Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!
Һеҙҙе исламдағы иң оло байрамдарҙың береһе — Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайым!
Изге урындарға хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлатҡан был байрам тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, тыныслыҡты, ниәттәрҙең сафлығын, яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлекте кәүҙәләндерә, рухи камиллашыу һәм изге ғәмәлдәр ҡылыу осоро булып тора.
Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе хаж ҡылып, мәсеткә барып, яҡындарының һаулығын һәм бәхетен, дөйөм именлекте, Ватаны­быҙҙың сәскә атыуын теләп доға ҡыла.
Республикабыҙҙа конфессия-ара тыныслыҡ һәм йәмәғәт татыу­лығы һаҡлап ҡалына. Мосолман өммәтенең ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреүҙә, хәйриәлеккә һәм мәҙә­ни-ағартыу проекттарын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуы быға булышлыҡ итә.
Ошо изге байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, ҡот һәм муллыҡ килтерһен. Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм изгелектәр теләйем!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Республика Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ.

Ҡорбан
байрамы


Ҡорбан байрамы. Байрам
Биләй ауыл, ҡаланы.
Өләсәйем яулығы
Нәҡ тә сәскә яланы.

Олатай тиҫбе тарта,
Әсәйем ҡоймаҡ ҡоя.
Атайым үтә етди —
Шау-шыуҙан беҙҙе тыя.

Өләсәйем Ҡөрьән уҡый —
Тылсымлы әйткән һүҙе.
Мин дә уға ҡушылам —
Хоҙай ишетер үҙе!
Динә ТАЛХИНА.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!Тағы ла бер йыл артта ҡалып, ғәйет көндәренә килеп еттек. Ислам донъяһында бөгөн иң оло байрам – Ҡорбан ғәйете. Меңдәрсә ҡулдарҙың күккә күтәрелеп, меңдәрсә телдәрҙә доғалар яңғырап торған изге көн. Күңелгә, йәнгә, тәнгә ял биреп үткәрә торған көндәр.
Мосолман – Аллаһ бән­дәһе. Уның ниәтендә – изгелек, ғәмәлендә – игелек, күңелендә – иман нуры, тип өйрәтә дин. Диндең был изге хөкөмдәрен ғәмәле менән ҡеүәтләп, хаж сәфәрендә йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ ислам­дың изге урындарында ғибәҙәттә тора, ә инде хажға барырға мөмкинлеге булма­ғандар ғәйет көнөн мәсеттә ҡаршы ала. Мәсеттәр – ҡиблабыҙ булған Ҡәғбәтулланың бер өлөшө.
Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән-Кәримдә: “Раббыңдың риза­лығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, – тип бойорған.
Бөгөн изге хаж ерҙәрендә, Ер йөҙөнөң бөтөн мәсет­тәрендә изге ғибәҙәт үтәлә һәм ҡорбандар салына. “Һеҙ салған ҡорбан малдарының ите лә, ҡаны ла Аллаһҡа барып ирешмәй, Аллаһҡа һеҙҙең тәҡүәлек – динле, иманлы булыуығыҙ ғына барып етә”, – тиелә изге Ҡөрьәндә. Шуға ла был көндәрҙә мосолман хәләл малының хәләл ҡанын ағыҙа. Әммә кеше ҡанына ҡағылмай, унан алыҫ тора. Йән ҡыйыуҙар мосолман эше түгел. Осрашып, күрешкән саҡта ла мосолман бер-береһен “Әссә­ләмү ғәләйкүм!” (“Һеҙгә тыныслыҡ теләйем!”) тигән һүҙҙәрҙән башлай. Ҡорбан ғәйете беҙҙе күңел сафлы­ғына, милләт-ара та­тыу­лыҡҡа, ер йөҙөндә Аллаһ Тәғәләнең генә бәндәһе булып йәшәргә, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, хеҙмәткә, ғибәҙәткә, ата-әсәләрҙе хөрмәт итергә, етем һәм фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтергә, рәхимле үә шәфҡәтле булырға өйрәтә.
Бөгөн – шулай уҡ Белем көнө. Аллаһ Тәғәлә белемде киң, иге-сиге булмаған даръ­яға тиң итеп яралтҡан. “Ҡөрьән-Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тип башлана. Бында ҙур мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте сағыл­дырыла. Уҡытыусы баланы мәғрифәт донъяһына етәкләп алып инә. Уның ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләй­һис-сәләмде яралтып, уға уҡытыусы булараҡ бөтә ғилемде өйрәткән. “Эй, Раббым, әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды һуң? – тип борсолған фәрештәләр. – Ул Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек ойошторһа, ни ҡылырһың?” “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ – мин уға ғилем бирҙем”, – тигән Хоҙай Тәғәлә. Тимәк, ғилем Ислам донъя­һында мөһим урында тора. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, – тигән икән, һәр саҡ белемгә ынтылып йәшәргә тейешбеҙ.
Күктәребеҙ һәр ваҡыт сыуаҡ, донъяларыбыҙ тыныс, араларҙа татыулыҡ, тормошо­боҙ мул булһын!

