Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал КИЛСЕНБАЕВ: “Халыҡ менән бергә атлау зарур”
Урал КИЛСЕНБАЕВ: “Халыҡ менән бергә атлау зарур”Совет районын элек-электән баш ҡалабыҙҙың “төп ҡапҡаһы” тип әйтеү ғәҙәткә һеңгән. Ҡасандыр Өфөлә тимер юлдары оҫтаханалары асылыуы, йылға транспортының үҫешеүе райондың иҡтисади тотороҡлолоғона килтерә. Егерменсе быуаттың тәүге яртыһында Өфө ҡалаһының сәнәғәт комплексы, торлаҡ төҙөлөшө өсөн дә район төп майҙансыҡ булып тора. Әле лә район – ҡаланың иң эре сәнәғәт, ғилми һәм социаль-мәҙәни үҙәктәренең береһе. Бында 40-тан ашыу авиация, геофизика, электроника продукцияһы, производство һәм махсус йүнәлештәге автоматлаштырыу ысулдарын етештереү ойошмаһы бар. Шулай уҡ республиканың полиграфия-нәшриәт үҙәге лә Совет районында урынлашҡан. Бөгөн район ниндәй уңыштары, һөйөнөс-көйөнөстәре менән йәшәй? Барыһы ла көйлөмө? Ниндәй етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү зарур? Халыҡ өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылғанмы? Баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы Урал КИЛСЕНБАЕВ менән ошо һәм башҡа һорауҙарҙы барланыҡ.


– Урал Таһир улы, һеҙҙең хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләнеүе­геҙгә лә ике йыл ваҡыт үтеп киткән. Ошо ваҡыт эсендә нимәләргә өлгә­шелде һәм, ғөмүмән, үткәндәрҙе барлап, киләсәккә ҡараш ташлағанда ниндәйерәк уйҙар борсой, ә, бәлки, йыуаталыр...
– Дөрөҫөн әйткәндә, ике йыл үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Аҙналар артынан аҙналар, айҙар артынан айҙар, тигәндәй. Көнө-төнө эш менән ҡайнап йәшәгәс, ваҡыттың үткәне тойолмай ҙа ҡала шул. Маҡсаттарға килгәндә, уларҙың әллә ни ҙурҙары ла, бөйөктәре лә булманы, ахыры. Саралар, көндәлек мәшәҡәттәр, проблемалар менән йәшәлә. Шулай ҙа, ҙур йылғалар бәләкәй шишмәләрҙән хасил булған кеүек, беҙҙең эштә лә ана шул көндәлек мәшәҡәттәр артында оло бурыс­тар һәм маҡсаттар ята. Миҫал өсөн И. Якутов исемендәге паркты ғына алып ҡарайыҡ. Илле йылдан ашыу бер ниндәй ремонт күрмәгән күңел асыу урыны бөгөн ысын мәғәнәһендә икенсе һулышын кисерә. Иң мөһиме, кешеләр битараф түгел. Үҙҙәре үк тәҡдимдәрен, теләктәрен әйтеп китә. Әйткәндәй, яҡын киләсәктә бында балалар өсөн яңы майҙансыҡтар асыласаҡ һәм шуларҙың береһен мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус йыһазландырырбыҙ тип торабыҙ. Әлегә Өфөлә бындай парк юҡ. Ғөмүмән, парктың тәү тәғәйенләнешен ҡайтарыу маҡсат. Ул И. Якутов исемендәге Балалар паркы булып ҡалырға тейеш. Шуға бында урынлашҡан “Тихая гавань” ресторанының да йүнәлештәре ҡайтанан ҡараласаҡ. Ул йә балалар ресторанына, йә булмаһа балалар-үҫмерҙәр йүнә­ле­шендә эшләйәсәк ойошмаға әйләнәсәк. Был хаҡта килешеп һөйләшелгән һәм быйылдан идеяларҙы тормошҡа ашыра башларбыҙ тип торабыҙ. Ҡала хакимиә­тенә рәхмәт. Төҙөлөш эштәре хакимиәт башлығы Ирек Ялаловтың фатихаһы менән башланды һәм шәхсән уның контроле аҫтында тормошҡа ашырыла. Киләсәктә парк ҡаланың ғына түгел, ғөмүмән, республика халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнер тип ышанам.
Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа ла ҙур ремонт эштәре башҡа­рылды. Хәҙер бынан йылдың ниндәй генә миҙгелендә лә халыҡ өҙөлмәй, бала-саға тауышы тынмай. Ҙур, матур балалар майҙансығы, сифатлы спорт ҡоролмаһы, заманса хоккей ҡабы, скейт-парк – барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә. Скверҙың уртаһына орден-миҙалдар һынланды­рылған аллея ла яһап ҡуйҙыҡ. Бында бөтә тарих сағыла тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ. Ватансылыҡ тәрбиәләү йәһәтенән был да беҙҙең өсөн бик мөһим аҙым.
Скверҙа сиркәү ҙә тергеҙелеп килә. Бер шәхси эшҡыуарҙың ярҙамы менән ул яҡын киләсәктә асылыр тип өмөтләнәбеҙ.
Ғөмүмән, районда төҙөлөш эштәренең тынғаны юҡ. Йорттар тапшырыла, торлаҡ комплекстары төҙөлә, төрлө күңел асыу үҙәктәре сафҡа инә. Уларҙы, әлбиттә, башлыса шәхси эшҡыуарҙар төҙөй. Әммә сифат өсөн барыбер ҙә беҙ яуаплы. Шуға бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай, һәр объектты контролдә тоторға тырышабыҙ. Әлбиттә, төрлө саҡтар булып китә. Эш бит. Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә күп әле.
– Шуларҙың иң киҫкендәренең бе­ре­һе, моғайын да, юлдарға ҡағыла­лыр...
– Шулай. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ­лоғо, машиналарҙың күплеге, асфальттың сифатһыҙлығы – былар барыһы ла юлдарҙың торошона туранан-тура тәьҫир итә. Ғөмүмән, был проблема тураһында бик оҙаҡ һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа юл мәсьәләһенә ҡағылышлы быйылғы йылдың төп яңылыҡтарының береһе – интерактив карта. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың башланғысы менән булдырылған был проекттың ыңғай яҡтарын халыҡ баһалап өлгөрҙө лә инде. Ул нисек эшләй тиһегеҙме? Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: һәр яҙ ғәҙәттәгесә ҡар иреү менән асфальт та иреп юҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә юлдарҙа соҡорҙар барлыҡҡа килә. Бының эҙемтәһен, тәү сиратта, водителдәр үҙ кеҫәһендә татый. Шуға ла юлсылар был юлы автоһәүәҫкәрҙәрҙең үҙҙәрен ярҙамға саҡыра. Бының өсөн соҡорло участканы фотоға төшөрөргә һәм ҡала хакимиәтенең рәсми сайтындағы “соҡорло юлдар” картаһына ҡуйырға ғына кәрәк. Соҡор өс көн эсендә ямалырға тейеш. Заманса итеп әйткәндә, халыҡ менән онлайн режимда эшләйбеҙ. Әйтәйек, кисәге көнгә Өфө ҡалаһы буйынса 500-ҙән ашыу ғариза килгәйне. Әле уларҙың 80 проценты үтәлгән.
– Ә Совет районы буйынса дәғүәләр күпме?
– Тәүлегенә уртаса ун ғариза. Уларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Ғөмүмән, был осраҡта эш һанда ла түгел, минеңсә. Миллионлы ҡала өсөн тәүлегенә 500-600 ғариза булыуы ла бик ихтимал. Барыһы ла халыҡтың әүҙемлегенән тора.
– Тимәк, бындай заманса “аралашыу” алымын халыҡ менән етәкселек араһындағы ике яҡлы хеҙмәттәшлекте камиллаштырыуҙа ныҡлы аҙым тип тә баһаларға кәрәк. Етәкселек халыҡты ишетә һәм уны борсоған проблема­лар­ҙы хәл итеүҙә туранан-тура ҡат­наша икән, был бит уға булған ышанысты арттырасаҡ ҡына.
– Ысынлап та шулай. Әммә беҙҙең халыҡ бындай бәйләнешкә әлегә әҙер түгел. Күптәр Интернетты тәнҡит һәм аһ-зар өсөн майҙансыҡ тип кенә ҡабул итә. Ләкин һәр нәмәнең инструкцияһы булған кеүек, уны ла дөрөҫ ҡуллана белеү шарт. Бына, мәҫәлән, йыл башында күпләп ҡар яуҙы. Коммуналь хужалыҡ ҡайһы бер урамдарҙы таҙартып өлгөрә алманы. Тәү ҡарашҡа бындай тотороҡһоҙ һауа торошо шарттарында була торған хәл. Әммә йәмәғәтселек паникаға бирелде. Ни өсөн? Әлеге лә баяғы Интернетты дөрөҫ файҙа­лана белмәүебеҙ арҡаһында. Беренсенән, ҡала һәм район хакимиәттәре халыҡ менән аралашыуҙа әүҙемлек күрһәтмәне. Икенсенән, күп кенә граждандарҙың мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡалды. Бер дәғүә... Ике дәғүә... Унан китә инде. Ә бит ике яҡлы хеҙмәттәшлек булһа, проблема күпкә тынысыраҡ хәл ителер ине.
