Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәне тәҡдим итте
6 ноябрҙә Рөстәм Хәмитов республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 24-се ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.
Хөрмәтле депутаттар!
Һеҙгә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәне тәҡдим итәм.
Биш йыл элек, парламент депутаттары алдында ошо трибунанан сығыш яһап, яңы Хөкүмәттең эшмәкәрлегендәге төп өҫтөнлөктәрҙе, атап әйткәндә кешеләр мәнфәғәтендә эшләүҙе, властың асыҡлығын һәм ғәҙеллеген, республика граждандарының йәшәү сифатын яҡшыртыу зарурлығын билдәләгәйнем.
Ошо йылдар эсендә байтаҡ эш башҡарып өлгөрҙөк. Республикала бик күп өлкәләрҙә мөһим үҙгәрештәр уңышлы тормошҡа ашырылды. Һөҙөмтәле социаль сәйәсәт, башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән инвесторҙар, партнерҙар йәлеп итеү өсөн иҡтисади һәм финанс базаны нығытыу йәһәтенән системалы саралар ғәмәлгә ашырылды.
2010 йылдан Башҡортостан сәнәғәте 40 процентҡа үҫте, инвестициялар — ике тапҡырға артып, 300 миллиард һумға, тулайым төбәк продукты 80 процентҡа күтәрелеп, 1 триллион 400 миллиард һумға етте. 7,5 меңдән ашыу ҙур һәм бәләкәй предприятие асылды. 60 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килде, эшһеҙлек 1,7 тапҡырға кәмене. Йыйылма бюджет килеме 40 процентҡа тиерлек, йәғни 120 миллиард һумдан 166 миллиард һумға тиклем үҫте. Тышҡы сауҙа әйленеше 1,5 тапҡырға әүҙемләште. Инвестиция шарттары ла яҡшырҙы. Әле республикала 120 проект тормошҡа ашырыла. Уларға 700 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынған. Был проекттар өҫтәмә рәүештә 45 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Социаль бурыстарҙы үтәү йәһәтенән дә мөһим аҙымдар яһалды. Халыҡтың уртаса эш хаҡы һәм килеме 2010 йылдан алып 1,5 тапҡырға артты. Сабыйҙар 5,5 процентҡа күберәк тыуҙы тәбиғи артым 2,6 тапҡырға үҫте. Былтыр 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. Һөҙөмтәлә был күрһәткес буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында — беренсе, ил буйынса бишенсе урынға сыҡты.
3-7 йәшлек балалар өсөн баҡсаға сират мәсьәләһе тулыһынса хәл ителде тиерлек. Биш йыл эсендә 50 меңдән ашыу өҫтәмә урын барлыҡҡа килде, шул иҫәптән 12,6 мең урынлыҡ 85 балалар баҡсаһы төҙөлдө. Мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары төҙөүҙең бындай әүҙемлеген республика әлегә тиклем һис ҡасан да белмәне.
Һуңғы йылдарҙа мәҙәни тормош йылдамлашты, сағыуланды. Тармаҡ учреждениеларының матди базаһы нығытылды, хеҙмәткәрҙәренә ярҙам артты. Мәҙәниәт һәм Әҙәбиәт йылдарын Рәсәй киноһы йылы дауам итәсәк.
Хөрмәтле депутаттар!
Һуңғы биш йылда республика иҡтисады өсөн яҡшы нигеҙ барлыҡҡа килде. Әле финанс системаһының тотороҡлолоғон арттырыу, сәнәғәтте яңыртыу йәһәтенән маҡсатлы ярашлы эш дауам итә. Сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек киңәйә. Ижтимағи тотороҡлолоҡ һаҡлана, социаль йөкләмәләр үтәлә.
Уҙып барған йыл Башҡортостан өсөн ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле дәүер булды. Республика тәүге тапҡыр мөһим халыҡ-ара ваҡиғалар үҙәгенә, донъя сәйәсәте лидерҙарының осрашыу майҙансығына әүерелде. ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары, Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә баш ҡалабыҙ күп яҡлы донъяның конструкцияһын төҙөү символдарының береһенә әүерелде.
Саммиттарҙы үткәреү буйынса етди һәм күп йүнәлешле эш өр-яңы белемгә һәм компетенцияға, ҙур сараларҙы ойоштороу йәһәтенән ыңғай тәжрибәгә эйә булыу мөмкинлеген бирҙе.
