Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Демократия – дәүләттең сифат билдәһе
Демократия – дәүләттең сифат билдәһеБыл аҙнала үҙәк матбуғатта Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың «Демократия һәм дәүләттең сифаты» тигән мәҡәләһе донъя күрҙе. «Ныҡлы дәүләтһеҙ йәмғиәттең тотороҡло үҫеше мөмкин түгел. Ә ысын демократия – йәмғиәт файҙаһына хеҙмәт итеүгә йүнәлтелгән дәүләт төҙөүҙең мотлаҡ шарты», – тигән һүҙҙәр менән башлана ул.

Азатлыҡҡа әҙер түгел инек

Владимир Владимировичтың билдәләүенсә, демократияны ҡапыл ғына төҙөп булмай, ниндәйҙер әҙер өлгө буйынса яһау ҙа мөмкин түгел. «Бының өсөн йәмғиәттең демократия ҡанундары буйынса йәшәргә теләүе, үҙҙәрен граждандар итеп тойоуы, идара итеүҙә ҡатнашыуға барлыҡ иғтибарын, ваҡытын, көсөн һәр саҡ фиҙа ҡылырға әҙер булыуы мөһим. Демократияға халыҡ үҙ өлөшөн индергәндә генә өлгәшергә мөмкин», – ти Премьер-министр.
Путиндың фекеренсә, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында дәүләт ҡоролошон демократияға яраҡлаштырырға маташыу иҡтисади үҙгәрештәргә тотҡарлыҡ яһаны, артабан был ҡоролош үҙе үк эреле-ваҡлы олигархтарҙың ҡолона әйләнде: улар, дәүләтте шәхси мәнфәғәттә файҙаланып, дөйөм халыҡ байлығын бүлеште. «Һөҙөмтәлә был осорҙа демократияның хакимлығы урынына төрлө төркөмдәрҙең үҙ-ара һуғышыуына, әрәмтамаҡтарҙың үрсеүенә өлгәштек. Был – йәшәү сифаты түгел, ә ифрат ҙур социаль юғалтыу, – ти Премьер-министр. – Шул уҡ ваҡытта власта халыҡ мәнфәғәте хаҡына фиҙакәр эшләүсе намыҫлы һәм аҡыллы кешеләр ҙә аҙ булманы. Уларҙың тырышлығы арҡаһында дәүләтебеҙ һәләкәткә дусар ителмәне, кешеләрҙең көндәлек мәсьәләләре яйға һалынды һәм, йылдам булмаһа ла, үҙгәртеп ҡороу дауам итте. Ләкин барлыҡҡа килгән система көслөрәк булып сыҡты».
Владимир Владимирович ошо шарттарҙың йәмғиәттә тигеҙһеҙлек тыуҙырыуын, шул сәбәпле халыҡтың демократияға ышанысының һәм ижтимағи тормошта ҡатнашыу теләгенең юғалыуын билдәләй. «Тик барыһын да олигархтарҙың һәм намыҫһыҙ етәкселәрҙең ишәйеүенә бәйләү ҙә дөрөҫ булмаҫ, – ти ул. – Йәмғиәтебеҙ, коммунистик ҡоролоштан ҡотолһа ла, үҙ яҙмышының хужаһы булырға өйрәнмәгәйне, күп нәмәне дәүләттән көттө, хыялдарына сик ҡуя һәм мәкергә ҡаршы тора алманы. Шуға иҡтисадта ла, сәйәсәттә лә «кем сосораҡ, шул ашай» тигән ҡанун өҫтөнлөк итте».

Власҡа талап артыуы – ыңғай һөҙөмтә

Путин йәмғиәттең үҙгәрештәргә өлгөрөп етеүен һуңғы 12 йыл менән бәйләй. «Бергәләп илде упҡындан тартып сығарҙыҡ, дәүләтте аяҡҡа баҫтырҙыҡ, халыҡ суверенитетын – ысын демократияның нигеҙен – тергеҙҙек, – ти Премьер-министр. – Шуныһын айырып билдәләү мөһим: демократияға, Конституцияға ярашлы алымдар менән. Ике меңенсе йылдарҙағы сәйәсәтебеҙ халыҡ ихтыярына таянды, бының хаҡлығы һайлауҙарҙа гел иҫбатланып килде».
Илдең бөгөнгө хәлен Владимир Путин тиҫтә йыл дауамында тормошҡа ашырылған дәүләт сәйәсәтенең ыңғай һөҙөмтәһе тип атай. «Кешеләр байыраҡ, аҡыллыраҡ һәм әүҙемерәк була бара. Власҡа талаптар арта, урта синыф нығына икән, был – Дмитрий Медведев менән беҙҙең ил Президенты булараҡ Рәсәйҙең үҫешенә һалған тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһе, – ти ул. – Сәйәси дәғүәселек – демократияны хәрәкәт иттереүсе көс. Бында йәмғиәт ҡатламдарының ысын мәнфәғәттәре сағыла икән, дәүләттең ҡеүәте тағы ла арта».
Владимир Владимирович Рәсәйҙәге бөгөнгө демократияның гражданлыҡ йәмғиәтенең ихтыяждарынан бер аҙға ҡалышыуын таный. Уныңса, механизмдарҙы яңыртыу, үҫешкә ынтылғанда ижтимағи әүҙемлектең артыуын иҫәпкә алыу мөһим.

