа­лыҡ­тың барлыҡ фермалары ла заманса йыһаз­лан­дырылып, һөт, һыу үт­кәргестәр урын­лаш­тырылған. Һәр белгескә айырым эш бүлмәһе ҡарал­ған.
Алдынғы һауынсылар Эльвира Латипова, Гүзәл Наси­рованың, механи­за­тор­ҙар Айрат Вәли­әхмәтов, Альберт Нуриев, Сергей Вигуляр менән Рәмзис Бикбу­латовтың хеҙмәтен етәксе­лек һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Әҙер продукция хужа­лыҡтың “Молочная долина” эшкәртеү цехына оҙатыла, унда һөт, ҡаймаҡ, кефир, ҡатыҡ һәм башҡа һөт ри­зыҡтары етештерәләр. Сифатлы аҙыҡ район ауылдары мәктәп­тәренә, балалар баҡсаларына, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, Өфө ҡала­һында урынлашҡан сауҙа нөктәләренә ебәрелә.
Ауыл халҡының рәхәтләнеп ял итергә ваҡыты ла юҡ, сөнки үҫемлекселектә, малсылыҡта байрам юҡ. Әле иһә бар халыҡ киләһе уңышты хәстәрләп, яҙғы сәсеүгә әҙерләнә. Хужалыҡта өс ауылдан йәмғеһе 70 кеше эш менән мәшғүл. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ түләнгәс, премиялар ҡаралғас, эшселәргә ҡытлыҡ кисермәйҙәр, шуға башҡа ауыл­дарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар икән. Күп кенә урында йәштәр ауылды ташлап ҡалаға эшкә китә тип зарлан­һалар, бында ундай мәсьәлә тормай. Шулай уҡ юғары һәм урта махсус белемле кадрҙар ҙа етерлек. Хужалыҡ етәкселеге хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтен ярайһы ғына баһалап, дәртләндереү сараларын да булдырған: күп кенә алдынғылар бушлай ял йорттарында һаулығын нығыта, уңыш йыйыу осоронда алһыҙ-ялһыҙ уңғанлыҡ күрһәткән ялан батырҙары эш һөҙөм­тәләренә ҡарап, еңел автомобиль менән бүләкләнә.
Техника бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер, сөнки техник күҙәтеү күптән үткән. Етәкселектең тырышлығы менән элиталы орлоҡ, 500 тонна минераль ашлама, ураҡҡа ҡәҙәр етерлек яғыулыҡ хәстәр­ләнгән. Тимәк, ҡыҙыу миҙгелдә уларға ҡытлыҡ һиҙелмәйәсәк. Көндәрҙең йылы тороуын иҫәпкә алып, әле ауыл эшсәндәре орлоҡто ағыулау эшенә тотонорға йыйына.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519