Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәһемле_фекерҙәр: “Милләтте ғаилә генә ҡотҡара ала…”
Сағылдарҙан ҡырҡып алһаң
Таҡыя баш ҡурайҙы,
Ул Уралды ғына түгел,
Донъяларҙы урайҙыр.
Сафуан ӘЛИБАЙ.
* * *
Урал тауы — Ер кендеге, тигән һүҙҙәр
Илаһи бер ҡөҙрәт менән тулғандыр ул,
Ошо ерҙе, ошо илде Хоҙай беҙгә
Мәңгелеккә тәғәйенләп ҡуйғандыр ул.
Рәшит ШӘКҮР.
* * *
Азия менән Европа ҡитғаларының күкрәгендәге муйынсаҡ ул сал Урал. Башҡортостан иһә – ошо муйынсаҡтағы иң ҡиммәтле һоҡланғыс ынйы.
Александр ФИЛИППОВ.
* * *
Башҡорт далаларына Мәскәүҙән һәм Дондан бихисап халыҡ ҡымыҙ эсеү өсөн йыйылған, сөнки ҡымыҙҙың сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур.
П.С. ПАЛЛАС.
* * *
Халыҡ үрсеһә, уның аҡыл эйәләре лә, дәүләт эшмәкәрҙәре лә, шағирҙары ла, ғалимдары ла, яугир ирҙәре лә тыуыр.
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА.
* * *
Был боронғо һүрәттәр “Көнбайыш Европа ғына ҡитғала тулы камиллыҡҡа эйә Альтамира* матурлығын бирҙе” тигән һауалы теорияны юҡҡа сығарҙы. Ҡайҙан беләһең, бәлки, Шүлгән тирәһендәге ауылдарҙа йәшәүселәрҙә боронғо рәссамдар ҡаны тибәлер.
Алексей КУЗНЕЦОВ.
* * *
Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төньяҡ амурҙары
Донъя сәхнәләре сайҡала.
Рауил БИКБАЕВ.

* * *
Ҡурай моңо ағыла. Ошо моң ҡойононда һин ат өҫтөндә ярһып ташланған башҡорт егеттәренең һөрәнен дә, изге ҡошобоҙ торнаның иңрәүле тауышын да, йәшләй генә ҡарт иргә кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙар сеңләүен дә ишетәһең. Йөрәгең ярһый, күңелеңде уйҙар биләп ала... Ҡурай моңо ағыла. Һинең күҙ алдында бейек-бейек Урал ҡаялары, икһеҙ-сикһеҙ башҡорт далалары, көмөш һыулы йылғалар, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар пәйҙә була... Ҡурай моңо ағыла. Йөрәгең күкрәгеңә һыймай, үҙең дә һиҙмәҫтән, ҡолас йәйеп бейергә төшөп китәһең. Юҡ, юҡ, һин түгел, аяҡ аҫтыңда ер үҙе бейей, донъя бейей... Бына ниндәй ҡөҙрәт һыйған бәләкәй генә ошо көпшә үләнгә. Иҫ киткес бит! Әйтерһең, донъяның бар моңо ошо көпшәлә.
Салауат ӘБҮЗӘР.

* * *
Йәшә, ҡурай, йәшнә, боронғо моң, заман хәтерҙәрен уятып.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.
* * *
Башҡортостан, һинең ҡуйыныңда
Көн күрәләр күпме халыҡтар.
Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар,
Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар.
Рәйес ТҮЛӘК.
* * *
Милләтте ғаилә генә ҡотҡара ала. Барыһы ла ғаиләнән башлана һәм барыһын да сәңгелдәктән, тыуған тупһанан, тыуған нигеҙҙән, тыуған йорттан башларға кәрәк. Өйөң тыныс булһа, ауылың тыныс булыр, ауылың тыныс булһа, районың тыныс булыр, районың-ҡалаң тыныс булһа, илең тыныс булыр. Илдәр тыныс булһа, барлыҡ донъя тыныс булыр.
Рауил БИКБАЕВ.
* * *
Ҡайҙа ауырлыҡ бар — башҡорт шунда,
Ҡайҙа башҡорт — шунда ауырлыҡ.
Еңеллектәр әллә түгел микән
Беҙ күтәреп йөрөй алырлыҡ?
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.
* * *
Һәр бер милләт үҙ илендә азат йәшәргә хаҡлы.
Әнғәм АТНАБАЕВ.
* * *
Ай, Уралым, Уралым –
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Мең йыл йәйгән түлең бар,
Түл йәйҙергән телең бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!..
Рәми ҒАРИПОВ.
* * *
Һәр халыҡтың тарихы өйрәнелһен өсөн, уның үҙ Карамзины булыуы шарт.
Мөхәмәтсәлим ӨМӨТБАЕВ.
* * *
Ожмахынан яҙған әҙәм булам,
Айырылһам Башҡортостандан.
Рауил БИКБАЕВ.
* * *
Эй, гармун, күм моңға тирә-яҡты,
Күкрәмә, күк, яума, ямғыр, ҡуй.
Ауыл халҡы бөгөн байрам итә —
Шаулап-гөрләп тора һабантуй.
Роберт ПАЛЬ.
* * *
Боролоп-боролоп аға Ағиҙел,
Матурҙан да матур беҙҙең ил!
Ғ. МӘСҒҮТ.
* * *
Бөркөт оялаған сал Уралда
Яҙыҡ булмаҫ ҡайрау ҡоралымды.
Теҙ сүкмәйсә, Себер китһәм китәм,
Бирәсәгем түгел Уралымды!..
Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА.

–––––––––––
*Испаниялағы мәмерйә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 150

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 498

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 941

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 717

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 385

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 705

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 461

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 366

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541