Башҡортостан мосолман­дары­ның диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒ­МӘ­ТУЛЛИН:
– Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәракәтүһ!
Хөрмәтле имам-мөхтәсиб, имам-хатибтар, мосолман ҡәрҙәштәрем һәм ватандаштарым!
Башҡортостан мосолмандары диниә назараты, президиум ағзалары, ҡазыйҙар һәм мәхәлләләр исеменән һеҙҙе изге Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләйбеҙ!
Тән-йән сәләмәтлеге, иманығыҙға ҡеүәт, һәр беребеҙгә бәхет-сәғәҙәт теләйбеҙ!
Алыҫ үә яҡындан иман өндәүен ҡабул итеп, тәндәрен ғөсөл, тәһәрәт менән паклап, өҫ-баштарына иң матур кейемдәр кейеп, мин дә Аллаһының рәхмәтенә ирешәйем һәм Ҡорбан байрамы шатлығын мосолман ҡәрҙәш­тәрем менән Ҡиблаға йүнәлгән сафтарҙа булайым тип Ғәйет нама­ҙына мөбәрәк мәсет йортона килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем һәм хөрмәтле абыстайҙар һәм туғандар!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәракәтүһ!
Аллаһ Раббыбыҙҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәт үә бәрәкәттәре, һәр ике донъялағы сәләме бөтәбеҙгә булып, ошо Аллаһ йортона килеүҙәре­беҙҙе мөбәрәк һәм дауамлы итһә ине. Хөрмәтле мосолман йәмәғәте! Әлхәмдү лил-ләһи раббил ғәләмин. Тағы ла бер шатлыҡлы, һөйөнөслө Ҡорбан байрамын ҡаршылайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдең “Әл-Кәүҫәр” сүрәһендә:
“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, — тип бойора. Ислам — мәрхәмәтлелек дине. Ибраһим ғәләйһис-сәләм һәм уның улы Исмәғил ғәләйһис-сәләмгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һынауҙың нигеҙе лә бына шул мәғәнәлә. Шуға күрә беҙ тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара күркәм мөғәмәләгә, милләт-ара татыулыҡҡа саҡырабыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм: “Әй, Фатима ҡорбанлығың янына бар. Ҡорбан салыуҙа ҡатна­шыу, ҡарап тороу арҡаһында Аллаһ Тәғәлә ҡорбандың ҡанының беренсе тамсылары ергә тамыу менән үткән ваҡыттағы гонаһтарығыҙҙы ғәфү итә”, – тигән. “Йә Рәсулаллаһ, был ғәмәл беҙгә генә хасмы йәки бөтөн мөьминдәргә лә хас ғәмәлме?” тигән һорауға Ғәләйһис-сәләм: “Беҙгә лә һәм бөтөн мөьминдәргә лә был ғәмәл хас”, — тип яуап биргән.
Ҡорбан байрамының беренсе, икенсе һәм өсөнсө көндәрендә мосолмандарға ҡорбан салыу вәжиб һанала. Ҡорбанлыҡ малы ҡиблаға табан ятҡырылып салына.
“Мин Күктәр менән Ерҙе яра­тыусыға ихлас күңелемдән йөҙөмдө борам, мин мөшриктәрҙән түгел” (Әл-Әнғәм сүрәһе, 79 аят).
Ошо доғаларҙы уҡып, Ҡорбан салынғандан һуң ике рәҡәғәт шөкөр намаҙы ҡылыу бик сауаплы.
“Ысынлап та, минең намаҙым һәм динселлегем, тереклегем һәм үлемем — Аллаһ ҡулында, ғаләмдәр Раббыһында” (Әл-Әнғәм сүрәһе, 162 аят) тип әйтергә кәрәк.
Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән- Кәримдең “Әл-Хаж” сүрәһенең 37 аятында:
