Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сәйер банкир

Һорау?  Яуап!
Хөрмәтле «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Хәҙер тормош ауыр. Көндән-көн әйберҙәргә хаҡ күтәрелә. Байҙар ғына мөлкәтен арттырғандан-арттыра: бигерәк тә банкирҙар яхта, вилла һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәр һатып ала. Улар хатта миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек кеүек төшөнсәләр хаҡында онота башланы. Етемдәргә ярҙам итһәләр, яҡшыраҡ булыр ине. Юҡтыр ундайҙары?
Фәүзиә Ильяс ҡыҙы.

Хәйбулла районы.

Фәүзиә Ильяс ҡыҙы, яңылышаһығыҙ. Бар әле донъяла мәрхәмәтлек тураһында онотмаған байҙар. Мәскәү өлкәһендә йәшәгән Роман Авдеевты хатта «сәйер банкир» тип йөрөтәләр икән. Ул эш урынына Мәскәү «тығын»дары михнәтен татып бара һәм, һуңлай ҡалһа, һаҡсыһы менән машинаһын ҡалдырып, метроға төшә. Ә иң мөһиме — ул өйөндә байлыҡ түгел, балаларҙы йыя. Роман Авдеевтың аҡсаһы ла күп, әлбиттә. “Forbes”тың Рәсәй миллиардерҙары араһында 69-сы урынды биләй. Әммә банкирҙың ғорурлығы – балалар йортонан алған 19 ҡыҙ менән малай. Етмәһә, уларҙың барыһын да уллыҡҡа һәм ҡыҙ итеп алған! Үҙенең дүрт балаһы кеүек, башҡалары ла уға «атай» тип өндәшә икән.
– Башта ғаилә хаҡында түгел, ә карьера, торлаҡ, үҙенең эше тураһында уйлаған йәштәрҙе хәҙер күберәк осратам. Эшҡыуарлыҡ – ул ҙур яуаплылыҡ. Әммә кеше үҙе өсөн генә түгел, ғаиләһе – ҡатыны, улдары, ҡыҙҙары — өсөн дә яуаплы икән, эшендә лә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшәсәк, – ти Роман Иванович.
Банкир башта балалар йортона аҡсалата ярҙам күрһәткән. Тос ҡына суммаға мебель, компьютерҙар һатып алынған. Әммә балаға әйбер түгел, әсәй менән атай кәрәк.
– Хатта етеш йәшәгәндә лә кескәйҙәрҙе ғаиләгә алыу еңел эш түгел. Ҡатынымдың, балаларымдың был аҙымға әҙер икәнлеген күргәс кенә, тәүге игеҙәктәрҙе алып ҡайттыҡ. Хәҙер өлкәндәре айырым тормош көтә, беҙҙең менән ни бары 20 бала йәшәй, – тип һөйләгән «Труд» гәзите хәбәрсеһенә Р. Авдеев.
Ҙур ғаилә өсөн бер генә өйҙә йәшәүе ҡыйын. Шуға Авдеевтар балалары өсөн дүрт йорт һалған. Һәр береһенең үҙ бүлмәһе бар. Роман Иванович ҡасандыр коммуналь фатирҙа көн күргән. Шуға айырым мөйөшөңдөң булыуы ҙур бәхет икәнлеген яҡшы аңлай. Ул ҡатыны Елена менән бер йәшлек балаларҙы алырға тырыша икән. Был осраҡта кескәйҙәргә күп нәмәне өйрәтеп, тәрбиә биреп өлгөрөп була тип иҫәпләйҙәр. Ғаилә сығымдары иң тәү сиратта тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға һәм тренерҙарға китә.
– Үҙем көн һайын эшкә йөрөргә, аҡса табырға, ә балалар яҡшы уҡырға тейеш. Минеңсә, быны улар яҡшы аңлай, – ти ғаилә башлығы. Ә кескәйҙәр ниндәйҙер шәхси мәктәптә түгел, дәүләт гимназияһына уҡырға йөрөй. Әйтеүҙәренсә, Роман Авдеев банкын да һатырға риза. Яҡшы аҡса бирһәләр, әлбиттә. Уның өсөн эшҡыуарлыҡ – табыш сығанағы ғына. Ә тормошондағы иң мөһим эше – ғаиләһе. Бына шундай сәйер банкир бар икән илебеҙҙә.