Ошоларҙың барыһы ла көс-ҡеүәт һәм үҙ-үҙебеҙгә ышаныс өҫтәне. Тырышлыҡты туплаһаҡ, күләмле эшкә, юғары маҡсаттарға ынтылһаҡ, ниндәй ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуыбыҙҙы күрҙек.
Хәҙер беҙгә артабан да алға барырға кәрәк. Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһындағы төп идеялар, уҙған осорҙағы менән сағыштырғанда ҡатмарлыраҡ иҡтисади шарттарҙы иҫәпкә алып, яңырыуға табан алынған курсты дауам итеүҙе күҙаллай.
Үҙемдең сығышымда инновациялы иҡтисад, кеше капиталын нығытыу, лайыҡлы тормош тәьмин итеү йәһәтенән башҡарырға тейешле эштәрҙең өҫтөнлөктәрен билдәләп үтергә теләйем.
Хөрмәтле депутаттар!
Социаль-иҡтисади сәйәсәтебеҙҙең үҙәгендә кеше тора. Республикала конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыуҙың мөһим шарттарының береһе — ыңғай демографик хәл.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылдан башлап бөтә ил буйынса күрһәткестәр насарая төштө. Ул беҙҙең төбәкте лә урап үтмәне. Кире динамиканың төп сәбәптәре — сабыйҙар һанының, бала табыу йәшендәге кешеләр күләменең дөйөм кәмеүе, тирә-яҡ мөхиткә саманан тыш техноген баҫым, һаулыҡ һаҡлау селтәрендәге етешһеҙлектәр.
Медицина учреждениеларының эшмәкәрлеген яҡшыртыуҙы дауам итергә, ошо өлкәләге эште камиллаштырыуға бөтә власть тармаҡтарының иғтибарын көсәйтергә кәрәк. Ашығыс һәм тәүге медицина ярҙамының, халыҡты диспансерлаштырыуҙың сифатын яҡшыртыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә поликлиникаларҙың әһәмиәтен арттырыу шарт.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда демографик хәл насарая, ғүмер оҙайлылығы кәмей, үлем арта. Бындай хәл-шарттарҙы яйға һалырға, ҡәтғи сара күрергә кәрәк. Ауыл ерендә ысын мәғәнәһендә асыҡ һәм сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе ойоштороу, унда йәш табиптарҙы һәм фельдшерҙарҙы әүҙемерәк йәлеп итеү мөһим.
Медицинаға ҡарамаған факторҙарҙың үлем күрһәткестәренә ҙур йоғонто яһауын иҫәпкә алғанда, бала саҡтан уҡ сәләмәт тормош ҡиммәттәрен һәм күнекмәләрен тәрбиәләү шарт.
Хеҙмәт коллективтарында, мәғариф ойошмаларында, йәшәгән урын буйынса кешеләрҙе һауыҡтырыу, физик культура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнеүгә йәлеп итеү йәһәтенән саралар комплексын эшләргә кәрәк. Һәр ерҙә спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу, биҫтәләрҙә, парктарҙа һәм скверҙарҙа тренажерҙар ҡуйыу зарур.
Йәштәр сәйәсте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтары, муниципалитеттар асыҡ спорт инфраструктураһын, шул иҫәптән ауылда әүҙемерәк ойошторорға, “сәләмәтлек киңлеге”н булдырырға тейеш.
Илебеҙҙә ГТО хәрәкәтен тергеҙеү буйынса алып барылған эшкә ярашлы был тема мәғлүмәт сәйәсәтендә иң мөһимдәрҙең береһенә әүерелергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта йәш быуындың әхләҡи сәләмәтлеге хаҡында ла хәстәрлек күреү зарур. Йәштәргә тәрбиә биреү мәсьәләләрен баҙар иҡтисады һәм ҡулланыусылар йәмғиәте ҡарамағына тапшырып ҡуйырға ярамай. Ил Президенты Указына ярашлы төҙөлгән “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”нең төбәк бүлексәләрен ойоштороу бурысы тора. Тәрбиәүи эште традицион рухи ҡиммәттәргә, Рәсәй тарихына һәм күп милләтле мәҙәниәтенә таянып, яңы кимәлгә күтәрергә кәрәк. Республика Хөкүмәтенә ошо эште ойоштороу буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереү бурысын йөкмәтәм.
Хөрмәтле депутаттар!
