Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәгеҙ, күршеләрем!
Йәшәгеҙ, күршеләрем! Был ауыл миңә бөтөнләй үк ят түгел. Хәтеремдә, өләсәйем менән олатайым йыш ҡына Таҡһырға ҡунаҡҡа йә дуҫтарының, туғандарының хәл-әхүәлен белешергә килер һәм мине, бәләкәс кенә ҡыҙыҡайҙы, үҙҙәре менән алырҙар ине. Таҡһырҙа яҡын ғына туғаныбыҙ Разия инәйем йәшәне. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Мәрхәм ағайыма ла кәләште ошо ауылдан алдылар. Барлай китһәң, туған тейешле кешеләр әле лә байтаҡ. Олатайымдың хеҙмәттәш дуҫы Әптеүәле апа ла ошонда йәшәне.
Унан атайымдың бала сағы үткән ауыл да бит әле Таҡһыр. Сәйәси золом осоронда ҡартатайым Ғариф хәҙрәтте Баймаҡ районы Иҫән ауылынан ҡулға алып, һигеҙ йылға хөкөм итәләр. Өс йылдан ҡарта­тайым аҡланып кире ҡайта һәм, оҙон арбаға барса ғаиләһен тейәп, Әбйәлил яҡтарына юллана. Таҡһырға килеп төп­ләнәләр. Тыуған яғын ҡартатайым бик һағынғандыр тим, Иҫәндә йорто алдында ҡуш ҡарағас үҫкән, был яҡтарға килгәс, Йөрәктауға илткән юл буйына ҡуш ҡарағас ултырта. Уның берәүһе әле лә иҫән...
Ситкәрәк киттем, ахыры. Ҡыҫҡаһы, бигүк ят ауыл түгел миңә Таҡһыр. Әммә яңы урында, таныш булмаған халыҡ араһында ерегеп китеү еңел түгел. Айырыуса минең ише йомоғораҡ, баҙнатһыҙ кешегә. Быйыл бында килеп төпләнеүемә һигеҙ йыл тулды. Һәм хәҙер ниндәйҙер һығымта яһарға мөмкиндер тим.
Ошо арауыҡта байтаҡ кешене өйрәнеп өлгөрҙөм, тиергә була. Тыныс, баҫалҡы холоҡло, эшһөйәр, намыҫсан халыҡ йәшәй бында. Донъя көтөүгә әүәҫ, егәрлеләр. Ә инде күршеләремә килгәндә, мин улар менән ҡыуаныс-шатлығымды ла, борсолоу-хәсрәтемде лә бергә кисерәм. Хәйер, ҡайҙа ла һәйбәт күршеләр тура килә миңә. Бында ла шулай. Бәлки, уларға бер аҙ сәйерерәк, аңлайышһыҙыраҡ күренгән саҡтарым да барҙыр, берҙән, хыялыйҙар затынан булһам, икенсенән, ауыл көнкү­реше барыбер ятыраҡ һымаҡ. Әммә кешеләр мине нисек бармын шулай ҡабул итте, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торалар. Теләнсе, Сиҙәм, Йәштәр урамдарында йәшәгән бик күптәр хаҡында матур итеп һөйләй алыр инем, тик маҡсатым башҡа­сараҡ: бөтә ошо йылдар дауамында мине үҙҙәренең ярҙамынан ҡалдырмаған Роза апай менән Миҙхәт ағай Ласыновтарға оло рәхмәтемде еткергем килә.
Элек берәйһен сит ауылға ҡунаҡ-фә­ләнгә саҡырһалар, күрше ебәрһә — барырмын, тиер булғандар. Был лаҡап булып тороп ҡалған. Йыш ҡына әлеге лаҡапты әүәле кейем булмауға, күршеләренән күлмәк, шәл алып тороуға бәйләйҙәр. Уныһы ла барҙыр. Ләкин, минеңсә, төп сәбәп күршенең сит хужалыҡҡа, йортҡа күҙ-ҡолаҡ булып тороуына бәйле. Әгәр ут күршең донъяңды бағып тормаһа, ауылдан сығып китеүе, ай-һай. Хатта минең кеүек “йоҡа” донъялы әҙәмгә лә. Юлда иһә йыш йөрөргә тура килә һәм ошоғаса бөтәһен дә күршеләремә ышанып тапшырып китә килдем. Роза менән Миҙхәт Ласыновтарҙан күргән игелектәр, уларҙың һәр яҡлап ярҙамы тураһында оҙаҡ һөй­ләргә мөмкин. Моғайын, үҙҙәре хаҡында бәйән итеү дөрөҫөрәк булыр.
