Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ғүмер Олотауы Инде нисә тапҡыр һоҡланып ҡалғаным бар: Мораҡтан, Күгәрсен районы үҙәгенән Бөрйән тарафтарына юл тоттоңмо, алыҫтан монарланып ятҡан теҙмәләрҙән үҙенсә киң яурындарын киреберәк торған уҙамандай Олотау үҙенә әйҙәй. Мине, ялан кешеһен, был яҡтарға ҡасан ғына һуғылһам да, тау үҙенең олпатлығы, сабырлығы, һөйкөмлөлөгө менән арбай. Уға күҙ һалыу менән күңел төбөмдә халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарының береһе “Иҫке Урал” уяна ла, түбәләрҙә иҫкән елдәргә ҡушылып, ҡабатланмаҫ моң булып, Олотау буйына тарала: “Уралҡайым, һинең тауың бейек, ҡаяларың бигерәк һөйкөмлө, ғәзиз балаларын ҡосаҡлаған әсәйҙәрҙең ҡуйыны шикелле...” Ғәзиз әсәләреләй күреп, Олотауға Үрге Һаҙҙа тыуып үҫкән нисә быуын һыйына, һәр береһенең тормош юлы уны артылыуҙан башлана. Был яҡтарҙа ир ҡорона инеү иң бейек түбәләге аҡ ташҡа баҫып, сал бөркөттәр саңҡылдауын тыңлау, ыжғыр елдәргә күкрәгеңде ҡаршы ҡуйыу менән билдәләнә. Ошо һынауҙы үткән һәм илгә танылған уҙамандар һуңынан ғәзиз тауҙың һүрәтен, ҡәҙерле ҡомартҡылай күреп, ғүмере буйы уға табынып йәшәй.

Яппар һыуы
Яппар һыуы инде!..

Ана шулай тиҙәр Үрге Һаҙҙа! Алыҫ сәфәрҙәрҙән ҡайтып йә йәйге селләлә сарсап киткәндә шишмәләренән бер йотом һыу эсһәләр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән: “Яппар һыуы Яппар һыуы инде!..” – тиҙәр. Бер йотомо ла көс-ғәйрәт бирер шифалы шул саф һыулы Яппар шишмәһе! Йәй башында Һаҙ буйҙарын күрһәгеҙ, мул туғайҙарының иҫерткес һауаларын һулаһағыҙ, ерҙәге ожмах тик ошондалыр тигән уй баштан сыҡмаҫ.
Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов 1957 йыл­дың 13 апрелендә Үрге Һаҙ ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе – ауыл мәктәбе уҡытыусыһы, атаһы – колхоз, һуңынан “Октябрь” совхозының шоферы. Үтә теремек, һәләтле бала, атаһынан күреп, 5-6 йәшендә тальян гармунында һыҙҙыра башлай. Беренсе класта уҡыға­нында концертта тальянынан башы ла күренмәй әле малайҙың.
– Ҡул араһына иртә керҙек, – ти бөгөн абруйлы уҙаман, – 4-се класта уҡыған сағымдан уҡ атҡа менеп, колхозға бесән әҙерләштем, урта мәктәпте тамамлағансы дөйөм эштең уртаһында булдыҡ. Ул заман өсөн хатта байтаҡ ҡына хеҙмәт хаҡы ала инем...
Рәмил Мәжитов Үрге Һаҙ мәктәбендә төплө белем ала. Ул осорҙа бында көслө, үҙ фәнен яратҡан уҡытыусылар эшләй: мәктәп директоры Ишмөхәмәт Сабашев, Ғәзиз Ибраһимов, Мөршиҙә Ибраһимова, Рәшиҙә Вафина, Вәли Шәйәхмәтов һ.б. Шуға ла һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамам­лағас, ҡайҙа барырға тигән уй борсомай. Ун ике саҡрымда ятҡан “Октябрь” совхозы үҙәге – Мәҡсүт урта мәктәбендә белемен дауам итә. Һәләтле егет баян моңдары менән мәктәп сараларын биҙәй, совхоз үҙәгендә үткән үҙешмәкәр артистар смотрҙарында уртала ҡайнай. Уҡыу алдынғыһы, һәр яҡлап әҙерлекле Рәмил Мәжитов өлгөргәнлек аттестаты алғас, 1974 йылда, Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт һарайы директоры итеп эшкә ҡалдырыла.
Яппар һыуын эсеп, хеҙмәт һөйөп үҫкән егет йәштән ауылының данлы тарихын үҙ итә. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғиниәт олатайҙың батырҙар ҡисса­һын күңеленә һеңдерә. Ауылдаштары академик Марат Зәйнуллин, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әмир Мусин, маҡтаулы шахтер, БАССР Юғары Советы депутаты Ә. Әбйәлилов, абруйлы педагог Алик Сәйетҡолов, архитектор Рәшит Сәлихов һәм башҡаларҙы ишетеп, күптәрен белеп, аралашып үҫә. Беҙҙеңсә, ана шулай, ер-һыу ҡәҙерен, ил тойғоһон һиҙемләп аяҡҡа баҫҡан кеше шәхес булып өлгөрә, үҙ киләсәген билдәләй.

