Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етемлеккә өйһөҙлөк өҫтәлмәһен
Етемлеккә өйһөҙлөк өҫтәлмәһенБашҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 18336 бала иҫәпләнә. Дәүләткә уларҙың барыһын да торлаҡ менән тәьмин итергә тура киләсәк. Был ҡануниәт менән билдәләнгән. Быйыл 1,5 мең етем торлаҡ алырға хоҡуҡлы, әммә уларҙың хыялы әлегәсә тормошҡа ашмаған. Ғөмүмән, мәсьәлә сетерекле, ҙур иғтибар, күп аҡса талап итә. Быға бәйле низағтар ҙа йыш сығып тора. Ҡайһы бер райондарҙа етемдәрҙең фатирын чиновниктар үҙләштереүе, сиратҡа бәйле аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы тураһында ишетеп торабыҙ. Дөйөм алғанда, был проблема мөһим һәм даими иғтибар талап итә.
Республика Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.
— Һуңғы өс йылда төбәк бюджетынан 1 миллиард 250 миллион һум аҡса бүленде, һәм 1272 бала торлаҡ алды. Быйыл был маҡсатҡа 400 миллион һум йүнәлтеләсәк, федераль бюджеттан өҫтәмә 93 миллион һум көтәбеҙ, — тине ултырышты алып барған Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Һис шикһеҙ, ғәҙеллек булдырыу йәһәтенән эш алып барыла. Миҫал өсөн, 2007 йылда ни бары 50 фатир бүленһә, былтыр — 603. Хәлде яҡшыртыу өсөн өҫтәмә саралар күрелә, хәҙер муниципалитеттарға аҡса торлаҡты һатып алыу ғына түгел, төҙөү өсөн дә бүленә башлаған. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, быйыл 650 етем бала фатирлы буласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, элек етемдәргә күпселек осраҡта икенсел баҙарҙан иҫке, йүнәтеү талап ителгән йорттар бирелһә, хәҙер сираттағыларҙың яртыһына өр-яңы фатир эләгә. Алынған торлаҡты һаҡлау йәһәтенән дә закондағы үҙгәрештәр етемдәр файҙаһына. Быға тиклем фатир юллаған яңғыҙ балаларҙың яртыһы тиерлек “һоро схема” ҡорбанына әйләнеп, торлағынан ҡолаҡ ҡаға ине, хәҙер ҡануниәт быны контролдә тоторға ярҙам итә. Бала дәүләттән бирелгән фатирын биш йыл дауамында хосусилаштыра алмай. Был ваҡыт үтеү менән дә ниндәйҙер хәүеф тыуһа, махсус комиссия хоҡуҡ биреүҙе тағы биш йылға кисектерә.
Эйе, дәүләт проблеманы сисер өсөн ҡулынан килгәнсә барыһын да эшләй, әммә мәсьәләне төптәнерәк уйлап хәл итергә кәрәклеге аңлашыла. Бөгөн беҙҙә социаль етемдәр, йәғни ата-әсәһе иҫән булып та балалар йортонда йәшәргә мәжбүрҙәр күп. Баланы эскән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән тартып алыуы еңел, ләкин ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү иң һуңғы сара булырға тейеш.
— Ғаилә менән тарҡалғандан һуң түгел, ауырлыҡтар яңы күренә башлау менән эш итә башларға кәрәк. Әлбиттә, бының өсөн үтә һиҙгер, грамоталы белгестәр талап ителә. Федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлекте көсәйтеү зарур, барыһы ла ҡануниәткә ярашлы булырға тейеш, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Республикалағы 18 меңдән ашыу етемдең 88 проценты төрлө ғаиләлә тәрбиәләнә, ни бары меңдән ашыуы ғына — балалар йортонда. Ә торлаҡҡа бөтәһе лә мохтаж. Был проблеманы комплекслы хәл итеү мөһим. Социаль етемлеккә юл ҡуймау, ғаилә институтын нығытыу, мохтаж балаларҙы дөрөҫ иҫәптә тотоу кәрәк, тине вице-премьер. Дәүләт иһә финанслау, социаль торлаҡ төҙөү, алынған фатирҙарҙы һаҡлау, суд ҡарарҙарын башҡарыу яғынан уйланырға тейеш.
Ғаилә институтын нығытыу, социаль етемлеккә юл ҡуймау йәһәтенән төп көс социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә төшәсәк. Президент әйтеүенсә, күп нәмә был тармаҡта эшләүселәрҙең профессионаллегенә бәйле. Шуға күрә киләсәктә уларҙың эш хаҡын күтәреү тураһында ла хәстәрлек күреү мотлаҡ. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр кәмей, шулай ҙа тынысланырға ярамай. Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау буйынса ведомство-ара советтарҙың эшен әүҙемләштереү ҙә һөҙөмтә бирергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521