Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек”
“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек”– Зәйнулла, һин йәшәргә тейеш инең...
Һәләк булған иптәше янына сүгәләгән Әхнәф ошонан башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Әле кисә генә: “Еңеүгә лә күп ҡалманы, дуҫҡай”, – тип бер-береһен дәртләндерә ине бит улар. 1945 йылдың 13 ғинуарында Польша сигенән Германияға ышаныслы һөжүм менән тамамланған аяуһыҙ алышта Әхнәф Хөснөтдинов яуҙаш яҡташын юғалта.



Утты-һыуҙы бергә кискән, телем икмәкте, уртлам һыуҙы бүлешкән дуҫы Ауырғазы районының Күккәзә ауылы егете Зәйнулла Ибәтуллин була. Үтә аяныслы юғалтыу ине был. Әхнәф өсөн ышаныслы иптәше һәләк булһа, Ибәтуллиндар нәҫеле ағасының бер тамыр осо ҡороно тигән һүҙ...
– Зәйнулла ошо ҡәһәрле һуғышта бығаса бер туған өс ағаһының үлеме тураһында хәбәр алғайны. Үҙен Польшала, Пешхница тигән урында ерләп киттем. Бына шулай, фашизмдың ҡурҡыныслығы яу ҡырында башын һалғандар иҫәбе менән генә барланмай, тыумай ҡалған сабыйҙар һаны менән дә баһалана. Был һуғыш донъя халҡын именлеккә әйҙәгән ысын тормош һабағы булды, – ти Дан орденының тулы кавалеры Әхнәф Ғәлимйән улы. – Беҙҙең түштәрҙе биҙәгән орден-миҙалдар һәләк булған иптәштәрҙең дә тиңдәшһеҙ батырлығын данлай.
Тап Польша һәм Германия сигендә алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Әхнәф үҙе II дәрәжә Дан ордены менән наградланған. Пешхница өсөн барған һуғышта “тигр”ҙар һөжүмен кире ҡағып, икәүһен яндыра ул. Һуңынан Одер буйындағы бәрелештә Гитлер һалдаттарының ике орудие расчетын юҡ итә һәм үҙҙәренең батальонына йылға аша сығырға мөмкинлек тыуҙыра.
Ун һигеҙ йәшен тултырып, 1943 йылдың февралендә хеҙмәткә алынған Әхнәф башта Урал хәрби элемтә училищеһына эләгә. Әммә уҡырғамы, әллә ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай фронтҡа юл тоторғамы – һайлау йәш һалдаттар иркендә була. Сталиндың приказына ярашлы төҙөлөп ятҡан 10-сы Урал танк корпусының хәрби состав менән тулыландырылыуы хәбәр ителгәс, Әхнәф ябай һалдаттар иҫәбендә һуғышҡа китергә ҡарар итә. 29-сы мото-уҡсы бригаданың 3-сө батальонына, танктарға ҡаршы истребителдәр батарея­һына, эләгә ул. Шулай итеп, хәрби сыны­ғыуҙы ул хәрби күнекмә-уҡыуҙар мәлендә түгел, ысын һуғыш шарттарында үтә. Ул һы­науҙар һуғышсының шәхси кенәгәһенә яу уңыштары булып теркәлә. Львов ҡала­һын алғанда немецтарҙың биш авто­машинаһын, ялан артиллерияһының бер батареяһын, 15 машина йөгөн һәм ике тиҫтәнән ашыу һалдатын ҡыра ул. 1944 йылдың йәйендә ошо ҡала өсөн барған һуғышта тиңдәшһеҙ уңыштарға иреш­кәндәре өсөн, Урал танк кор­пусы Урал-Львов танк корпусы тип үҙгәртелә, ә айырым хәрбиҙәр төрлө наградаларға тәҡдим ителә. Ундайҙар араһында рядовой Әхнәф Хөснөтдинов та була. Корпус командо­ваниеһы тәҡдименә ярашлы, III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә ул. Был приказ оло юғалтыуҙар менән Еңеү көнөн яҡынайтҡан 1945 йылдың 18 мартында сыға. Ә унан ун көн алда, баштараҡ бәйән иткән Польша — Германия сиген­дәге батыр­лыҡтары өсөн, II дәрәжә Дан ордены бирелеүе хаҡында Указ донъя күргән була.
Был наградалар тураһында Әхнәф һуңынан ишетер, әлегә уларҙың сит ерҙә, фашист баҫҡынсыларынан Польшаны таҙартып, Германияны алыу өсөн хәрби әҙерлек алып барған мәлдәре. Төп маҡсат булған Берлинға һөжүмде 16 апрелдә башлайҙар. 25-ендә ҡаланы уратып алған Тельтев каналы буйындағы бәрелештә һалдаттарға йылға аша сығыуҙы тәьмин итеп, Хөснөтдинов командалығындағы расчет дошман ғәскәрен көнө буйы ут аҫ­тында тота. Башы яраланыуға ҡарамаҫтан, өлкән сержант аҙаҡҡаса ҡоралын ташламай. Һуңынан да яуҙаштарынан ҡалмай ул, 2 майҙа танк өҫтөнә ултырып, юлын Чехословакияға табан дауам итә. Унда немецтар һәм власовсылар ихтилалын баҫтырып, Еңеү көнөн Прагала ҡаршылай. Артабан — Венгрия. Урал-Львов танк корпусы Шапрун ҡалаһында урынлаша.
1945 йылдың октябрендә уҡытыу­сыларҙы ҡайтарырға тигән приказ сыға. Һуғыш башланғанда тик яҡшы билдәләргә унынсыны тамамлап йөрөгән ун алты йәшлек Әхнәф тә хеҙмәткә тиклем йыл ярым балалар уҡытып өлгөрә ауылында. Бер һүҙһеҙ ул да ҡайтарыла. Ә Дан орденының тулы кавалеры тигән исемгә ул 1959 йылда лайыҡ була. Эйе, Берлинды алғандағы хәрби уңыштары өсөн I дәрәжә Дан ордены уға һуғыш бөтөп байтаҡ йылдар үткәс, 1959 йылдың 24 декабрендә, тапшырыла. Хәрби тормошона нөктә ҡуйып, 1945 йылдың октябрендә ауылына әйләнеп ҡайтҡан егет был ваҡытҡа туған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләргә, Өфөгә килеп партия мәктәбен, педагогия институтын тамамларға өлгөрә. Яуаплы, ышаныслы ир-егет артабан Учалы район комитетында, КПСС-тың ҡала комитетында яуаплы вазифаларҙа эшләй. 1958 йылда Хрущевтың яңы законы буйынса үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Учалы, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондары берләштерелә. Әхнәф Ғәлимйән улы яңынан тыуған ауылы Учалыға мәктәп директоры вазифаһында ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы булмышын йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай. Матур итеп ғаилә ҡороп, лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтерә.
– Минең ордендарым шәхси уңыштар тураһында ғына һөйләмәй. Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек. Исемемде данлаған наградаларға лайыҡ булыуҙа яуҙаш дуҫтарымдың, шул иҫәптән яуҙан ҡайта алмағандарҙың да өлөшө ҙур, – тип хаҡ һәм хуп һүҙ әйткәйне Герой бынан 13 йыл элек. Ул да ил именлеге өсөн күтәрелгән миллионлаған совет һалдаттарын кәүҙәләндергән йыйылма образ. Тик уның ошо хәтирәләре уйҙырма түгел, ысынбарлыҡҡа ҡоролған...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 179

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 141

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 218

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 195

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2564

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 228

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 173

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 175

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 396

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 412

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 418

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 413