Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балыҡмы, әллә ҡармаҡмы?
“Алда торған төп проблема — республиканың иҡтисади ҡеүәте менән халыҡтың йәшәү кимәле араһындағы айырма. Кешеләр бик аҙ эш хаҡы ала, иҫке фатирҙарҙа йәшәй, хеҙмәте өсөн тейешле баһанан мәхрүм. Ә бит ғорурланған ҡаҙаныштарыбыҙҙың барыһына ла уның хеҙмәте һалынған”. Был күңелһеҙ фекер Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2012 йылға Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраны. Республика башлығы ҡуйған бурыс — “яҡын киләсәктә республика байлығының һәм иҡтисади ҡеүәтенең ябай граждандар мәнфәғәтенә һөҙөмтәлерәк файҙаланыуға өлгәшеү”.
Маҡсат билдәле, әммә уға өлгәшеү юлдарын билдәләү өсөн халыҡтың ни өсөн аҙ эш хаҡы алыуы, иҫке фатирҙарҙа йәшәүенең сәбәптәрен асыҡлау мотлаҡ, сөнки ауырыуҙы дауалауҙа уның нисек сиргә тарыуын билдәләү хәл иткес әһәмиәткә эйә. Ә хеҙмәт хаҡына килгәндә, ул тотош йәмғиәткә хас проблема түгел, киреһенсә, үтә бай көн иткән граждандар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, нефть һәм газ сығарыу, финанс, эшҡыуарлыҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдары, мәхкәмә, сауҙа һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләгәндәр аҡсаны тинләп һанамай. Фәҡир ҡатламдар ҙа билдәле, һәм улар башлыса ҡаҙнанан эш хаҡы алыусы бюджет хеҙмәткәрҙәренән ғибәрәт. Проблеманың сәбәбен 90-сы йылдарҙа башланған киң ҡоласлы социаль-иҡтисади реформалар менән бәйләп ҡарарға кәрәк. Тап шул реформалар Советтар Союзында социаль хәле бер сама булған Рәсәй халҡын серегән байҙарға һәм фәҡирҙәргә айырҙы. Ярлылыҡ проблемаһын ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уны хәл итеү, йәғни фәҡирлекте бөтөрөү буйынса төп сараны ни рәүешле ғәмәлгә ашырырға кәрәклеген асыҡлау әллә ни баш ватыу талап итмәй. Көнбайыш цивилизацияһы был тәңгәлдә берҙән-бер һәм ғәҙел ысул тип йәмғиәт байлығын ғәҙел бүлешеүҙе атай. Был байҙар ҡаҙнаға һалымды күберәк түләргә бурыслы тигәнде аңлата. Мәҫәлән, “Скандинавия социализмы”ның төп йөкмәткеһе шунан ғибәрәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең “яңы урыҫтар” Рәсәйҙә эшләп тапҡан капиталды тыуҙырыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан эшселәргә ғәҙел хеҙмәт хаҡы түләү, мәрхәмәтлек акцияларына тотоноу урынына сит илдәрҙә клуб, торлаҡ, нәшриәт, сауҙа үҙәктәре һатып алыуҙы хуп күрә. Был туранан-тура булмаһа ла, ситләтелгән енәйәт, Рәсәйҙәге фәҡирлектең төп сәбәбе лә ошонда.
Күпме һөйләһәң дә, бер үк балыҡ башы тигәндәй, яңы быуат башланғанда эш хаҡы буйынса реформа үткәрелмәне. Ә бит закон тәртибендә Рәсәйҙә ниндәйҙер күләмдән түбән эш хаҡы түләнергә тейеш түгел тигән ҡағиҙәне индерергә кәрәк ине. Баҙар иҡтисады хөкөм һөргәндә, эш хаҡын түләү системаһында социализмдан да артта ҡалған принципты 20 йыл буйы һаҡлау һис кенә лә ил етәкселәрен биҙәмәй. Проблема хатта Дәүләт Думаһына һайлауҙар барышында ла күтәрелмәне. Башҡортостан Президенты ярлылыҡты бөтөрөү өсөн эшҡыуарлыҡты үҫтерергә кәрәклеген бер нисә тапҡыр әйтеп үтте, хатта бының өсөн финанс сығанаҡтарының яртыһы хәҙер урындағы үҙидара органдарына бирелеүен дә атаны.
Эйе, тема яңы түгел, ул хатта иң юғары даирәләрҙә ике тиҫтә йыл самаһы телгә алынып килә. Ләкин, ҡайһы бер ғилми даирәләрҙе иҫәпкә алмағанда, яңы синыфтың ни өсөн ишәйеп китә алмауы тураһында ентекле уйланыусылар аҙ. Ә власть даирәләрендә бөтөнләй күҙгә салынмай. Теорияла ысынлап та иҡтисадты үҫтереү, ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн эшҡыуарлыҡтан да ҡулайлы ысул юҡ кеүек, сөнки элекке кооперативтарҙы (колхоздар тураһында һүҙ бармай, сөнки улар — “социализм ҡалдығы”) тергеҙеү ауырыраҡ. Ләкин эшҡыуарлыҡ өсөн иң элек психологик әҙерлек кәрәк бит әле. Кешенең быға һәләте юҡ икән, сараһыҙҙың көнөнән генә (әлбиттә, һүҙ сауҙа тураһында түгел) уңышлы эшҡыуар булып китеп булмай. Был йәһәттән күптәр, һис шикһеҙ, Көнбайыш Европа, АҠШ һәм башҡа илдәр тәжрибәһенә таянып фекер йөрөтә. Ләкин уларҙа бит бөтөнләй башҡа төрлө психология, беҙ күнекмәгән тәртиптәр. Аҙаҡ килеп, ул ҡоролоштар капитализмдан башҡаны белмәй ҙә.