Олимпиада аҡсалары

Тиҙҙән илдә Ҡышҡы Олимпиада башланасаҡ. Был сараға бәйле илдә аҡсалар баҫтырыламы икән?
Рамазан.

Әлшәй районы.

Олимпиадаға арналған 20 миллион дана йөҙ һумлыҡ аҡса ил буйлап таратылған. Әммә улар әйләнешкә барып етеп өлгөрөрмө икән? Тәңкәләрҙе коллекционерҙар күпләп һатып ала. Банк.ру сайты хәбәр итеүенсә, тәүге көндәрҙә бер купюраның хаҡы 5-6 мең һумға барып еткән. Әле хаҡтар 300 – 700 һумға тиклем кәмегән. Ә ҡайһы бер тарафтарҙа бер ҡағыҙ аҡса өсөн әле һаман 7, хатта 20 мең һум хаҡ һорайҙар. Түҙемлеләр был аҡсаны эш хаҡы менән бергә йәки магазинда ҡулына эләктерә ала. Ә әлегә бындай ышаныс ҙур түгел. Купюраларҙың күбеһе Олипиада башланғас ҡына таратыла башлаясаҡ. Икенсенән, йөҙ һумлыҡтарҙы коллекция итеп йыйыусылар ҙа аҡсаһы менән «айырылыша һалмай».


Яңы уҡыу йортонда кемдәр уҡыр?

Өфөлә яңы уҡыу йорто барлыҡҡа килә тип ишеткәйнек. Был хәбәр дөрөҫмө?
Булат РАМАЗАНОВ.

Илеш районы.

Яңы йыл алдынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеттарының ғилми советтарында уҡыу йорттарын бергә ҡушыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был тәҡдим Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына ебәрелгән. Әгәр ул ыңғай хәл ителһә, уҡыу йорто Башҡортостандың Яңы юғары мәктәбе йәки Өфөнөң яңы мәктәбе тип йөрөтөләсәк.
«Был хаҡта һүҙ йылдан ашыу бара. Юғары мәктәпте үҙгәртеп ҡороу шарттарында уҡыу йортонда күп төрлө белгестәр әҙерләнергә һәм конкуренция шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн ныҡлы матди-техник база булырға тейеш», – ти М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры Максим Михайлов. Уның фекеренсә, һүҙ ике юғары уҡыу йортоноң ойошторолоуы тураһында түгел, улар нигеҙендә яңыһының барлыҡҡа килеүе хаҡында бара. Яңы уҡыу йортонда республиканың социаль тармаҡтары – мәғариф, социаль эш һәм башҡалар буйынса белгестәр әҙерләнәсәк. Бынан тыш, әлегә тиклем бер ҡайҙа ла булмаған яңы белем биреү системаһы барлыҡҡа киләсәк. Мәҫәлән, бында күп урындарҙа, шулай уҡ хатта милләт-ара бәйләнештәр өлкәһендә лә эшләй аласаҡ гуманитар белгестәр әҙерләнәсәк. Әлбиттә, быға тиклемге кеүек, республика өсөн уҡытыусылар ҙа әҙерләнәсәк. Студенттарҙың яртыһы педагогик программалар буйынса уҡытыласаҡ. Улар, мәктәптәрҙән һәм балалар баҡсаларынан тыш, башҡа урындарҙа ла эшләй аласаҡ.


Аудиояҙма яҙҙырасаҡтар

Быйыл мәктәптә сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда, уҡыусыларҙың яуаптарын аудиояҙма итеп яҙҙырып аласаҡтар, тип ишеткәйнем.
Айгөл ӘХМӘТОВА.

Иглин районы.

