Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәм һәм йән өҫтәй
Йәм һәм йән өҫтәйМәҙәниәтһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп тә булмай: ул беҙгә йәм һәм йән өҫтәй, матурлыҡҡа өндәй. Юҡҡамы ни, мәҙәниәт – тормош көҙгөһө, тип әйтмәйҙәр. Әммә, нисек кенә булмаһын, тап ошо өлкәләге барлыҡ сараларҙың нисек үтеүе һәм ойошторолоуы унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең ижади эҙләнеүҙәренән, үҙ эшенә нисек ҡарауҙарынан тора. Был тәңгәлдә Аҡъяр мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шорохованы күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. “Үҙ эшенең оҫтаһы”, тиҙәр уның хаҡында. Ысынлап та, бар ғүмерен мәҙәниәткә арнаған, бар булмышын һәм күңелен яратҡан эшенә биреүселәр беҙҙең арала бик һирәк осрай.


Ольга Владимировнаға Хоҙай матурлыҡты ла, талантты ла мул өләшкән. Сибәр ханым сәхнәгә сығып башҡорт һәм рус йырҙарын башҡарғанда, күптәрҙе уның ниндәй милләттән булыуы ҡыҙыҡһындыра. Шулай булмайса, мәрйә ҡыҙы рәхәтләндереп башҡорт моңон яңғыратһын әле! Шуға күрә әңгәмәсем менән аралашҡанда тәүге һорауым да күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған теманан башланды.
– Ысынлап та, рус милләтенән булыуыма ҡарамаҫтан, ҡасан өйрәнгәнмендер, әйтә алмайым, мин башҡортса яҡшы аралашам. Үҙем Аҡъяр ауылында тыуып үҫтем, башҡорт балалары менән бергә садикка йөрөнөк, әхирәтем Гөлназ менән “уныңса”, йәғни башҡортса һөйләшергә тырыша торғас, үҙем дә башҡорт булып киттем шикелле. Киреһенсә, телде белеүем файҙаға ғына, төрлө милләт йәшәгән өлкәлә эшләйем. Ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарығаным бар: күптәр минең башҡортса белгәнемде аңғармай, һөйләп тә ҡуя. Мин бит уларҙы ҡыҙыҡһынып, һоҡланып тыңлайым, – тип йылмая Ольга Шорохова.
Бала саҡтан мәҙәниәткә ынтылған ҡыҙ дүртенсе класта уҡығанда ата-әсәһенең ризалығынан тыш музыка мәктәбенең баян класына йөрөй. Бер нисә айҙан һуң ғына ҡыҙҙарының тырышып баян уйнауын белгән ата-әсәһе уға баян һатып алып бирә. Бар яҡлап тырыш Ольга Шорохова, мәктәпте тамамлағас, аттестат менән бер юлы музыка мәктәбенән дә таныҡлыҡ алып сыға. Тап шул документ менән Садовый ауылы мәктәбендә музыка уҡытыусыһы һәм педагог-ойоштороусы булып эш башлай.
Бер йылдан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының хор бүлегенә уҡырға керә. Диплом алды практикаһын үҙенең тыуған яғында үтә һәм ... эшкә саҡырыу ала.
Ҡулына диплом тотоп, ҡанатланып ҡайтып, район мәҙәниәт йортонда эш башлай. Методика кабинеты етәксеһенән алып район мәҙәниәт йорто директоры вазифаһына тиклем күтәрелә. Тап уның инициативаһы һәм тырышлығы менән мәҙәниәт йортонда төрлө йүнәлештәге ансамблдәр барлыҡҡа килә, ауыл клубтарының эше йәнләнә, райондың бренды булырлыҡ төрлө мәҙәни саралар, конкурстар үтә. “Хәйбулла – тыуған яғым”, “Бөйөк дала” рок фестивалдәре, “Хәйбулла-шоу”, Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе кеүек район, республика, төбәк-ара конкурстар булһынмы, һәр ауыл клубының махсус үҙенә генә хас брендлы сараларымы йәки ансамблдәрҙең сығыштарымы – һәммәһенә Ольга Шорохова үҙенең күңелен һалып ярҙам итә, кәңәштәрен бирә, һәр башланғыстың башында тора.
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың онотола барған йолаларын ҡайтанан тергеҙеү, уларҙы һаҡлау, йәш быуынға еткереү маҡсатында районда төрлө эш башҡарыла. Мәҫәлән, Вәзәм ауылында һуҡма шәл кәсебе тергеҙелһә, Маҡан ауыл клубында “Журавушки” вокаль ансамбле рус халҡының боронғо йыр һәм таҡмаҡтарын тамашасылар күңеленә еткерә.
Етәксе булараҡ, Ольга Владимировна талапсан да, ғәҙел дә. Ул үҙенең хеҙмәткәрҙәренең эшен баһалап, ситтән күҙәтеп кенә ҡалмай, уларға бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Төрлө һорауҙар менән барыһы ла уға кәңәш һорап килә, уның фекерҙәренә таяна, аҡыллы һүҙҙәренә ҡолаҡ һала. Мәҙәниәт өлкәһендә яңғыҙ эшләп булмай, һинең идеяңды, башланғысыңды күтәреп алыу­сылар табылмаһа, эшең дә күренмәй. Был йәһәттән Хәйбулланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре берҙәм, дәртле һәм сәмле. Ниндәй генә саралар үткәрмәһендәр, һәр саҡ ҡатнашыусылар ҙа, уны дауам итеүселәр ҙә табыла.
Әйткәндәй, быйылғы йыл Ольга Шорохова өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Ул – Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ-директор” конкурсы һәм республика буйынса “Йыл директоры” бәйгеләре еңеүсеһе. “Сулпан” халыҡ вокаль ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле ағзаһы, Аҡъяр мәҙәниәт йорто директоры, “Башҡортостан урыҫтары Соборы”ның Хәйбулла районы ойошмаһы етәксеһе Ольга Шорохова райондың барлыҡ мәҙәни сараларының уртаһында ҡайнап ҡына ҡалмай, уларға йәм һәм ҡот та өҫтәй.
Хәләл ефете бик иртә вафат булыуға ҡарамаҫтан, улы Виталийға яҡшы тәрбиә бирә. Бөгөн ул – Өфө дәүләт нефть техник университетының икенсе курсы студенты. Йыр-моңға ғашиҡ, гитарала уйнай. “Сәхнә ене ҡағылған” геройымдың яулар уңыштары алда әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521