Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерҙең түҙеме күпмегә етер?
Был ҡитға милләтселәренең берләшеүе иғтибарҙы ғәжәп хәл булараҡ йәлеп итте. Мысырҙа йәнә сыуалыштар башланды, һәм бының яңы революцияларға алып килеү ихтималлығы бар. Ә Грузияла иһә элекке етәкселеккә “һунар” башланды.

“Милләтһеҙ” милләтселәр баш ҡалҡыта

Польшаның баш ҡалаһы Варшавала милләтселәрҙең “Үҙаллылыҡ маршы” тип нарыҡланған протест акцияһы булғайны. Мәскәүҙең үҙендә лә “Урыҫ маршы” исеме аҫтында ошондай саралар үтеп тора, уның нимәһенә аптырайһың, тиеүселәр булыр. Дөрөҫ, Мәскәүҙә лә милләтселәр ҡотороноп, власҡа үҙ дәғүәләрен белдерә. Әммә, Мәскәүҙекенән айырмалы, Варшавалағы маршта Европаның Франция, Италия, Венгрия, Испания, хатта Германия вәкилдәре ҡатнашып, интернациональ милләтселәр форумы уҙғарҙы. Варшавала милләтселәр маршы 1989 йылдан башлап ноябрҙә үткәрелә. 2010 йылға тиклем был сараларҙа йөҙләп кенә кеше ҡатнашһа, былтыр ул меңәрләгән кешене үҙенә йәлеп итте. Быйылғыһы иһә, тағы ла ойошҡаныраҡ үтеп, власть вәкилдәрен хафаға һалды. Ғәҙәттә маршты “Бөтә Польша йәштәре” һәм ”Милли радикаль лагерь” ойоштора. Быйыл уларға Венгрияның “Йоббика” милли радикаль ойошмаһы ҡушылды. Уның “Мадъяр гвардияһы” исемле бер тармағы ла бар.
Польша менән Венгрия милләтселәре союздарының бер-береһенә теләктәшлеге электән билдәле. Хәҙер иһә улар бер йоҙроҡ булып ойошмаҡсы итә һәм үҙ арттарынан башҡа Европа илдәренең йәштәрен дә эйәртә. Брюсселдә быны бик һағайып ҡабул иттеләр, сөнки тап Европала (1933 йылда Германияла) власҡа шовинистик ҡарашлы милләтселәр килеүенең ниндәй эҙемтәләргә юлыҡтырыуын барыһы ла яҡшы белә. Әле Варшавала ла уларҙың “Үҙаллылыҡ маршы”нда ҡатнашыуын бер ни менән дә аҡлап булмайҙыр. Поляк милләтселәренең тарихтан һабаҡ алмауы, Гитлерҙың яуызлыҡтарын онотоуы тип кенә ҡарап булалыр. Шулай булмаһа, интернациональ милләтселәр маршы уҙғарырға баҙнат итмәҫтәр ине. Ә бит Европа милләтселәрен бер уй, бер маҡсат берләштерә. Уларҙың лозунгтарының йөкмәткеһе лә бер иш: “Польша — поляктар өсөн”, “Венгрия — мадъярҙар өсөн”. Бына шулай, Европа илдәре берләшеп, Европа союзы төҙөп, бер үк аҡса валютаһы ҡулланған мәлдә, милләтселәрҙең дә берләшә башлауы үтә хәүефле күренешкә әүерелә.

Йәнә түңкәрелеш булырмы?

