Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ата-әсә булыу анһат түгел
Ата-әсә булыу анһат түгел
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, баланы уллыҡҡа алыусылар арта. Ғаиләлеләр ҙә, яңғыҙҙар ҙа етемдәр яҙмышына битараф түгел. Быға, бәлки, социаль рекламаның күбәйеүе лә булышлыҡ итә торғандыр.

Үкенескә ҡаршы, изгелек ҡылыусылар араһында уйланылмаған аҙым яһағандар ҙа, әҙерлекһеҙ килгәндәр ҙә осраштыра. Аҙағы билдәле инде: сабыйҙы, кәрәге ҡалмаған ялҡытҡыс уйынсыҡ һымаҡ, ғүмерлеккә йөрәген яралап, кире дәүләт ҡарамағына тапшыралар.
Тәүҙә шуны асыҡлағыҙ: һеҙгә ни өсөн "ят бауыр", әллә кемдең сит балаһы кәрәк? Ни өсөн тап уны тәрбиәгә алырға ниәтләйһегеҙ? Ошо һорауҙарға дөрөҫ, ысын күңелдән яуап бирегеҙ. Бәлки, һеҙҙең үҙ балағыҙ юҡтыр, шуға күрә атай-әсәй булыу бәхетен татырға теләйһегеҙҙер. Кем тураһында булһа ла хәстәрлек күреү, һөйөүеңде биреү — изге ғәмәл, әлбиттә. Әммә сит-ят сабыйҙы йортоғоҙға килтереү һеҙҙән ҙур әҙерлек талап итә. Мәҫәлән, ғаиләгә бала алған ата-әсә өсөн тәғәйенләнгән ниндәй әҙәбиәт уҡынығыҙ? Туғандарығыҙ, дуҫ-ишегеҙ менән кәңәшләштегеҙме? Улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙән дә үҙегеҙ өсөн ҡиммәтле кәңәштәр аласаҡһығыҙ.
Тимәк, һеҙ татыу, берҙәм ғаиләгеҙҙә тағы ла бер яҡлауға мохтаж бәләкәй кеше өсөн урын табыласағына шикләнмәйһегеҙ. Өҫтәүенә уны үҙ балаларығыҙ менән тиң күреп, хәстәрлек менән солғап алырға һәләтлеһегеҙ. Бик яҡшы! Ә балаларығыҙ ата-әсә мөхәббәтен, иғтибарын һәм матди байлыҡты "ситтәр" менән бүлешергә әҙерме һуң? Был йәһәттән дә ул-ҡыҙҙарығыҙҙы уйланылған аҙымдың изгелегенә инандырыу, бик нескә психологик эш алып барыу талап ителә.
Бәлки, етем балаларҙы уллыҡҡа алыу менән үҙегеҙҙең торлаҡ йәки финанс мәсьәләләрен хәл итеүҙе күҙ уңында тотаһығыҙҙыр. Ике йөҙлөләнмәйек, был — бик ныҡ таралған сәбәп, әммә һеҙҙе әхлаҡһыҙлыҡта ғәйепләргә һис тә теләмәйбеҙ. Нисек кенә булмаһын, сабыйға үҙ йортонда, һөйөү, наҙ менән тулы ғаилә ҡосағында йәшәү күпкә яҡшыраҡ. Бары һеҙҙең үҙ һүҙегеҙҙә тороуығыҙ, баланы яратыуығыҙ мотлаҡ. Етем баланы физик һәм әхлаҡи яҡтан һау-сәләмәт итеп үҫтереү, уҡытып кеше итеү өсөн Хөкүмәт биргән ташлама һәм льготалар бер тамсы һыу кеүек кенә. Ғәҙәттә, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу оло проблемаға әүерелә. Ә беҙҙең медицинаның һәр саҡта ла түләүһеҙ булмауы, күп сығым талап итеүе һәммәбеҙгә яҡшы билдәле. Барыһын да самалап, үлсәп ҡарарға кәңәш итәбеҙ.
Бәлки, ғаиләгеҙҙең тарҡалыуы хәүефе һеҙҙе шул юлға этәрәлер? Сабыйҙы тәрбиәгә алыу менән мөнәсәбәттәрҙең яңырып, яҡшырып китеүенә өмөт бағлайһығыҙ түгелме? Был юл — иң өмөтһөҙө, статистиканан күренеүенсә, инвалид сабый донъяға килгәндән һуң йыл эсендә ирҙәрҙең өстән ике өлөшө ғаиләһенән китә. Сит-ят баланың ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың араһын яҡынайтыуына, йәшәү өсөн стимул булыуына ышаныс бик аҙ.
Баланы уллыҡҡа алғанда нәҫелдән нәҫелгә күсәгилешлелек тигән төшөнсә хаҡында ла уйланмау мөмкин түгел. Психологтар әйтеүенсә, тап ошо мәсьәләгә мөнәсәбәт артабанғы эштең уңышлылығын билдәләй.
