Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр һәм шиғыр – илһам тигән... Бер үк ҡоштоң ике ҡанаты...
Йыр һәм шиғыр – илһам тигән... Бер үк ҡоштоң ике ҡанаты... Мәүлит Ямалетдин — бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле, сағыу таланттарҙың береһе. Уның йыр-моңона, күп ҡырлы ижадына мөрәжәғәт итмәгән уҡыусы һирәктер. Академик Ғайса Хөсәйенов әйтмешләй, “Мәүлит Ямалетдин — үҙе бер мөғжизә, уникаль күренеш” булһа, “жанр төрлөлөгө буйынса бөгөнгө әҙәбиәттә уның менән йәнәш ҡуйырлыҡ башҡа кеше юҡ.
М. Ямалетдинов ижадында беҙ шиғыр, робағи, поэма, монолог, эпос, дастан, ҡобайыр, шиғри әкиәт, хикәйә, повесть, эссе, романдарҙы күрәбеҙ, улар араһында хатта халҡыбыҙҙың һирәк башҡарылған йырҙарының ноталары ла бар”, — тип яҙҙы уның күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында яҡташы — Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Рәмзилә Кәлимова.

Шуларға өҫтәп, төрки әҙәбиәттәре тарихында беренсе булып мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән Кәрим”де башҡортса шиғри телдә яңғыратыуы иһә 50 йыл ғүмерен башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә бағышлаған әҙиптең тормошондағы иң сағыу, иң күркәм биттәрҙең береһелер, моғайын. Бөгөнгө менән генә йәшәмәгән шағирҙың ижади кредоһы ла, маҡсаты ла, ынтылыштары ла ана ниндәй:
Яҙманым мин йырҙарымды шөһрәт өсөн,
Яҙҙым бары елкенсәккә ғибрәт өсөн;
Яҙғанымды күңеленә ҡабул итһә,
Милләтемдең дарманына ҡеүәт өсөн.

Күңелендә ана шундай уй-ниәттәр йөрөткән ғәжәйеп талант эйәһе Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов — ике тиҫтә китап авторы, шағир, прозаик һәм тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исемен үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәте, халыҡсан бай ижады менән яулаған ҡәләм оҫтаһын, һис икеләнмәйенсә, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн һәм кимәлен билдәләгән әҙиптәр рәтенә индерергә була. Уның милли аһәң, моң һәм фәлсәфәүи тәрәнлек менән һуғарылған, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына тамырланған әҫәрҙәре уҡыусылар күңеленә бигерәк тә яҡын — бер уҡыу менән иҫтә ҡала, зиһенгә һеңә:
Фани донъя берәүгә лә шәкәр түгел:
Уй уйлата, һыҙлай йөрәк, һыҡтай күңел...
Ер йөҙөндә кемгә еңел, тип һораһаң —
Фекерләүҙән мәхрүм булған малға еңел.


Йәки:
Ҡышҡы буран, өрәм тиһә, ҡарын табыр,
Ерҙәге һыу, ағам тиһә, ярын табыр.
Ҡанатлы һүҙ, ватып ваҡыт ҡоршауҙарын,
Кешеләрҙең йөрәгендә урын табыр.

Яҡташы Рәмзилә Кәлимова яҙғанса, “...күңелендә туған халҡының рухи хазинаһына, уның йыр-моңона икһеҙ-сикһеҙ һөйөү һаҡлаған, туған телдең бәҫен белгән ысын талант эйәһе” Мәүлит Ямалетдин бәрәкәтле Учалы еренең Аһылай ауылында донъяға килгән. Республикабыҙға Абдулла Солтанов, Нажиә Аллаярова, Нәзифә Ҡадирова, Айгөл Һағынбаева, Вилдан Яруллин кеүек талантлы йырсыларҙы биргән төбәктә ҡанат нығытҡан буласаҡ яҙыусы, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибайҙа, Баймаҡтың Атайсал ауылында, шулай уҡ тыуған районының данлыҡлы “Байрамғол” совхозында балаларға музыка буйынса белем биреүҙә лә арымай-талмай эшләй.
Ә инде 1984 йылда Учалы ҡалаһына күсеп килгәс, ундағы 1-се музыка мәктәбендә ҡурай класы асып ебәрә. 1985—1987 йылдарҙа Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт инсти­тутының Юғары әҙәби курстарында уҡып ҡайтҡандан һуң йәнә Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында ҡурай класы асыуға өлгәшә.
“Мин – башҡорт!” — тип ҡысҡырыуҙан мәғәнә юҡ,
Һуҡыр затта башҡортлоҡтоң эҙе лә юҡ.
Ысынлап та, башҡорт булһаҡ, шып-шым ғына
Бөйөк эштәр атҡарырға өйрәнәйек, —

