Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп тикшереүсе һәм баһалаусы – халыҡ

Башҡортостанда киләһе йылдар бюджетын туплауға әҙерлек бара.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышы республиканың алдағы йылдарға социаль-иҡтисади үҫеш һәм бюджет проекттарын ҡараны. Улар йыл аҙағында закон булараҡ ҡабул ителергә, йәғни үтәлеше мотлаҡ булған документтарға әйләнергә тейеш.

Социаль йүнәлешкә өҫтөнлөк биреләсәк

Ултырышта төп һүҙ ҡаҙна туплау буйынса ҙур тәжрибәгә эйә ойошмалар етәкселәренә бирелде: республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова Башҡортостандың 2019 йылға һәм 2021 йылға тиклемге планлы осорона бюджеты тураһындағы закон проекты менән таныштырҙы, иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков төбәгебеҙҙең ошо осорҙағы социаль-иҡтисади үҫешен күҙалланы, Мотлаҡ медицина страховкаһы төбәк фонды директоры Алексей Меньшиков ойошма ҡаҙнаһының проекты тураһында һөйләне.

Үтә ҡатмарлы һәм сетерекле, сығым­дарҙы һумына хәтлем иҫәпләүҙе генә түгел, ә ҡаҙнаға инәсәк килемдең күпме буласағын да алдан белеп тороуҙы талап иткән был документты әҙерләүгә байтаҡ белгес йәлеп ителә, ул парламенттың бөтә депутаттары ҡатнашҡан пленар ултырышында мотлаҡ өс тапҡыр ҡаралырға һәм шунан һуң ғына закон хоҡуғына эйә булырға тейеш.

– Беҙҙең республика ҡаҙнаһының киләһе йылға килеме, дөйөм алғанда, 172 миллиард һум, ә сығымдары 192 миллиард һум күлә­мендә булыр тип планлаштырыла, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Артабанғы тикшереү, аныҡлау һәм тәҡдимдәр йыйыу барышында был суммаларға үҙгәреш тә индереләсәк. Ошо йылдың былтыр күҙалланған бюджеты менән сағыштырғанда, республика ҡаҙна­һының байтаҡҡа артыуын да билдәләргә кәрәк – ул 30 миллиард һум самаһына ҙурыраҡ буласаҡ. Был осраҡта шуныһын хәҙер үк әйтергә мөмкин: суммаһы яғынан күпме төҙәтеү индерелеү-индерелмәүгә ҡарамаҫтан, дәүләттең граждандар алдындағы йөкләмәһе тулыһынса үтәләсәк – аҡсаны социаль сәйәсәткә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә йүнәлтеүгә өҫтөнлөк биреләсәк. Был тармаҡтар күп йылдар инде беҙҙең бюджеттың иң күләмле сығымдарын тәшкил итә. Киләһе йыл уларға республика ҡаҙнаһының өстән ике өлөшөн бүлеү күҙаллана.

2019 йылғы бюджеттың дефицитлы буласағы һәм был күрһәткестең 20 миллиард һум тәшкил итәсәге планлаштырыла.
– Аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән бер төбәк тә юҡ, – тип билдәләне Константин Борисович. – Килем өлөшө тиҙ үҫә барған хәлдә лә, сығымдар өлөшө унан артығыраҡ булырға тейеш. Был – дөрөҫ ҡараш. Аҡса профицит рәүешендә тик ятырға түгел, ә эшкә ҡушылырға, халыҡ хужалығының иң мөһим даирәләрен, шулай уҡ социаль өлкәне үҫтереүгә тотонолорға тейеш. Етмәһә, республикала алдан күҙалланған ошондай дефицитты ҡаплау сығанаҡтары бар.

Контролдә булырға тейеш

Спикер, ҡаҙнаны һәм уны тотоноуҙы планлаштырыуҙан бигерәк, сығымдарҙың контролдә булырға тейешлеген айырым билдәләне. “Парламенттың төп асылы ла шунда”, – тине ул.

Бюджет республиканың алдағы йылдарға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙан айырым ҡарала алмай. Был мәсьәлә буйынса Президиум ултырышында иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков сығыш яһаны.

– Күҙаллау стратегик планлаштырыу тура­һындағы ҡануниәткә һәм Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тәҡдимдәренә ярашлы әҙерләнде, уның үлсәмдәрен республика Хөкүмәтенең Стратегик комите­тының быйыл 24 октябрҙә уҙған ултырышы раҫланы, Стратегик тикшеренеүҙәр институтында ғәмәлдәге социаль-иҡтисади шарттарға тура килеү кимәле буйынса экспертиза үткәрелде, – тине министр. – Был күҙ­аллауҙарҙы әҙерләгәндә түбәндәгеләр иҫәпкә алынды: Рәсәй Президентының 204-се “май” указдарында ҡуйылған маҡсаттар һәм өҫтөнлөктәр, республиканың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стра­тегияһы, беҙҙең төбәккә хас үҫеш йүнә­леш­тәре, үҙенсәлектәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ урындағы үҙидара органдары биргән күҙаллау мәғлүмәттәре... Быйылғы тәүге туғыҙ ай йомғаҡтары күрһәтеүенсә, сәнәғәт эшмәкәрлегенә яҡшы баһа бирергә мөмкин – үҫеш 103 процент тәшкил итте. Ҡаҙылма байлыҡ сығарыуҙа, химик продукция етештереүҙә, электр энергияһы һәм газ менән тәьмин итеүҙә алға китеш бар. Халыҡҡа кредит биреү күләме артты, инфляция күрһәткесе “май” указдарында билдәләнгән дүрт процентлыҡ “тупһа”нан уҙманы.

