Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “МИН ДӘ ХӘРБИ ОФИЦЕР БУЛАМ!”
“МИН ДӘ ХӘРБИ ОФИЦЕР БУЛАМ!” …Ишембай районының Көҙән ауылында була был хәл. Бишенсе клас­ты тамамлағанда Фәрит мәктәптән ҡайтҡас та өй эштәрен тиҙ генә башҡара ла уйнарға сығып йүгерә. Сыға ла… туҡтап ҡала: урамдан бер һалдат килә икән. Аяҡтарына ялт итеп торған хром итектәр, өҫтөнә йәшел гимнастерка кейгән оҙон буйлы, киң яурынлы ағайға ул урынынан да ҡуҙғалмай һоҡланып ҡарап тора. Малайҙың иғтибарын бигерәк тә һалдат ағайҙың күкрәгендәге ҡояшҡа ялтырап торған, атлағанда сыңлап ҡуйған миҙалдары йәлеп итә. Шул саҡ уның күңелендә бер хыял бөрөләнә – үҫкәс, мотлаҡ хәрби кеше булырға!
“Ҡалаға уҡырға барам!”
Бала саҡта ниндәй генә малай киләсәктә офицер булырға теләмәй икән?! Атыш уйыны, ҡул һуғышы, ғәскәр башлыҡтары хаҡындағы мауыҡтырғыс кинолар – барыһы ла бала күңелендә әлеге хыялдың башланғысы ул. Был башланғыс ваҡыт арауығы үтеү менән кемдер өсөн уйын ғына булып ҡала, тик ныҡыштар ғына хыялдарын барыбер ҙә тормошҡа ашыра. Фәрит Миһранов – икенселәр рәтенән. Физик яҡтан нығыныу, аң-белемде тәрә­нәйтеү, сынығыу – хәрбиҙәрҙең барлыҡ сифаттарын үҙендә үҫтерергә тырыша ул. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, төрлө йүнәлештәге олимпиадаларҙа беренсе урындар яулай Фәрит. Еңел атлетика буйынса район йыйылма командаһы составына инә, был спорт төрөндә – беренсе, артабан икенсе разряд яулай, республика чемпионы исеменә лайыҡ була, ныҡыш үҫмерҙе республика резервына ла ҡуялар. Ә һигеҙенсене тамамлағас, хыялдар уны данлыҡлы Суворов училищеһына алып бара. Ҡазанда Фәрит имтихандарын физика һәм математиканан яҡшы билдәләргә тапшыра, ҡыуанысының сиге булмай егеттең. Тик бына рус теленән “икеле” ҡуйып сығарыуҙары көтөлмәгәнлек була. Шулай ҙа кире бороп ҡайтарырға йыйынмай уны уҡыу йорто етәкселеге.
– Һинең еңел атлетика буйынса һөҙөм­тәләрең яҡшы, әгәр ҙә училище исемен яҡлап ярыштарға йөрөһәң, спорт менән ныҡлы шөғөлләнһәң, беҙ һине ҡабул итәбеҙ, – тип шарт ҡуялар. Ләкин тәҡдим яһаусылар ауыл малайынан көтөлмәгән яуап ишетә.
– Мин хәрби белем алырға теләйем, ә спорт менән былай ҙа шөғөлләнә алам, – тип аптырата Фәрит.
Ауылға ҡайтыу менән ул беренсе уңыш­һыҙлығынан уҡ артабан үҫешеүҙән ваз кисмәй, киреһенсә, атаһына мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя.
– Йә күрше урыҫ ауылына уҡырға барам, йә ҡалаға белем алырға китәм. Бында (Көҙәндә) рус теленән алға ынтылыу мөмкин түгел, – тип ныҡыша.
Атай кеше ни балаһының камилла­шырға теләге булғанда ҡаршы килеп торамы ни?! Абдрахман ағай сығып китеп, Ишембай ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбе етәкселеге менән һөйләшеп ҡайта.
Сит ерҙә юғалып ҡалмай буласаҡ офицер, еңеүҙәрен арттыра, ә унынсыны тамамлауға, рус теле серҙәрен филология факультетына барырға йыйынған клас­таштарынан бер ҙә насарыраҡ белмәй.
Аҡыллы спортсы егетте Башҡортос­тандың бер нисә юғары уҡыу йорто үҙенә “ҡаратырға” иҫәп тота, әммә Силәбе юғары хәрби автомобиль-инженер училищеһы курсанты сифатында үтә әңгәмәсемдең артабанғы дүрт йыл ғүмере. Автомобил­дәрҙе файҙаланыу һәм ремонтлау буйынса инженер һөнәре үҙләштергән йәш лейтенантты Николаев ҡалаһына ебәрәләр.