Бөгөнгө шарттарҙа халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү селтәренә һөҙөмтәле идара итеү, иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарында һәм сегменттарында эш биреүселәр менән бәйләнеш булдырыу мөһим. Былтыр республиканың хеҙмәт ресурстары төрлө сәбәп буйынса 13 мең кешегә кәмене. Һөнәри кадрҙарҙың миграция ағымы дауам итә.
Республика Хөкүмәтенән квалификациялы белгестәрҙе үҙебеҙҙә һаҡлап ҡалыу һәм кәрәкле кадрҙарҙы башҡа биләмәләрҙән йәлеп итеү буйынса сараларҙың комплекслы планын әҙерләүҙе һорайым. Ведомство-ара нигеҙҙә Башҡортостандан ситтәге вуздарҙы тамамлаған йәштәрҙең үҙебеҙгә ҡайтыуын дәртләндереү алымдарын булдырырға кәрәк.
Һөнәри белем системаһына талап ярайһы уҡ арта. Республикаға колледждарында хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле һөнәрҙәр буйынса кадрҙар әҙерләнгән төбәктәрҙең Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы төҙөгән исемлегенә инергә кәрәк. Был һөнәрҙәр Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы тарафынан раҫланған һәм сәнәғәттең юғары технологиялы тармаҡтарына, шулай уҡ хеҙмәттәр өлкәһенә йүнәлтелгән.
Өфөлә “Хеҙмәт кешеһе” тип аталған тәүге эшсе һөнәрҙәр фестивале үткәрелде. Унда уҡыусылар һәм студенттар иң кәрәкле профессиялар менән танышып, үҙ һәләттәрен һынап ҡараны. Һөнәри йүнәлеш биреүҙең ошондай ижади алымдары исемлеген киңәйтеү шарт.
Вуздарыбыҙҙың матди, фәнни-методик, ресурстар базаһын нығытыуға булышлыҡ итергә, милли һәм халыҡ-ара рейтингтарҙа уларҙың позицияһын күтәрергә кәрәк. Был йәһәттән әле ойошторолған селтәр университеты, шулай уҡ республика университеттары тарафынан төбәк таяныс вузы статусын алыу ҙур әһәмиәткә эйә булырға тейеш.
Мәғариф менән производство, дуаль уҡытыу практикаһын берлектә үҫтереп, йәнәш барырға тейеш.
Кадрҙар әҙерләүҙә, уның сифатын баһалауҙа предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың әүҙем ҡатнашыуын тәьмин итеү өсөн республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһына эш биреүселәрҙең берекмәләре менән бергә квалификацияларҙы сертификатлауҙың һәм һөнәри белем биреү прогрммаларын ижтимағи-профессиональ аккредитациялауҙың төбәк системаһын ойоштороуҙы тиҙләтергә кәрәк. Был эштең оҙаҡҡа һуҙылыуын бер нисек тә аҡлап булмай.
Төбәк технологик башланғыстарында, шулай уҡ тикшеренеү һөҙөмтәләрен ахыр продуктҡа тиклем еткереүҙе тәьмин иткән өр-яңы фәнни-етештереү платформаһы булараҡ Өфө технополисын ойоштороуҙа фән менән производство интеграцияһы өсөн ҙур ҡеүәтте күҙаллайбыҙ.
Мәғлүмәт-технологик, фармацевтика һәм медицина, биотехнологиялар, химия һәм төҙөлөш производствоһы өлкәһендә яңы ғилми йүнәлештәрҙе үҫтереү мөһим.
Хөрмәтле депутаттар!
Лайыҡлы йәшәү кимәлен тәьмин итеү — тәү сираттағы социаль бурысыбыҙ. Был йәһәттән иң элек халыҡтың килемен үҫтереү йәһәтенән эш алып барырға кәрәк.
Республика Хөкүмәтенә Эш хаҡын арттырыу саралары планының үтәлешен бөтә кимәлдә лә контролдә тоторға, хеҙмәтсәндәрҙең законлы хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эшмәкәрлекте көсәйтергә кәрәк.
