Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төркиәне болартыу кемгә отошло?
Төркиәлә хәл-ваҡиғаларҙың ҡуйыра төшөүе, Белоруссияла президент һайлауына әҙерлек башланыуы һуңғы көндәрҙә иғтибар үҙәгендә булды.



Ут менән уйнау
яҡшыға илтмәҫ


1-2 августа Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала Бөтә донъя ҡырым татарҙары халҡының II конгресы үтте. Был сараның ойоштороусыһы булып Украина президентының Ҡырым татарҙары эше буйынса вәкиле Мостафа Джәмилев торған. Ул үҙенең төп фекерҙәше Рефат Чабарев менән ошондай конгресс ойошторорға ҡарар итә. Милләт-ара ыҙғышҡа саҡырып сығыш яһағандары өсөн икеһенә лә 5 йыл һуҙымында Ҡырымға инеү тыйылған. Шуға ла улар Төркиә етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, ҡырым татарҙары конгресын Анкарала уҙғарырға ҡарар итә. Шул уҡ ваҡытта Симферополдә йәшәүсе ҡырым татарҙары уны “яһалма” тип белдерҙе. Ҡырым татарҙары мәсьәләһен Ҡырымда йәшәүсе халыҡ үҙе хәл итергә тейеш, тип билдәләй улар. Ҡырым республикаһы прокуроры Татьяна Поклонская ла конгрестың төп маҡсаты бөтөнләй башҡа булыуын, милләт-ара ыҙғышҡа килтерәсәге тураһында әйтеп үтте. Конгреста Украинаның Херсон өлкәһендә мосолман батальоны булдырыу хаҡында резолюция ҡабул ителде. Йәнәһе лә ул ҡырым татарҙары халҡы мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһаясаҡ. Был Украина етәкселеге тарафынан булдырылған сираттағы провокация икәнлеге күренеп тора. Етмәһә, Украина президенты Петр Порошенко, ҡырым татарҙары конгресына ҡотлау телеграммаһы ебәреп, Ҡырымға айырым статус – милли автономия бирәсәге хаҡында ла белдерҙе. Бының менән ул үҙ фекеренә үҙе ҡаршы килде, сөнки бер ай элек кенә бер сығышында Украинаның унитар дәүләт булып ҡаласағы, бер ниндәй ҙә федератив ҡоролош булырға тейеш түгеллеге хаҡында белдергәйне. Был инде уның дала ҡамғағы кеүек ел ҡайһы яҡтан иҫә, шул яҡҡа тәгәрәп китеүе, үҙ фекере юҡлығы хаҡында һөйләй.
Конгресҡа Төркиә президенты Тайып Эрдоган да ҡотлау сәләме ебәргән. Ул үҙе был сарала ҡатнашырға тейеш булһа ла, һуңғы мәлдә генә баш тартҡан. Күрәһең, илебеҙ менән бөтөнләй тәмһеҙләшкеһе килмәгәндер инде. Ҡотлауында ул Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу буйынса уҙғарылған референдум һөҙөмтәләрен мәңге танымаясағын белдергән. Был инде уның ике яҡлы сәйәсәт алып барыуы хаҡында һөйләй. Бер яҡтан, ул илебеҙ менән иҡтисади йәһәттән хеҙмәттәшлек итергә уҡтала кеүек. Икенсе яҡтан иһә, Көнбайыш Европа илдәренең йырын йырлай. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, Төркиә бөгөн бик сетерекле хәлдә тороп ҡалды. Анкара курдтарға ҡаршы һуғыш башланы. “Ислам дәүләте” боевиктарына ҡаршы һуғышҡан курдтарҙы һауанан утҡа тотоу үҙе үк террорсыларҙы яҡлау кеүек килеп сыға. Шул сәбәпле рәсми Тәһран Анкараға дәғүә белдереп сығыш яһаны. Ә Иран иһә Сүриә президенты Бәшәр Әсәд режимын яҡлай. Курдтар бөгөн Ираҡ һәм Сүриәнең бер өлөшөн үҙ контроле аҫтында тота. Ошондай шарттарҙа Төркиә президенты Тайып Эрдоган НАТО етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, “курдтарҙы ауыҙлыҡлауҙа” ярҙам һораны. Тик НАТО-ның генераль секретары Йенс Столтенберг Төркиәгә теләктәшлек күрһәтһә лә, хәрби ярҙам итеүҙән баш тартты. Билдәле булыуынса, Төркиә — НАТО ағзаһы. Был илдең армияһы төбәктә иң көслөләрҙән һанала. Хәрбиҙәр һаны буйынса Төркиә донъяла алтынсы урында тора. Хәрби техникаһы ла ҡеүәтле. Шул уҡ ваҡытта Төркиәгә ике фронт алып барырға – бер үк ваҡытта “Ислам дәүләте” боевиктарына ла, курдтарға ҡаршы ла һуғыш алып барырға тура килә. Ә “Ислам дәүләте” боевиктарының күбеһе Ираҡтың элекке лидеры, мәрхүм Саддам Хөсәйен армияһында сынығыу алған тәжрибәле хәрбиҙәр. Шуға ла Төркиә армияһына профессионалдарға ҡаршы һуғышыу бик еңелдән бирелмәйәсәк. Ошондай шарттарҙа Төркиәнең Ҡырым татарҙары мәсьәләһенә туранан-тура ҡыҫылып, уларҙың конгресын уҙғарыуы нимәгә кәрәк булғандыр. Һәр хәлдә Тайып Эрдогандың бындай сәйәсәте яҡшыға алып килмәйәсәк. Көнбайыш Европа илдәре Төркиәне илебеҙ менән “Көньяҡ ағым” газ магистрале һуҙыу буйынса хеҙмәттәшлеккә ынтылғаны өсөн былай ҙа күрә алмай, һатлыҡ йәнлектә ғәйепләй. Шуға улар өсөн Төркиәнең ҡаҡшауы, тарҡалыуы ҡулайыраҡ. Был хәлде Тайып Эрдоган ныҡлы аңлап етмәй шикелле. Аңлаһа, күрәләтә ут менән уйнамаҫ ине.

“Батька” бишенсе мөҙҙәткә ынтыла

Белоруссияла президент һайлауына әҙерлек башланды. Ил етәксеһен һайлау көнө 11 октябргә тәғәйенләнгән. Юғары вазифаға барлығы һигеҙ кандидат дәғүә итә. Улар араһында ғәмәлдәге президент Александр Лукашенко ла бар. “Батька” 1994 йылдан башлап ил менән идара итә һәм бишенсе мөҙҙәткә лә ынтыла. Был һайлауҙар Белоруссия өсөн ҡатмарлы шарттарҙа үтәсәк. Ил иҡтисады ауыр хәл кисерә. Былтыр илдең эске тулайым продукт үҫеше 3 процентҡа кәмегән. Аҡса етешмәүе лә үҙен һиҙҙерә. Шул сәбәпле Лукашенко Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Илебеҙ Президенты Владимир Путин Белоруссияға 760 миллион доллар кредит бирергә ҡарар итте. Белоруссия был аҡсаны 10 йыл һуҙымында кире ҡайтарып бирергә тейеш. Һайлау алдынан ныҡлы ярҙам был. Әлеге һайлауҙарҙа Лукашенконың элекке дәғүәселәре лә байтаҡ ҡына. Мәҫәлән, Сергей Калянин 2001 йылғы президент һайлауында ла ҡатнашҡан ине. Либерал-демократтар партияһы лидеры Сергей Гайдукович өсөнсө президент һайлауында ҡатнаша. Ә бына иҡтисад ветераны Виктор Терещенконы оҙон ғүмерле кандидат тип атарға мөмкин. Ул 1994 йылдан башлап президент һәм парламент һайлауҙарын ҡалдырмай ҡатнашып килә. Яңы дәғүәселәр ҙә юҡ түгел, һәм ил тарихында тәүге тапҡыр бер юлы ике ҡатын-ҡыҙ президентлыҡҡа дәғүә итә. Улар – “Дөрөҫөн һөйлә” гражданлыҡ йәмғиәте хәрәкәте лидеры Татьяна Короткевич менән эшһеҙ ҡалған уҡытыусы Жанна Романовская. Ә Александр Лукашенконың төп дәғүәсеһе булып уның аҙашы Александр Лебедько булыр тип көтөлә. Ул 2010 йылғы президент һайлауында ла ҡатнашҡан ине һәм бөгөн оппозицияны етәкләй. Дәғүәселәре күп булһа ла, Лукашенконың бишенсе тапҡыр президент итеп һайланыуы бик ихтимал. Ил халҡының күпселеге күрше Украиналағы хәлде күреп тотороҡлолоҡ өсөн тауыш бирәсәк, тип юрайыҡ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 295

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 331

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 342

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 258

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 327

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 120

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 217