Эйе, ысынлап та, Берҙәм дәүләт имтихандарында «Һөйләү» бүлегенең барлыҡҡа килеүе сәбәпле, ҡабул итеү комиссияһы уҡыусыларҙың аудиояҙмаларын тыңлаясаҡ. Әгәр ҙә яҙмала ҡытыршылыҡтар осраһа, уҡыусы ошо уҡ көндә яуаптарҙы киренән яҙҙырыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Имтиханды тапшырыуҙың был ысулы уңышлы тип табылһа, ошо уҡ юл менән башҡа гуманитар фәндәр буйынса имтихандарҙы ла ҡабул итеүҙәре ихтимал. Йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры был яңылыҡтарҙы раҫлаусы фарманға ҡул ҡуйырға тейеш, ул 2014 йылдың 1 сентябренән көсөнә инә тип көтөлә. Тимәк, 2015 йылдан уҡыусыларға яуаптарын яҙҙыртырға тура киләсәк. Бының өсөн махсус аудиториялар аудиояҙма саралары менән йыһазландырылыр тип көтөлә. Унда уҡыусылар берәмләп саҡырыласаҡ. Аҙаҡтан улар яҙманың дөрөҫлөгөн тикшереү хоҡуғына эйә булыр тип күҙаллана. Әммә психологтарҙы шуныһы ла борсой: холҡо менән лидер тип танылған балалар матур, дөрөҫ итеп яуап бирәсәк. Ә оялсандарҙың, яҡшы белһә лә, матур итеп һөйләй алмауы ихтимал. Шуға уларҙың имтихан һөҙөмтәһе насар булыуы бар.


Борсолорға кәрәкмәй

Рәсәй банкы илдәге ҡайһы бер банктарҙың лицензияларын тартып ала башланы. Был исемлектә республика банктары ла юҡмы икән? Уларҙың береһенә һалған аҡсам өсөн борсолам.
Айгиз ДӘҮЛӘТОВ.

Әбйәлил районы.

Яҡшы банк – закондарҙы, үҙенең бурыстарын теүәл үтәүсе ойошма. Ул клиенттарының һалған аҡсаһына хәүеф янаған операциялар менән мауыҡмаҫҡа, акционерҙарға килем булырлыҡ табыш килтерергә бурыслы. Лицензияны тартып алыу – уларҙы һаҡлау буйынса һуңғы сара. Быға тиклем иһә иҫкәртеү эштәре алып барыла.
Башҡортостанда әле ун төбәк банкы эшләй. Уларға үрҙә әйтелгән хәүеф янамай. Бынан тыш, республикалағы был ойошмалар вкладтарҙы страховкалау системаһына индерелгән. Тимәк, 700 мең һумға тиклем күләмдә аҡса һалғандарға борсолорға кәрәкмәй.


Тимурҙың «Һуңғы репортаж»ы

Яңылышмаһам, Башҡортостандан бер режиссерҙың эше Канн фестивалендә ҙур бүләккә лайыҡ булған...
Зөһрә НӘБИЕВА.

Илеш районы.

Ысынлап та, Өфөнән 34 йәшлек Тимур Абдуллин донъя кимәлендә уңышҡа өлгәште. Уның «Һуңғы репортаж» тип исемләнгән эше «Global Russians» халыҡ-ара фестивалендә «ҡыҫҡа метражлы кинола 2013 йылдың иң яҡшы кинематография мәле» булараҡ танылды һәм сараның альманахына индерелде. Берәҙәктәр тормошон яҡтыртҡан, уйлап сығарылған 14 минутлыҡ фильм ярты йыл самаһы төшөрөлгән.


Туғаның да шаһит була

Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған машина йөрөтөүсенең туғандары йәки таныштары юл-транспорт ваҡиғаһының шаһиты була аламы?
И. МИНДИЙӘРОВ.
Ҡариҙел районы.


Йыш ҡына яҡын кешеләр административ хоҡуҡ боҙоуҙар менән бәйле эштә шаһит булараҡ сығыш яһай алмай, тиҙәр. Әммә был фекер хаталы. Ҡаралған эш буйынса хәлде, был осраҡта юл-транспорт ваҡиғаһын, күреп белгән кеше административ эш буйынса шаһит булараҡ ҡатнаша. Әгәр уларҙы судҡа саҡырыуҙан баш тартһалар, был законһыҙ һаналасаҡ. Был хатта сығарылған ҡарарҙы юҡ итергә йәки ҡайтанан ҡарауға сәбәп була ала.