Халыҡ буш вәғәҙәгә башҡаса ышанмаясаҡ

Путиндың әйтеүенсә, әле Дәүләт Думаһына илдәге сәйәси системаны һәм партияларға талаптарҙы үҙгәртеү буйынса бик күп тәҡдим индерелгән. «Сәйәси мөхит, инвестиция шарттары кеүек үк, даими камиллаштырыуҙы талап итә. Беҙгә тамашалар һәм буш вәғәҙә таратыу буйынса ярышыу кәрәкмәй, – ти Хөкүмәт Рәйесе. – Сәйәсәттең шаршау артына китеүенә, халыҡтың теләк-талаптарын иҫәпкә алмай үткәрелеүенә юл ҡуйырға ярамай. Сәйәсмәндәр менән имиджмейкерҙар идара итергә тейеш түгел. Минеңсә, халыҡ бындай алымдарға башҡаса ышанмаясаҡ».
Владимир Владимировичтың фекеренсә, кешегә дөрөҫтө һөйләргә мөмкинлек биргән һәм фәҡәт асыҡлыҡты, ғәҙеллекте талап иткән сәйәси ҡоролош булдырыу зарур. «Кемдер ҡарар йәки программа тәҡдим итә икән, уның тормошҡа ашыуы өсөн үҙе яуап бирергә тейеш. Был йәмғиәт менән етәкселек араһында бер-береңә ышанысты, ихтирамды, хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ», – ти Путин.
Премьер-министр мәғлүмәт сараларының демократияны үҫтереүҙәге әһәмиәте тураһында ла фекерен белдерә. Ҡайһы бер закон проекттарын, муниципаль кимәлдәге ҡарарҙарҙы тикшереүҙе, теге йәки был етәксенең эшмәкәрлегенә баһа биреүҙе Интернет аша ойошторорға мөмкин, тип һанай ул. Владимир Владимировичтың «Электрон Хөкүмәт» проектын камиллаштырыу хаҡындағы фекерҙәре лә ваҡытлы әйтелде.

Һәр мәсьәлә буйынса – аныҡ тәҡдим

Путин Рәсәйҙе заманса үҫтереү йәһәтенән урындағы үҙидараға ҙур өмөт бағлай. «Ҙур дәүләттең демократияһы ваҡ биләмәләрҙең демократияһынан ғибәрәт», – тип билдәләй ул. Федерализмды үҫтереү буйынса ла Премьер-министр етди тәҡдимдәр әйтә: «Үҙәк вәкәләттәрҙе лә, финанс сығанаҡтарын да бүлеп бирә белергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта илгә идара итеү ҡеүәтен дә юғалтырға, йәғни дәүләт көсөн тарҡатырға ярамай». Хөкүмәт Рәйесенең фекеренсә, федерация субъекттарын бер-береһенә ҡушып эреләтеүгә ихтыяж да бар, тик был мәсьәләлә һаҡ, уйлап эш итергә кәрәк.
Премьер-министр конкуренцияға һәләтле дәүләт төҙөү тураһында ла байтаҡ тәҡдиме менән уртаҡлаша. Уныңса, «власть – милек» бәйләнешен өҙөү, йәғни дәүләттең иҡтисади тормошҡа ҡыҫылыуына сик билдәләү мөһим. Путин шулай уҡ халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү хаҡына бүтән илдәрҙең иң яҡшы тәжрибәһен үҙләштереү, яңы дәүләт хеҙмәте стандарттарына күсеү, идара итеү даирәһенә яуаплы һәм эшлекле менеджерҙарҙы йәлеп итеү, хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәр институтын үҫтереү йәһәтенән бурыстар билдәләне.
Мәҡәләнең байтаҡ өлөшө Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы күрелергә тейешле сараларға, суд системаһын камиллаштырыуға арнала. Владимир Путин һәр өлкә, һәр мәсьәлә буйынса аныҡ тәҡдимдәр индерә.
Даян Мәжитов


Сергей СЕВАСТЬЯНОВ, политолог:
– Владимир Путин Рәсәйҙә демократияның үҫеше өсөн бик күп мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген дөрөҫ билдәләй. Эйе, урындағы үҙидараны камиллаштырмай, федерализм нигеҙҙәрен нығытмай, илебеҙҙең иҡтисади һәм сәйәси йәһәттән конкуренцияға һәләтен арттырмай тороп, шулай уҡ коррупцияны еңмәйенсә, суд системаһын яйға һалмайынса, демократия төҙөү мөмкин түгел.
Әлеге сығышында Путин демократия төшөнсәһенә ныҡ баҫым яһай, ә бығаса уның өсөн дәүләт төп урында тора ине. Тимәк, Премьер-министр һайлауҙан һуң илдәге иң юғары вазифаны биләгән хәлдә сәйәси алымдарын ҡырҡа үҙгәртергә иҫәп тота. Ошоғаса Владимир Владимировичты тап демократияны һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә етерлек иғтибар бирмәгәне өсөн тәнҡитләйҙәр ине.
Әлим ӘХМӘҘИЕВ, профессор:
– Күренекле француз яҙыусыһы һәм аҡыл эйәһе Вольтер: «Ирек – ул фәҡәт ҡанундарға буйһоноп йәшәү», – тигән. Матбуғаттағы быйылғы дүртенсе яҙмаһында Владимир Путин тап шуға ишаралай кеүек. Уның тел төбөнән аңлашылыуынса, Рәсәйҙә хоҡуҡи дәүләт төҙөү мөһим.
Путин бәләкәй эшҡыуарлыҡ түләгән һалымдарҙы тотошлай урындағы үҙидара ҡарамағында ҡалдырырға тәҡдим итә. Был иһә муниципаль власҡа халыҡҡа яҡыныраҡ булырға, финанс йәһәтенән үҙаллылыҡ алырға мөмкинлек бирәсәк, тимәк, байтаҡ проблема урында хәл ителәсәк. Премьер-министрҙың халыҡтың дөйөм көсөнә таянып коррупцияны еңеп булыуына ышаныуын да хуплайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 285

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 253

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 266

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 295

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 244

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 297

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 231

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 335

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 326

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 312

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 258

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 266