Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Европа союзы киңәйерме, тарҡалырмы?
Европа советының “Көнсығыш партнерҙар” саммиты үтеүе, Рәсәй-Грузия мөнәсәбәттәренең йәнә киҫкенләшеүе, “Ислам дәүләте” боевиктарының ядро ҡоралына уҡталыуы үткән арауыҡта иғтибар үҙәгендә торҙо.

Фекер айырмалығы

Латвияның Рига ҡалаһында ЕС-тың “Көнсығыш партнерҙар” тип исем­лән­гән саммиты булды. Был йыйында Европа союзына ингән 28 ил һәм элек СССР составында булған Украина, Молдова, Грузия, Әрмәнстан, Азербайжан, Белоруссия дәүләттәре етәкселеге ҡатнашты. Күпселек ерҙән президенттар, премьер-министрҙар килһә, Белоруссия, Азербайжан, Ирландия һәм Испанияның сит ил эш­тәре министрҙары ҡатнашты. Бының үҙ сәбәптәре бар. Мәҫәлән, Азербайжан менән Әрмәнстан президенттары Таулы Ҡарабах ыҙғышынан һуң бер-береһе менән осрашмаҫҡа тырыша. Белоруссия президенты Александр Лукашенко иһә, ЕС саммитында ҡатнашып, Рәсәй менән мөнәсәбәтен боҙоуҙан ҡурҡа.
Сарала, ысынлап та, илебеҙгә ҡарата эш алып барылған кеүек тойолдо. Билдәле булыуынса, был саммиттың төп маҡсаттарының бере­һе – Европа союзын көнсығышҡа та­бан киңәйтеү. Исеме лә шунан алынған. Был йәһәттән ЕС ниәтенә өл­гәшә бара. Ассоциация, мәҫәлән, Украина, Молдова һәм Грузия менән килешеү төҙөнө лә инде. Европа союзы һәм Молдова араһында виза­һыҙ режим булдырылған. Ә Белоруссия менән Әрмәнстан киләсәктә ЕС-ҡа дәғүәсе булырҙай Евразия иҡтисади союзына берләште. Әле был ойошмала улар, шулай уҡ Рәсәй һәм Ҡа­ҙағстан ағза булып тора. Ҡырғыҙстан да ҡушылырға әҙер. Ә Азербайжан әлегә ике яҡ менән дә тигеҙ хеҙмәт­тәшлек итеү яҡлы. Баҡы ЕС-тан финанс ярҙамы алыуға өмөтләнә.
Эйе, саммитта ҡатнашҡан һәр ил үҙ мәнфәғәтенән сығып эш итә. Әйтәйек, Молдова менән Украина үҙҙәрен бөгөндән ЕС ағзаһы итеп күргеһе килә. Ләкин уларҙың был хыялы яҡын арала ғына тормошҡа ашмаҫ, тип белдерҙе Германия канцлеры Ангела Меркель. Күпте өмөт иткән Украина етәкселеген, әлбиттә, был ҡәнәғәтләндермәй. Петр Порошенко “Көнсығыш партнерҙар” саммитының йомғаҡлау деклара­цияһы менән дә ҡәнәғәт түгеллеген белдерә. Унда Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ҡағылышлы пункт бар. Белоруссия менән Әрмәнстан был декларацияға ҡул ҡуймаясағын алдан уҡ белгертә, һәм уларҙың фекере иҫәпкә алына. Порошенко маҡсатына өлгәшә алмағанға ярһый ҙа инде.

Бөйөк Британия
ниңә ризаһыҙ?