Халыҡтың үҙмәшғүллеген, уның эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыу йәшәү кимәлен күтәреүҙең, эшһеҙлекте кәметеүҙең ысын факторын тәшкил итә. Шәхси башланғыстарҙа яҡлауҙы дауам итергә, яңы килем сығанаҡтарын табырға, иҡтисади эшмәкәрлекте күләгәләге секторҙан сығарырға кәрәк. Бәләкәй һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар кооперацияһы, хеҙмәт ассоциацияларын ойоштороу, яңы эш урындары күпләп булдырылған агропродукцияны эшкәртеүҙең бәләкәй производстволарын асыу һөҙөмтәле алымға әүерелергә тейеш.
Иҡтисади тормошта, граждандарҙың хоҡуғын яҡлауҙа, социаль хеҙмәт күрһәтеүҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, мәрхәмәтлек, ирекмәнлек берекмәләре һәм башҡалар бөгөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Йәмәғәт-дәүләт партнерлығы алымын ғәмәлгә индереүҙе дауам итеү зарур. Социаль өлкәлә перспективалы проекттарҙы, социаль яуаплы эшҡыуарылыҡты үҫтереү буйынса Инновациялар үҙәгенең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү шарт.
Хөрмәтле депутаттар!
2015 йыл беҙҙең бюджет системаһын ныҡлыҡҡа һынау осоро булды. Министрлыҡтар, ведомстволар һәм муниципалитеттарҙың эшен координациялау, ҙур предприятиелар, һалым органдары, башҡа федераль структуралар менән үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү хәлде контролдә тотоу ғына түгел, килемде 13 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирҙе.
Ил Президенты Владимир Владимирович Путиндың федераль Хөкүмәткә “Башнефть” компанияһы акцияларының 25 процентын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы күрһәтмәһе бюджетты тулыландырыу йәһәтенән республика өсөн яҙмышты хәл иткес ваҡиғаға әүерелде. Дивидендтарҙың тәүге 5 миллиард һумы төбәкте үҫтереүгә йүнәлтелде, халыҡҡа файҙа килтерә. Рәсәй Федерацияһы Президентына барлыҡ мөһим мәсьәләләрҙә республикаға һәр йәһәттән ярҙам күрһәткән өсөн тағы ла бер тапҡыр һеҙҙең менән бергә ихлас рәхмәт белдерергә теләйем.
Киләһе йылдарҙа бюджет сығымдарының арытыуы килемдең үҫеше менән тәьмин ителергә тейеш. Яңы банк кредиттарын йәлеп итергә кәрәк, иң элек заманса иҡтисад тармаҡтарын үҫтереү өсөн.
Министрлыҡтарға, ведомстволарға, муниципалитеттарға өҫтәмә сығанаҡтарҙы әүҙемерәк эҙләргә, ҙур саралар үткәреүгә, ғилми асыштарға йүнәлтелгән федераль программаларға, гранттарға ярашлы финансланыуға дәғүә итергә кәрәк.
Төрлө йүнәлештәр буйынса республикабыҙ ҡатнаша алырлыҡ ғәмәлдәге һәм күҙалланған дөйөм Рәсәй проекттарының ведомство-ара йыйылмаһын әҙерләүҙе һорайым. Башҡортостан Хөкүмәтенә был эште көйләргә, уны башҡарма власть органдары һөҙөмтәлелеген баһалауҙың мөһим критерийы булараҡ ҡарарға кәрәк.
Йәмғиәттә финанс ғилемен үҫтерергә, граждандарға хоҡуҡи һәм иҡтисади белем биреү менән шөғөлләнергә, уларҙы алдаҡсыларҙан һәм финанс пирамидаларынан яҡларға кәрәк. Республика Хөкүмәтенән тейешле мәғлүмәт порталын төҙөү мөмкинлеген ҡарауҙы һорайым.
Хөрмәтле депутаттар!
Беҙ үткәргән асыҡлыҡ сәйәсәте социаль-иҡтисади үҫеш динамикаһына ыңғай йоғонто яһауын дауам итә. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәттең һөҙөмтәлелелеген һәм конкурентлыҡ ҡеүәһен эҙмә-эҙлекле арттырырға кәрәк.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса республика күрһәткестәре Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән артта ҡала ине. Һуңғы биш йылда ошо етешһеҙлек кәмей төштө. Ғәмәлдәге производстволарҙы яңыртыуҙы дауам итеү, яңы тармаҡтарға нигеҙ һалыуҙы әүҙемләштереү, респурстарҙы һәм компетенцияларҙы берләштереү зарур.