тип йәшәгән һәм туҡтауһыҙ шул маҡсатын тормошҡа ашырырға ынтылған шағир “Ирәмәл” халыҡ үҙәгенең рәйесе булып эшләгән осорҙа уҡ ҡала һәм районда милли мәҙәниәтте, туған телде тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә күп көс һала. Уның тырышлығы менән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында башҡорт фольклоры бүлеге, туған телдә “Яйыҡ” гәзите, Учалы яҙыусылар ойошмаһы, “Өлкәр” альманахы булдырыла, 12-се башҡорт лицейы асыла.
М. Ямалетдин 1991 йылдан, Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары вазифаһын башҡарыуҙан башлап, бөгөнгә тиклем төбәктәге ижадсыларҙы туплауға, башҡорт әҙәбиәтен пропаган­далауға барлыҡ һәләтен, тырышлығын һалды. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡытта беҙҙең ойошма ижадсыларының 100-ҙән ашыу китабы донъя күрҙе. Ә күпмеһе Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булды! Бөгөн Мәүлит Ямалетдинов етәкселегендәге “Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” берләшмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһында 50-нән ашыу яҙыусы һәм һәүәҫкәр композитор иҫәпләнә.
Үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәй барып, ойошма һуңғы 2014—2016 йылдарҙа байтаҡ файҙалы эш башҡарып өлгөрҙө. Былтыр ғына беҙҙең ойошмаға 77 автор ҡулъяҙма ебәргән булһа, шулар араһынан 14-енең әҫәрҙәре күсмә семинар ултырыштарында тикшерелеп, туғыҙы айырым йыйынтыҡ булып төрлө китап нәшриәттәрендә баҫылып сыҡты.
Әҙәби алмаш әҙерләү — идараның даими иғтибар үҙәгендә торған мәсьәләләрҙең береһе. Үҙ ижадын ғына ҡайғыртып йәшәмәгән Мәүлит Ямалетдинов йәш таланттарҙы эҙләп табыу маҡсатында район хакимиәттәренең мәғариф бүлектәре менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында “Минең беренсе китабым” тигән ижади конкурс уҙғарыуҙы ойошманың төп йүнәлештәренең береһе тип иҫәпләй. Конкурсҡа ебәрелгән шиғырҙар һәм хикәйәләр йыл һайын махсус төҙөлгән комиссия тарафынан ҡарала, һәм был эштәрҙең өмөтлө күренгәндәре айырым китап итеп баҫтырыла. Һуңғы өс йылда мәктәп уҡыусыларының Учалы ҡала типографияһында төрлө исемдәр менән тәүге ижад емештәре (“Йәйғорсоҡтар”, “Юл башы”, “Яҡты эҙҙәр”, “Белорет шишмәләре”, “Йырҙарыбыҙ һиңә, Әбйәлил!”, “Татыу ғаилә”, “Эҙҙәр”) донъя күрҙе.
Уңыштары ла байтаҡ йәш ижадсы­ларҙың. Учалы ҡыҙы Урания Вахитова “Йыл миҙгелдәре”, “Ҡыңғырауҙар сыңы” исемле шиғри йыйынтыҡтары өсөн үҙ районының Флүзә Әхмәҙиева исемендәге премияһын алып һөйөнһә, Әбйәлилдән Лилиә Солтанова республикабыҙҙың “Йәншишмә” гәзите тарафынан булды­рылған Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһына лайыҡ булды. Оло быуын вәкилдәре араһынан Белоретта йәшәп ижад иткән үҙешмәкәр композитор Мөхәррәм Сәлимовҡа “Муса батыр” һәм героик-патриотик характерҙағы йырҙар циклы өсөн үткән йылдың ноябрендә Муса Мортазин премияһы тапшырылды. Мәүлит Ямалетдинов иһә “Ишмөхәмәт сәсән”, “Ҡуласа” романдары өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Күренеүенсә, һәр жанрҙа үҙен талант эйәһе итеп танытҡан әҙиптең уңыштары бының менән генә бөтмәй. Ижадында сәсәнлек традицияларын дауам итергә ынтылған Мәүлит Байгилде улы — өс тапҡыр республика сәсәндәр ярышы еңеүсеһе, Алматы ҡалаһында төрки илдәр поэзияһының II Халыҡ-ара фестивале лауреаты. Башҡортостанда ҡурайсы һәм йыраусы булараҡ танылыу яулаған М. Ямалетдин былтыр 23-24 октябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә сәсәндәрҙең беренсе тапҡыр уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурс-фестиваленең дипломанты булһа, 14 декабрҙә республиканың “Аҡмулла вариҫтары” тигән конкурс-бәйгеһендә Гран-при яулауға өлгәште. Күренекле әҙип башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән дә бүләкләнгән. Ә инде 1993 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ҡәләм оҫтаһының проза өлкәһендәге ижады хаҡында фекер йөрөткәндә йәнә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик Ғайса Хөсәйеновтың яҙғандары иҫкә төшә: “...Ул халыҡтың этик, эстетик тәжрибәһенән сығып, донъя, тормош, матурлыҡ, изгелек, яманлыҡ тураһында һүҙ аса икән, күп кенә етди уйланыуҙары хатта уйһыҙҙарҙы ла уйландырырлыҡ, моңһоҙҙарҙы ла моңландырырлыҡ”. Ул ниндәй генә темаға тотонмаһын, уларҙың барыһында ла халҡыбыҙҙың тарихи көрәшен, рухи һәм сәйәси азатлыҡҡа, шәхес үҙаллылығына ынтылышын, замандаштарыбыҙҙың әхлаҡи-этик йөҙөн, героик-драматик яҙмышын күрәһең.
Яҙыусының тәүге “Ирәмәл” (1978), “Таң йондоҙо” (1986), “Һомай ҡош” (1988) исемле шиғри йыйынтыҡ­тарынан һуң бер-бер артлы “Тал бәпкәләре” (1991), “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” (1992), “Бүләк” (1999) кеүек хикәйә һәм повесть йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Ә инде гәзит-журналдарҙа баҫылған төрлө жанрҙағы әҫәрҙәренә, тәржемәләренә һәм шиғри китаптарына күҙ һалһаң, Мәүлит Ямалетдинов талантының күп ҡырлы булыуына тағы бер ҡат инанаһың. Бының өсөн уның робағиҙарынан бер нисә миҫал килтереү ҙә етә:
Яҡты донъя — йәшәүҙән һис туймау икән,
Әжәл менән икәү ҡасыш уйнау икән;
Ете ҡат күк аръяғына йәшенһәң дә,
Ҡасан килеп таба был, тип уйлау икән.
Дәрт ҡушарлап ҡыймылдап ҡал, форсат барҙа,
Тәүәккәлдәр буп-буш ерҙә төҙөй урҙа.
Сыҡҡан саҡта бер саҡ һуңғы сәйәхәткә,
Үкенестәр оҙатмаһын теге ярҙа.

