Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙәкләштерелгән һатып алыу — иң ҡулай юл
Үҙәкләштерелгән һатып алыу — иң ҡулай юлБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов 31 октябрҙә “Федераль контракт системаһы — конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын ойоштороу һәм үткәреү буйынса интервью бирҙе

31 октябрҙә Өфөлә “Федераль контракт системаһы — конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаларын башҡарыусы Илшат Тажетдинов дәүләт һатып алыуы системаһын камиллаштырыу һәм Башҡортостан Республикаһының ошо өлкәләге үҙгәртеп ҡороуҙарға әҙерлеге буйынса эштең төп һөҙөмтәләре, үткәреләсәк конференция, уның программаһы, ҡатнашыусылары тураһында һөйләне.

— Илшат Азамат улы, республикалағы дәүләт һатып алыуы системаһының төп һөҙөмтәләрен нисек баһалайһығыҙ?
— Һүҙҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән 2010 йылдың авгусында дәүләттең һатып алыуы өлкәһендә махсус вәкәләтле башҡарма власть органы — Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетын ойоштороуҙан башларға кәрәктер.

Ошо ваҡыт эсендә үҙәкләштерелгән һөҙөмтәле сауҙалашыу системаһы яйға һалынды, һатып алыуҙың иң конкурентлы ысулына — асыҡ электрон аукциондар үткәреүгә баҫым яһалды. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, республикалағы дәүләт һатып алыуҙарының яртыһынан күберәге электрон сауҙалашыу аша тормошҡа ашырылған.
Бойондороҡһоҙ эксперттар республикалағы был системаның һәр кемгә үтә күренеүсән булыуын юғары баһаланы. Былтыр Башҡортостан был тәңгәлдә алдынғы биш төбәк иҫәбенә инде. Элегерәк республика Рәсәй субъекттары араһында 34-се урынды биләп, асыҡлыҡтың “уртаса кимәле”нә эйә ине. Әле яҡшы күрһәткестәрҙе беҙ тәүгә күрәбеҙ.
Үҙәкләштерелгән һатып алыуҙарҙың ҡулай һәм һөҙөмтәле системаһын ойоштороп, был тәңгәлдә заманса ҡараш булдырып, йылдам үҫешкә өлгәштек. Республиканың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты ошо эштең барлыҡ этаптарын уңышлы үтте, эшмәкәрлегендәге төп күрһәткестәрҙе сифат йәһәтенән дә, һан яғынан да яҡшыртты. Бөгөн республикала конкурентлыҡҡа һәләтле барлыҡ сауҙалашыуҙың 80 проценттан ашыуы комитет аша башҡарыла. Аҡсалата әйткәндә, был йылына 22-23 миллиард һум самаһы тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә 2010 йылда республика ҡаҙнаһында 1,3 миллиард һум аҡса һаҡланып ҡалһа, былтыр ул 3 миллиард һумға еткән. Шуның 2 миллиард һумына үҙәкләштерелгән сауҙалашыу аша өлгәшелгән. Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты барлыҡҡа килгәндән алып 4,4 миллиард һумлыҡ ҡаҙна аҡсаһы һаҡлап ҡалынған. Был — һуңғы ике йылдағы бик яҡшы һөҙөмтә.
— Ниндәй мөһим мәсьәләләр әлегә хәл ителмәй ҡала, бөгөн дәүләт һатып алыуҙары тәңгәлендә республиканың артабанғы үҫешенә нимә ҡамасаулай?
— Был йәһәттән ҡайһы бер көнүҙәк проблемаларҙы айырып билдәләр инем. Улар республикабыҙға ғына түгел, илдең бөтә төбәктәренә лә ҡағыла. Мәҫәлән, һатып алыуҙы планлаштырыуҙың түбән сифаты, контракттарҙың башланғыс хаҡын билдәләгәндә заказсылар өсөн методик ҡулланмаларҙың етмәүе, ҡайһы бер һатып алыуҙарҙы урынлаштырыуҙың нигеҙһеҙ булыуы, премиум-класлы тауарҙар һәм зауыҡлы автомобилдәр һатып алыуҙы яйға һалыу һәм сикләү системаһының ойошторолмауы, контракт мөнәсәбәттәре өлкәһендә асыҡлыҡтың түбән кимәле, сауҙалашыуға рейдерлыҡтың үтеп инеүе, демпинг хәүефе, ышаныслы тәьминәтселәрҙе, эш башҡарыусыларҙы һайлап алыу һәм уларҙы яҡлау алымдарының булмауы. Социаль әһәмиәтле объекттар — дауахана, мәктәп һәм балалар баҡсалары хаҡында һүҙ барғанда был мәсьәләләр айырыуса мөһим. Дәүләт контракт мөнәсәбәттәрендәге етешһеҙлектәр бының менән генә сикләнмәй, әлбиттә.
— Һеҙ “люкс” класлы тауарҙар һәм автомобилдәр һатып алыу мәсьәләһенә айырым иғтибар иттегеҙ. Уларҙы һатып алыуҙы тыйыу йәки сикләү маҡсатында ниндәй ҙә булһа сара күреләме?
