Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Өйө барҙың көйө бар – Көн буйына ҡояш нурҙары төшөп, кәйефте кү­тәреп торған был фатирҙы үҙем һайланым. Үҙе яҡты, үҙе йылы, – тип беҙҙең менән шат­лығын уртаҡлаша Миләүшә. – Алты сутый ере­беҙ ҙә бар, бөтәһе лә бушлай. Быйыл тәү тапҡыр үҙебеҙҙең ҡул көсө менән үҫтерелгән йәшелсәнән мул ғына уңыш алып ҡыуандыҡ.
Талбазы ауылы ситендәге йәшел төҫтәге ҡуп­шы йорттарҙың хужалары – яңы ғына тормош юлына аяҡ баҫҡан, дәүләт тарафынан ҙур социаль ярҙам алған етем ҡыҙҙар һәм егеттәр. Тормош ауырлыҡтарын еңеп сығып, үҙаллы донъя көтөргә ынтылған һөнәрле йәштәрҙе бөгөн “етем” тип атарға тел дә әйләнмәй.
Миләүшә Сәләхова 12 йәштә балалар йортона килеп эләгә, аҙаҡ ғаиләгә тәрбиәгә би­релә. Тырыш­лығы менән училищела уҡып, аш­наҡсы-кондитер, аҙаҡ социаль хеҙмәткәр һөнәрҙәренә эйә була. Стәрлетамаҡ егете Ил­мир менән ғаилә ҡорғас, маҡ­саттар нығыраҡ асыҡлана.
– Ошондай өс йорттоң һәр береһендә ике­шәр фатир урынлашҡан. Майҙаны 33 квадрат метр тәшкил иткән торлаҡта бөтә уңай­лыҡтар ҙа булдырылған: ванна, бәҙрәф бар, эҫе, һал­ҡын һыуҙары крандан ағып тора. “ТермоХолс” предприятиеһы йорттарҙы хужаларға ҡул тей­ҙермәҫлек итеп, һәр эште еренә еткереп тап­шырҙы, – ти Ауырғазы районы хакимиә­тенең иҡтисад һәм күҙаллауҙар бүлеге белгесе Әлфиә Сафина.
Белгестең әйтеүенсә, әле торлаҡҡа сиратҡа ошо категорияға ҡараған 60 кеше ҡуйылған. Бы­йыл федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән 15 миллион һум аҡса үҙләш­терелергә тейеш. Киләсәктә етемдәр өсөн күп фатирлы йорт төҙөү ҙә планлаштырыла икән.
21 генә йәшендә Хөкүмәттең атайҙарса хәстәр­леген тойоп, күптәр әле хыялында ғына йөрөткән йорт-ерле булыу теләгенә өлгәшкән Миләүшә һәм башҡа йәш хужаларға бер генә теләк: йортоғоҙға — ырыҫ, күңелегеҙгә изгелек тулһын. Хеҙмәтегеҙ менән тыуған төбәгегеҙҙе йәмләп йәшәгеҙ, йәштәр!
...Йорт йыһаздары араһында бер аҙ юғалы­быраҡ ҡалған синтезатор, бер яҡ ситтәрәк бойо­ғобораҡ ултырған гармун, гитара иғтибарыбыҙҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Баҡһаң, ғаилә башлығы Илмир Салауат музыка училищеһын тамамлаған, буш ваҡытында ошо музыка ҡоралдарын ҡулына алып, йортон йыр-моңға күмә икән. Өйө барҙың көйө бар, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән шул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 983

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 198

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 546

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 181

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 247

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 177

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 181

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 188

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 244

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 286

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 239

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 260