Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ай-һай, Салауат – башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат – үҙ халҡымдың даны
Ай-һай, Салауат – башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат – үҙ халҡымдың даныӨфөлә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һәйкәленә 50 йыл тулыу айҡанлы тантана үтте. “Мәңге беҙҙең йөрәктә – башҡорт улы Салауат!” тигән сара “Урал” башҡорт халыҡ йыры һәм “Салауат маршы” менән асылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән байрамға килгән­дәрҙе ойошма аппараты етәк­сеһе Зөфәр Тимербулатов сә­ләмләне. Унда шулай уҡ яҙыу­сылар, билдәле йәмәғәт эшмә­кәрҙәре – Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты шағир Хәсән Назар, Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙел­баев, шағирә һәм журналист Лариса Абдуллина һәм баш­ҡа­лар ҡатнашты. Студенттар яугир шағирҙың шиғырҙарын уҡыны.
Ай-һай, Салауат – башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат – үҙ халҡымдың даныСалауат Юлаев һәйкәле – республикабыҙ баш ҡала­һы­ның йөҙөк ҡашы, Европалағы иң бейек ат статуяһы. Ул бынан 50 йыл элек, 1967 йылдың август-сентябрь айҙарында ҡуйылып, 17 ноябрҙә тантаналы рәүештә асыла. Монумент һыбайлы Салауат скульптура­һын кәүҙә­ләндерә, бронза ялатылған суйындан яһалған. Ауырлығы 40 тонна булыуға ҡарамаҫтан, ни бары өс таяныу нөктәһе бар. Постамент менән бергә уның бейеклеге – 14 метр. Һәйкәл ҡу­йылған ҡаянан Ағиҙел йылғаһы, тирә-яҡтағы гүзәл тәбиғәт асыҡ күренә.
Танылған скульптор, монументалист һәм рәссам Сосланбек Тавасиев милли батыры­быҙға һәйкәлде 25 йылға яҡын эшләгән. Әйткәндәй, Салауат Юлаев һөргөндә яҡынса шунса ваҡыт булған. Батырыбыҙҙың скульптураһы Ленинградта ҡойолған. Башҡортостан Дәү­ләт гербының уртаһында тап ошо монумент һүрәтләнә. Һәй­кәл Башҡортостандың ете мөғ­жизәһе иҫәбенә индерел­гән.



Ай-һай, Салауат – башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат – үҙ халҡымдың даныМирас ИҘЕЛБАЕВ, филология фән­дә­ре докторы, профессор, яҙыусы:
– Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һыбайлы һынланышы – республикабыҙ­ҙың символына әүерелгән, Европала иң ҙур­ҙар­ҙан һаналған мөһабәт, данлыҡлы һәйкәл ул. Бынан теүәл 50 йыл элек, Башҡорт дәү­ләт университеты студенты булараҡ, уны асыу тантанаһының шаһиты булырға тура килде. Ҡала кимәлендәге бик әһәмиәтле, ҙур ваҡиға булды ул. Фрунзе урамы буйлап һәйкәл торасаҡ яр башына халыҡ эркелеп килде, батырыбыҙҙың бронза һынын ҡуй­ған­ды күҙәтеп торҙо. Ошо сарала тәүге тап­ҡыр республиканың юғары наградаһы – Салауат Юлаев исе­мен­дәге премия ла тапшы­рылды. Билдәле булыуынса, уға милләте­беҙ­ҙең легендар шәхестәре Мос­тай Кәрим, Һәҙиә Дәүләт­шина, Фәйзи Ғәскәров, Заһир Исмәғилев лайыҡ булды.
Тәүге көндәренән үк һәйкәл яны ҡала хал­ҡының, йәштәрҙең яратҡан урынына әүерелде. Уның эргәһендә тәртип боҙоп, шау­лап йөрөгәндәрен хәтерләмәйем: милли батырыбыҙҙың үлемһеҙ даны, уға ҡуйылған мөһабәт һәйкәл кешеләрҙе һәр яҡтан ойоштора, үҙ-үҙен тотоуға билдәле талап ҡуя тип иҫәпләйем.
Салауат Юлаев һәйкәле, һис шикһеҙ, Өфөнөң төп символы, уның йәме лә, даны ла. Яңы өйләнешкән йәштәрҙең тантаналы туй сараһы ваҡытында милли батыр һәйкәленә сәскә һалыуы, фотоға төшөүе йолаға әүерелгән. Сығарылыш класс уҡыусылары уның янында йәшлегенең тәүге таңын ҡаршылай. Сит яҡтарҙан килгән ҡунаҡтар ҙа, мотлаҡ Салауат янына килеп, батырыбыҙ рухына баш эйеп китә.
Урынлашҡан урыны шул тиклем отош­ло, шундай уңайлы, әйтерһең, һәйкәл – ҡалабыҙҙың ҡапҡаһы: Өфөгә автомобиль, поезд юлынан килгәндә лә, самолет менән осҡанда ла милли батырыбыҙ бейек яр башынан күренеп, саҡырып тора.


Автор: А. Хәлилов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213