Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман шаулай, шишмә йырлай...
Тирә-яғыма күҙ һалам:
Ниндәй матур был донъя!
Урман шаулай, шишмә йырлай,
Ҡояш йылмайып ҡуя.

Ошо матур тәбиғәтте
Һаҡлаһаҡ ине бергә.
Изгелек мең рәхмәт булып
Ҡайтыр ул үҙебеҙгә.

Венера ИСЛАМОВА,
Иҫке Мошто мәктәбе уҡыусыһы.










Ишембай районы

Һаҡланһын тиһәк...

“Ҙур үҫ, кеше бул!” – тип өйрәтә миңә атайым менән әсәйем. Изге теләкте улар туған телебеҙҙә әйтә.
Бәләкәй саҡтан үҙебеҙсә – баш­ҡортса – әкиәттәр ишетеп, йыр­ҙар тыңлап үҫтем. Теле барҙың иле бар, ти халыҡ. Тимәк, еребеҙ һаҡланһын тиһәк, ғәмле булырға, туған телебеҙҙә һөй­ләшергә те­йешбеҙ.

Илшат ДҮСӘЛИН,

Этҡол мәктәбе уҡыусыһы.








Борай районы

Бигерәк
күпте белә!


Әхирәтем Айгизә
Бигерәк күпте белә:
Һүрәт төшөрә, сигә,
Оҫта итеп бейей ҙә!

Лилиә ҠАЗЫХАНОВА,
Борай мәктәбе уҡыусыһы.












Учалы районы

Изге эштәр башҡарып...

Йәшәү өсөн һис тик тормай
Алға атларға кәрәк.
Насар ҡылыҡ булһа, уны
Беҙгә ташларға кәрәк.

Изге эштәр башҡарып
Йәшәйек беҙ көн һайын.
Яуызлыҡтан, ялҡаулыҡтан
Һаҡланайыҡ, дуҫтарым.

Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА,
Ураҙ лицейы уҡыусыһы.




Нефтекама ҡалаһы

Камала тыуған ҡалам

Камала тыуған был ҡала,
Исеме – Нефтекама.
Тарихы бай, төҙөк, етеш -
Бар халыҡ хайран ҡала.

Исемеңде күтәрергә
Мин дә ҙур көс һалырмын.
Ғәзиз еремә кәрәкле
Кеше булыу – хыялым.

Рөстәм НАСИРОВ,
5-се мәктәп уҡыусыһы.


“Ҡара алтын” төйәге

Кама йылғаһы ярында
“Ҡара алтын” тапҡандар.
Унан йорттар, завод төҙөп,
Яңы ҡала һалғандар.

Йыл артынан йыл уҙа,
Ҙурая Нефтекама.
Автобус та сығарып,
Танылыу алды ҡалам.

Артур ШӘҢГӘРӘЕВ,

12-cе мәктәп уҡыусыһы.













Баймаҡ районы

Икеләтә бәхетлемен

Өләсәйле балалар икеләтә бәхет­лелер ул. Мин – тап шундайҙарҙан. Ҡәҙерле өләсәйем Разия Юнысбаева районыбыҙҙың Иҫке Сибай ауылында йәшәй.
Бәләкәйерәк сағымда унан әкиәт ишетмәйенсә йоҡоға китмәй тор­ғай­ным. Ә өләсәйемдең һөйләгәндәре шундай ҡыҙыҡлы, мажаралы, баш­ҡаларҙыҡына бөтөнләй оҡшамаған. Был әкиәтттәрҙең һәр береһендә Айнур исемле малай була торғайны. Ул шул ҡәҙәр һәйбәт, бер ваҡытта ла алдашмай, ата-әсәһенә гел генә ярҙам итә, ауырлыҡтарҙы тырыш­лыҡ менән еңеп сыға...
Өләсәйемдең һүҙ байлығына һоҡ­ланам. Телмәрендә ниндәй генә мә­ҡәл-әйтем ҡулланмай! Уларҙың кү­беһе халыҡ телендә һирәк осрай, хатта китаптарҙа ла юҡ, тиҙәр.

Диана ЫРЫҪБАЕВА,
Әбделкәрим мәктәбе уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523