Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берлектәге проекттар тикшерелде
Берлектәге проекттар тикшерелдеОшо көндәрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре тамамланды.

Сычуань провинцияһының халыҡ хөкүмәте губернаторы Инь Ли әфәнде менән осрашыуҙа Башҡортостан Рес­публикаһы менән Сычуань провин­цияһы араһындағы хөкүмәт-ара киле­шеүҙе тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ хеҙмәттәшлектең өр-яңы йүнәлештәре билдәләнде. Студенттар менән мәҙәни алмашыуҙы киңәйтеү күҙаллана. Һөйләшеү йомғаҡ­тарына ярашлы, Чэнду ҡалаһындағы “Ҡытай-Европа” үҙәгендә Башҡортостан вәкиллеген асыу мәсьәләһе ҡарала. Баш­ҡортостанда тормошҡа ашырылған бер­лектәге проекттарға Ҡытай власы яғынан ярҙам күрһәтеү айырым билдәләнде.
Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм республика Хөкү­мәте “Волга — Янцзы” проекты юҫығын­дағы ике яҡлы килешеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ҡытайҙың иһә “Бер һыҙат — бер юл” башланғысы, республиканың логистика яғынан уңайлы урынлашыуы, уның иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте үҙ-ара файҙалы партнерлыҡты артабан үҫтереү өсөн яҡшы тәүшарттар тыуҙыра.
Бер көн алдан Лэшань ҡалаһының халыҡ хөкүмәте мэры Джан Тун әфәнде менән осрашыу булғайны. Унда социаль-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Мәрҙәнов Лэшань хөкүмәте вәкилдәрен Башҡортостанға, июнь айында Сибайҙа үтәсәк “Урал аръяғы-2018” иҡтисади форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Осра­шыуҙа шулай уҡ Башҡортостан компания­ларының Ҡытайҙағы күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу, шулай уҡ республика ҡалаларының береһе менән Лэшань араһында туғанлыҡ бәйләнештәрен булдырыу мөмкинлеге тикшерелде.
Берлектәге проекттар тикшерелдеРеспублика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов республиканың һәм Урал аръяғы райондарының инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы. Сарала 40-тан ашыу ҙур компания ҡатнашты. Сибайҙа ойоштороу күҙалланған индустриаль парктың потенциаль резиденттары менән эшлекле һөйләшеүҙәр үтте. Тау ҡорамалдары, агрохимия препараттары, керамика һәм фарфор етештереү, иген, күн эшкәртеү менән шөғөлләнгән фирмалар мөмкин­лектәр, шарттар менән ҡыҙыҡһынды.
Сәфәр һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, “Сычуань-Сибай” индустриаль паркы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Цзюньхэ”ның тирә-яҡ мөхитен һаҡлау буйынса Сычуань компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында Сибай ҡалаһында цемент заводын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыу хаҡындағы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы кураторы Илшат Тажетдинов һәм компания идараһы рәйесе Ли Лэцзюнь документ аҫтына үҙҙәренең ҡултамғаһын ҡуйҙы.

Рөстәм АФЗАЛОВ, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы:
— Ошо көндәрҙә Сибайҙа Ҡытай инвесторы ярҙамында цемент заводы төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Беҙ быға бик шатбыҙ. Төп маҡсат – ҡала халҡына яңы эш урындары булдырыу, йәнә бер ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы асыу. Әле цемент заводы төҙөргә ниәтләнгән компания теркәлгән, ер байлыҡтарын өйрәнеүгә лицензия алынған, ҡуртымға ер бирелгән. Төҙөлөштө башлау өсөн бөтә документтар әҙер. Шуны ла әйтергә кәрәк, завод янында индустриаль парк сафҡа инәсәк, уның сиктәрендә юнысҡы плитәләр производствоһы төҙөү ҡарала. Әгәр заводта 220 эш урыны булдырылһа, индустриаль парк сафҡа ингәс, 70 кеше эш менән тәьмин ителәсәк.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 232

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 194

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 201

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 225

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 186

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 243

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 186

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 261

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 267

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 249

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 197

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 215