Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балтик буйында тарихты онотҡандар, күрәһең...
Илебеҙ етәкселегенең бәхәсле биләмәләрҙә булыуы, Белоруссияла сәйәси тотҡондарҙы иреккә сығарыу, КХДР менән Көньяҡ Корея араһында көсөргәнеш артыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.


Бәхәсле биләмәләргә сәфәр

Үткән аҙна башында Владимир Путин Ҡырымда Дәүләт Советы ултырышын уҙғарҙы. Унда ил хал­ҡы­ның ялын ойоштороу, туризмды, Ҡырым Рес­публикаһының инфраструктураһын үҫтереү, хәрби ҡеүәтте нығытыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Рәсәй Президентының был эш сәфәре Украинала, Көнбайыш Европа илдәрендә һәм АҠШ-та ҙур ризаһыҙлыҡ уятты. Бәхәсле биләмәләге сараның Украинала иғлан ителгән үҙаллылыҡ көнө алдынан булыуы ла уларҙың зитына теймәй ҡалманы.
24 августа Украина төп байрамын билдәләне. Шул айҡанлы АҠШ президенты Барак Обама, рәсми ҡотлау хаты ебәреп, “Украина демократияһын үҫтереүгә” киләсәктә лә ярҙам итәсәктәрен белдергән. Петр Порошенко Американың ошондай “иғтибары”нан үтә лә шашып китте, күрәһең: Ҡырымды ҡайтарып алырға теләүе хаҡында асыҡтан-асыҡ белдерҙе.
Донбасс менән Луганск өлкәләрен утҡа тотоу ҙа дауам итә. Тәүгеһенең етәкселеге белдереүенсә, Киев киң күләмле хәрби операция башларға йыйына. Был иһә “Минск килешеүе” талаптарына һис кенә лә тап килмәй. Петр Порошенко яңғыҙы бындай ҡыйыу аҙымға бармаясаҡ, шуға ла ул Германия канцлеры Ангела Меркель менән Франция президенты Франсуа Олландтан кәңәш һорамаҡсы.
Ошондай шарттарҙа Владимир Путиндың Ҡырымға ҙур иғтибар биреүе аңлашыла. Был төбәктә илдең төп оборона ҡеүәттәренең береһе – Ҡара диңгеҙ флоты – урынлашҡан. Әйткәндәй, баш командующий уның хәрби әҙерлеген тикшерергә лә форсат тапты. НАТО Европала ҙур хәрби күнек­мәләр уҙғарған мәлдә, беҙгә лә уяу тороу талап ителә. Етмәһә, Балтик буйы илдәре етәк­селеге коммунизм тәғлимәттәрен фашизмдыҡы менән тиң­ләргә саҡырып булаша. Уларҙың идеяһын Польша, Чехия, Грузия, Болгария кеүек дәүләт башлыҡтары ла хуплаған. Ә бына Франция, Италия быға ҡырҡа ҡаршы икәнлеген белдергән. Балтик буйы илдәренең әлеге тәҡдиме – бөтөнләй оятһыҙлыҡ. Коммунизм менән фашизмды йәнәш ҡуйырға мөмкинме һуң? Бынан 70 йыл элек совет халҡының фашизмды еңеүен, үҙҙәрен дә ҡурҡыныстан йолоп алып ҡалыуҙарын онотҡандар, күрәһең.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев та бәхәсле биләмәгә сәфәр ҡылды – Алыҫ Көнсығыштағы Итуруп утрауында (Курил утрауҙарының көньяғы) йөрөп ҡайтты. Уның был сәфәренә Япония етәкселеге йәнә үпкә белдерҙе. Улар бит был биләмәләрҙе үҙҙәренеке тип иҫәпләй. Премьер-министр, әйтерһең, уларҙан һорамайынса, Токио урамына аяҡ баҫҡан.
Дмитрий Медведев Итуруп утрауында аэропорт асыу тантанаһында ҡатнашты, йәштәр йыйынын күр­ҙе. “Йылдам үҫешкән Азия-Тымыҡ океан төбә­гендә Курил һәм Сахалин илебеҙгә ҡапҡа һымаҡ буласаҡ”, – тип белдерҙе Медведев. Беҙҙеңсә, Премьер-министрҙың Итурупҡа барыуы Владимир Путиндың Японияға эш сәфәрен туҡтатыуы ихтимал. Ике ил араһындағы мөнәсәбәт йәнә киҫ­кенләшкәндәй.

“Батька” мәрхәмәтлек күрһәтә

Белоруссия президенты Александр Лукашенко барлыҡ сәйәси тотҡондарҙы иреккә сығарыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Эшмәкәрлеге өсөн азатлығынан мәхрүм ителгән Николай Дедко, Игорь Олиневич, Николай Статкевич, Евгений Васькович, Артем Прокопенко, Юрий Рубцов иреккә сығарылды. Араларынан Николай Статкевичҡа айырым иғтибар бирелә. Был кеше 2010 йылда президент һайлауҙа ҡатнашып, Лукашенконың төп дәғүәселәренең береһе булғайны. Отставкалағы подполковник, “Громада” социаль-демократик партияһы лидеры сәйәси ҡараштары, илдә тәртипһеҙлектәр ойоштороуы өсөн ғәйепләнеп, алты йылға иркенән мәхрүм ителгән, тотҡонлоҡта дүрт йыл ярымдан күберәк ваҡыт булып өлгөргән. Ғөмүмән, 2010 йылдағы һайлауҙа юғары вазифаға дәғүә иткән туғыҙ кандидаттың етәүһе иркенән мәхрүм ителгән булған. Әле килеп, уларҙың барыһының да ярлыҡаныуы – ғәжәп күренеш.
Билдәле булыуынса, 15 ноябрҙә Белоруссияла йәнә президент һайлау буласаҡ. 60 йәшлек Лукашенко бишенсе мөҙҙәткә ынтыла. 1994 йылдан бирле Белоруссияның алыштырғыһыҙ президенты булып торған етәксе сираттағы мәртәбә еңеп сығырына ныҡлы өмөтләнә шикелле. Ни өсөн тигәндә, төп дәғүәселәре һайлау алды марафонынан төшөрөп ҡалдырылды. Лукашенконың сәйәси тотҡондарҙы иреккә сығарыуын илдең көрсөккә килеп терәлеүе менән дә бәйләйҙәр. Йәнәһе, ул Көнбайыштан аҡса һорамаҡсы. Бында ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк бар кеүек.

Ике туған талашһа...

КХДР менән Көньяҡ Корея араһында йәнә низағ башланып тора. Барыһы ла Көньяҡ Кореяның ике һалдатының минаға эләгеп шартлауынан башланды. Яуап итеп, был дәүләт сик буйында тауыш көсәйткестәр ярҙамында сәйәси агитация алып бара башланы. Ундай хәл элек тә булып алғайны.
КХДР иһә агитация алып барыуҙы тыйып маташты, ультиматум ҡуйҙы. Ике яҡ халҡы бер-береһен артиллериянан утҡа тотто. Ҡорбандарҙың иҫәбе хаҡында әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Ике дәүләт тә һуғышҡа әҙерләнә.
Был йәһәттән КХДР-ҙың донъяла ядро ҡоралына эйә туғыҙ илдең береһе икәнлеген билдәләргә кәрәк. Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ындың ҡыҙыу ҡанлылығы менән бер-бер хәл ҡылып ҡуйыуы ла ихтимал. Ошо хәлде аңлап, БМО-ның Генераль се­кретары Пан Ги Мун ике илде яраштырыу сараһын күрергә тырыша.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213