Әрме мәктәбендә сынығыу
Уҙған осоробоҙҙоң бер яҡшы яғы булды: ирмен тигән ир-егет мотлаҡ әрме хеҙмәтен үтер, ике-өс йылда ил һаҡлап, үҙе лә сынығып, донъя күреп ҡайтыр ине. Изге бурысыңды үтәргә атлығып торған заманалар булды. 1975 – 1977 йылдарҙа яугир улы Рәмил Мәжитов Совет Армияһында хеҙмәт итә. Ярты йыллыҡ хәрби әҙерлек мәктәбен үткән кесе сержант урта ауыр­лыҡтағы танк командиры сифатында Приморьела ил һаҡлай. Танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндәр белә: яуаплылыҡ, таһыллыҡ, егәрлелек талап итә ажғырып торған хәрби техника. Уны йөрөтөү генә түгел, сәпкә ата ла белергә, шул уҡ ва­ҡытта ҡатмарлы маневрҙар ҙа үтергә кәрәк. Экипажың да һәр командаңды теүәл үтәп, бер йәндәй эш итеүе мотлаҡ. Оло­тауҙа үҫкән сая командир ҡул аҫтын­дағыларға талапсан, ҡәтғи ҙә була белде, кәрәк саҡта йылы һүҙе менән ҡанат­лан­дырҙы. Бындай сифаттары хәрби округта үткән күнекмәләр ваҡытында бик ярап ҡалды, ул хеҙмәт иткән рота башҡаларҙан маневр оҫталығы менән айырылыр ине.
Шуға кесе командир погонында яңы “һыҙыҡтар” өҫтәлә торҙо, вазифаһы, хәрби бурыстары ҡатмарланды. Хеҙмәте тамамлана башлауға өлкән сержант старшина дәрәжәһенә тиклем күтәрелде. Был инде үҙ экипажыңа ғына идара итеү түгел, тотош бер рота һалдаттары өсөн яуаплылыҡты иңдәреңә һалыу! Техника торошо, ҡатмарлы заданиелар үтәүгә даими әҙерлек, казармаларҙағы таҙалыҡ, тәртип, һалдат – танкистарҙың хәрби дисциплинаһы. Егерме йәшлек Башҡортостан бөркөтө үҙе һәр яҡлап өлгөлө, үтә яуаплы, теүәл. Беренсе класлы белгес, хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличнигы, старшина Рәмил Мәжитов өсөн әрме мәктәбе ысын мәғәнәһендә өлгөрөү баҫҡысы, киләсәктә тағы ҡатмарлы үрҙәр яулау плацдармы булды.