Ауылда Ласыновтар — төплө, киң та­ралған ғаилә. Миҙхәт ағай улар араһында иң өлкәне, абруйлы аҡһаҡал, тиер инем. Әле лә гөрләтеп донъя көткән, ҡара таңдан ҡараңғығаса ҡулынан эш төшмәгән ағайҙы “аҡһаҡал” тиеүе лә ситен һымаҡ, бер уйлаһаң. Күршеләремдең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Уларҙың үткәндәрҙе хәтерләүен тыңлап, сәстәрең үрә торорлоҡ. Шунан инде бөгөнгөгә шөкөр итмәй хәлең юҡ.
— Атайым менән әсәйемдең тәүге балалары үлеп торған. Әсғәт ағайым 26-сы йыл­ғы ине, унан һуң ғаиләбеҙ ишәйеп китте, — тип хәтерләй Миҙхәт Рамазан улы.
Рамазан Ласынов бригадир була, бригада игенселектә лә, малсылыҡта ла ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн уны Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә ебәрәләр. Ауылға Рамазан олатай һуғыш башланыуы хаҡындағы хәбәр менән ҡайтып төшә. Ҡайта һәм икенсе көнө үк яуға китә. Уның артынса икенсе яҙына ун етеһе саҡ тулған Әсғәтте һуғышҡа алалар.
Бер бүлмәле тупалаҡ өй. Утын юҡ, тиҙәк яғалар. Карауат урынына ла, өҫтәл урынына ла берҙән-бер урындыҡ. Балалар күмәк. Ярай һыйырҙары бар, ете йәшлек Миҙхәт менән апаһы Ғәйниямалға көс күберәк төшә, әле башаҡ йыйырға йүге­рәләр, ҡуҙғалаҡ-еләккә йөрөйҙәр, өшөгән картуф сүпләйҙәр. Йыйған башағыңдан ҡурмаслыҡ сығамы-юҡмы әле. Ә инде тотола ҡалһаң, берәү ҙә һине бауыры ҡалҡмаған сабый тип тормаясаҡ, хөкөмгә тарттырасаҡтар.
— Бер заман ишле ғаиләләрҙәге фронтовик балаларын детдомға йыйырға булып киттеләр. Бәләкәстәрҙе бирәйек, ауыр бит, ти әсәйем. Әсәйемдең аяғынан ҡосаҡ­лап илайым, бирмәйек, тип. Алып ҡалдыҡ шулай... — Был хаҡта хәтерләүе Миҙхәт ағайға бөгөн дә еңел түгел.
Иренендә әсә һөтө лә кипмәгән бәләкәс кенә малайҙың кескәй туғандары өсөн яуаплылыҡ тойоп, уларҙы асыҡтырмаҫ өсөн көнө-төнө эш менән мәшғүл булыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Әммә был хаҡ. Үҙенән бейек үләнде сабып өйөп, һауын һыйырын ат урынына егеп Магнит­ҡа бесән һатырға йөрөүҙәре, шул уҡ һыйыр менән ер тырматыуҙары, төндәрен тирмән тартыуҙары, йәй ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүе — былар барыһы ла Миҙхәт ағай­ҙы сыныҡтырғандыр, күрәһең, сөнки уның бер генә минут та эшһеҙ ултырғанын бөгөн дә күрмәҫһең.
— Һуғышҡа тиклем мине атайым гел атына ултыртып йөрөй торғайны. 1943 йыл ҡаты яраланып, аяғын һөйрәп һуғыш­тан ҡайтты. Ә беҙҙең шатланыуҙар! Атайҙы завхоз итеп ҡуйҙылар, колхозға кәрәк-яраҡ ташыны. Ҡағы яҡтарынан кешегә кәртүк алып килеп тарата торғайны. Унда ла эргәһендә һәр ваҡыт мин йөрөнөм... — Гел ныҡ, хатта ҡатҡыл итеп күреп өй­рәнгән Миҙхәт ағайҙың тауышы ҡал­тыранып китә. — Беҙгә терәк-таяныс булып оҙаҡ йәшәргә яҙманы атайға. Ул заман­дарҙа тиф ҡаты ине. Ҡойо башынан эре ҡайындарҙы халыҡҡа бүлеп биргәй­неләр. Атай утынға шуны ярҙы. Ярып бөттө лә ауырып китте. Алты көндән гүр эйәһе булды. Миңә унынсы ғына йәш ине...
