Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр мөрәжәғәт урында өйрәнеләсәк
– Беҙҙең аҡсаны кем ҡайтарыр? Ҡасан ғәҙеллек тантана итер?
Ҡысҡырышҡан тауышҡа бүлмәнән сыҡһам, фойела бер төркөм өлкәндәр Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы координаторы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенең Өфөләге Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең яңы етәксеһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллинға ҡыҙып-ҡыҙып үҙәктәренә үткән хәлдәрен кемуҙарҙан аңлатырға тырыша.
Был төркөмдәге кешеләр бер нисә йыл элек киң рекламаланған, юғары проценттар менән арбаған, матур бинаға урынлашҡан кредит-ҡулланыусылар кооперативына үҙҙәренең аҡтыҡ аҡсаһын һалған пайсылар ине. Уларҙы тишек кәмәгә ултыртҡандар. Йөрөп-йөрөп тә аҡсаларын кире ҡайтара алмағас, нәфрәттәре ташып, сараһыҙҙан килгәндәр бында.
– Башҡа урында аңлау, яҡлау тапмағас, кешеләр ғәҙеллек юллап, үҙҙәренең йыйылып киткән проблемаларының ыңғай хәл ителеүенә өмөтләнеп, ахырҙа Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итә. Шуға күрә һәр кемде түҙемлек менән бүлдермәй тыңлау мөһим, – ти Раил Мирвай улы. – Ә артабан мәсьәләнең айышына төшөнөргә тырышырға һәм мөмкин тиклем ярҙам итергә кәрәк.
Шуныһы насар: алданыусылар һәр ҡалала бар. Белгестәрҙең әйтеүенсә, хәҙер был мәсьәлә бер Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә иң көнүҙәктәрҙең береһе булып тора. Уны дәүләт һәм урындағы власть, төҙөүселәр вәкилдәре һәм, әлбиттә, төҙөлөштә ҡатнашыусы өлөшсөләрҙең үҙҙәре менән берлектә хәл итергә кәрәк. Ошо маҡсатта “Берҙәм Рәсәй”ҙең Төбәк сәйәси советы эргәһендә бына бер нисә йыл инде Аҡса һалыусыларҙың һәм өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса көрсөккә ҡаршы төркөм эшләп килә.
Сираттағы мөрәжәғәт итеүсе: “Өйө бик иҫке, етмәһә, бәләкәй. Һуғыш ветераны ҡатынына торлаҡҡа сертификат алырға ярҙам итегеҙ”, – тип үтенде. “Үҙегеҙҙең һорауығыҙҙы ғаризала аныҡ итеп яҙығыҙ. Беҙ уның буйынса эшләй башларбыҙ”, – тине ҡабул итеүсе.
Был көндө “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенең Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә өфөләр генә түгел, башҡа ҡалаларҙан да килделәр. Мәҫәлән, Благовещендан бер нисә кеше үҙҙәре йәшәгән Төньяҡ биҫтәһен электр менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте.
– Һеҙҙең һорауҙы мотлаҡ хәл итергә тырышасаҡбыҙ, кәрәк икән, беҙҙең белгес уны урынға барып өйрәнәсәк, – тине Раил Әсәҙуллин.
Граждандарҙы ҡабул итеү ике сәғәттән ашыу барҙы, тиҫтәләгән кеше мөрәжәғәт итте. Халыҡ менән бындай осрашыуҙар хәҙер аҙна һайын була, был сараға Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттары ла ҡушылды. Әйткәндәй, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе партияның урындағы 62 бүлексәһендә лә бар. Башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, пенсия менән тәьмин итеү, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр.
Фаил Ҡылысбаев




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523