Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡара диңгеҙ кемдеке?
Ҡара диңгеҙ кемдеке?
Украинала ваҡиғалар сәғәт һайын үҙгәрә. Тәртип, тыныслыҡ ҡасан урынлашырын Хоҙай үҙе генә белә, ахыры. Киевта, Ҡырымда бер аҙ һиллек күҙәтелеү менәнме ни, илдең көньяҡ-көнсығышында – Харьков, Донецк, Луганск өлкәләрендә ығы-зығы башланды. Яңы сәйәсәт менән ризалашмаусылар митингтар, пикеттар ойоштора, федератив ҡоролош булдырыуҙы талап итә. Ә ил етәкселеге сыуалышты баҫтырыу менән янай.

Әле килеп Америка Ҡушма Штаттары, Рәсәйҙе бер аҙ ҡурҡытып алыу маҡсатынанмы, Ҡара диңгеҙгә үҙенең хәрби частарын ебәрҙе. Йәнәһе, Украинаға көс күрһәтеп, теләктәшлек белдерәләр. Был “Дональд Кук” эсминецы НАТО илдәренең хәрби-диңгеҙ флоты караптары менән берлектә күнекмә үтәсәк, имеш. Уның бында күпме буласағы билдәһеҙ. Ҡара диңгеҙҙә бер ай инде йәнә бер эсминец – “Тракстон” тора ла инде.
Ә бит 25 йыл элек Ҡара диңгеҙҙә ошондай уҡ ҡырҡыу хәл тыуған. Ошо турала күптәрҙең ишеткәне лә юҡтыр. Ул нисек хәл ителгән?
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Советтар Союзында һәр яҡлап көрсөк күҙәтелгәс, Америка Ҡушма Штаттары ҡыйыуыраҡ була башлай. Территориаль һыуҙар сиген билдәләүҙә бер ҡарарға килә алмау ҙа үҙенекен итә: ул биләмәләрҙә провокациялар күбәйә. Йәғни сит ил караптарының яр буйынан үтеп-һүтеп йөрөүе йышая. Утҡа кәрәсин һипкәндәй, халыҡ-ара конвенция ла айырым илдәрҙең территориаль һыуҙары аша хәрби судноларҙың тыныс уҙып китеүен рөхсәт итә. Әммә билдәле сикләүҙәр күҙәтелһә генә: разведка эше алып барылмаһа, палубанан вертолет-самолеттар осоролмаһа, күнекмәләр үткәрелмәһә.
1986 йылдың 13 мартында Американың “Йорктаун” крейсеры менән “Кэрон” эсминецы Ҡырымдың көньяҡ яр буйындағы территориаль һыуға 10 саҡрымға эскәрәк инә. Өҫтәүенә уларҙа радиолокация радарҙары эшләй, тимәк, разведка бурысы инҡар ителмәй. Был хәлдән һуң Хәрби-Диңгеҙ флотының баш командующийы Владимир Чернавин оборона министрына ошондай провокацияларға әүҙем ҡаршы тороу планын тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә Михаил Горбачев рәйеслегендәге илдең Оборона советы уны хуплай. Төньяҡ Боҙло, Тымыҡ океандарында, Ҡара диңгеҙҙә сик боҙоусыларға яуап биреү тураһында махсус директива ҡабул ителә.
Тиҙҙән Ҡырымдың яр буйында ул тормошҡа ашырыла ла инде. 1988 йылдың 12 февралендә Ҡара диңгеҙгә баяғы “Йорктаун” менән “Кэрон” килеп инә. Уларҙы ҡыуып сығарыу бурысы “Беззаветный” һәм “СКР-6” караптарының экипажына йөкмәтелә. Тағы ла “Ямал” менән “Измаил” да әҙер тора.
Босфор боғаҙынан сыҡҡан Америка караптарын беҙҙекеләр оҙатып килә. Болгария, Румынияның яр буйын уҙғас, Севастополь ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш тапҡырына килеп туҡтайҙар. Тиҙҙән беҙҙең территориаль һыуға яҡынлаша башлайҙар. Американдарға: “Һеҙ беҙҙең дәүләт сигенә яҡынлашаһығыҙ, таранға барып, һеҙҙе ҡыҫырыҡлап сығарырға бойороҡ бирелде”, – тигән хәбәр ебәрелә. Ҡаршы яҡтан: “Беҙ сик боҙмайбыҙ, элекке курс менән барабыҙ”, – тигән яуап килә.