– Соҡор-саҡырҙарға бәйле интерактив таҡта кеүекме?
– Әйткәндәй, был проект ана шул хаталарҙың бер һөҙөмтәһе булды ла инде. Хаталарҙан берәү ҙә азат түгел шул. Хаталарҙа өйрәнәбеҙ, хаталарҙы төҙәтәбеҙ. Беҙ ҙә ул мәлдә ҡарға ҡаршы көрәште 3 ғинуарҙа ғына башланыҡ. Төрлө социаль төркөмдәр аша халыҡ менән бәйләнешкә сығып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итеп, мәсьәләне көйләп алып киттек.
– Ғөмүмән, һеҙ социаль селтәрҙә бик әүҙем эшләйһегеҙ. Мин был осраҡта шәхсән үҙегеҙҙе генә түгел, ә Совет районы хакимиәтенең рәсми сайтын да күҙ уңында тотоп әйтәм.
– Социаль селтәрҙә эшләү – заман талабы. Ҡайһы бер ҡалалар был этапты алданыраҡ үтте, ҡайһы берәүҙәр әле лә башламаған. Беҙҙең Өфөгә иһә уның еле әле килеп етте буғай. Ғөмүмән, асыҡлыҡ кәрәк. Был йәһәттән Һамар ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығының эш тәжрибәһе ҡыҙыҡлы. Ул халыҡ менән осрашҡан һайын үҙенең кеҫә теле­фонының һандарын әйтеп йөрөй. Ә бит бындай алым абруй арттырыр өсөн дә, рейтинг үҫтерер өсөн дә түгел, йәмә­ғәтселек өсөн кәрәк. Шылтыраталар, дәғүәләрен еткерәләр, һөҙөмтәлә бойороҡ бирелә һәм проблема хәл ителә. Әйткәндәй, мин дә үҙемдең телефон һандарын “Бәйләнештә” селтәрендәге диуарыма яҙып ҡуйғанмын. Тик, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, шылтыратыусылар ғына юҡ тиерлек. Бәлки, күрмәйҙәрҙер, бәлки, ышанмайҙарҙыр, бәлки, беҙ быға әлегә әҙер түгелбеҙҙер. Быныһын аныҡ ҡына әйтә алмайым. Һәр хәлдә был да асыҡлыҡтың бер сағылышы.
– Әле күптәр яҙғы ташҡынға әҙерлек мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Был проблема һеҙҙең районда нисегерәк хәл ителә? Тәбиғәттең был һынауына әҙерһегеҙме?
– Бәхеткә тип әйтәйемме, Совет районы ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Нимә-нимә, яҙғы ташҡындар мәсьәләһе беҙҙе урап үтә. Шәхси йорттарҙы һыу баҫмай. Бер-ике ойошма бар, әлбиттә. Уларҙың да штабтары ойошторолған, бөтә төр хәүефһеҙлек саралары хаҡында иҫкәр­телгән. Матди-техник яҡтан да дәғүәләр юҡ. Шуныһы: яҙғы ташҡындың беҙгә ҡағылмауы ташҡынға ҡаршы сараларҙа ҡатнашмауҙы аңлатмай әле. Күршеләргә ярҙам итәбеҙ. Былтыр, мәҫәлән, бер нисә районға техника ебәрҙек. Быйыл нисегерәк булыр, әйтеүе ауыр, әммә ярҙам кәрәк була ҡалһа, һис шикһеҙ, ситтә тороп ҡалмаясаҡбыҙ.
– Яҙғы ташҡын беҙгә ҡағылмай тип ҡыуандырҙығыҙ ҙа ул, ә “субботник”­тар? Теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, улар­һыҙ булмаҫ инде ул...
