Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Килешеп эшләүгә ни етә?
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда бөгөн Башҡортостанда теркәлгән 26 бүлексәнең 18-е ҡатнашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, урынбаҫары Наилә Алтынова һәм комиссия секретары Марина Долматова сығыш яһаны.

Участка комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары итеп һайланыуға һәм комиссия резервына кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә башланы. Шуға, әленән-әле яңы һорауҙар тыуғанға күрә, кәңәшмә уҙғарырға ҡарар ителде.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәйҙә сәйәси партиялар һанының артыуын билдәләне. Әле 51 партия теркәлгән. Республикабыҙҙа тағы ла ике төбәк бүлексәһе барлыҡҡа килде. Уларҙың һаны хәҙер 26-ға етте. Яңылары иҫәбенә "Рәсәй селтәр партияһы"ның һәм "ВОЛЯ" дөйөм Рәсәй сәйәси партияһының төбәк бүлексәләре инә.
Хәйҙәр Вәлиев 1 ноябрҙән көсөнә ингән Закондың төп үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, Закон йылына бер тапҡыр — сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһен берҙәм тауыш биреү көнө тип билдәләй. Бер мандатлы һәм (йәки) күп мандатлы һайлау округтары ун йылға төҙөлә, участка һайлау комиссияларының вәкәләте биш йылға тиклем оҙайтыла, участка һайлау комиссиялары составына резерв төҙөү институты ғәмәлгә индерелә.
Ошо үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоп, быйыл Башҡортостанда 8 сентябрҙә бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Бөрө һәм Белорет ҡала Советтары депутаттарын һайлау үткәреләсәк. Бер мандатлы һайлау округтарының схемалары яңы талапҡа ярашлы, ун йылға раҫланды.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе комиссияның мәғлүмәт сайтында һайлау участкаларын, участка комиссияларын һәм резервты ойоштороуға ҡағылған материалдар урынлаштырылыуға иғтибар йүнәлтте. Шулай уҡ участка комиссияларының резерв структураһы билдәләнеүен белдерҙе. 19 комиссия үҙ резервын территориаль һайлау комиссияһы кимәлендә, ә 23 территориаль комиссия үҙенең һәр участка комиссияһында төҙөйәсәк, ҡалған 27-һе резервтың ҡатнаш төрөн һайланы.
Участка һайлау комиссиялары билдәләнгән ваҡыт эсендә төҙөлөр, уларҙың составына төрлө кимәлдәге һайлауҙы үткәрергә һәләтле, тәжрибәле, белемле, лайыҡлы граждандар инер тигән өмөт белдерҙе Хәйҙәр Вәлиев. Кандидатураларҙы ҡарағанда, мәғлүмәт технологиялары, мәғлүмәт эшкәртеүҙе автоматлаштырыу буйынса белемле, шулай уҡ һайлауҙы, референдумды ойоштороу һәм үткәреү йәһәтенән тәжрибәле кешеләргә иғтибар итергә кәрәк. Билдәле булыуынса, 2016 йылға тиклем илдәге һайлау участкаларының 95 процентын тауыштарҙы иҫәпләүҙең техник комплекстары менән йыһазландырыу күҙаллана. Уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн билдәле бер белем кимәленә эйә булырға кәрәк.
Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, тәҡдимдәр 21 февралгә тиклем ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ участка комиссияларын биш йылға ойоштороу мәсьәләһе буйынса территориаль һайлау комиссияларының ултырышын бер көндә — 1 мартта, ә участка һайлау комиссияларының ойоштороу ултырышын 5 мартта үткәрергә тәҡдим ителде.
Быйыл 1 ғинуарҙан Федерация Советын ойоштороуҙың яңы тәртибен билдәләгән положениелар ғәмәлгә инде — Рәсәй субъекты етәксеһе вазифаһына кандидаттар ошо субъекттағы башҡарма дәүләт власы органынан Федерация Советына ағзалыҡҡа өсәр кандидатура тәҡдим итә.
Республикала Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауға әҙерлек башланды ла инде. Киләһе ултырышта "Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы закон проекты ҡараласаҡ, республикала иң мөһим кампанияға әҙерлек буйынса эш планы раҫланасаҡ.
Комиссия секретары Марина Долматова иһә участка һайлау комиссияларын ойоштороу мәсьәләһенә туҡталды, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы февраль айында ошо йәһәттән ныҡышмалыраҡ эшләргә саҡырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213