Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сиратҡа баҫа һал
Сиратҡа баҫа һал
Балалар баҡсаларына сираттың ҡасан бөтөүе күҙаллана? Бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, артыҡ мәшәҡәтһеҙ баланы баҡсаға яҙҙырып буламы? Был тәңгәлдә коррупцияны булдырмау маҡсатында ниндәй эш бара? Ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған ошондай һорауҙарға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВА яуап бирә.

— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, балалар баҡсаларында урын етешмәү — тотош илебеҙгә хас күренеш. Сиратты бөтөрөү өсөн ниндәй эш алымдары ҡулланыла? Эштәрен бизнесҡа әйләндереүсе намыҫһыҙ директорҙарҙан ҡотолоу юлын ниҙә күрәһегеҙ?
— Рәсәй Президентының 2012 йылдың майындағы Указына ярашлы, өс йәштән ете йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙе баҡсала урын менән тәьмин итеү мәсьәләһе 2016 йылға тулыһынса хәл ителәсәк. Былтыр федераль бюджеттан сиратты бөтөрөү өсөн 59 миллиард һум бүленде. Быйыл әлегә 10 миллиард һум йүнәлтелде. "Берҙәм Рәсәй" партияһы был күләмде тағы ла арттырыу өсөн бөтә тырышлығын һаласаҡ.
Әммә аҡса бүлеү менән генә эш бөтмәй. Иң мөһиме — уны төҙөлөштә яңы технологиялар ҡулланып, биналарҙы үҙгәртеп ҡороп, дөрөҫ, һаҡсыл тотонорға өйрәнеү. Ҡайһы бер төбәктәрҙә баҡсала өҫтәмә урындар булдырыуға бизнес та йәлеп ителә. Өҫтәүенә кескәйҙәр өсөн биналар заманса, хәүефһеҙ, уңайлы булырға тейеш. Намыҫһыҙ етәкселәр тураһында һөйләгәндә беҙ коррупция проблемаһына ҡағылабыҙ тигән һүҙ. Был мәсьәләне хоҡуҡи киңлектә хәл итеү фарыз, ошондай йәмһеҙ ваҡиғалар менән осрашҡанда тейешле органдарға мотлаҡ мөрәжәғәт итегеҙ. Байығыу маҡсатында үҙенең вазифаһынан файҙаланған өсөн язаға тарттырылыу ихтималлығын мөдирҙәрҙең яҡшы белеүе был мәсьәләнең көн ҡаҙағынан төшөүенә булышлыҡ итер.
— "Балалар баҡсаһы — балаларға" партия проекты бөтә төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыламы?
— Әлбиттә, ул бит федераль проект, әммә ғәмәлгә ашырылыу кимәле төрлөсә. Беҙ уның Калининградтан Камчаткаға тиклем юғары дәрәжәлә башҡарылырына ынтылабыҙ.
— Биш-ун йылдан яңы баҡсаларҙың кәрәге булырмы икән? Демографик күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, был осорҙа репродуктив йәштәгеләр ныҡ аҙаясаҡ. Ғаилә ҡороусылар кәмегәс, баҡсалар бушап ҡалмаҫмы?
— Ысынлап та, беҙ бөгөн сираттарҙы бөтөрөү өсөн яңы төҙөлөш алып барабыҙ. Иҫкеләрен ремонтлайбыҙ. Алдағы йылдарҙа ла мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар һаны кәмемәҫ тип өмөт итәбеҙ.
Киләсәккә күҙ һалһаҡ, мәсьәләнең тағы ла ҡатмарлашасағы көн кеүек асыҡ бит. Мәҫәлән, халыҡ һаны даими арта барған мегаполистарҙы алайыҡ. Миграция процестарын өйрәнмәйенсә, баҡса менән тәьмин итеүҙе көйләү мөмкин түгел. Өҫтәүенә әсәлек капиталын түләү программаһы дауам итәсәк, тимәк, әсәйҙәр үҙҙәрен ниндәйҙер кимәлдә ышаныслыраҡ тоясаҡ. Тыуымдың арта барасағы икеләндермәй. Үҫешкән инфраструктуралы, уңайлы, хәүефһеҙ, сәләмәтлекте хәстәрләүсе баҡсалар булған ерҙә ғаиләләр ҙур теләк менән төпләнәсәк.