– Шәмбе өмәләрен көтөп торған юҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәр­ҙәре таҙартыу эштәренә ҡар ирей башлау менән тотона. Шуға “субботниктар”ҙы ла ана шул ҙур хеҙмәттең бәләкәй генә бер өлөшө итеп ҡабул итәбеҙ. Ә бына тәрбиәүи йәһәттән иһә роле баһалап бөткөһөҙ. Һәр ҡайһыбыҙ тәртипте, таҙалыҡты үҙе йәшәгән йортонан башларға тейеш. Шуға юғары класс уҡыусылары, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы шәмбе өмәләрен яҙғыһын-көҙгөһөн икешәр тапҡыр үткәрергә тырышабыҙ. “Субботник” тигәндән, тағы бер проектты тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ. Кем генә булмаһын, Совет районында йәшәйме ул йәки башҡа адрес буйынсамы, уҡыусы баламы, әллә оло йәштәге олатай-өләсәйме, әгәр уның өмә үткәрергә теләге була икән, рәхим итеп беҙгә шылтыратһын. Беҙ уға ҡорамалдарын да, тоҡ, бирсәткә кеүек кәрәк-ярағын да, сүп-сарын сығарып түгергә машинаһын да бирәсәкбеҙ. Кешенең үҙ ихтыяжы менән башҡарған эше һәр ваҡыт яҡшыраҡ та, һөҙөмтәлерәк тә килеп сыға. Ә районыбыҙҙа скверҙар, парктар, уйын майҙансыҡтары күп. Кем белә, бәлки, кемдеңдер теләге булып та мөмкинлеге юҡтыр. Ана шундайҙарҙы көтөп ҡалабыҙ.
– Антуан де Сент-Экзюпериның геройы әйтмешләй, “иртән тороп йыуы­нырға, үҙеңде тәртипкә килтерергә һәм шунда уҡ планетаңды ла тәртипкә килтерергә кәрәк” тигән принцип менән йәшәгәндәргә инде был проект. Ғөмүмән, районда ҡаты көнкүреш ҡал­дыҡтарын йыйыу, эшкәртеү мәсьә­ләһе нисегерәк тора?
– Проблема бар. Быны танырға кәрәк. Йырындар, бәләкәй йылғалар эргәһендә, шәхси йорттар булған ерҙә сүп-сар өйөмө булдырыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте. Ҡайһы бер нөктәләрҙе контролдә тотоп өлгөрөп тә булмай. Ғөмүмән, был халыҡ­тың аңынан килә. Ә таҙартыу мәсьәләһенә килгәндә, граждандар был йүнәлештә лә беҙгә теләктәшлек күрһәтһә, эшебеҙ күпкә йәнлерәк барыр ине. Юҡһа, әйтәм бит, ҡайһы бер сүп-сар урындарын белеп бөтөп булмай. Ә кешеләр беҙгә шылтыратып йә булмаһа социаль селтәргә яҙып хәбәр юллаһа, проблема тиҙерәк хәл ителер ине. Ғөмүмән, һәр эште бергәләп башҡар­ғанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Тартҡылашып, һүҙ һөйләп кенә бер мәсьәләне лә хәл итеп булмай ул. Теләктәшлек кәрәк.
– Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тиһегеҙ ҙә ул, ә шулай ҙа халыҡ йыш мөрәжәғәт итәме? Һеҙ шәхсән үҙегеҙ ниндәй көн­дәрҙә ҡабул итеүҙәр ойошто­раһығыҙ?
– Һәр дүшәмбе бишенсе яртынан алып ҡабул итә башлайым һәм һигеҙҙән дә иртәрәк бушамайым. Кеше күп кенә була. Ундан да кәм килмәйҙәр. Ғөмүмән, был осраҡта хатта мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны ла мөһим түгел. Уларҙың бит һәр ҡайһыһы тиерлек ҙур проблемалары менән килә. Бына эш нимәлә.
– Башлыса ниндәй мәсьәләләр борсой халыҡты?
– Тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренең эше. Торлаҡ мәсьәләһенә ҡағылышлы дәғүәләр ҙә бик күп.
– Һигеҙҙән дә иртәрәк бушамайым, тиһегеҙ. Ә эш сәғәтегеҙ нисәнән башлана һуң?
– Иртәнге сәғәт һигеҙҙән дә ҡалмай мин эш урынында инде. Уға тиклем райондың төп урамдарын булһа ла йөрөп сығырға кәрәк. Шуға эш сәғәтем таңғы алтыла ла, етелә лә башланыуы ихтимал. Төрлөсә килеп сыға.
– Ғаиләгеҙгә ваҡыт ҡаламы һуң? Иртәнән кискә тиклем эштә булғас буш ваҡытығыҙ ҙа ҡалмайҙыр инде?
– Уныһын танырға кәрәк. Күп кенә шөғөлдәрҙән, хоббиҙарҙан баш тарттым. Шуға ғаиләм менән үткәргән һәр минутым ҡәҙерле. Хәйер, ҡайһы берҙә хатта эш менән ғаиләне бергә алып барырға ла тура килә. Бына, әйтәйек, ял көндәрендә яҡындарым менән ҡайҙалыр ял итергә сыҡһаҡ, мотлаҡ үҙебеҙҙең районда урынлашҡан паркты йә булмаһа күңел асыу урынын һайлайбыҙ.