Кластер башланғыстарын тормошҡа ашырыу ҙа һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Ике йыл элек эшләй башлаған бәләкәй тоннажлы нефть химияһы кластерына 14 предприятие ингәйне, бөгөн улар — 46, үҫеш понтенциалы — 100 ҡатнашыусыға тиклем. Коллективу файҙаланыу һәм прототиплау үҙәктәре уның эшмәкәрлеген ярайһы уҡ көсәйтте.
30 компаниянан төҙөлгән нефть һәм газ инжинирингы кластеры әле үк Рәсәй баҙарындағы ижтыяждың 90 проценттан ашыуын ҡаплай ала. “КВАНТ” геофизика кластеры геофизика фәне, һөнәри белем, нефть машиналары, приборҙар эшләү һәм сервис өлкәһендәге 35 компанияны берләштерҙе.
Башҡа инновациялы үҙәктәр ҙә барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан сәнәғәт роботтары һәм уларҙың комплектлау өлөштәрен сығарыу буйынса предприятие асырға әҙерләнә. Прототиплау һәм аддитив технологиялар кластеры ойошторола. Сәнәғәтте үҫтереүҙең был заманса йүнәлеше техника менән ҡорамалдарҙың яңы өлгөләрен етештереүҙе ярайһы уҡ тиҙләтеү мөмкинлеген бирә.
Киләһе үҫеш нөктәһе — ауыл хужалығы. Бөгөн тармаҡта мөһим дәүләт программалары тормошҡа ашырыла. Уға йүнәлтелгән инвестициялар ике тапҡырға тиерлек артты — 2010 йылда 4,2 миллиард һум булһа, былтыр иһә 7,8 миллиард һум тәшкил иткән. Аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күрәһтеүгә өҫтәмә рәүештә йыл һайын 6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу бара, айырым муниципалитеттарҙа ҙур проекттар тормошҡа ашырыла, хужалыҡтар, ауыл хужалығы предприятиелары яңыртыла. Шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт комплексын реформалау буйынса әүәлге экстенсив ҡараштарҙың иҫкереүен билдәләргә кәрәк.
Тармаҡты сифат йәһәтенән күләмле модернизациялау талап ителә. Беҙҙең бурыс — һәр ерҙә заманса технологияларҙың файҙаланылыуына, ныҡлы хужалыҡтар нигеҙендә эшкәртеүҙең тулы циклы булған агрохолдингтар асыуға, иң элек һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған, бүленгән һәр һумды аҡлаған етештереүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә күсеү. Ҡулланыусылар баҙарында фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың өлөшөн арттырыу өсөн ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу, һаҡлау һәм һатыу системаһын яйға һалыу талап ителә.
Әле агросәнәғәт комплексын реформалауҙың стратегик планы төҙөлә. Уның төп йүнәлеше — ауыл хужалығы етештереүенең һөҙөмтәлелеген тамырынан яҡшыртып, бүленгән аҡсаның файҙаһын күреп, ауыл биләмәләрен социаль үҫтереүгә ҡарашты үҙгәртеп илдең тәүге биш аграр төбәге иҫәбенә инеү.
Республика Хөкүмәтенә ошо эште йылдам тамамларға һәм 2016 йылдан планды әүҙем тормошҡа ашыра башларға кәрәк.
Артабан. Бәләкәй һәм урта бизнестың ҡеүәтен тулыраҡ асыу фарыз. Ошо өлкәлә мәшғүл булғандар һанын эшләгән халыҡтың өстән бер өлөшөнә тиклем, ә тулайым төбәк продуктында эшҡыуарҙы сирек өлөшкә еткереү мөһим. Яңы өлкәләрҙе һәм биләмәләрҙе әүҙемерәк үҙләштерергә кәрәк, мәҫәлән, республика эшҡыуарҙары кеүек. Улар ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге тәүге бәләкәй бизнес форумы йомғаҡтары буйынса сит ил коллегалары менән бәйләнеште яйға һала башланы.
Өфөләге файҙалы аралашыу ҡайһы бер төп позициялар, атап әтйкәндә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүҙә административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеү йәһәтенән әлегә артта ҡалыуыбыҙҙы күрһәтте. Төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙы, ер участкаларына ҡуртымды теркәүге ойоштороуҙа етешһеҙлектәр бар.