– Барып төшкәс, бөхтәлеккә, емеш-еләк­тең урамда матур итеп үҫеп ултыр­ғанына хайран ҡалдым. Был ҡалаға ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине, – тип хәтерләй офицер хәрби хеҙмәт башын. Тик гәзит уҡыусы мәҡәлә геройының бер урында ғына тапанырға яратмағанын аңлағандыр инде. Артабан ул хәрби эшкә нығыраҡ төшөнөү, үҫешеү маҡсатында Одесса ҡалаһына күсә. Рота командиры, штаб начальнигы… Яуаплылыҡты яҡшы тойған, ныҡыш офицерға вазифаларҙы ышанып тапшыралар.
Нисек кенә булмаһын, хәрби хеҙмәт хәрби уҡыуҙарға ғына ҡайтып ҡалмай шул. Ватанының намыҫын һаҡлап, ил сиген ҡурсалай һалдат, ҡуйылған бурысын үтәп, кәрәк икән, башын яуҙа һала. Тик хәүефһеҙлек сараларын күреү ваҡыт-ваҡыт илдең эсендә лә кәрәк була бит. Фәрит Миһранов егеттәре менән Чернобыль һәләкәтенең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнаша. Билдәле, был бурыс ҡаҡшатҡан сәләмәтлек йыш ҡына шул мәлдәрҙе “хәтерләтеп” тора. Хәйер, авария һөҙөмтәһендәге мәхшәрҙәрҙе лә күреп, йөрәк һаман да әрнемәй түгелдер. Һәр хәлдә, ил өҫтөнә килгән ҡазаны бөтөрөүгә үҙ өлөшөн индергәненә офицер үкенмәй.
– Ниндәй генә бурыс ҡуйылмаһын – һалдат уны лайыҡлы үтәргә тейеш! – ти ул ғорур рәүештә.
Дошман ҡурҡыныс түгел…
Тынғыһыҙ Миһранов аңлай: нисек тә булһа артабан белем алырға кәрәк һәм, күп уйлап тормай, Санкт-Петербургтағы тыл һәм транспорт хәрби академияһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, үҙ теләге менән Алыҫ Көнсығышҡа юл тота.
– Хабаровскиҙа хеҙмәт иткәндә инде йәшлек осоронан сығып, тормоштоң күп яҡтарын төшөнөргә тура килде, – тип хәтирәләрен дауам итә Фәрит Абдрахман улы.
Нисек кенә булмаһын, ишек алдында үткән быуаттың иртәгәһе билдәһеҙ 90-сы йылдары бит. Завод-фабрикалар туҡтаған, колхоздар бөлгөнлөккә төшкән, хәр­биҙәрҙең хәлдәре лә маҡтанырлыҡ түгел. Ә бит нисәмә һалдат-офицерҙың артабан­ғы яҙмышы тура мәғәнәлә унан – полк ко­ман­дирының тыл буйынса урынбаҫарынан – торған. Һәр хәлдә, бында ла намыҫы ҡушҡанса, яуаплылыҡ тойоп үтәй офицер үҙ бурысын. Күп хеҙмәттәштәре әрме тормошонан ваз кисергә торғанда уларҙың хәлен нисек тә яҡшыртырға тырыша, һалдаттарҙы ла көсөнән килгәнсә ҡурсалай.
–…Айҙар буйы эш хаҡы ала алмай яфаланабыҙ. Арабыҙҙа хеҙмәттән китергә рөхсәт һорап рапорт яҙғандар һаны арта бара. Хәйер, уларҙы ла аңларға мөмкин: ҡатындар тешен ҡыҫып түҙә, беҙҙең янда хеҙмәт итә, ә бына балалар… балалар йәл ине. Башҡортостанда булһаҡ, ярай ауылда торған туғандарҙан ярҙам көтөргә була. Һис юғында үҙең баҡсала бәрәңге сәсеп үҫтерә алаһың. Тик был бит Алыҫ Көнсығыш! – Меңләгән һалдаттар алдында нисәмә тапҡыр бойороҡ яңғыратҡан, ҙур дәрәжәле офицерҙарға рапорт биргән Фәрит ағайҙың тауышында тулҡынланыу һиҙелә.
Тыл хужаһының мәшәҡәттәре бер эш хаҡына ғына бәйле булһа икән дә. Бер көн уға электр энергияһы менән тәьмин иткән станция етәкселәре килә һәм тотонған ресурсҡа Мәскәүҙән аҡса күсмәгән өсөн утты һүндерәсәктәрен хәбәр итә. Бына һиңә, инде армияны электрһыҙ ҡалдырһындар инде… Бер уйлаһаң, илгә дошман бәреп инһә, Алла һаҡлаһын, ул станцияны барыбер шул ғәскәрҙәргә һаҡларға тура килә бит.