Әле Рәсәйҙә 1 миллион 300 мең бала мәктәпкәсә учреждениеларҙа тәрбиәләнеүҙән мәхрүм, 500 меңе сиратта тора. Ошо хәлде төҙәтеү өсөн балалар баҡсаһында яңы урындар булдырабыҙ ҙа инде.
— Мәктәпкәсә тәрбиә алыу хоҡуғын файҙаланыу мөмкинлеген ниндәй күрһәткестәр буйынса баһаларға мөмкин? Баҡсалар һанының күбәйеүенә йәки урын өсөн түләүҙәрҙең арзанлығына ҡарапмы?
— Әлбиттә, мәктәпкәсә белем алыу мөмкинлеген балалар баҡсаһында урындарҙы арттырыу күрһәткесе буйынса баһалап булмай. Һәр ата-әсә унда ҡыҙын йә улын ҙур теләк менән йөрөтһөн өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылырға тейеш, шул иҫәптән түләүҙәр ҙә хәлдән килерлек булырға тейеш.
— Яңыраҡ беҙгә бер әсә, пропискаһы ваҡытлыса булыу сәбәпле, балаһын баҡсаға ҡабул итмәүҙәре хаҡында шылтыратты. Был сабыйҙың Конституцияла ҡаралған хоҡуғын тупаҫ боҙоу түгелме?
— Бындай хәл менән тәүгә осрашмайым. Һеҙ хаҡлы, Рәсәй Конституцияһының 43-сө, шулай уҡ "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закондың 5-се статьяларына ярашлы, баланың хоҡуғы боҙолған. Һәр сабый, социаль хәленең ниндәй булыуына, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙ хоҡуҡтарын файҙалана алырға тейеш.
— Шәхси балалар баҡсаһына ҡарашығыҙ нисек? Күп кенә ата-әсә бындай хеҙмәт өсөн дә түләргә әҙер бит.
— Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларын үҫтереү йәһәтенән мин уны перспективалы йүнәлеш тип иҫәпләйем, әлегә ундайҙар бик аҙ. Биналарҙы ҡуртымға алыу, ремонтлау һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса дәүләт ныҡлы ярҙам итһә, был тармаҡтың тамыр йәйәсәгенә ышаныс бар.
— Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сиратҡа тороу буйынса электрон система ҡасан камиллашыр икән?
— Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә федераль кимәлдәге берҙәм электрон сират ғәмәлгә инде. Бөтә төбәктәр ҙә үҙҙәрендә ошондай системаны булдырҙы. Техник етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса әле лә эш бара, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ҡыҫҡа ваҡытта еңеп сығырбыҙ, тип уйлайым.
Мәскәүҙә, мәҫәлән, баланы электрон сиратҡа 30 минутта ҡуйырға мөмкин. Аҙаҡ бер ай эсендә заявкала ҡаралған документтарҙың төп нөсхәһен илтеп тапшырырға кәрәк буласаҡ.
— Балалар баҡсаһы өсөн түләүҙәрҙе кем көйләй?
— Мәғариф тураһындағы федераль законға ярашлы, балалар учреждениеһының хужаһы сабыйҙы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн түләү күләмен үҙе билдәләй. Законда был хаҡта бик аныҡ яҙылған. Былтыр, ысынлап та, нигеҙһеҙ рәүештә арттырылған түләүҙәргә юлығырға тура килде. Уға бары инфляция ғына сәбәпсе булырға мөмкин. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2013 йылдың 1 июленән 1 ноябренә тиклем ил буйынса уртаса түләү 6,8 процентҡа артҡан (1226 һумдан 1310 һумға тиклем). 16 төбәктә уның кәмеүе күҙәтелә, ә 15-ендә — үҙгәрешһеҙ. Был эш даими иғтибар үҙәгендә.
— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, буласаҡ ата-әсәләргә кәңәш итһәгеҙ ине: бөгөн дә бала тыуыу менән баҡсаға сиратҡа торорға ашығырғамы? Әллә "Балалар баҡсаһы — балаларға" проекты бындай ҡабаланыуҙарҙан арындырамы?
— Әйтеүемсә, урын ҡытлығынан 2016 йыл аҙағына ғына ҡотоласаҡбыҙ, шуға күрә был осорҙа өҫтәмә саралар һис тә артыҡ булмаҫ. Ни тиклем иртәрәк сиратҡа баҫаһығыҙ, сабыйығыҙҙы балалар баҡсаһына шунса тиҙерәк урынлаштыра аласаҡһығыҙ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519