Үҙең эшләп ҡара

Аҙбарҙы ҡомаҡтар, сысҡандар баҫты. Һатып алған ағыулы препараттарҙың ғына файҙаһы аҙ һымаҡ. Уларҙы үҙеңә әҙерләргә мөмкинме икән?
Абдулла Миһран улы.

Хәйбулла районы.

Ҡомаҡтарға ҡаршы көрәшеү өсөн һеҙгә үҙегеҙ йәшәгән райондың химик йәки санитар станцияларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Баҙарҙа һатылған ағыулы препараттарҙың насар сифатлы булыуы бар. Үҙең эшләү өсөн ике өлөш туңмайҙы иретеп, биш-һигеҙ өлөш он һәм өс-дүрт өлөш углекислый борий өҫтәйҙәр. Ҡатнашманан ҡамыр баҫып, бәләкәс кенә шарҙар әүәләйҙәр ҙә сысҡан һәм ҡомаҡтар йөрөгән урынға ҡуйып сығалар.
Икенсе сара: углекислый борийға тары оно ҡушып, шәкәр өҫтәйҙәр. Унан һыу ҡойоп, ҡамыр баҫалар. Шулай уҡ шарҙар эшләп, сысҡандар күп урынға ҡуяһың.


Кем топинамбурҙы ярата?

Тиҙҙән яҙ етә. Йорт ҡоштарын аҫрарға тигән иҫәп бар ине. Әммә уларҙы тәрбиәләү серҙәрен белеп бөтмәйем...
М. ҒӘФҮРОВА.

Әлшәй районы.

Һорау?  Яуап!Аҙыҡ берәмегендә үлән, бесән юҡ икән, ҡаҙҙар бер-береһенең ҡанаттарын, мамыҡтарын йолҡа, яланғас ҡалған тиреһен ҡанатып бөтөрә. Бынан тыш, ҡоштар үҫкән осорҙа бик күп кальций юғалта, шуға ла уға бай йомортҡа ҡабығын ашайҙар. Быны булдырмау маҡсатында, уларҙың аҙығына минераль тоҙ ҡушалар.
Топинамбур иһә — күркәләрҙең иң яратҡан аҙығының береһе. Улар уның бүлбеләрен генә түгел, япрағы менән һабағын да яратып ашай.
Бройлер себештәренең тәүге айында йәшел сәй эсерергә тәҡдим ителә. Бының өсөн бер литр ҡайнаған һыуға бер аш ҡалағы йәшел сәй һалына. Әйткәндәй, ҡоштар бүлмәһен талпан, бөрсә баҫһа, көл ҡуйығыҙ. Ныҡлап һыуынған, уты-күмере булмаған көл ҡоштар өсөн үҙенә күрә «ванна» ролен үтәй. Талпандарға ҡаршы көрәшеү өсөн әсе әремдән миндектәр бәйләп эләләр. Тағы бер кәңәш: ҡайһы бер хужалар ҡомалаҡ менән һарымһаҡты ҡайнатып, уның һыуын бүлмә стенаһына һибә. Шулай уҡ ҡоро ҡомалаҡты тауыҡтар йомортҡа һалған ояға ҡуялар.


Нотариусҡа барһаң, аҡса ал

Хәҙер күсемһеҙ милек менән килешеүҙәрҙе нотариуста ла рәсмиләштерергә мөмкин тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта тулыраҡ яҙһағыҙ ине.
Айһылыу ЗЫЯЕВА.