“Аллаһҡа уларҙың ите лә, ҡаны ла һис барып етмәҫ, әммә Уға һеҙҙең тәҡүәлек барып етер. Хаҡ юлға төшөргән өсөн Аллаһты ололаһындар тип, Ул һеҙгә уларҙы буйһондорҙо, ә һин изгелекле кешеләрҙе һөйөндөр!” Дөрөҫтән дә, рәхәтләнеп, ләззәтен тойоп ҡорбан итен үҙебеҙ ашайбыҙ, тәнебеҙгә сәләмәтлек керә, иманыбыҙ арта. Үә ләкин Аллаһҡа нимә ирешә? Күңелдәрегеҙҙәге, йөрәк киҫәгегеҙҙәге тәҡүәлегегеҙ ирешә. Тәҡүәлек нимә ул? Ул — Аллаһтың ҡушҡанын үтәү, тыйғанынан тыйылыу. Ошоно үтәһәң, Аллаһ Тәғәләгә яҡын булаһың. Беҙ был йортҡа Аллаһҡа яҡын булырға килдек. Тәҡүәлек ул тышҡы күренеш кенә түгел, ул Аллаһы Тәғәләнең әмеренә бойһоноу, тыйғанынан тыйылыу һәм яҡын туғанлыҡ, күрше хаҡтарын үтәү. Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмден хәҙис шәрифендә: “Мөьминдәр бер-береһенә мөхәббәт, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлыҡ күрһәтеүҙә бер йән, бер тән шикелле. Әгәр бер ағза ауырыу булһа, бөтөн тән йоҡоһоҙ ҡала һәм бөтөн тәнде биҙгәк тота”.
Ошо сәғәтебеҙҙә, бөгөнгө көнөбөҙҙә Ер шарының төрлө ҡиблаларында йәшәгән, йөҙләгән төрлө телдә һөйләшкән төрлө төҫтәге мосолмандар Ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәй.
Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдең “Әл-Бәҡара” сүрәһенең 196-сы аятында әйтә:
“Аллаһ хаҡы өсөн хаж һәм ғөмрә ҡылығыҙ”.
Әбү Һүрәйрә, Аллаһ унан риза булһын, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйткәнен ишеткән: “Кем Аллаһ өсөн хаж ҡылып ауыр һүҙҙәрҙән, әрләшеүҙән һаҡланып ҡайтһа, ул яңы тыуған бала кеүек гонаһтарынан таҙарынып ҡайтыр”.
Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән-Кәримдең “Әлү Ғимран” сүрәһенең 96-97-се аяттарында әйтә:
“Ысынлап та, кеше өсөн Мәккәлә һалынған беренсе йорт — мөбәрәк, ул ғаләмгә юл күрһәтә. Унда кешегә асыҡ аяттар — Ибраһим урыны. Шунда ингән кеше имен булыр. Ә юлға көсө еткән кеше өсөн Аллаһ шул йортҡа хаж ҡылыу бурысын ҡуйҙы. Ә кемдәр инҡар итә икән... Аллаһ Тәғәлә бай бит. Ул бөтә ғаләмдән юғары”!
Хөрмәтле мосолмандар! Ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәүселәрҙең хаждары ҡабул булһын. Изге Ҡорбан байрамыбыҙ мөбәрәк булһын. Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттәребеҙ бәрәкәтендә күңелдәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, мәхәлләләребеҙгә, Ватаныбыҙға һәм бөтөн донъяға тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип итһен. Аҙаш­ҡандарға тәүфиҡ, ғилем алыусы­ларыбыҙға файҙалы ғилемдәр, ғаиләләребеҙгә тигеҙ мөхәббәт, сабыйҙарыбыҙға бәхетле балалыҡ, ил етәкселәренә зирәк аҡыл, халҡыбыҙға хәйерле хеҙмәттәр, илебеҙгә, көнөбөҙгә тыныслыҡ насип булһын!
“Аллаһ аяттарына ышанмаған кешеләрҙе Ул үҙе лә һидайәткә төшөрмәй”.
“Ән-Нәхл” (Бал ҡорто) сүрәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213