Һайлап алған яҙмыш
Тыуған ауылының мәктәбендә бер йыл уҡытып алғандан һуң Рәмил Мәжитов 1977–1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында юғары белем ала. Хеҙмәт стажы булған, хәрби бурысын иң юғары кимәлдә үтәп ҡайтҡан спортсы студент тәүге көндәрҙән үк факультеттың таянысына әйләнә, сәмләнеп, физика һәм математика серҙәрен “кимерә”.
– Шул хәтергә уйылып ҡалған, – ти Рәмил Мәжитов, – ректорыбыҙ, профессор Р. Әлмөхәмәтов кабинетына саҡырып алып: “Бер төркөм студенттарҙы етәкләп, Ҡазан педагогия институтына конференцияға барып ҡайт”, – тине. Беҙ ғилми яҡтан да, баян, йыр-моң менән дә Башҡортостан студенттарының кем икәнен күрһәттек. Ректорыбыҙҙың рәхмәте ҡәҙерле булды.
Математика һәм физика уҡытыусыһы Рәмил Мәжитов Новониколаевск һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тәүге педагогик тәжрибә туплай. Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге 1985 йылда Волостновка урта мәктәбе директоры итеп үрләтә үҙен. Был осор мәктәптең берҙәм коллектив булып тупланыу, районда күп төрлө йүнәлеш буйынса алдынғылар рәтенә сығыу йылдары булды. Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары булып оҙаҡ йылдар эшләгән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы М.И. Бирюков былай тип хәтерләй:
– Беҙҙе, министрлыҡ вәкилдәрен, йәп-йәш директор ҡаршыланы, мөләйемлеге, тотанаҡлылығы, уҡытыу процесын яҡшы белеүе менән һоҡландырҙы. Ошондай етәкселәр үҫеүенә шатланып ҡайттыҡ. Инде бик оҙаҡ йылдар бергә мәға­рифыбыҙға хеҙмәт итәбеҙ.
Ошо урында шулай уҡ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналын 30 йыл етәкләгән редактор, филология фәндәре кандидаты С. Ғүмәровтың фекерен килтерәйек:
– 1993 йылда республикабыҙҙа Туймазы ҡалаһында тәүге һәм һуңғы тапҡыр “Башҡортостандың йыл директоры” үткә­релде. Педагогиканы төплө белеү, методик оҫталығы, ойоштороу һәләте менән бер рәттән, алсаҡ йөҙ, ихласлыҡ, музыкант булыуы уны иң көслө мәктәп директоры дәрәжәһенә күтәрҙе.
Ошондай етәксенең 1996 йылда Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире, һуңынан мәғариф идара­лығы начальнигы итеп үҫтерелеүе бер ҙә ғәжәп түгел. Ваҡытында кадрҙарҙы кү­тәрә белгән район етәкселәре В. Аҙнағо­лов, С. Ғайсиндарҙың да роле баһалап бөткөһөҙ. Ышанысты ла аҡлау кәрәк бит әле. Уныһы ҡанына һеңгән. Күгәрсен райо­ны мәктәптәрендә Р. Мәжитов етәкләгән дәүер шулар менән билдәләнде: йыл да сығарылыш уҡыусылары слеты үткәреү, иң алдынғыларға район хакимиәте стипен­дияһын тапшырыу, август кәңәшмәһе үткәреү традицияға әйләнде. Башҡорт телендә уҡытыу – 62,6 процентҡа, ә предмет булараҡ өйрәнеү 36,4 процентҡа етте. Башҡорт гимназияһы, музыка мәктәбе уңышлы эшләне. Балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү 100 процент тәшкил итте. Спорт киң йәйелдерелде, районда 2 650 уҡыусы спорт түңәрәктәренә йөрөй. Йәйге ял 37 һауыҡтырыу лагерҙарында ойошторолдо, унда 1 240 уҡыусы һау­лығын нығытты. “Мораҙым”да дүрт сменала йыл һайын 400-гә яҡын бала сәләмәтлеген нығытты. Күгәрсен районы республика мәғарифының алдынғылары иҫәбендә булды. Талымһыҙ етәксенең 1996 – 2003 йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусы­һы, Рәсәйҙең дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исемдәре менән билдәләнде. Ниндәй генә юғары вазифалар башҡарһа ла, Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов һайлап алған яҙмышынан айырылманы. Изге юл, ҡәҙерле әсәңдең юлы бит уҡытыусы яҙмышы.

