Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм Хәмитов: “Хөкүмәт халыҡтың тормош сифатын күтәрергә бурыслы”
Башҡортостан Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы, бынан ары Президент Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Республика Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаясаҡ. Кисә ошондай отчеттың тәүгеһе булды. Рөстәм Зәки улының сығышын тыңлау өсөн Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзалары, Рәсәй Дәүләт Думаһы менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, Республика Хөкүмәте ағзалары, федераль, шулай уҡ республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре йыйылды.
Башҡортостан Президенты үҙе билдәләгән төп йүнәлештәргә аныҡ туҡталып үтте. Һүҙен халыҡты эш менән тәьмин итеүҙән башланы. Үкенескә ҡаршы, эшһеҙҙәр, Рәсәйҙәге уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда, беҙҙә күберәк. Проблеманы хәл итеү өсөн мәшғүллек хеҙмәттәренең эшмәкәрлеген яҡшыртыу кәрәк тигән фекер әйтте төбәк башлығы. Ни өсөн тигәндә, эш биреүселәр уларға вакансиялар тураһында мәғлүмәт бирмәй. Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү ҙә — мөһим мәсьәлә. Рөстәм Зәки улы улар өсөн “Стартҡа хоҡуҡ” пилот проектын дауам итергә тәҡдим итте.
— Эшһеҙлек мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү өсөн республиканың дөйөм иҡтисади үҫешен тәьмин итеү кәрәк. Бөгөн Хөкүмәттең эшмәкәрлеге ошоға йүнәлтелгән дә инде, — тине ул. — Былтыр республика иҡтисади көрсөк эҙемтәләренән тулыһынса арынды. Инвестиция һалынған төҙөлөш, ауыл хужалығы өлкәләре нығынды. Тулайым төбәк продукты күләме бер йыл эсендә 10 процентҡа артты, был — илдәге иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе.
Ысынлап та, республикала инвестиция сәйәсәте тамырынан үҙгәрҙе, инвесторҙар өсөн мөһим закондар ҡабул ителде. Был йәһәттән Президент Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының аныҡ эшен билдәләп үтте. Беҙҙә дәғүәселеккә һәләтле мөхит булдырылды. Бөгөн республикала 40-лап ҙур инвестиция проекты эшләй. Рөстәм Хәмитов төбәктең ҡала һәм райондарында тормошҡа ашырылған проекттарға ла туҡталып үтте. Шулай ҙа Башҡортостан йән башына тура килгән инвестиция күләме буйынса Рәсәй күрһәткестәренән уртаса ике тапҡырға артта ҡала.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Башҡортостандың төбәктәрен үҫтереү программаларына туҡталды. Урал аръяғы райондарын комплекслы үҫтереү өсөн былтыр 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уларҙың 3,5 миллиард һумы төрлө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелһә, ҡалғаны социаль инфраструктура өсөн тотонолған. Был саралар, әлбиттә, һөҙөмтәһеҙ ҡалманы — төбәктә 1,6 мең яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Төньяҡ-көнсығыш райондар ҙа иғтибарҙан мәхрүм түгел. Былтыр йыл аҙағында шул төбәкте үҫтереү өсөн махсус программа ҡабул ителде. Ундағы транспорт инфраструктураһы өсөн генә йыл аҙағына тиклем 400 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Башҡортостан элек-электән аграр төбәк булараҡ билдәле. Тармаҡҡа ярҙам даими күрһәтелә һәм былтыр уға 16 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Республика башлығы әйтеүенсә, 2010 йылғы ҡоролоҡтоң эҙемтәләре тулыһынса бөтөрөлгән. Ауыл хеҙмәткәрҙәренә төрлө йүнәлеш буйынса ярҙам күрһәтелгән. Мәҫәлән, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыусыларҙың 40 процент сығымы компенсациялана. Шуның һөҙөмтәһендә былтыр 3 мең берәмек техника алынды. Шулай уҡ минераль ашлама һатып алыуға субсидия бирелде, яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы кәметелде. Ауылда йәшәүселәр өсөн һөт етештереүҙә ҙур ярҙам күрһәтелә. Былтыр фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә фермалары булдырыу программаһы эшләй башлағайны. Унда ҡатнашыу өсөн 200-ҙән ашыу теләк белдереүсе бар.
Эшҡыуарлыҡ тармағы ла үҫеш кисерә. Башҡортостанда 112 мең бәләкәй һәм урта бизнес субъекты теркәлгән. Был өлкәлә һәр дүртенсе хеҙмәткәр эшләй. Былтыр улар республика ҡаҙнаһына 4 миллиард һумдан ашыу һалым күсергән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 380 миллион һум аҡса бүленгән. 4 меңдән ашыу эшҡыуар ярҙам алған.
— Ниндәй генә сара күрһәк тә, беҙҙең бәләкәй эшҡыуарлыҡ тотош Рәсәйҙәге кеүек үк бихисап ауырлыҡҡа тарый. Һаман да административ кәртәләр һаҡлана, “берҙәм тәҙрә” системаһы ла көтөлгәнсә уңышлы эшләмәй. Был йәһәттән артабан да уйлашырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты башҡа тармаҡтарҙы ла урап үтмәне. Мәҫәлән, торлаҡ төҙөлөшө. Быйыл беҙҙә 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү күҙаллана. Был 2011 йылғы күрһәткестән ни бары 200 мең квадрат метрға ғына күберәк. Хөкүмәт һәм республика етәкселеге ниндәй генә сара күрһә лә, был өлкә һаман ауыртҡан урындарҙың береһе булып ҡала. Быйыл да, үкенескә ҡаршы, ныҡлы алға китеш көтөлмәй. Хеҙмәт хаҡы мәсьәләһе буйынса ла тулы мәғлүмәт булды. Дөйөм алғанда, ул 13 процентҡа артҡан. Хәҙер уртаса эш хаҡы — 18 мең һум тирәһе. Күп кенә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелде. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, был һөҙөмтәләр менән тынысланырға ярамай.
Аҙаҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Рөстәм Хәмитовҡа төрлө һорау бирҙе. Президент уларҙың барыһына ла яуап ҡайтарҙы.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Михаил БУГЕРА, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары:
— Барыбыҙ ҙа Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Президенты вазифаһына төп өс тезис менән килеүен хәтерләйбеҙ. Улар: эш урыны, хеҙмәт хаҡы һәм торлаҡ. Бөгөн Хөкүмәт был йүнәлештә ныҡышмалы эшләй. Әлеге отчет та ошоға нигеҙләнеп әҙерләнгән. Президенттың 2012 — 2013 һәм артабанғы йылдарға республиканы үҫтереү өсөн аныҡ пландары бар, хәҙер бергәләп тырышып эшләргә лә эшләргә. Президент беҙҙең Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары менән берлектәге хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы, артабан да ошо йүнәлештә эште дауам итербеҙ тип ышанам.

Римма ҮТӘШЕВА, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары:
— Мине, табип булараҡ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе борсой. Бөгөн ауылда кадрҙар проблемаһы — көнүҙәк мәсьәлә, бәләкәй генә ауылдарың да үҙ табиптары булырға тейеш. Тик быны республика етәкселегенең ярҙамынан тыш эшләп булмай. Әле был йәһәттән күп программа тормошҡа ашырыла, һәм улар ҙур өмөт уята. Президенттың айырыуса ошо мәсьәләгә иғтибар бүлеүе һөйөндөрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205