Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙе үлһә лә, ағыуы үлмәй
Сәйәси офоҡта Рәсәйгә айырым цивилизация юлын тәҡдим итергә ынтылған көстәр төҫмөрләнә: глобаль либералдар, православие монархистары һәм империя социализмы йәки социализм империяһы яҡлылар. Популяр сәйәсмән, иҡтисад белгесе Михаил Хазиндың “Рәсәйгә 2017 йылға фараз” тип аталған тикшеренеүҙәрендә телгә алыныуынса, тәүге ике төркөмдөң маҡсаты – монархияны тергеҙеү.
Тәү ҡарашҡа шаҡ ҡатырғыс тойолған был лозунгтың кәм тигәндә ике социаль нигеҙе бар. Беренсенән, Рәсәй Федерацияһы Конститу­цияһында (1-се статья) “Рәсәй Федерацияһы – республика формаһында идара ителеүсе федератив демократик хоҡуҡи дәүләт” тигән ҡағиҙә нығытылһа ла, был принциптарҙы хәрәкәткә килтергән әүҙем сәйәси фирҡәләр, шундай уҡ граждандар йәмғиәте әле булһа ныҡлап ойоша алмай.
Икенсенән, Рәсәйгә, күп милләтле һәм күп конфессиялы дәүләт булараҡ, тик монархия шарттарында ғына уңышлы идара итергә була, сөнки Төп Закондың үрҙә телгә алынған статьяһы ғәмәлгә инһә, Рәсәйҙең үҙаллы дәүләттәргә таралыу хәүефе бар. Дөрөҫ, был – ЛДПР-ҙың алмаш­тырғыһыҙ рәйесе Владимир Жири­новскийға теләктәшлек иткән көстәрҙең ҡарашы, ләкин ул һис тә нигеҙһеҙ түгел. Миҫалға ҡасандыр берҙәм дәүләт булған Чехия менән Словакияны килтерергә мөмкин.
Фараз авторының мәғлүмәттәренә ярашлы, глобаль либералдар төркөмөнә хосуси милекселәрҙең иң эре вәкилдәре, Рәсәй бюрократияһының бер өлөшө һәм бер ни тиклем эшҡыуарҙар ҡарай. Улар – илдең иҡтисади сәйәсәтен билдәләгән әүҙем эш итеүсе көс. Ә бына либералдарҙы илдең киләсәге борсомай, сөнки улар үҙҙәренең һәм балаларының киләсәген Рәсәй менән бәйләмәй, тигән фекер бәхәсле, уны раҫлаған бер дәлил дә килтерелмәй. Был төркөм башлыса аҫтыртын эшмәкәрлек алып барһа, икенсеһе – православие монархистарының әүҙемлеге ваҡытлы матбуғатта, телевидениела көн һайын уҡ булмаһа ла, йыш сағылыш таба. Мәҫәлән, Романовтар хакимлыҡ иткән дәүер тураһында документаль, хатта нәфис фильмдар зәңгәр экрандар арҡылы әленән-әле күрһәтелеп тора.
Ошо юлдар яҙылғанда 1-се канал аша ата-бабаларыбыҙ “Әбей батша” тип йөрөткән Екатерина II тураһында “Великая” тип аталған сериал бара ине. Шул уҡ ваҡытта күптән түгел “Лента.ру” сайтында Романовтар династияһы хакимлығы тураһында сит илдәр сығанаҡтарынан алынған аналитик материал да донъя күреп, унда был шәхестәрҙең империя халыҡтарына ҡарата ҡылған яуызлыҡтары тасуир ителде.
Фаразда был сәйәси төркөмгә ҡайһы ҡатлам вәкилдәре инеүе хаҡында мәғлүмәт юҡ, әммә уларҙың монархияның барлыҡ институттарын да тергеҙеү маҡсатын алға һөрөүе телгә алына. Яңы ҡоролошта улар өҫтөнлөклө урын биләп, халыҡты буйһондороп тоторға йыйына һәм бының өсөн сиркәүҙе дәүләт күҙәтеүенә алыуҙы хәстәрләй. Тимәк, был төркөм илде кәмендә тағы ла бер граждандар, бәлки, халыҡтар һуғышына этәрергә йыйына, сөнки шунһыҙ телгә алынған маҡсаттарға өлгәшеү мөмкинлеге күренмәй.
