Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр кемдең яҡлауға хоҡуғы бар”
“Һәр кемдең яҡлауға хоҡуғы бар”Ер йөҙөндә кешелек йәмғиәте барлыҡҡа килеү менән ғәҙеллек өсөн көрәш, хаҡлыҡ яҡлау тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ төшөнсәһенә әйләнә. Бөгөн иһә халыҡ үҙен борсоған хоҡуҡи мәсьәләләрҙе адвокаттарҙың кәңәшенә таянып тормошҡа ашырырға күнеккән. Ошоға бәйле, Рәсәй адвокатураһы көнө алдынан Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе, Рәсәйҙең почетлы адвокаты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Булат ЙОМАҘИЛОВҠА мөрәжәғәт иттек.

— Булат Ғүмәр улы, былтыр Башҡортостан адвокатураһы ойошторолоуға 90 йыл тулды. Адвокаттар палатаһының ғорурланырлыҡ бай тарихы бар. Уның йәмғиәтебеҙҙә тотҡан урыны тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
— Адвокаттар институты халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған. Беҙ — ошо эште тормошҡа атҡарыусылар. Башҡортостанда был институтҡа 1922 йылдың 12 авгусында Башҡорт АССР-ының Үҙәк һайлау комиссияһы декретына ярашлы нигеҙ һалынған. Ә Башҡортостандың адвокаттар коллегияһы тормошондағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе — 1992 йылдың 29 феврале. Был көндө Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Адвокатура тураһында” Закон ҡабул итте. Шуны билдәләп үткем килә: Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә бындай закон юҡ! Ул беҙгә ҡаҡшамаҫ нигеҙ булдырҙы, сөнки ауыр һынылыш йылдарында тарҡалманыҡ, республика граждандарының конституцион хоҡуҡтарын һаҡлауҙа, суд-тикшереү органдарының эшмәкәрлеген алып барыуҙа тотҡарлыҡ күҙәтелмәне.
2002 йылдың 31 майында “Рәсәй Федерацияһында адвокаттар эшмәкәрлеге һәм адвокатура” тураһындағы Федераль закон ҡабул ителеүе үҫешкә ҙур йоғонто яһаны. Был беҙҙең тармаҡты граждандар йәмғиәтенең бер институты сифатында ҡабул итеүгә этәргес бирҙе. Шулай итеп, адвокатура ил кимәлендә берҙәм системаға һалынды, дәүләт власы органдарына һөнәри яҡтан буйһонмаған ойошмаға әйләнде. Республикала иһә ошо уҡ йылдың 22 ноябрендә Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы булдырылды.
Быуатҡа яҡын эшләгән был институтҡа нигеҙ һалған, йәш адвокаттар өсөн өлгө булған исемдәрҙе телгә алғы килә: легендар “Ҡара генерал” Даян Мурзин, Шамил Мәхмүтов, Хәмзә Йыһаншин, Римма Арыҫланова. Әлеге мәлдә беҙгә маяҡ булырҙай алтмыштан ашыу ветераныбыҙ бар. Улар менән беҙ ғорурланабыҙ. Мөхәмәтғәли Мортаев, Миҙхәт Ғәйнетдинов, Юрий Наумов, Марат Әминев, Алексей Моргунов, Ришат Шәрәфетдинов, Вадим Яҡупов, Рифҡәт Чанышев, Айрат Арыҫланов һәм башҡалар әле лә сафта, һәр саҡ кәңәштәре менән ярҙам итергә, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙер.
Адвокаттар палатаһының йәмғиәттә тотҡан урыны тураһында һөйләгәндә, шуны әйткем килә: беҙҙең эштең һөҙөмтәһе — ғәҙеллек тәьмин итеү, төп эшмәкәрлегебеҙ — халыҡтың законда ҡаралған хоҡуҡтарын яҡлау. Әле беҙҙең палатала 1 600 адвокат иҫәпләнә, улар 20 коллегияла, 17 адвокаттар бюроһында һәм 260 кабинетта ҡабул итә.
— Бөгөн Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы Рәсәйҙә иң ҙур һанлы һәм әүҙем эшләүселәрҙең береһе һанала.
— Был ысынлап та шулай. Беҙҙең филиалдар республиканың бөтөн район һәм ҡалаларында бар. Һәр адвокаттың эш һөҙөмтәһенән сығып һығымта яһау, күпләп бушлай юридик ярҙам күрһәтеү халыҡтың беҙҙең эшмәкәрлекте юғары баһалауына булышлыҡ итәлер, тип уйлайым. Быны, һис шикһеҙ, федераль палата етәкселәре лә билдәләй.
— “Триумф” милли премияһы менән бүләкләнеүегеҙ, уңышлы эштең һөҙөмтәһелер?..
— Был премияға абруйлы, эшмәкәрлекте юғары кимәлдә ойоштора белгән, граждандарҙың квалификациялы юридик ярҙамға хоҡуғын тәьмин иткән адвокаттар ойошмаһы ғына лайыҡ була ала. Быйыл беҙ ҙә ошо исемлеккә индек. Премия 23 апрелдә Мәскәүҙә үткән VI Бөтә Рәсәй адвокаттары съезында тапшырылды. Нисек кенә булмаһын, көндәлек башҡарған ҡатмарлы, яуаплы эшебеҙҙең һөҙөмтәһе ул. Ил буйынса иҫәпләнгән меңләгән коллегия араһында ошондай мәртәбәле премия яулау ҙур яуаплылыҡ та икәнен оноторға ярамай.