Мысырҙа йәнә сыуалыштар башланды. Билдәле булыуынса, 2010 йылда “Ғәрәп яҙы” тип аталған революциялар һөҙөмтәһендә ил менән дүрт тиҫтә йыл самаһы идара иткән Хөсни Мөбәрәк властан алып ташланғайны. Һуңынан, яңы президент һайланғанға тиклем, ил менән хәрбиҙәр идара итте. Элек оппозицияла булған Мөхәммәт Мөрси президент итеп һайланғас, халыҡ еңел тын алып ҡалғандай булғайны. Әммә һуңғы ваҡиғалар Мөрсиҙең дә бармағы үҙенә табан кәкре икәнлеген иҫбатланы. Ул яңы декретҡа ҡул ҡуйып, президенттың, йәғни үҙенең вәкәләтлектәрен байтаҡҡа арттырҙы. Яңы закон буйынса үҙен Мысырҙың яңы “Фараоны” тип иғлан итте. Тимәк, ул сикләнмәгән власҡа эйә булырға иҫәп тота. Әммә был һис кенә лә судьяларға һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарына оҡшамай. Судьяларҙың бойондороҡһоҙлоғон тартып алыу, уларҙың “ҡулдарын бәйләү” яңы сыуалыштарға алып килде лә инде. Тап судьялар Мөрсиҙең был ҡылығына ҡаршы халыҡты күтәрҙе. Президент әлеге законды ғәмәлдән сығармаған осраҡта, ярһыған халыҡ уның отставкаһын талап итә башлаясаҡ. Быны үҙе теләп башҡармаған хәлдә йәнә ҡан ҡойош, йәнә революция булыуы ихтимал. Мысыр халҡы революция яһап өйрәнде инде. Әле иһә илдә протест акциялары бара.

Грузияла “һунар” башланды

Грузияла власҡа Бинзина Иванашвили килгәндән һуң элекке етәкселеккә ҡаршы “һунар” башланды. Михаил Саакашвили осоронда Хөкүмәттә эшләгән әле бер, әле икенсе чиновникты яуаплылыҡҡа тарттырып ҡына торалар.
Сират илдең элекке премьер-министры, элекке эске эштәр министры Вано Мерабишвилиға ла етте. Уны 2006 – 2008 йылдарҙа премьер-министр вазифаһын уҫал маҡсатта файҙаланыуҙа ғәйепләйҙәр. Тап шул осорҙа ул бер нисә чиновникты законһыҙ рәүештә властан ситләткән икән. Вано Мерабишвилиға тиклем илдең эске эштәр һәм оборона министрлыҡтарының ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре яуаплылыҡҡа тарттырылды. Эш былай дауам итһә, президент мөҙҙәте тамамланыу менән (2013 йылда) сират Михаил Саакашвилиға ла етәсәк түгелме һуң? Соҡсона башлаһалар, уның да бихисап гонаһтарын асыҡларҙар әле.

Еленалар илде талай

Бынан бер нисә йыл элек “кепкалы мэр”ҙың ҡатыны Елена Батурина ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнеп, уның тормош иптәше властан ситләтелгәйне. Әле иһә Оборона министрлығының элекке яуаплы хеҙмәткәре Елена Васильева шулай уҡ ҙур суммала аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә.
Тәфтишселәр билдәләүенсә, дәүләт ҡаҙнаһы яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 3 миллиард(!) һум зыян күргән. 33 йәшлек ҡатынды һорау алыуға саҡырып, артабан тикшереү эштәре алып барыу өсөн майҙаны буйынса бәләкәй бер ауылды хәтерләткән 13 бүлмәле фатирына бикләп ҡуйҙылар. Ул көс структуралары рөхсәтенән тыш бер кем менән аралашмаҫҡа, телефондан һөйләшмәҫкә тейеш. Һуңынан суд ниндәй ҡарар сығарыр, билдәһеҙ. Уға һәм уның әшнәләренә енәйәт эше асылған. Сос ханымдың ут күршеһе, элекке етәксеһе Анатолий Сердюковҡа ҡарата ғына был хәүеф янамай. Осраҡлы хәлме, юҡмы, тағы ла бер Елена – илдең элекке ауыл хужалығы министры Елена Скрынник та махинацияла ғәйепләнә. Уның “тырышлығы” һөҙөмтәһендә илдең ауыл хужалығына тәғәйенләнгән 6 (!) миллиард һум аҡса елгә осҡан, имеш. Тик ғәйебен иҫбатлап яуаплылыҡҡа тарттыра алырҙармы икән?
Самат Ғәлиуллин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213