Проблеманың тағы ла бер яғы бар. Яңыраҡ ваҡытлы матбуғатта Рәсәй эшҡыуарҙарының һәр өсөнсөһөнөң енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы хаҡында яҙып сыҡтылар. Дөйөм иҫәп өс миллиондан ашып китә. Енәйәтселеккә бәйле проблемалар менән бер аҙ таныш кеше булараҡ шуны әйтә алам: законлы нигеҙ булмай тороп, бер кемгә лә енәйәт эше ҡуҙғатылмай. Рәсәй бизнесы Көнбайыштағынан тәбиғәте яғынан ғына түгел, маҡсаты менән дә ҡырҡа айырыла. Рәсәй эшҡыуарына байлыҡты үҙ ҡулында күберәк тупларға тырышыу кеүек ҡомһоҙлоҡ хас. Йүнселдәр, яңы эш урындары булдырып, был ватандаштарының хәлен яҡшыртырға ярҙам итер, тип хаталанмайҙармы икән? Рәсәй бизнесмены, ғәҙәттә, ҡул аҫтында эшләүселәргә үҙенән артып ҡалғанды ғына түләүсән. Советтар Союзы осоронда ундай социаль ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйылманы.
Үрҙә аталған фәҡирлек проблемаһын хәл итеү юлы Мөрәжәғәтнамәлә лә сағылыш тапҡан. Ул — Мәскәү менән вәкәләттәрҙе ҡайтанан бүлешеү. Яңы быуат башында хоҡуҡи ғына түгел, финанс сығанаҡтарын да үҙ ҡулында туплап, төбәктәрҙә ярлылыҡтың көсәйеүенә килтергән Федераль үҙәк Дәүләт Думаһына һайлау алдынан йомартлыҡ күрһәтергә булды шикелле.
Ҡайтанан ҡаралырға тейешле төп мәсьәлә — һалым сәйәсәте. Башҡортостанда йыйылған килемдең өстән ике өлөшө Мәскәүгә китеп торғанда, һөҙөмтәле иҡтисади үҫеш тураһында хыялланыу ауыр. Хәҙер, Башҡортостан Президенты һүҙҙәре менән әйткәндә, был нисбәтте республика мәнфәғәтендә үҙгәртеү мөмкинлеге бар һәм уны тәүәккәл файҙаланыу фарыз. Төбәк башлыҡтарының ихтыярһыҙлығына таянып, Мәскәү һайлауҙан һуң кире уйлап ҡуймаһа. Ғәмәлгә ашҡанда, был сәйәсәт иң элек урындағы үҙидара органдарының финанс хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, ләкин муниципалитеттарҙың абруйын, Рәсәй Конституцияһында нығытылғанса, уларҙың етәкселәренең граждандар тарафынан туранан-тура һайланып ҡуйыуын тәьмин итмәй тороп, күтәреп булмаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан граждандары уның ни икәнлеген дә белмәй. Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарын тәғәйенләп ҡуйыу әҙерлекле кадрҙар проблемаһын һуңғы дәрәжәгә еткереп ҡырҡыулаштырҙы. Ә бит күрһәтмә буйынса эшләгән етәксене үҙ башы менән фекер йөрөткәне менән һис тә сағыштырып булмай. Урындағы үҙидара органдарының дәүләт власына бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ, һәм уның етәксеһен тәғәйенләп ҡуйылыуы кеүек практиканы бер мәл барыбер бөтөрөргә тура киләсәк. Кадрҙар сәйәсәтендә юғары профессионаллек, конкуренция тигән принциптарҙы тергеҙеү ошоно талап итә.
Социаль-иҡтисади үҫеште тиҙләтеүҙең хоҡуҡи, кадрҙар, финанс йүнәлештәре лә бар. Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хоҡуҡи проблемалар күберәк сағылыш тапһа, саф иҡтисадта, айырыуса ауыл хужалығында, финанс ауырлыҡтары алға сыға. Инвестиция мәсьәләһе иһә сәйәсәткә терәлә, сөнки Дәүләт Думаһына һайлауҙан һуң был өлкәлә проблема барлығы асыҡланды. “Проблема бар икән, уны йәшермәйенсә әйтергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, властың төп бурысы, етешһеҙлектәрҙе йәшереп, уңыштарҙы күрһәтеү, тигән фекер нығынып ҡалған”, — тиелә Мөрәжәғәтнамәлә. Эйе, баҙар капитализмының етешһеҙлектәре быуа быуырлыҡ, ә бына һөйөндөрөрлөк уңыштары самалы. Улар күберәк булһын өсөн властың халыҡтың энергияһына, фиҙакәрлегенә таяныуы мотлаҡ. Ә был ауырыраҡ, сөнки баҙар капитализмы хөкөм һөргән йылдар ҙа онотола төштө.
Балыҡмы, әллә ҡармаҡмы? Шундай тапҡыр фекер бар: халыҡты туйындырыу өсөн көн һайын уға балыҡ өләшергә йәки ҡармаҡ бирергә мөмкин. Кемгә нисек ҡулайлы. Әлбиттә, ҡармаҡ тотторған етәксе алға ҡарап эш итә. Тик уға балыҡсылар үҙ-ара талашып китмәһен өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе индереү мотлаҡ. Бәлки, Рәсәйгә тап ошондай ҡараш етмәйҙер?
Мәхмүт ХУЖИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213