Ҡоро һүҙ булып яңғырамаһын өсөн уҙған йылдың йомғаҡтарына күҙ һалайыҡ. Башҡортостандың адвокаттар коллегияһы ойошмаларға һәм кешеләргә 50 меңгә яҡын хоҡуҡи ярҙам күрһәткән, шуның 30 меңгә яҡыны “Рәсәй Федерацияһында адвокаттар эшмәкәрлеге һәм адвокатура” Законының 26-сы статьяһына ярашлы бушлай башҡарылған. Шул иҫәптән, аҙ тәьмин ителгән меңгә яҡын ғаиләгә, 176 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бушлай юридик ярҙам күрһәтелгән.
— Эйе, һеҙ йыш ҡына райондарға сығып, халыҡ менән күҙгә-күҙ осрашып, түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтәһегеҙ. Был алымды уңышлы тип иҫәпләйһегеҙ, ахырыһы.
— Әлбиттә, сөнки күсмә ҡабул итеүҙәр шунда уҡ һөҙөмтә бирә. Республиканың ниндәй төбәгендә ҡасан осрашыу үткәреүебеҙ алдан билдәле. Урындағы халыҡты район гәзиттәре аша иҫкәртәбеҙ. Һәр төбәктә яҡынса илле кешене ҡабул итергә тура килә. Халыҡты күберәк торлаҡ, хеҙмәт хоҡуғын боҙоу мәсьәләләре борсоуына инандыҡ.
— Адвокатты йыш ҡына табип менән сағыштыралар: мөрәжәғәт иткән кеше киләсәген һеҙгә ышанып тапшыра.
— Табип пациентының һаулығы өсөн яуаплы булһа, беҙ кешенең киләсәге өсөн яуаплы. Адвокатура өлкәһендә ике тиҫтә йыл эшләйем. Миңә ҡалһа, был —ижади эш. Шәхсән үҙемә әлеге һөнәр бөтә яҡлап та тура килде. Һәр эшкә тотонор алдынан — граждандар хоҡуғын боҙоуға бәйле эшме ул, әллә енәйәт эшеме — тәүҙә һәр яҡлап өйрәнергә кәрәк. Законға ярашлы ғына түгел, тормош бизмәненә һалып та үлсәйһең. Беребеҙҙең дә законды боҙорға хоҡуғы юҡ, әммә, ниндәй генә енәйәт ҡылынһа ла, абыныусы яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел. Енәйәтсенең дә тәү сиратта кеше булыуын онотмайыҡ. Уның да хоҡуҡи яҡлаусыһы булырға тейеш. Хәйер, тәжрибәле адвокат булһам да, көсләүгә, наркотиктарға, кеше үлтереүгә бәйле эштәрҙе алып барыуы ҡыйын. Күңел тартмағандарын да атҡарырға тура килә, әлбиттә. Аңлау, яҡлау, үҙеңә кәңәш һорап килгән кешегә мөмкин тиклем ярҙам итеү — шунһыҙ булмай. Яҡын киләсәктә Рәсәйҙәге адвокатураның кимәле Европалағыға етеүен теләйем. Беҙҙә күпселек енәйәттәр, закон боҙоуҙар үҙ хоҡуҡтарыңды белмәүҙән килә. Ә Европала, АҠШ-та ғаилә адвокаттары институты һәйбәт үҫешкән һәм ғәҙәти практикаға әүерелгән. Унда кешеләр һәр аҙымын ғаилә адвокаты менән кәңәшләшеп эшләй.
— Республика тормошоноң уртаһында ҡайнаған ойошма булараҡ, һуңғы осорҙа өлгәшкән уңыштарығыҙ ҙа байтаҡ.
— Уларҙың береһе — “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк сәйәси советы секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, “Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Фәим Мөхәмәтшин һәм Башҡортостан адвокаттар коллегияһы президиумы араһында килешеү төҙөлөү. Халыҡ мәнфәғәтендәге мөһим документтарҙың береһе тип баһалайым уны. Төп маҡсаты —граждандарға түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү, консультациялар ойоштороу. Төрлө ғаризалар яҙғанда, ялыуҙар менән судҡа мөрәжәғәт иткәндә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән был хеҙмәттәшлек файҙалы буласаҡ. Планға ярашлы, граждандарҙы түләүһеҙ ҡабул итеүсе юристар даими рәүештә республиканың башҡа район һәм ҡалаларында эшләйәсәк. Шулай уҡ был килешеү ярҙамында ауыр хәлдә ҡалғандарға сифатлы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар.
— Башҡортостан Адвокаттар палатаһының сайты ла бар. Унда төрлө һорауҙарға тулы яуап алып буламы?
— Сайт 2009 йылдан бирле эшләй. Унда һорау ҡалдырып, яуап алырға, ҡабул итеү сәғәттәре менән танышырға мөмкин. Адвокаттар палатаһының һуңғы яңылыҡтары ваҡытында ҡуйылып бара. Көнөнә йөҙгә яҡын кеше инеп сыға бында.
Сайтта мәғлүмәт күп тип билдәләп үткәйнек. Бында беҙҙең хәйриә акциялары менән дә танышырға мөмкин. Әйткәндәй, даими рәүештә Белорет районындағы балалар йортона ярҙам итәбеҙ. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы мөҡәддәс бурысыбыҙ тип һанайбыҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213