Бер сәғәттән Америка караптары Советтар Союзының территориаль һыуына үтеп инә. “Измаил” сигнал бирә: “Һеҙ сикте боҙҙоғоҙ”. “Беззаветный”, “СКР-6” һәм “Ямал” американдарға яҡынлаша башлай. Бәләкәй “Беззаветный” (ул өс тапҡырға еңелерәк була) ҙур “Йорктаун”ды ҡыуып етә. Америка һалдаттары палубаға сығып баҫып, беҙҙекеләргә ҡарап көлөшә, бармаҡтары менән мыҫҡыллы хәрәкәттәр яһай. Бер аҙ йәнәш барғас, ҡапыл уңға янтайып, уны төкөй. Көслө ышҡылыуҙан осҡондар сәсрәп китә, борт буяуына ут тоҡана. “Беззаветный” якорының бер осо крейсерҙың көбөн йырта, икенсеһе морон өлөшөн тишә. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың йөҙөнән йылмайыу ҡаса, бөтәһе лә паникала йүгерешә башлай. Шул уҡ мәлдә “СКР-6” “Кэрон”дың һул борты буйлап үтеп, арҡандарын өҙә, көбөн йырта, шлюпкаһын онтай. Ул ҡаршы яҡ судноһынан дүрт-биш тапҡырға бәләкәйерәк була.
Үҙ-ара төкөшөүҙән “Беззаветный” менән “Йорктаун” диңгеҙҙә ҡапма-ҡаршы яҡҡа әйләнеп китә. Әммә командирҙар кире боролорға бойороҡ бирә. “Беззаветный”, тиҙлеген арттырып, көндәшен йәнә төкөй. Был юлы беҙҙең караптың осло мороно “Йорктаун”дың палубаһына уҡ менеп китә. Шыуып кире төшкәндә ул борттың арҡан менән уратылған кәртәһен емерә, командир катерын һәм “Гарпун” ракетаһын осороусы ҡорамалын вата. “Йорктаун”да янғын башлана.
Беҙҙекеләр ситкәрәк китеп, американдарҙы йәнә бер тапҡыр киҫәтә. Ләкин, киреһенсә, “Кэрон” яҡын килеп, сик һаҡсыһын ике яҡтан ҡыҫымға алмаҡсы була. “Беззаветный” командиры, яуап итеп, РБУ-6000 реактив бомба ҡулайламаһын ике борт буйлап дошманға төбәргә бойороҡ бирә. Килмешәк караптар яҡынайыуҙан туҡтай, тик экипаждары палубанан вертолеттарын осорорға әҙерләй башлай. Уларға: “Һауаға күтәрелгән вертолеттар бәреп төшөрөләсәк”, – тигән хәбәр ебәрелә. Ә инде зәңгәр күк йөҙөндә ике хәрби Ми-24 вертолеты пәйҙә булғанын күреп, тегеләр осоу аппараттарын кире ангарҙарына индерә. Күп тә үтмәй Америка крейсерҙары, Ҡырымдың яр буйын ҡалдырып, нейтраль һыуға табан йүнәлә.
Был хәүефле ваҡиғанан һуң “Йорктаун” ярты йыл буйына ремонтлана. Көстәр тигеҙ булғанда, уның ниндәй хәлгә тарыры билдәһеҙ. Экипаж командиры Америка флотының имиджына әхлаҡи зыян килтергәне өсөн вазифаһынан бушатыла.
Совет моряктары иһә ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтә. Таранға барғанда уларҙың карабы түңкәрелеп, диңгеҙ төбөнә лә китеүе ихтимал ине бит. “Беззаветный”ҙың батыр командиры – 2-се ранг капитаны Владимир Богдашин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 2007 йылда ул отставкаға сыға, “Газпромсервис” компанияһында эшләй. Әле — Мәскәү профсоюз федерацияһының уҡыу үҙәге директоры.
Ә “Беззаветный”ҙың артабанғы яҙмышы нисек? 1997 йылда уның экипажы таратыла. 1 августа иһә карап, Ҡара диңгеҙ флотын бүлешеү шартына ярашлы, Украина Хәрби-Диңгеҙ көстәре ҡарамағына тапшырыла. Яңы “Днепропетровск” исемен биреп, украиндар уны төрөктәргә һата. Улары карапты страховкалай ҙа батыра. Әммә тарих тере, ул ил хәтерендә һаман да сая, ҡурҡыу белмәҫ “Беззаветный” булып ҡала.
Тарихты онотҡан хәрбиҙәр хәтерҙәрен яңыртһын ине...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213