Ышаныс
Эске тәртип, һәр нәмәлә теүәллек, эшен еренә еткереп үтәү һәм ышанып тапшыр­ған ҡатмарлы бурыстарҙы оло яуаплылыҡ тойоп атҡарыу сифаттары үҙенекен итте. Р. Мәжитов 2003 йылда Башҡортостан Хөкүмәте аппаратына гуманитар мәсьә­ләләр һәм милләттәр эштәре бүлегенә баш белгес итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан һуң Башҡортостан Президенты Указы менән Күгәрсен районы хакимиәте баш­лығы итеп ҡуйыла. Республика етәксе­легенең, район халҡының оло ышанысы ине ул. “Күгәрсен районы: улар еребеҙҙе данланы” (Өфө, 2015 йыл, 60-сы бит) энциклопедияһында ошондай юлдар яҙылған: “2003 йылда Рәмил Ғиниәт улы район хакимиәте башлығы итеп һайлана. Тапшырылған эшенә энергия менән, ең һыҙғанып тотона. Хеҙмәт коллектив­тарының матди-техник базаһын нығы­тыуға көсөн һәм ваҡытын йәлләмәне. Педагог булараҡ уҡытыу-тәрбиә эшенә иғтибар итте, уҡытыусылар кадрҙарын тупланы”.
Был тап шулай. Хакимиәт башлығының тынғыһыҙлығы, республика етәкселәренең хуплауы арҡаһында, мәҫәлән, 2006 йылда һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһе үткәрелде. Ул бер-ике көндә генә үтеп китһә лә, әҙерлек, ауылдарҙы төҙөкләндереү, дауаханаларҙа капиталь ремонт эштәре байтаҡ барҙы. Ошо уңайҙан юлдарға асфальт һалынды, күп ауылдарға газ үткәрелде. Йомағужа, Мораҡ, Мәҡсүт дауаханаларында реконструкция барҙы. Республика бюджетынан бүленгән 700 миллион һум аҡса һанап кителгән эштәргә йүнәлтелде. Ә 2007 йылда районда республика август кәңәшмәһе үткәрелде. 20 белем биреү ойошмаһында 1 миллиард һумлыҡ реконструкция эштәре башҡарылды. Былар барыһы ла район халҡы файҙаһына эшләнде. Шул осорҙа сафҡа ингән социаль объекттар бөгөн дә тулы ҡеүәтенә файҙаланыла.
Етәксе райондың иҡтисади һәм рухи үҫешенә тос өлөш индерҙе. Мораҡтың йөҙө, социаль өлкә күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Уның инициативаһы менән үҙәк урамда ике яҡлап та сәскәләр үҫтереү башланды. Бөгөн Мораҡҡа килһәгеҙ, һеҙҙе иң тәүҙә юл буйында гөрләшкән пар күгәрсендәр ҡаршылай, урамға бөркөт һыны йәм бирә. Теләк булғанда ауыл ерен дә ҡалалай итеп була икән. Шулай ҙа район етәксеһе өлөшөнә үтә яуаплы, күп көс, ваҡыт талап иткән быуат төҙөлөшө – Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу дәүере тейҙе. Район хакимиәте ҙур төҙөлөш эштәренән ситтә ҡалманы, сөнки төҙөүселәр районда социаль өлкәне үҫтереүҙә, йорттар, юлдар төҙөүҙә ярҙам итте. Тәжрибәле етәксе 2008–2010 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булып тағы ла яуаплыраҡ хеҙмәт башҡара. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хатына лайыҡ була. Кешене ышаныс йәшәтә, тип юҡҡа әйтмәйҙер халҡыбыҙ.