Рөхсәт биреү буйынса артыҡ ғәмәлдәрҙе бөтөрөү, документ алыуға тотҡарлыҡтарҙы кәметеү, административ регламенттарҙың ҡабатланыуына юл ҡуймау буйынса эште дауам итергә кәрәк. Беҙ намыҫлы, кәрәкле эшҡыуарҙарға “йәшел ут” булдырырға тейешбеҙ.
Төбәк-ара хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтеү власть менән бизнестың берлектәге тырышлығына бәйле. Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Тажикстан төбәктәре менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Хәҙер үҙ-ара файҙалы аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу зарур. Башҡортостан Хөкүмәтенә Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә республика тауарҙарын ШОС һәм БРИКС илдәре баҙарына сығарыу алымдарын ғәмәлгә индереү бурысын йөкмәтәм.
Мәсьәләләрҙең киләһе йыйылмаһы ғәмәлдәге производстволарҙы яңыртыуға, өр-яңы тармаҡтар асыуға, муниципалитеттарҙағы иҡтисадты йәнләндереүгә көслө этәргес бирерлек сәнәғәтте үҫтереү үҙәктәрен ойоштороуға ҡағыла.
Был йәһәттән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн айырыуса уңайлы шарттар тыуҙырылған, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш күҙәтелгән биләмәләр мөһим әһәмиәткә эйә.
Киләһе ике йылда, федераль законға ярашлы, бындай үҙәктәр әлегә Алыҫ Көнсығышта һәм моноҡалаларҙа ғына ойошторола ала. Тап ошо осорҙа химия сәнәғәтенә, ағас эшкәртеүгә, ауыл хужалығына, туризмға, авиатөҙөлөшкә, радиоэлектроникаға һәм башҡа тармаҡтарға баҫым яһап, кәмендә ошондай һигеҙ проект төҙөргә һәм Рәсәй Хөкүмәтендә яраштырырға кәрәк. Башҡортостан Хөкүмәтенә иң перспективалы биләмәләрҙе асыҡлау, тейешле программаларҙы әҙерләү һәм федераль кимәлдә уларҙың хупланыуын тәьмин итеү шарт.
Муниципаль берәмектәрҙең аныҡ специализацияһын билдәләү һәм уға ярашлы был биләмәләргә ярҙам күрһәтеү йүнәлештәрен күҙаллау мөһим.
Иҡтисади үҫештең тағы ла бер мөһим нөктәһе — төҙөлөш комплексы. Торлаҡ алыу мөмкинлеген арттырыу уның төп бурысы булып тора. Әле республикала был баҙар ныҡ монополияланған, төп уйынсылар хаҡты юғары ҡуя. Ошонан файҙаланып, намыҫһыҙ төҙөүселәр алдау юлы менән кешеләрҙе арзан торлаҡ һатып алыуға йәлеп итергә тырыша.
Республика Хөкүмәтенә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә бындай енәйәттәргә юл ҡуймау сараһын көсәйтеү бурысын йөкмәтәм. Республикала “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһын киңәйтергә, “Эконом класс” сегментында төҙөлөш күләмен арттырырға кәрәк.
Ҡытай төҙөүселәре менән хеҙмәттәшлек итергә, атап әйткәндә, проектлауҙы ҡулайлаштырыу мөмкинлеген биргән өс киңлектә моделләү технологияларын үҙләштерергә ниәтләйбеҙ. Ошондай мәғлүмәт-технологик ҡарарҙарҙы практикала киңерәк файҙаланырға, тейешле белгестәр әҙерләргә кәрәк.
Төҙөлөш комплексын яңыртыуҙы әүҙемләштереү, ышаныслы төҙөүселәрҙе һаҡлап ҡалыу зарур. Төҙөлөш баҙарында конкурентлыҡты арттырырға кәрәк, шулай уҡ тышҡы ойошмаларҙы йәлеп итеү иҫәбенә лә.
Юл төҙөлөшө биләмәләрҙе, транспорт логистикаһын, тотош иҡтисади тормошто үҫтереүгә яңы динамика бирергә тейеш. Был баҙарҙа өр-яңы технологияларға күскән, юғары сифатлы эш тәьмин иткән ойошмалар бар. Шул уҡ ваҡытта булдыҡһыҙҙар ҙа юҡ түгел.