Шулай ҙа ҡораллы хәрбиҙәргә барыбер һаҡларға тура килә станцияны. Тик… дошмандарҙан түгел, ә өҫтәрәк телгә алып киткән янаусыларҙан, утты һүндер­мәһендәр тип. Бына шундай үҙенсәлекле ваҡиғалар ҙа үтә офицер башынан, әммә бында ла бала саҡ хыялына тоғро ҡала Фәрит Миһранов.
– Дошман ҡурҡыныс түгел, арала йөрөгән вайымһыҙҙар, яуаплылыҡ төшөн­сәһен аңламаған бәндәләр һәм һатлыҡ­йәндәр хәүеф тыуҙыра. – Был һүҙҙәр, уйлай китһәң, әрме тормошона ғына ҡағыл­майҙыр.
Эйе, Фәрит ағайҙай офицерҙар үҙ хәлдәре мөшкөл булыуға ҡарамаҫтан, торлаҡ-базаһыҙ интегеүҙәре аша Тыуған илдәре алдындағы бурысына тоғро ҡала. Ә бит ауырлыҡтарҙың үтеүен көтмәй, аҡсаға алданып, еңеллек эҙләп, сит илгә ҡасҡандар ҙа юҡ түгел.
– Училищела уҡығанда ашын да, ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашҡан егеттәр менән бергә Украинаға эләгеүе­беҙгә шатланып бөтә алмағайныҡ. Тик аҙаҡ, бер дөйөм ил икегә бүленеп, ике лагерға әйләнгәс, быға үкенгән дә булды. Ҡасандыр дуҫ булған егеттәр бөгөн беҙҙе дошман итеп күрә. Йәл… – Йәнә моңһоу уйҙар баҫа офицерҙы.
Әрмеләге үкенесле күренештәр дәүләттәрҙең мөнәсәбәте, ил эсендәге буталсыҡтарҙан тыш та баштан ашҡан, әлбиттә. Фәрит Абдрахман улына төрлө частарҙа тыл буйынса эш алып барыу сәбәпле “бабайлыҡ” күренешенә ҡаршы көрәшергә тура килгән. Кавказ егеттәренең тәкәбберлеген йүгәнләгәндә хатта мулла ла саҡыртырға тура килгән. Бер күренешкә уның һаман да иҫе китә: йөҙҙән ашыу һалдаттан торған часты Дағстандан дүрт кенә егет “бейеткән”.
– Хәйер, – ти ул, – минеңсә, “бабайлыҡтың” тамыры йәберләнгәндәр­ҙең үҙенән башлана. Йыуынырға теләмә­гән, ваҡытында йоҡлау-ашауҙан баш тартҡандар табылып тора, уларҙы нисек тәртипкә килтерергә тейештәр һуң? Әммә был “бабайлыҡты” яҡлау түгел, кешесә итеп йәшәү өсөн кешегә үҙенә тырышырға кәрәк, тимәксемен.
– Уйлай китһәк, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем, – бөгөн, мәҫәлән, “бабай­лыҡты” әрмелә генә күрәбеҙме ни? Түбәнге класта уҡығандарҙан өлкәнерәк малайҙар­ҙың аҡса талап итеүе – мәктәптәрҙә йыш күренеш. Училище, хатта вуз ятаҡтары хаҡында әйтеп тә тормайым…
Һәр хәлдә, кешеләрҙең үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшмәүенә, үҙ бурыстарынан ҡасыуҙарына йөрәге әрней офицерҙың.
“Дмитрий Анатольевич, һорауым бар…”
Күңелһеҙ ваҡиғаларҙан һуң инде Мәскәү янында элиталы бригадала хеҙмәт итеп йөрөгәндә Фәрит Миһрановҡа өйөнән хәбәр килеп төшә. Әсәһе ҡаты сирләп аяҡ­тан йығыла. Ғүмеренең һуңғы мәл­дәрендә булһа ла янында булайым типтер инде, яҡшы-яҡшы вазифалар тәҡдим ителеүгә ҡарамаҫтан, ул Башҡортостанға ҡайтырға ниәт ҡыла. Тыуған ил генә түгел, ғүмер биргән, күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән әсә алдында ла изге бурыс бар бит әле. Быға ла етди ҡарай әңгәмәсем, шуға бер һүҙһеҙ ҡайтырға тигән етди уйға килә. Өҫтәүенә башҡа бер туғандары ла ҡоштай осоп сығып бөткән – ике ҡустыһы ағай юлынан китеп, йәнә “ил һаҡлау” һөнәрен үҙләштергән. Береһе – майор, икенсеһе прапорщик дәрәжәһенә күтәрелгән улар.