Башҡортостан мәғарифын үҫтереүсе идарасы
Мәғарифтың барлыҡ үҫеш баҫҡыстарын үткән абруйлы белгесте, сәйәсәт фәндәре кандидаты, республикабыҙҙың “Йыл директоры” исеменә лайыҡ булған Рәмил Мәжитовты республика етәкселеге Башҡортостан мәғарифын үҫтереү институты ректоры итеп тәғәйенләй. Ойоштороу һәләте, үҙ эшенә бирелгәнлек, нимәгә тотонһа ла аҙағына еткереү ҡанына һеңгән менеджер ҡыҫҡа ваҡыт эсендә институт бинаһын балҡытып ҡуя. 13 кафедра, 10 үҙәк, уҡыу аудиториялары, рекреациялар заманса төҫ ала, мебель ҡуйыла, тулыһынса яңы быуын компьютерҙар менән тәьмин ителә, интерьер байый. Бөгөн институтҡа ҡайҙан килһәләр ҙә бындағы бөхтәлек, таҙалыҡ һәм хеҙмәткәрҙәрҙең иғтибарлы булыуына ҡыуанып бөтә алмайҙар. Өҫтәмә белем биреүсе уҡыу йортоноң төп вазифаһы – уҡытыусы, тәрбиәсе һәм мәктәп етәкселәренең белемен үҫтереү. Ә ул Федераль белем биреү стандарттары индерелеү һәм мәғариф тураһында яңы закондар ҡабул ителеү менән тағы актуалләшә төштө. Педагогтар бында заманса технологиялар үҙләштерергә, психология һәм педагогика, менеджмент буйынса оҫталығын үҫтерергә килә. Был бурысты ректор Рәмил Мәжитов етәкселегендәге коллектив намыҫ менән үтәй. Һуңғы ваҡытта уҡыу йорто республикабыҙҙа электрон белем биреү йүнәлешендә әүҙем эшләй. 2016 йылдың март айында үткән кәңәшмәлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов институттың эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.
Әйткәндәрҙең барыһы менән бергә Рәмил Ғиниәт улы Мәжитовтың өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай, киң күңелле олатай булыуын атау ҙа кәрәк. Йәмәғәте Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы һылыуы, педагог, Рәсәйҙең маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Ынйы Хәким ҡыҙы менән ҡыҙҙары Эльвира, Гүзәл һәм Айгөлдө үҫтерҙе, юғары белем бирҙе, араларында фән кандидаты ла бар. Барыһы ла ғаиләле, затлы нәҫел ебен биш ейән-ейәнсәр дауам итә. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесен, ғүмер Олотауына илткән юлда һау-сәләмәт булып, артабан ышаныслы аҙымдар менән артылыуын теләйбеҙ! Илеңә күрһәткән изгелегең, оло бәрәкәттәр булып, бик оҙаҡ йылдар үҙеңде ҡыуандырһын, аҫыл уҙаман!

Рәмил Мәжитовҡа
Ypге Һаҙҙа ергә килгән
Ябай ауыл малайының,
Ил aғahы бул, тип Тәҡдир
Яҙған буғай маңлайына.

Ғәҙел һүҙең, асыҡ йөҙөң
Үҙенә гел тартып торһон.
Ышаныслы дуҫ-иштәрең
Көндән-көнгә артып торһон.

Өс тағаның – өс ҡыҙың бар,
Өйҙөң ҡото Ынйы ханым,
Өй йылытҡан усаҡ утың
Һүндермәйсә йәшәй янып.

Алтмыш тигән тау башына
Менеп баҫтың йылдам ғына.
Алда көтһөн уңыштарың
Еңеү яулар йылдар ғына.

Тимер НИӘТШИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519