“Художестволы әҫәрҙең йәнеңде арбар мөғжизәләренең береһе тап ана шул донъя фанилығын хәтерҙә яңыртып, йәшәйештең илаһилығын раҫлауҙа бит. ...Иң юғары зауыҡҡа ла хуш килерҙәй образлылыҡ, тос мәғәнә, ҡойоп ҡуйған рифмалар — Мәүлит Ямалетдин робағи­ҙары өсөн айырата хас күренеш”, — тип яҙҙы филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков, уның робағиҙарына, Көнсығыш классиктарынан алынған тәржемәләренә һоҡланыуын белдереп. “Ысынлап та, былар барыһы ла бер шәхес тарафынан яҙылған, бер күңелдән урғылып сыҡҡан ижад емештәре икәнен уйлаһаң, Мәүлит Ямалетдин талантының күп ҡырлылығына иҫ-аҡылың китерлек”, – ти Рәмзилә Кәлимова ла.
Ә инде:
Ижад — мәңге осланмаҫ бер әҫәр икән,
Хис һәм фекер донъяһына сәфәр икән.
Ә ижадсы — бер мосафир. Барлыҡ йөгө —
Ҡулда ҡәләм, алдында бер дәфтәр икән.
Йыр һәм шиғыр миңә – илһам тигән
Бер үк ҡоштоң ике ҡанаты.
Улар тигеҙ.
Береһе түгел солтан,
Береһе түгел уның һанаты, —

тип үҙенең йәшәү мәғәнәһен раҫлаған һәм шул юлда арымай-талмай халҡына хеҙмәт иткән Мәүлит Ямалетдиновҡа Хоҙай артабан да көс-ҡеүәтен йәлләмәһен, ижад һуҡмағының тағы ла сағыуыраҡ үрҙәрен күрергә насип булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 245

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 173

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 290

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 269

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2621

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 268

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 213

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 238

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 440

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 490

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 492

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 487