Социаль яҡтан түбәнлеккә төшкән ата-әсәләге холоҡ-фиғелдең сабыйында мотлаҡ сағылыш табасағына ышанғандар тәрбиәгә алған ҡыҙ һәм малайҙарға күберәк тәнҡит күҙлегенән ҡарай, "йомшаҡлыҡ"тарын ғәфү итмәй, ә талаптарҙы көндән-көн арттыра ғына. Бәләнең аяҡ аҫтында ғына икәнен һуңлап аңлаясаҡһығыҙ. Иртәме-һуңмы, тәүге шик-шөбһәләрегеҙҙең тормошҡа ашыуы, баланың ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, баш күтәреүе ихтимал. Киреһенсә булыуы ла, сабыйҙың ҡыйырһытылыуҙан баҫылған, һеҙгә тулыһынса буйһонған байғошҡа әүерелеүе лә мөмкин.
Нәҫелдән күсәгилешлелек – һис тә әкиәт түгел, ә ысынбарлыҡ. Һөйөү һәм хәстәрлек менән солғап ҡына ла уны етемлек күләгәһенән, етешһеҙлектәрҙән арындырыуға иҫәп тоторға ярамай. "Бәләкәй генә көйөнә күпме ҡайғы-хәсрәт кисергән!" — тип гел генә баланың яйына торорға тырышҡан, ҡаршы һүҙ әйтмәгән ата-әсә лә тәрән яңылыша. Сығырҙан-сыҡҡан мәлдә тәртип боҙоусыға ҡәтғи сара күрергә маташҡан өлкәндәр ҙур ҡаршылыҡҡа осрай. Әсеһен-сөсөһөн күп татыған үҫмергә бындай яза сүп кенә!
Ғаиләлә бер кемгә лә баш бирмәгән, үҙ һүҙен һүҙ иткән эгоист барлыҡҡа килә. Аҡыл менән, һәр аҙымыңды үлсәп кенә, был көсөргәнешле хәлдән сығып буласаҡ. Холоҡ-фиғелдең нәҫелдән күсәгилешлелеген инҡар итмәйек. Сабыйҙың шәхси үҙенсәлектәренә һәм генетикаһына ла иғтибар бирергә кәрәклеген онотмайыҡ. Әммә ошоларға таянып ҡына эш итһәк, мәсьәләне хәл итә алмаясаҡбыҙ. Алманың ағасынан бик йыраҡ төшкән осраҡтары ла йыш була тормошта. Баланың үҫеү осоронда психологтар менән кәңәшләшеү бары файҙаға ғына, бындай тығыҙ хеҙмәттәшлек төрлө хәүефле саҡтарҙы еңелерәк үтергә ярҙам итер.
Тәрбиәгә бала алырға уйлаған ата-әсәгә йәнә бер һорау бирәм: етем сабыйҙың ғәҙәттәге баланан тиҙ рәнйеүсән, бирешеүсән булыуы менән айырылыуын аңларға әҙерһегеҙме? Уның күпте күргән һәм кисергәнлеген иҫтә тотоп, йән тыныслығын һаҡлап йәшәргә өйрәнергә кәрәк буласаҡ. Ышаныс тойғоһо уятыу, күңел төпкөлөнә үтеп инеү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Үҙегеҙ ҡылған яҡшылыҡҡа изгелек, шундай уҡ оло һөйөү менән яуап ҡайтарырҙарына ла өмөтләнмәгеҙ. Сит-ят ергә эйәләшеү сабыйға бик ауыр, оҙаҡ ҡына туғандарын, ата-әсәһен юҡһыныуы, һағыныуы ла ихтимал. Уның һеҙҙең ғаиләгә эҫенеп, өйрәнеп китеүе өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителеүе мөмкин. Мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм яйға һалыуға түҙемлегегеҙ, рухи көсөгөҙ етерлекме? Иң ҡатмарлы осор ғаиләгә бала алғандан һуң йыл үткәс башланыуын хәтерҙә тотоғоҙ. Тап ошо осорҙа ул һеҙгә өйрәнеп китә, әммә башында сыуалған күңелһеҙ уйҙарҙан ҡотола алмай интегә: "Үҙем насар булғанға күрә мине ташлап киткәндәрҙер. Былары ла оҙаҡҡа сыҙамаҫ, моғайын, ҡасан да булһа ҡотолоу яғын ҡарарҙар. Шуға күрә миңә уларҙың үҙҙәрен ташлап китергә кәрәк". Бала аҙым һайын яңы атай һәм әсәйҙең ҡәҙерен белмәүен иҫбатларға ынтыласаҡ. Мөхәббәтегеҙҙе раҫлау өсөн һеҙгә лә аҙ сабырлыҡ кәрәкмәҫ.
Ата-әсә булыу еңелдән түгел. Бала үҫкән һайын өлкәндәргә камиллашырға, ул йә ҡыҙығыҙ менән күңел яҡынлығына өлгәшергә тырышырға кәрәк.
Рәсәйҙең балалар йорттарында 800 мең тирәһе сабый йәшәй. Былары — дәүләт иҫәбендә рәсми торғандары. Ә берәҙәктәрҙең күпме икәнлеген белмәйҙәр ҙә, һанамайҙар ҙа. Ошо хәүефле хәлде үҙгәртеү барыбыҙҙың да ҡулынан килә. Әммә яуаплы аҙымға барыр алдынан мөмкинлектәрегеҙҙе барлағыҙ. Кескәй генә йән эйәһенең йортоғоҙға оло йәм, бәхет һәм көтөлмәгән уңыш алып килеүе, иң ҡәҙерле кешегеҙгә әүерелеүе бик ихтимал.


Автор: А. РӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521