– Ял да итәһегеҙ, күҙәтеп тә йөрөй­һөгөҙ, тимәк?
– Шулайыраҡ килеп сыға инде (көлә). Әлбиттә, мин йығылып китеп эш менән генә лә мәшғүл түгелмен, әммә шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Бутарға түгел, ҡушырға тырышам.
– Күңел асыу тигәндәй, һеҙҙең районда йылдың ниндәй генә миҙгелендә лә төрлө мәҙәни, спорт саралары йыш үткәрелә. Был нимәнән килә? Үҙегеҙ әйтмешләй, ҡаланың үҙәк районда­ры­ның береһе булғанғамы, әллә башҡа сәбәптәр ҙә бармы?
– Уныһы ла барҙыр инде. Ни генә тиһәк тә, районда 127 урам иҫәпләнә. Уларҙың дөйөм алғанда 75-80 проценты төп урамдар исемлегендә – Еңеүҙең 50 йыллығы, Салауат Юлаев проспекты, Октябрь проспекты һәм башҡалар. Төрлө күңел асыу үҙәктәре лә, социаль объекттар ҙа бында тығыҙ урынлашҡан. Йөкләмә ҙур, әлбиттә, шуға яуаплылыҡ та көслөрәк. Бер статистикаға ғына күҙ һалайыҡ. Былтыр беҙҙең районда 50-нән ашыу үҫмер енәйәт эше ҡылған. Ентекләп тикшерә башлаған инек, уларҙың туғыҙы ғына Совет районында йәшәй булып сыҡты. Ҡалғандары сит райондарҙан, хатта сит ҡалаларҙан килгән. Ни өсөн шулай килеп сыға? Сөнки, үрҙә әйтеп үтеүемсә, беҙҙең биләмәлә төрлө күңел асыу урындары, сауҙа үҙәктәре бик күп. Ә енәйәтселек нәҡ ошондай урындарҙа теркәлә лә инде. Шуға был осраҡта бер нәмәне лә тота килеп кенә дәлилләү дөрөҫ түгел. Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә.
Гараждар мәсьәләһе яңы көс менән дауам итә. 2500-ҙән ашыу гараж бар ине, уларҙың 1500-өн сығарҙыҡ. Меңгә яҡыны һаман бар әле. Тәү сиратта, әлбиттә, мәктәп, балалар баҡсаһы эргәһендә урынлашҡан гараждар алына. Бөгөнгө көндә уларҙың һаны – 48. Бер-ике ай эсендә был мәсьәләне лә тулыһынса хәл итеп ҡуйырбыҙ тип уйлайым. Иң ғәжәплән­дергәне – гараж хужаларының вайым­һыҙлығы. Улар бит был милектәрен келәт урынына файҙалана. Берәүһендә хатта уйын автоматтары һаҡлағандар. Әйткән­дәй, 2500 гараждың 50-һе генә законлы урынлаштырылған.
– Өфө ҡалаһының райондары ғаиләләге ете бала кеүек – төрлөләр, әммә берҙәмдәр һәм бик татыуҙар. Етәксе булараҡ, районығыҙҙы нисе­герәк ҡылыҡһырлар инегеҙ?
– Беҙҙең район майҙаны буйынса иң бәләкәйе – 16 кв. км. Ҡалған райондарҙан, мәҫәлән, Калинин, Октябрь райондарынан, ун тапҡырға бәләкәйерәк, әммә халыҡ һаны буйынса өсөнсө урындабыҙ – 178 мең кеше. Яңы биҫтәләр юҡ тиерлек. Сөнки биләмәбеҙҙе киңәйтеү мөмкинлеге юҡ. Һөҙөмтәлә йәштәр һаны кәмей. Оло йәштәгеләр күбәйә. Ҡалған райондар “йәшәрә” икән, беҙ “ҡартаябыҙ”. Уның ҡарауы торлаҡҡа хаҡ ныҡ ҡиммәт. Дөрөҫ әйттегеҙ, беҙ ғаиләләге ете бер туған кеүекбеҙ. Етебеҙ ете төрлө булһа ла, теләктәшлектә, дуҫтарса мөғәмәләлә йәшәйбеҙ. Һәр башланғысыбыҙ, һәр маҡсатыбыҙ һәм бурысыбыҙ – халыҡ мәнфәғәтендә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 349

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 338

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213