Сергей Новиков раҫлағанса, ошо һәм башҡа ыңғай үҙгәрештәр ҡулланыу баҙа­рының, шулай уҡ хеҙмәт эшмәкәрлегенең йәнләнә төшөүенә алып килде. Уртаса эш хаҡы номиналь күрһәткестәр буйынса ла, реаль төшөнсәлә лә арта. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөштә, айырыуса торлаҡ төҙөп тапшырыуҙа быйылға күҙалланған күрһәткестәргә өлгәшә алмау хәүефе янай. Ауыл хужалығында бер аҙ артта ҡалыуға юл ҡуйылды. Һөҙөмтәлә халыҡтың аныҡ килеме буйынса беҙ көткән күрһәткестәр булмауы ихтимал.

– Инвестиция эшмәкәрлеге әүҙемләшә төшһә лә, быйылғы туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса был йүнәлештәге маҡсаттарға өлгәшә алманыҡ әле, – тине министр. Ағымдағы йылды баһалауға һәм 2021 йылға тиклемге күҙаллау үлсәмдәренә килгәндә, Сергей Новиков бюджет буйынса проектты әҙерләгәндәге нигеҙ вариантына ҡарап һығымта яһарға тәҡдим итте. Дөйөм алғанда, тулайым төбәк продуктының үҫешен йылына 102 проценттан алып 104 процентҡа саҡлы тәьмин итергә мөмкин буласаҡ.

– Бюджет буйынса закон проектын әҙерләгәндә, әле телгә алынған нигеҙ вариантына, шулай уҡ Рәсәйҙең, Башҡортостандың бюджет һәм һалым буйынса ҡануниәтенә таянып эшләнек, – тине финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова, ошо проект тураһында Президиум ағзаларына ҡыҫҡаса аңлатма биреп. – 2020 йылға килем – 167, сығым – 187 миллиард һум, ә 2021 йылда был күрһәткестәр, шуларға ярашлы, 174 миллиард һәм 187 миллиард һум итеп күҙаллана. 2019 һәм 2020 йылдарҙа ҡаҙнаның дефициты – 20 миллиард һум самаһы, 2021 йылда 13 миллиард һум булыр, тип уйлайбыҙ.

Предприятиелар һәм ойошмаларҙың килеме артыр тип көтөлә. Киләһе йылда республика ҡаҙнаһына һалымдар һәм һалымға ҡарамаған төрлө түләүҙәр 138 миллиард һум тупланырға тейеш.

Сығыштарҙан һуң ике министр ҙа Президиум ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. “Балалар баҡсаларының һанын арттырыу ҡараламы?”, “Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 100 объектты сафҡа индереү нисек финансланасаҡ?”, “Күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер биләмәләре бүленә, ләкин уларға коммуникациялар үткәреүҙә муниципаль органдарҙың финанс йәһәттән ҡыйынлыҡ кисереүе билдәле, был йүнәлештә уларға ярҙам буласаҡмы?” Ошоларға һәм башҡа һорауҙарға ентекле аңлатма бирелде.

– Республика халҡы һалым түләй, шуға күрә халыҡ бюджеттың нисек тупланғанын белергә һәм эшлекле төҙәтмәләр индерергә хаҡлы, йәғни бында төп эксперт – халыҡ үҙе, сөнки ул ҡаҙна аҡсаһының ҡайҙа тотонолорға тейешлеген дә, ғәмәлдә нисек сарыф ителгәнен дә күреп тора, – тине Константин Толкачев. – Үҙ төбәгебеҙ ҡаҙнаһына битараф булмағандарҙы асыҡ тыңлауға саҡырам. Был сарала ҡатнашырға һәр кемдең дә мөмкинлеге бар.

Киләһе йылдың бюджеты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың барлыҡ даими комитеттары тарафынан ҡараласаҡ. Президиум ағзалары 15 ноябрҙә Дәүләт Йыйылышында “Башҡортостан Республикаһының 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарға саҡлы планлы осорға бюджеты тураһында” тигән темаға асыҡ тыңлауҙар үткәрергә ҡарар итте.

Лира ИҒТИСАМОВА, республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы:
– Сығымдар кәметеү планлаштырылған тармаҡтар йәки ойошмалар бармы? Әлбиттә, бар. Башҡортостандың дәүләт ҡаҙнаһын ҡулайлаштырыу процесының һуңғы бер нисә йыл дауамында туҡтағаны ла юҡ. Федераль кимәлдә лә, республикала ла был эштең маҡсаты – һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы кәметеү. Мәҫәлән, дәүләт власы органдарындағы бухгалтерия хеҙмәтен үҙәкләштереү эшен алып барабыҙ. Уларҙағы ярҙамсы функциялар махсус булдырылған ҡаҙна учреждениеһына, йәғни финанс-иҫәп үҙәгенә, тапшырыла.

Бөтә был ҡулайлаштырыу дәүләт хеҙмәте буйынса һәм муниципаль ойошмаларҙағы башҡа белгестәргә лә ҡағыла – улар ҙа ярҙамсы вазифаларҙан ҡотола бара. Шуға күрә дәүләт хеҙмәте аппаратын беҙҙең республикала ҙур тип булмай, ул заман талаптарына яуап бирерлек. Сығымдарҙы кәметеү үтә һаҡ һәм алдан үлсәп-уйлап башҡарыла тип әйтер инем. Мәҫәлән, китапханаларҙың барыһы ла һаҡланып ҡаласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 237

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 187