Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Айыҡ аҡыл өҫтөнлөк итһен
Ирандың яуабы ҡаты булды

“Инглиз һәм француз компанияларына нефть һатыу туҡтатылды. Беҙ нефтебеҙҙе яңы ҡулланыусыларға һатасаҡбыҙ”, — тип белдерҙе Ирандың нефть министрлығы вәкиле Амрез Никзад.
Иран агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Милли иран нефть компанияһы Европаның бер нисә “ҡара алтын” эшкәртеүсе предприятиеһына хат-ультиматум ебәргән. Унда шундай талап ҡуйылған: оҙайлы килешеүгә (ике йылдан биш йылға тиклем) ҡул ҡуймаһалар, нефть уларға бүтән һатылмаясаҡ.
Евросоюзға ингән 27 дәүләттең етәкселәре һәм сит ил министрҙары 23 ғинуарҙа Брюссель ҡалаһындағы осрашыуҙа Ирандан нефть һатып алыуҙы 1 июлдән туҡтатыу ҡарарын хупланы. Ислам республикаһы һатҡан нефттең күп өлөшө, 68 проценты тирәһе, Грецияға, Италияға һәм Испанияға тура килә. Греция — Ирандың “ҡара алтын”ын иң күп файҙаланыусы ил. Әгәр ул Евросоюз ҡарарына ҡушылһа, уның былай ҙа мөшкөл иҡтисади хәле тағы ла хөртәйәсәк. Улай ғына түгел, Евросоюздың был аҙымы нефткә хаҡты күтәрәсәк һәм уға ингән илдәргә зыян ғына килтерәсәк.
Ҡаршылыҡтың башы ҡайҙа? АҠШ һәм ҡайһы бер Көнбайыш илдәре Иранды, тыныс атом программаһына һылтанып, ядро ҡоралы эшкәртеүҙә ғәйепләй. Теһран иһә, ядро программаһы тик илдең электр энергияһына мохтажлығын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән, тип белдереп, бөтә ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға.

Саркози икенсе срокка ла ҡалырға уйлай

Франция Президенты Николя Саркози үҙенең кандидатураһын икенсе срокка ҡуйыуы тураһында иғлан иткән. Француз телеканалында барған интервью ваҡытында хәбәрсенең, һеҙ президент һайлауҙарында ҡатнашаһығыҙмы, тигән һорауына, “Эйе, мин Франция президенты вазифаһына кандидат булып торам”, — тигән.
Йәмәғәт фекерен белеү буйынса һуңғы һорау алыу һөҙөмтәләре Н. Саркозиҙың дәғүәсеһе, социалистик партияның вәкиле Франсуа Олландтың президент һайлауында еңеү мөмкинлеге күберәк булыуын күрһәткән. Ф. Олланд әлегә алда бара, ул 30 процент тауышҡа иҫәп тота ала. Н. Саркозиҙың хәле һуңғы аҙнала бер аҙ нығынһа ла, ул һаман икенсе урында килә. Бөгөн уның өсөн һайлаусыларҙың 15 проценты үҙ тауышын бирергә әҙер.
Президент бәйгеһендә шулай уҡ реакцион йүнәлешле “Милли фронт” партияһынан кандидат Марин Ле Пен һәм танылған футболсы Эрик Кантон ҡатнаша.
Францияла ил етәксеһен һайлауҙың беренсе туры 22 апрелдә үтәсәк. Был дәүләттең президенты биш йылға һайлап ҡуйыла. Н. Саркози был вазифаны 2007 йылдың май айынан биләй.

Онищенко эскеселәрҙе мәжбүри дауалау яғында

Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы Геннадий Онищенко эскеселәрҙе мәжбүри дауалау мөмкинлеген ҡарауҙы тәҡдим итте. Был хаҡта ул сиркәү-йәмәғәт советының алкоголь ҡурҡынысынан һаҡланыу мәсьәләһе буйынса конгресын асҡанда белдерҙе.
Уның билдәләүенсә, Рәсәйҙә дауалау-хеҙмәт профилакторийҙарын тергеҙергә кәрәк. СССР ваҡытында был учреждениеға наркомандарҙы һәм эскеселәрҙе бер йылдан алып ике йылға тиклем мәжбүри йүнәлттеләр. Онищенко ҡасандыр бөтөрөлгән дауалау-хеҙмәт профилакторийҙарын яңы нигеҙҙә тергеҙергә тәҡдим итә.
Бынан тыш, ул губернаторҙарҙың эшмәкәрлеген баһалағанда иғтибарға алыр өсөн, төбәктәрҙә эскелек кимәленең күрһәткесе буйынса иҫәп алып барыу яҡлы. Онищенко фекеренсә, был сара эскеселәр, ошо арҡала үлгәндәр һаны тураһында ғына мәғлүмәт биреп ҡалмаясаҡ, ә урындарҙа халыҡты яман сирҙән һаҡлау буйынса эштең торошон да күрһәтәсәк.

Халыҡ сүплеккә ҡаршы

В.И. Ленин исемендәге майҙанда Өфөгә яҡын ауылдар халҡы пикет ойошторҙо. Сәбәбе — яҡын киләсәктә Федоровка, Самохваловка, Йылҡыбай, Урыҫ Юрмашы, Карпов, Шамонин ауылдарына яҡын зыярат һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү тураһында баш ҡала хакимиәтенең ҡарар ҡабул итеүе.
Пикетҡа йыйылыусылар экологик яҡтан һәм санитар нормаларына тап килеү күҙлегенән тораҡҡа яҡын шундай объекттар төҙөү мөмкинлеге мәсьәләһен бәхәсле тип һанай. Кешеләр эсәр һыуҙы ҡоҙоҡтарҙан һәм шәхси колонкаларҙан ала. Улар фекеренсә, әгәр зыярат, сүплек булһа, һыуҙың сифатына зыян киләсәк.
Тораҡҡа яҡын ерҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү мәсьәләһе бер Өфөлә генә һорау тыуҙырмай. Урындағы хакимиәттәрҙең һәр береһендә был проблемаға әйләнә, сөнки халыҡ күп осраҡта ҡаршы сыға.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213