Советтар Союзында хөкөм һөргән тәртип­тәрҙе ҡайтарыуҙы хәстәрләгән өсөнсө төркөм күп һанлы, ти Михаил Хазин, әммә улар әлегә әүҙемлек күрһәтмәй. Уларҙың маҡсаты билдәле – ғәҙеллек һәм кешеләрҙең тиңлеген тәьмин иткән дәүләт ҡороу. Әҙәм ышанмаҫ­тайҙы ысын булһа ла һөйләмә, тигән тапҡыр һүҙ, моғайын, ошондай күренешкә ҡарата әйтелгәндер. Беренсенән, үрҙә телгә алыныуынса, был хәҙерге дәүләт ҡоролошон юҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм Рәсәй Федера­цияһы Конституцияһына ҡаршы күренеш булып, хоҡуҡ һаҡлау органдарының сара күреүен талап итә.
Икенсенән, монархия бер ниндәй федератив ҡоролошто ла танымай, тимәк, илде, батша дәүерендәге кеүек, унитарлыҡ принцибында ҡороуҙы аңлата. Өсөнсөнән, был күренештең донъя ғәмәлендә бер ҡасан да күҙәтелгәне юҡ һәм ХХI быуатта уны яҡынса булһа ла күҙ алдына баҫтырыуы бик ауыр.
Әлбиттә, Рәсәйҙең донъя илдәре алдында мәртәбәһен ҡырҡа төшөргән был хәл-күренештең етди сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-психологик сәбәптәре бар. Әгәр ҙә иген баҫыуын ҡый үләне баҫа икән, тимәк, тәрбиә етмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, социализм төҙөүҙән тайпылып, Көнбайыш цивилиза­цияһы күҙлегенән ҡарағанда, иң отошло күренгән баҙар иҡтисадына боролош яһаған йәмғиәтебеҙ отторҙо, сөнки яңы шарттарҙа көн итеү өсөн иң әүәл уға әҙерлек биргән, элекке СССР-ҙа “буржуаз ҡалдыҡтар” тип атап йөрөтөлгән сифаттарҙы үҙләштерергә кәрәк ине. Йөҙөргә өйрәнмәй тороп, ҙур һыуға һикереүҙең нисек тамамланғаны билдәле.
Йылан үҙе үлһә лә, ағыуы үлмәй, ти халыҡ. Рәсәй халҡының фекер-теләге менән иҫәп­ләшмәйенсә, илде сираттағы һынау алдына ҡуйырға тырышыусыларҙың ике ҡылығы ғәжәпкә ҡалдыра: баш-баштаҡлыҡ һәм ысын­барлыҡты, йәғни Рәсәйҙең күп милләтлелеген инҡар итеү. Ысынлап та, 1917 йылғы октябрь инҡилабы, 90-сы йылдарҙа ҡырағай капита­лизмға боролош ватандаштарыбыҙҙы бер нимәгә лә өйрәтмәгән икән. Дөрөҫ, өс проект та әлегә фараз ғына, әммә улар бер мәл тормошҡа ашырыла башламаҫ, тип бер кем дә гарантия бирә алмай.
Ни эшләргә? Һүҙ, әлбиттә, уларҙы эҙәрлекләү, язаға тарттырыу хаҡында бармай, сөнки был сәбәп менән түгел, ә эҙемтә менән көрәшеүҙе аңлата. Иң элек был көстәргә таяныс биргән социаль нигеҙҙе бөтөрөү фарыз, һәм был – властарҙан бигерәк йәмәғәтселектең изге бурысы. Октябрь революцияһы ла, баҙар ҡоролошо ла ошо йәмәғәтселектең һуҡырҙарса эш итеүе арҡаһында ғәмәлгә ашыуы хаҡында оноторға ярамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213