Саммит барышында башҡа мәсьә­ләләр ҙә ҡаралды. Бөйөк Британияның премьер-министры Дэвид Кэмерон парламент һайлауында еңеү яула­ғандан һуң үҙен Европа лидерҙары алдында йәнә ныҡлы күрһәтеп алмаҡсы булды, күрәһең. Ул быға тиклем дә Европа союзы алып барған сәйәсәт менән ҡәнәғәт түгеллеген белдер­гәйне, был юлы ла Брюсселде тәнҡит утына тотто. Дэвид Кэмеронға ЕС-тың миграция сәйәсәте, көслө илдәрҙең көсһөҙөрәктәрен финанслауы оҡшап етмәй. Әгәр ҙә хәл үҙгәрмәһә, Бөйөк Британия 2017 йылда союздан сығыу буйынса референдум уҙғарасаҡ, тине ул.
Һуңғы йылдарҙа Төньяҡ Африка дәүләттәренән Европа илдәренә, шул иҫәптән Бөйөк Британияға күскен­селәр, ҡасаҡтар ағыла. Улар төрлө юл менән бай дәүләттәргә һыйыныу мөмкинлеге эҙләй. Мәҫәлән, былтыр ғына Бөйөк Британияға 318 мең күскенсе килгән. Ил законы буйынса дәүләт уларға ярҙам күрһәтергә тейеш. Дэвид Кэмерон шул сәбәпле ЕС-тың миграция сәйәсәтенә сикләү­ҙәр индерергә уйлай. Ошо аҙнала ул эш сәфәре менән Европа союзының арҡа һөйәге булған Германия менән Францияға барырға йыйына. Берлинда һәм Парижда, моғайын, ошо мәсьәләләр тикшерелер тип көтөлә.

Кирегә юл юҡ

Грузия менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәт йәнә һыуынып тора. Дөрөҫ, әлегә тиклем дә Тбилиси менән дуҫлыҡ булмағайны. Быға 2008 йылдағы һуғыш сәбәпсе. Ул ваҡытта Грузия үҙаллылыҡҡа ынтылған Абхазия менән Көньяҡ Осетияға ҡораллы ғәскәр индергәс, Рәсәй, республи­каларҙы яҡлашып, хәрбиҙәр ебәрҙе. Шул рәүешле, яңы ике дәүләт барлыҡҡа килде, һәм илебеҙ уларҙың бойондороҡһоҙлоғон рәсми рәүештә таныны. Шул осорҙан Грузия менән ара һыуынды. Михаил Саакашвили властан киткәс, ике ил араһындағы мөнәсәбәт бер ни тиклем яйланған һымаҡ булғайны, ләкин тәү ҡарашҡа ғына шулай тойолған.
Грузия күптән инде ЕС-ҡа һәм НАТО-ға ағза булып инергә уҡтала. Уҙған аҙнала ғына уның ҡораллы көстәре НАТО менән бер­лектә хәрби күнекмәләр үткәрә башланы. Рәсәй был ваҡиғаға әллә ни ҙур әһәмиәт бирмәне. Ә бына Владимир Путиндың сит ил эштәре министры урын­баҫары Григорий Красинды Көньяҡ Осетия менән союздаш ил булараҡ килешеү төҙөү йәһәтенән тулы хоҡуҡлы вәкил итеп тәғәйенләүе Грузия оппозиция­һында ҙур риза­һыҙ­лыҡ тыуҙырҙы. Был уларҙың Көньяҡ Осетияны һаман да үҙ биләмәһе тип иҫәпләүенә бәйле. Тик бер теленгән икмәк кире ялғанмай, тиҙәр. Тимәк, Көньяҡ Осетияның да Грузия составына кире инеүе мөмкин түгел.

Эт һимерһә,
эйәһен тешләй


“Ислам дәүләте” боевиктары, Ираҡтың байтаҡ биләмәһен баҫып алыу менән хушһынмайынса, һуңғы арала барлыҡ донъяға хәүеф менән янай башланы. Улар әсирлеккә эләккән Бөйөк Британия журналисы аша йәмәғәтселеккә ядро ҡоралы һатып алырға йыйыныуы хаҡында еткерҙе. Сит илдәрҙең ҡайһы бер мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, әле “Ислам дәүләте” боевиктарының банк иҫәбендә 2 миллиард доллар аҡса бар. Был сумманы ядро ҡоралы һатып алыуға йүнәлтергә уйлайҙар. Ниәттәре тормошҡа аша ҡалһа, барлыҡ донъяға ҙур хәүеф янай тигән һүҙ.
Был боевиктар төркөмө Сүриәлә саҡта уларҙы АҠШ үҙе ҡорал­ландырҙы, финанс менән байытты. Ә улары хәҙер Ираҡтың бай нефть ятҡылыҡтарын баҫып алып, үҙҙәре аҡса һуға. Эт һимерһә, эйәһен тешләй, тиҙәр: нығынып алған боевиктар хәҙер ҡоралын АҠШ-ҡа төбәмәксе.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213