Беҙгә күңелле лә ул…16.12.2015
Тышта – һалҡын ҡыш. Аҡ юрғанын ябынып, ер йоҡоға сумды. Ҡар күберәк яуһа, икмәк тә уңыр. Беҙгә, балаларға, күңелле: сана шыуабыҙ, саңғыла йөрөп әйләнәбеҙ. Ә бына урмандағы ҡоштарға, йәнлектәргә ауырға тура килә. Улар өшөй, асыға. Айыуға, бурһыҡҡа, терпегә еңелерәк, сөнки улар ҡышты йылы өңөндә йоҡлап уҙғара. Сатлама һыуыҡтары менән ҡурҡытһа ла, мин ҡышты барыбер яратам. Ҡыш бабайҙың тәҙрәгә төшөргән һүрәттәре бик оҡшай.

Рөстәм МУЛЛАҠАЕВ,
башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика