Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Поляктар тауҙай вәғәҙәгә лә ышана
6 августа Польшала яңы һайланған президент Анджей Дуданың инаугурацияһы булып үтеүе, Владимир Путиндың “Ислам дәүләте” боевиктарына ҡаршы берлектәге көрәш тәҡдиме менән сығыуы, Мария Гайдарҙың Украина гражданлығы алыуы уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Яңы һепертке
шәп һеперә


Үткән аҙнала Польшаның баш ҡалаһы Варшавала президент Анджей Дуданың инаугурацияһы булды. Ул май айында президент һайлауының икенсе турында элекке президент Бронислав Коморовскийҙан аҙ ғына күберәк тауыш йыйып (51,5 процент), ил етәксеһе булып һайланғайны.
Польша тарихында ул – алтынсы президент. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Анджей Дуда илдең “Хоҡуҡ һәм ғәҙеллек” оппозицияһы партияһы лидеры ине. Ә Польшала быға тиклем “Гражданлыҡ платформаһы” фирҡәһе илдең власть партияһы булып иҫәпләнде. Польшаның элекке президенттары – Бронислав Коморовский, Александр Квасьневский, Лех Валенса – ошо партия ағзалары. Шуға ла Анджей Дуданың власҡа килеүе көтөлмәгән ваҡиға һымаҡ. Иң мөһиме – ул үҙенең вариҫтары алып барған сәйәсәтте дауам итә алырмы?
Һуңғы йылдарҙағы Польша менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һәйбәт ине тип әйтеп булмай. 2010 йылда Польша президенты Лех Качиньскийҙың самолеты Смоленск күгендә һәләкәткә осрап, 96 кешенең, шул иҫәптән президенттың вафат булыуы ике ил араһындағы хәлдәрҙе тағы ла киҫкенләштереп ебәрҙе. Был авиаһәләкәттә илебеҙҙең бер ғәйебе булмаһа ла, әле лә Польша яғынан шик барлығы тойола. Ул саҡта Польша делегацияһы “Катынь” фажиғәһенең (поляк офицерҙарының күпләп атып үлтерелеүе) 70 йыллығын иҫкә алырға тип юлға сыҡҡанда һәләк булды. Бронислав Коморовский фажиғә ҡорбаны Лех Качиньскийҙы алыштырғайны.
Анджей Дуда президент вазифаһына ант биргән мәлендә ил сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен барларға ла онотманы. Тышҡы сәйәсәттә ул Көнсығыш Европала НАТО көстәренә ҡеүәт өҫтәү кәрәклеген билдәләне. Шул уҡ ваҡытта күрше дәүләттәр менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау хаҡында ла белдерҙе. Шуға ла аналитиктар рәсми Варшава менән Мәскәү араһы йылынып китер тип өмөт итә. Тик уның был һүҙҙәрен һайлау алдынан биргән вәғәҙәләренең бер өлөшө генә тип ҡарау кәрәктер. Ни өсөн тигәндә, Анджей Дуда һайлау алдынан тауҙай вәғәҙәләр биреп ташланы. Иҡтисадсылар иҫәпләүенсә, Дуданың вәғәҙәләрен үтәп сығыу өсөн кәмендә 80 миллиард доллар (Бронислав Коморовский 8 миллиардлыҡ вәғәҙә биргән ине) аҡса талап ителә. Йәғни Польшаның иҡтисади үҫеше Ҡытайҙыҡы менән тиң булырға тейеш. Ә яҡын йылдарҙа бының булыуы мөмкин түгел. Шуға ла Дуданың тышҡы сәйәсәттәге вәғәҙәләренә бик ышанып барырға ла ярамай. Дөрөҫ, ул оппозиционер булараҡ Коморовский һыҙған юлдан тура ғына бармаясаҡ. Ә, киреһенсә, Коморовский эшмәкәрлегенең киреһен эшләйәсәк. Тик бының өсөн уның алдында тағы ла бер һынауҙы уңышлы үтеү бурысы тора. Сөнки ил конституцияһы менән президент вәкәләтлектәре байтаҡ ҡына сикләнгән һәм күп мәсьәләләрҙе премьер хәл итә. Быйыл көҙ Польшала парламент һайлауҙары көтөлә. Унда “Хоҡуҡ һәм ғәҙеллек” партияһы еңеп сыға ҡалһа, әлеге премьер-министр Эва Копачты ошо партия ағзаһы Беата Шидло алыштырасаҡ. Тик шул сағында ғына Анджей Дуда иркенләп үҙ сәйәсәтен алға һөрә аласаҡ.