— Ысынлап та, мәсьәлә бик мөһим. Ҡиммәтле автомобилдәр һатып алыу — журналистарҙың иң яратҡан темаһы. Ошоға ҡағылышлы яңылыҡтарҙы халыҡҡа тап улар еткерә. Һәм был дөрөҫ тә. Һалым түләүселәр чиновниктарҙың ҡаҙна аҡсаһын нимәгә тотоноуын белергә тейеш. Әйтергә кәрәк: заказдар урынлаштырыуҙы көйләгән ҡануниәттә премиум-класлы әйберҙәр һатып алыуға ҡағылған нормалар һәм сикләүҙәр юҡ. Был, әлбиттә, етди етешһеҙлек. Рәсәй Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелгән “Федераль контракт системаһы тураһында”ғы закон проекты был мәсьәләне хәл итер, тип ышанабыҙ. Ул, бәлки, йәмәғәт контроле йәки билдәле нормалар ярҙамында тормошҡа ашырылыр.
— Һуңғы ваҡытта 94-се Федераль законды алмаштырасаҡ Федераль контракт системаһы тураһында күп һөйләйҙәр. Был система нимәһе менән үҙенсәлекле һәм уға бәйле ниндәй яңылыҡтар көтөлә?
— Тауарҙар менән хеҙмәттәрҙе һатып алыу өлкәһендәге Федераль контракт системаһы дәүләт заказдарын ойоштороу, урынлаштырыу һәм башҡарыуҙың берҙәм технологик сылбырын ғәмәлгә индереүҙе күҙ уңында тота. Яңы закон ҡабул ителеү менән заказдарҙы урынлаштырыу алымдарын киңәйтеү мөмкинлеге тыуа. Документта һатып алыуҙарҙы алдан күҙаллау һәм планлаштырыуға, уларҙың нигеҙле булыуын һәм һөҙөмтәлелеген баһалауға айырым иғтибар бирелә. Төп маҡсат — иң яҡшы тәьминәтсенән һәм эш башҡарыусынан билдәле бер ваҡыт эсендә сифатлы тауар, эш, хеҙмәт һатып алыу юлы менән дәүләттең һәм йәмғиәттең ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү.
Федераль контракт системаһы — һатып алыу эшмәкәрлеге алымы ғына түгел, илдә юғары һөҙөмтәле, конкурентлы иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыу ысулы ла ул. Мөһим дәүләт программаларында уңышҡа өлгәшеү дәрәжәһе, шулай уҡ һәр кешенең йәшәү кимәле һатып алыуҙы ойоштороу сифатына, заказдарҙы урынлаштырыу өлкәһендә контракт мөнәсәбәттәренең һөҙөмтәлелегенә бәйле. Был социаль инфраструктура юл хужалығы төҙөлөшөнә лә, медицина ҡорамалдары һатып алыуға ла, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә лә, йәғни үҫеш мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында урынлаштырылған дәүләт заказдарының бөтөн йүнәлештәренә лә ҡағыла.
— Республикала ошондай үҙгәрештәргә әҙерләнеү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла?
— Башҡортостан етәкселеге, был бурыстарҙың мөһимлеген бөтә тулылығында аңлап, шулай уҡ ошо өлкәләге билдәле бер ҡаҙаныштарға таянып, контракт мөнәсәбәттәренең юғары һөҙөмтәле төбәк моделен эшләүҙе дауам итә. Былтырҙан алып республикала Федераль контракт системаһының төбәк сегментын ойоштороу проекты тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙең Иҫәп палатаһынан коллегаларыбыҙ был йәһәттән беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә.
Эшмәкәрлегебеҙ Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов тарафынан раҫланған берлектәге эш төркөмөнөң планына ярашлы тормошҡа ашырыла. Был план беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки ул төбәгебеҙгә үҙгәртеп ҡороуҙарға тулыраҡ әҙерләнеү һәм реформалар осорон еңелерәк үткәреү, контракт мөнәсәбәттәренең отошлораҡ алымдарын тәҡдим итеү мөмкинлеген бирә.
Һуңғы ваҡытта ошо өлкәлә байтаҡ эш башҡарылды. Мәҫәлән, июндә Башҡортостандың интеграцияланған контракт системаһының мәғлүмәти-технологик макеты буйынса ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эшенә конкурс үткәрелде. Был макеттың төп маҡсаты — төбәк контракт мөнәсәбәттәре системаһының заманса һәм һөҙөмтәле өлгөһөн булдырыу, ошо нигеҙҙә социаль-иҡтисади күренештәргә идара итеүҙең сифатын яҡшыртыу. Был йәһәттән бөгөн Башҡортостан һынауҙар үткәреү өсөн тәүге майҙансыҡ булып тора.