Бындай етешһеҙлектәргә юл ҡуймау маҡсатында әле республикала юл төҙөлөшө регламенты эшләнә. Ул ҡулланылған материалдарҙың, иң элек битумдың сифатына ғәмәлдәге Рәсәй нормативынан юғарыраҡ булған махсус талап ҡуя. Башҡарылған юл-төҙөлөш эштәрен биш йылға һәм унан артығыраҡ осорға страховкалау институтын асыу, шулай уҡ йәмәғәт контроле әһәмиәтен арттырыу мәсьәләләрен ҡарау фарыз.
Башҡортостан заманса, уңайлы һәм хәүефһеҙ юлдар биләмәһенә әүерелергә тейеш.
Тағы ла бер мөһим тема хаҡында әйтеп китәйем. Беҙ властың бөтә кимәлдәрендә коррупцияны тамырынан юҡ итеү буйынса эште дауам итергә, бындай хоҡуҡ боҙоу осраҡтарында ҡәтғи сара күрергә тейешбеҙ. Республика ҡарамағындағы дәүләт унитар һәм башҡа предприятиелар эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү мөһим. Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә республика милкен, ер участкаларын шәхси структураларға күсереүгә бәйле енәйәти алымдарға ныҡлы кәртә ҡуйырға кәрәк. Ҡылынған енәйәттәр өсөн язаның ҡотолғоһоҙлоғо принцибы дәрәжәләргә һәм исемдәргә ҡарамаҫтан, барыһына ла берҙәй буласаҡ.
Хөрмәтле депутаттар!
Алда әйтеүемсә, бөгөн республика үҫешендәге төп йүнәлештәр күп йәһәттән тышҡы иҡтисади координаталар системаһы менән билдәләнә. Беҙ партнер дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеккә баҫым яһайбыҙ, тәү сиратта, төбәктәр кимәлендә. Был юҫыҡта Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинциялары менән үҙ-ара бәйләнеш әүҙем үҫә. Бер нисә ҙур проект башланып тора.
ШОС һәм БРИКС илдәрендәге төбәктәр менән бәйләнеште нығытыу өсөн Өфөлә тейешле мәғлүмәт порталын асҡан, даими эш иткән офис кәрәк.
Уҙған саммиттар йомғаҡтарын капитализациялау менән әүҙемерәк шөғөлләнеү, сит ил партнерҙарына инвестиция һалыу өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе тәҡдим итеү, БДБ илдәре менән сауҙа бәйләнештәрен,эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү фарыз.
Әле донъяның күп кенә традицион туристик үҙәктәре террористик хәүеф биләмәһендә ҡалды. Шуға күрә эске һәм ситтән килгән туризм буйынса республика программаһын әүҙемерәк үҫтерергә, арта барған талаптарҙы иҫәпкә алып, инфраструктураны сифат йәһәтенән яңы кимәлгә күтәрергә, объекттар һәм маршруттар исемлеген киңәйтергә кәрәк.
Бының өсөн Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе мөмкинлектәрен дә файҙаланырға тәҡдим итә. Әйткәндәй, киләһе йыл уның урындағы бүлексәләре һәр муниципалитетта барлыҡҡа килергә тейеш.
Башҡортостанда ҙур форумдар үткәреү хоҡуғын алыу буйынса эште системалаштырыу зарур. Бындай ваҡиғалар республиканы танытыу, башҡа илдәрҙәге эшҡыуарлыҡ берләшмәләрен хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү, көс-ҡеүәтебеҙҙе һәм инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтеү, туристар ағымын арттырыу мөмкинлеген бирә.
Беҙҙә был йүнәлештә уңышлы эшмәкәрлек миҫалдары бар. Мәҫәлән, бер ай элек 2020 йылда Өфөнөң Рәсәйҙә беренсе тапҡыр уҙғарыласаҡ Бөтә донъя халыҡ ижады фестивале — Фольклориаданың баш ҡалаһына әүереләсәге хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Был “мәҙәни Олимпиада”ла донъяның тиҫтәләгән иленән меңдәрсә артист ҡатнашасаҡ. Мөһим форумға әҙерлекте әле үк башларға, мәҙәниәт учреждениеларын һәм сәхнә майҙансыҡтарын, һабантуй үткәрелгән урындарҙы тәртипкә килтерергә, ҡала, райондарҙы төҙөкләндерергә кәрәк.