Белорет районы.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1998 йылға тиклем күсемһеҙ милек менән килешеүҙәрҙе нотариустар рәсмиләштерә ине. Унан һуң закон договорҙы ябай яҙма рәүештә төҙөргә һәм хоҡуҡтарҙы Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығында теркәтергә рөхсәт итте. Әлбиттә, нотариуста ла быны эшләргә мөмкин ине, әммә уларға аҙ мөрәжәғәт иттеләр.
Һорау?  Яуап!Быйыл 1 февралдән граждандар ике юл менән күсемһеҙ милекте рәсмиләштерә аласаҡ. Беренсеһе: элекке кеүек договорҙы яҙма рәүештә төҙөргә һәм хоҡуҡтың күсеүен Дәүләт теркәүе, кадастр, картография федераль хеҙмәтенең республика идаралығында теркәтергә мөмкин. Артабан тап ошо ведомство ғына килешеүҙең дөрөҫлөгөн, «таҙалығын» тикшерәсәк. Икенсеһе: нотариусҡа мөрәжәғәт итеү. Ул документтың теүәллеге өсөн яуап бирәсәк. Был осраҡта Дәүләт теркәүе, кадастр, картография федераль хеҙмәте идаралығы ҡыҫҡа ваҡытта – биш көн эсендә – хоҡуҡтарҙың күсеүен теркәйәсәк.
Нотариус ошо уҡ учреждениеға клиенты өсөн документтарҙы тапшыра ала. Килешеүҙәрҙе нотариус аша теркәтеү күпкә отошлораҡ, сөнки күсемһеҙ милекте рәсмиләштергәндә икенсе яҡтың намыҫһыҙ булыуы асыҡланһа, хоҡуҡтарығыҙ ҙа яҡланасаҡ. Әммә шуныһы: нотариус договорҙы раҫлаған, таныҡлаған өсөн ҡуйылған тариф суммаһын – күсемһеҙ милек хаҡының 0,5 процентын – алып ҡаласаҡ. Проект өсөн дә, ҡатмарлылығына ҡарап, бер — өс мең һум түләргә кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, клиент өсөн документтарҙы Дәүләт теркәүе, кадастр, картография федераль хеҙмәте идаралығына тапшырыу бер мең һумға төшәсәк. Тимәк, ныҡлы яҡлау өсөн байтаҡ аҡса сығарып та һалырға кәрәк буласаҡ.


Бөтәһенә лә етмәйәсәк

Быйыл илдә табип яҙған рецепт буйынса дарыуҙар һәм медицина әйберҙәре рәүешендә дәүләттән ярҙам алыусыларға күпме аҡса бүленәсәк?
Б. БИГӘНӘКОВ.

Бүздәк районы.

Хаҡлы ялдағылар, ивалидтар һәм дәүләттән социаль ярҙам алған башҡа граждандар ай һайын 671 һум аҡса аласаҡ. Был сумма былтырғыһынан ни бары 33 һумға күберәк. Тимәк, был өҫтәлгән суммаға ҡарап, быйыл дарыуҙарға хаҡтар ҙа 5 процентҡа ғына артыр тип күҙаллап була. Әммә күп табиптар әйтеүенсә, 671 һум аҡса онкология, нефрология, кардиология, неврология йүнәлешендәге ауыр сирҙәрҙән дауаланыу өсөн бөтөнләй етмәйәсәк.


Сифатлыһын һайлай бел

Күн куртка һатып алырға теләйем, әммә сифатһыҙы эләгер тип ҡурҡам. Нисек алданмаҫҡа икән?
Венера ЯМАЛОВА.

Ҡыйғы районы.

Һатып алырға теләгән куртканы тотоп ҡарағыҙ, ысын күн шунда уҡ йылынасаҡ. Артабан әйберҙең тиҫкәре яғына күҙ һалығыҙ. Күн яһалма икән, уға берәй тауарҙың йәбештерелеүе ихтимал. Ә тәбиғиһе бер ҡатлы ғына була. Етмәһә, уның тиҫкәре яғы эшкәртелмәгән замшаны хәтерләтә. Тағы күнде һыулап ҡарағыҙ. Тәбиғиһе дымды тиҙ генә үҙенә тартып аласаҡ, ә яһалмаһында һыу тамсылары шул көйө ҡала. Бынан тыш, кейем менән бергә һәр материалдың өлгөһө ҡушып бирелә. Иғтибар менән ҡараһағыҙ, тәбиғи күн яһалмаһынан күпкә ҡалыныраҡ күренер.

Тупламаны Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519