Бер үк ваҡытта контракт һәм түләү системаларының интеграцияһы буйынса пилот проекты әҙерләнде. Ул автоматлаштырылған банк системаларын файҙаланып, дәүләт заказын урынлаштырғанда контракт йөкләмәләренең үтәлешен күҙәтеү алымдарын ғәмәлгә индереүҙе күҙ уңында тота. Уның маҡсаты — барлыҡ түләүҙәрҙе күҙәтеү юлы менән дәүләт контракттары үтәлеше алымдарын һынап ҡарау, йөкләмәләрҙе үтәү ваҡытына, аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуына контролде тәьмин итеү. Салауат ҡалаһында күп йүнәлешле дауахана, Учалы ҡалаһында үҙәк дауахананың хирургия корпусы менән “Талҡаҫ” шифаханаһында бассейнлы ял итеү үҙәге төҙөлөшөндә ошондай эксперимент үткәреү күҙаллана. Был йәһәттән Башҡортостан Республикаһы Президентының тейешле бойороғона ҡул ҡуйылды.
— Илшат Азамат улы, республиканың төҙөлөш компаниялары был үҙгәрешкә ниндәй ҡарашта? Бөгөн күптәрҙең шикле схема буйынса эшләүгә, эш хаҡын конверттарҙа түләүгә күнегеүе лә сер түгел.
— Эйе, һеҙ хаҡлы. Был пилот проекты “Бөгөн бизнес асыҡтан-асыҡ эшләргә әҙерме?” тигән һорауға яуап бирәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер эшҡыуарҙар бындай шарттарҙа эшләп өйрәнмәгән. Әммә киләсәктә бизнес вәкилдәре ҡаҙна аҡсаһы менән эш иткәндә үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплылыҡты аңларға, ә дәүләт, үҙ сиратында, үтә күренмәле контракт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу алымдарын ғәмәлгә индереүҙе тәьмин итергә тейеш. Контрактҡа идара итеүҙең бөтөн кимәлдәрендә лә бюджет аҡсаһының нисек һәм ҡайҙа тотонолоуын күҙәтеү зарур. Бындай проекттар республиканың абруйын күтәреүгә йүнәлтелә.
Республикала ошо өлкәлә тупланған ыңғай тәжрибә Федераль контракт системаһы тураһындағы закон проектын камиллаштырыу өсөн дә файҙалы буласаҡ, тигән фекерҙәбеҙ. Уны, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге перспективалы проекттарҙы быйыл 31 октябрҙә Өфөлә үтәсәк Федераль контракт системаһы мәсьәләһенә арналған конференцияла тикшерергә ниәтләйбеҙ.
— Уҡыусыларыбыҙҙа ошо конференция ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Был сараны кем ойоштора, унда кемдәр саҡырыласаҡ, ҡатнашыусыларҙы ниндәй программа көтә?
— Конференцияны Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. Уның эшендә Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Вадимович Степашин рәйеслегендәге ҙур делегация ҡатнаша. Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов та сығыш яһаясаҡ.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты Хакимиәте, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Рәсәй министрлыҡтары, ведомстволары, йәмәғәт һәм ғилми ойошмалар, Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, Рәсәй төбәктәренең башҡарма власть вәкилдәренең килеүе көтөлә.
Эш программаһында төрлө темаға ултырыштар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү ҡарала.
Конференцияның төп маҡсаты — Федераль контракт системаһы тураһындағы закон проектын камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса ҙур һөйләшеү ойоштороу. Унда Федераль контракт системаһын ғәмәлгә индереүгә яуаплы власть органдары вәкилдәренең докладтарын тыңлау, ошо эште тормошҡа ашырыуҙағы ҡыйынлыҡтарға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү, халыҡ-ара һәм төбәк тәжрибәһе менән уртаҡлашыу күҙаллана.
Һөҙөмтәләрҙе беҙ иғтибар менән өйрәнеп, дөйөмләштерәсәкбеҙ һәм Федераль контракт системаһы тураһындағы закон проектын камиллаштырыу эшендә артабан файҙаланыу өсөн Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына тәҡдим итәсәкбеҙ.
— Һорауҙарға яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.
Ғ. ХӘБИРОВ
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 349

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 338

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213