Республиканы танытыу өсөн сағыу медиалы образ, иҫтә ҡалырлыҡ визуаль бренд булдырыу зарур. Ошо мөһим эшкә төбәктән ситтә йәшәгән билдәле яҡташтарыбыҙҙы — ҙур уңышҡа өлгәшкән һәм бөгөн илдең ғорурлығы булған сәйәсмәндәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, сәнғәт эшмәкәрҙәрен тулыраҡ йәлеп итергә тейешбеҙ. Был шәхестәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырайыҡ, уларҙы “республиканың тулы хоҡуҡлы вәкилдәре” итеп күрһәтәйек.
Хөрмәтле делегаттар!
Һуңғы йылдарҙа донъяла дөйөм хәлдең киҫкенләшеүен барыбыҙ ҙа күрәбеҙ. Бөгөн ил алдында етди һынауҙар тора. Рәсәй халыҡ-ара терроризмдан бөтә планетаға янаған хәүефте бөтөрөү өсөн ҡәтғи саралар күрә. Илебеҙ коллектив именлек системаһының, донъяла һәр йәһәттән ғәҙел тәртиптең терәк-таянысы булып тора. Унда милли һәм дини дошманлыҡҡа, экстремизмға һәм миллионлаған ҡасҡындың яфаланыуына урын юҡ.
Терроризмға ҡаршы көрәштә асыҡ ҡына фронт линияһы күренмәй. Власть органдарына, көс структураларына, бөтә йәмғиәткә бөгөн айырыуса уяу булырға кәрәк. Тыйылған ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә, йәштәрҙе пропагандалау маҡсатында эшкәртеүгә етди кәртә ҡуйырға, бының өсөн йәмәғәт берекмәлерен, киң мәғлүмәт сараларын, танылған дини үҙәктәрҙе йәлеп итеү фарыз. Ошо көндәрҙә традицион конфессияларҙың дини лидерҙары менән социаль партнерлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, уны төбәктә тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу буйынса ысын эштәр менән байытасаҡбыҙ.
Әле Рәсәй милләтен туплау мәсьәләһе иң мөһимдәрҙең береһенә әүерелә. Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын республикала һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу буйынса алдыбыҙҙа ҙур эш тора. Быйыл үткәрелгән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҙур әһәмиәткә эйә булды. Власть органдарына, милли-мәҙәни берекмәләргә, йәмәғәт ойошмаларына, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республикала күп быуатлыҡ дуҫлыҡ һәм татыулыҡ йолаларын артабан да һаҡлап ҡабул буйынса берҙәм аҙымдарҙы дауам итергә кәрәк.
Хөрмәтле депутаттар!
Бөгөн республикала социаль-иҡтисади үҫештә билдәле бер тигеҙлеккә өлгәшелде. Инвестицияларҙы арттырыу, импортты алмаштырыуҙы киңәйтеү, уйланылған бюджет сәйәсәте, төп тармаҡтарҙа етештереүҙең һөҙөмтәлелеген үҫтереү хәлде артабан яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Дөйөм тырышлыҡ менән ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да уңышлы тормошҡа ашыра алырбыҙ, тип ышанам. Бының өсөн мөмкинлектәр ҙә, ресурстар ҙа етерлек. Беҙҙә ҡеүәтле тәбиғи, иҡтисади, кадрҙар потенциалы, ышаныслы социаль инфраструктура, социаль тотороҡлолоҡ, кешеләрҙең ҙур ышанысы, тормошҡа ашырған сәйәсәтебеҙҙе йәмәғәтселектең хуплауы бар.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Әммә беҙ уларҙы, иң элек, үҫеш, профессионализм һәм тырышлыҡ, намыҫ һәм ватансылыҡ кеүек иң яҡшы сифаттарыбыҙҙы сағылдырыу мөмкинлеге, республикабыҙҙы сәскә атҡан төбәк итеп күрергә ынтылыш булараҡ ҡабул итәбеҙ.
Хөрмәтле депутаттар, һеҙҙән үҙем билдәләгән йүнәлештәр буйынса норматив хоҡуҡ базаһын нығытыу йәһәтенән планға ярашлы һәм яуаплы эш көтәм. Республика Хөкүмәтенең пландарын һәм тәҡдимдәрен хуплауығыҙға, мөһим закон сығарыу инициативаларын үҫтереүҙә әүҙемлегегеҙгә һәм принципиаль булыуығыҙға иҫәп тотам.
Бергәләп беҙ билдәләнгән пландарҙың барыһын да мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ һәм тыуған Башҡортостан, унда йәшәгән һәр кеше файҙаһына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәсәкбеҙ.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213