Хәрби офицер, яҡыныраҡ булайым тип, хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡта дауам итә. Бында ла уның иңенә тыл мәсьәләләре йөкмәтелә. Ә инде отставкаға сыҡҡас, Рәсәй ДОСААФ-ының урындағы бүлексә­һенә етәкселек итә башлай ул.
Инде тиҫтә йылдан ашыу һалдаттар араһында йөрөмәһә лә, Фәрит Миһра­нов­ты, һис шикһеҙ, һаман да сафта тип иҫәпләргә булалыр. Бында ДОСААФ-тың оборона заказы буйынса әрмегә әҙер­ләнгән егеттәргә машина йөрөтөү серҙә­ренә төшөндөрөүе хаҡында ғына һүҙ бармай. Фәрит Абдрахман улының ҡала кимә­лендә генә түгел, илһөйәрлекте үҫтереү буйынса дөйөм республика сараларында ла ҡатнашмаған ваҡыты һирәк. Мәктәп­тәрҙә осрашыуҙар, спорт һәм хәрби әҙер­лек буйынса ярыштар үткәреү хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Бөтә тарафтан да әүҙем булырға тырыша Фәрит ағай. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы эшендә уны күп көс һалған кеше булараҡ беләләр. Әйткән­дәй, үткән йыл Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлағанда ул праймеризда ҡатнашты. Бер нисә йыл элек Өфөлә ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа урындағы етеште­реүселәргә һалым системаһын яңынан ҡарау буйынса тәҡдим индереүе иҫтә ҡалған. Ғөмүмән, хәрби тормош менән генә янған ҡырыҫ офицер түгел ул, ә тормошобоҙҙо бар яҡлап та матурларға ынтылған замандашыбыҙ.
Ата-баба аманаты
Йәмәғәте Рәйсә Хәким ҡыҙы менән әңгәмәсем интернатта уҡығанда уҡ таныша һәм, беренсе мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, улар бөгөн дә бер-береһенә терәк-таяныс булып донъя көтә. Терәк тигәндән, хәрби­ҙәр менән сәсен-сәскә бәйләгән ҡатын-ҡыҙ яҙмышына ниндәй өлөш төшкәне барыбыҙға ла мәғлүм. Бер ҡаланан икен­сеһенә, унан тағы… Аңлауығыҙса, был тәҡдирҙән Рәйсә ханым да азат түгел. Тик “күсмә тормош”ҡа ул бер ҡасан да үкенмәй. Киреһенсә, иренең таянысы, серҙәше һәм хеҙмәттәше була – ул да хәрби кеше.
Бөгөн Миһрановтарҙың емештәрен татыр мәле. Был бәхетте кинәнеп кисерә улар. Ейәнсәрҙәре менән мәж киләләр, Бөйөк Еңеү парадына йыл да уға яңы хәрби форма тектерәләр. Фәрит Абдрахман улы уның менән гелән хәрби темаларға ла һөйләшә.
– Ҡыҙым, һин үҫкәс офицер була­һыңмы? – тип һорай ул.
– Мин дә хәрби офицер булам, иптәш полковник, – тип рапорт бирә Сабрина.
Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, тиҙәр. Ниҙәр яҙыла, шул тормошҡа ашыр. Был тәңгәлдә кескәй Сабрина өсөн хәүефләнер урын юҡ. Теләге булһа, ниңә хәрби форма кеймәҫкә?!
Фәрит ағай хәтерләгән “туҡһанын­сы”ларҙы уның улы Олег үҙ иңендә татып үҫә. Атайҙарының айҙар буйы эш хаҡы алмағанлығын да күрә ул. Был ғынамы ни, ул йоҡоһонан уянғанда атаһы һәр саҡ хеҙмәттә, кис йоҡларға ятҡанда ҡәҙерле кешеһе әле һаман ҡайтмаған була… һәм ошо күренеш көн дә дауам итә. Ошоларға ҡарамаҫтан, Олег атаһының юлын дауам итеп, хәрби уҡыу йортон һайлай һәм капитан дәрәжәһенә еткәнсе лайыҡлы хеҙмәт итә.
Ғәҙәттә, кешеләр үҙҙәре эшләгән өлкә­нең ауырлығын аңлаһа, балаларын башҡа һөнәр үҙләштерергә этәрә. Был осраҡта киреһенсә килеп сыҡҡан. Хәйер, Фәрит Абдрахман улы әйткәндәренән барыһы ла аңлашыла һымаҡ:
– Ил һаҡлау – ата-баба аманаты. Тарихтан беләбеҙ, был бурысты үтәү бер ҡасан да еңел булмаған, әммә тыныслыҡта йәшәү өсөн ошо бурысты иңебеҙгә һалырға бурыслыбыҙ. Был хәҡиҡәтте һалдаттарға ғына түгел, улыма ла һәр ваҡыт һеңдереп килдем.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521