Берләшмәйенсә,
еңеп булмаясаҡ


“Ислам дәүләте” боевиктары күрше дәүләттәргә генә түгел, барлыҡ донъяға хәүеф менән янай. Улар, әленән-әле төрлө илдәрҙә теракт ҡылып, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡыя.
Сүриә һәм Ираҡ биләмәһендә ныҡлы нығынып алған боевиктарҙың айырым төркөмдәре Афғанстан, Пакистан, Мысыр, Ливия, Нигерия, Тунис кеүек дәүләттәрҙә эш итә. Европа илдәрендә лә йәшертен ойошмалары бар. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, “Ислам дәүләте” боевиктары 40 – 90 мең квадрат километр майҙанды үҙ контроле аҫтында тота, 8 миллион самаһы кеше уларға буйһона. Барлығы 80 илдән, шул иҫәптән АҠШ, Германия, Бөйөк Британия, Рәсәй (1,5 мең кеше) кеүек дәүләттәрҙән ялланып һуғышыусылар бар. Боевиктар үҙ сафтарына көндән-көн күберәк кешеләрҙе, айырыуса йәштәрҙе йәлеп итә, улар араһында төрлө ил граждандары осрай. Мәҫәлән, “Ислам дәүләте” боевиктарының “финанс министры” – Австралия гражданы. Үҙҙәрен дәүләт тип иғлан иткән, бер ил тарафынан да танылмаған был төркөмдөң структур төҙөлөшө, ысынлап та, дәүләттеке менән бер иш. Үҙ министрлыҡтары, заманса ҡоралланған армияһы, нефть ятҡылыҡтары булыуы уларға иркенләп эш итергә мөмкинлек бирә. Боевиктар легаль булмаған юл менән көн һайын 1 – 3 миллион доллар күләмендә нефть һата. Уны Төркиә, Катар кеүек илдәр аша аҡсаға әүерелдереүҙәре лә билдәле.
“Ислам дәүләте” боевиктарын АҠШ хәрбиҙәре һауанан утҡа тотоп ҡараны, әммә әллә ни ҙур зыян килтермәне. Һауа һөжүме артынса боевиктарҙы ҡоро ерҙән ҡыҫырыҡлау өсөн хәрби көстәр юҡ кимәлендә. Булғандары ла һәр береһе айырым көрәшә.
Бөгөн “Ислам дәүләте” боевиктарына ҡаршы Сүриә ҡораллы көстәре, Ираҡ армияһы һәм курдтарҙың берләштерелгән көстәре ҡоро ерҙә һуғыша. Илебеҙ президенты Владимир Путин ошо көстәрҙе бергә туплап, боевиктарға ҡаршы киң масштаблы операция башларға саҡырҙы. Уның был идеяһын сит ил эштәре министры Сергей Лавров АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриға еткерҙе. АҠШ быға тиклем “Ислам дәүләте” боевиктары менән көрәш алып барған Сүриә президенты Бәшәр Әсәдте влас­тан алып ташлау өсөн үҙе үк оппозиция көстәренә хәрби ярҙам күрһәтеп килде. Шуға ла улар Путиндың идеяһын хуплармы, хурлармы – ваҡыт күрһәтер.


Сәйәси “уйнашсы”
ни ҡылыр?


Илебеҙҙең билдәле реформаторы Егор Гайдарҙың ҡыҙы Мария Украинаның Одесса өлкәһе губернаторы Михаил Саакашвили саҡырыуы буйынса уның ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнеүе ҙур шау-шыу тыуҙырғайны.
Үткән аҙнала Украина президенты Петр Порошенко Марияға тантаналы шарттарҙа Украина паспортын тапшырҙы. Үҙ сиратында Мария Гайдар Рәсәй гражданлығынан баш тартыуы хаҡында белдерҙе, сөнки Украина законы буйынса ике гражданлылыҡ инҡар ителә. Михаил Саакашвили Мария Гайдарҙы “төп дошман”ға ҡаршы (Рәсәйгә) бергәләшеп көрәшергә саҡырҙы. Халыҡ-ара аренала илебеҙҙе насар яҡтан күрһәтеү маҡсатында Мария Гайдар Киев өсөн билдәле бер “ҡорал”ға әүерелде. Мәскәү ҡыҙын үҙ яҡтарына ауыштыра алыуҙарына маһайып бер булалар. Быға әллә ни ҙур әһәмиәт бирергә лә кәрәкмәйҙер. Сәйәси “уйнашсылар” элек тә булған, әле лә бар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213