Тормоштоң бар ауырлығы әсәһе менән береһенән-береһе ваҡ балаларға тороп ҡала. Һауын һыйырын һуҡаға егеп, йәнә Миҙхәт колхоз ерҙәрен тырматырға йөрөй. Меҫкен һыйыр баҫыуға сыҡмай ҡырта­лаша, ә инде ҡайтҡанда өйгә ҡарап саба, ҡыуып етермен, тимә. Имсәктәренән һөтө саптырып бара малҡайҙың. Ауыр ер эшенән һуң еленендә ул һөт ҡайҙан йыйылғандыр...
Комбайнсы ярҙамсыһы булып та, трак­торҙа ла эшләй Миҙхәт ағай. Армияға алынғас, өс йыл Мурманскиҙа хеҙмәт итә, сержант Миҙхәт Ласынов отделение коман­диры була. Хәрби хеҙмәттән һуң фермаға эшкә бара. Ирәндек аҫтында йәйләүҙә тир түккән улын әсәһе нисек тә ҡайтарып алырға тырыша. Ахырҙа район үҙәгендә шоферҙар курсын бөтөрөп, Миҙхәт ағай колхозға ҡайта, машинаға ултыра.
— Күберәк ағас ташыным. Ул саҡта Таҡһырҙа бәләкәй генә бер урам, ни бары 37 ситән диләнкә ине. Бөтәһе лә тиерлек тупалаҡ башлы. Әле беҙ йәшәгән Сиҙәм урамы урынында бесән саптыҡ. Яңынан ҡалҡып сыҡҡан йорттарҙың бүрәнәһен миңә ташырға тура килде. Күптәргә өйөн дә һалыштым, — ти хеҙмәт ветераны.
Бәләкәйҙән ярҙамсыл Миҙхәт ағай, ысынлап та, ҡайҙа балта тауышы сыға — шунда ашыға. Бөгөн дә уға рәхмәт уҡыусылар күп ауылда. Һуғыш осоронда емерелеп бөтә яҙған хужалыҡты ҡайтанан күтәреү асылда балалыҡ осорон кисер­мәгән, тәпәй баҫҡандан ауыр донъя йөгөн тартҡан быуынға төшә ул йылдарҙа. Арыу-талыуҙы белмәй, аяғөҫтө яҙа-йоҙа тамаҡ ялғап, бер тин аҡса алмай илгә хеҙмәт итә колхозсылар. Яҡты көнгә өмөт итәләр, ҡасан да булһа мул тормош килеренә ышаналар, шуға ла күңелдәре күтәренке, эштә үҙҙәре тилбер булғандыр беҙҙең атай-әсәйҙәр, апай-ағайҙар. Миҙхәт ағай ҙа, инде 60 йылға яҡын уның менән бергә, иңгә-иң терәп, ишкә ҡуш булып ғүмер кисергән Роза апай ҙа – шул тырыш быуын вәкилдәре.
— 65-се йылда мине бригадир итеп ҡуйҙылар, егерме бер йыл тарттым етәксе йөгөн, әҙ-мәҙ аҡса түләй башлағайнылар инде. Контора юҡ, телефон юҡ, өй һайын йөрөп, эшкә саҡырам. Ферма астыҡ, унда бөтәһе туғыҙ ғына һыйыр. Һарайҙың башын ябып, мал-тыуарҙы ишәйтеү яйын ҡараныҡ. Тәүҙә һарыҡтар ҙа, аттар, һыйырҙар Ҡойо башы яғында торҙо...
Миҙхәт Рамазан улын, бригадирлыҡтан сыҡҡас, һарыҡ фермаһы мөдире итеп ҡуялар. Ауылдарға газ үтә башлағас, ошо яңы һөнәргә тотоноп китә: йорттарға газ үткәрешә, Күмертауҙан мейестәр, плитәләр ташый.
— Эш менән үтте ғүмер, һис үкенерлек түгел, — тип ҡуя инде һикһәнде уҙған, әммә тынғыһыҙ, эшлекле Миҙхәт ағай. — Бәхеткә күрә, һәйбәт ҡатын тура килде, шөкөр.
Эйе, ирле-ҡатынлы Роза менән Миҙхәт Ласыновтар бер-береһенә торошло, шулай булмаһа, донъяларын көйлө итеп алып барырҙар инеме ни?! Ә бит улар алдан күрешеп-осрашып та йөрөмәгән.
— Атайым уҡытыусы ине, бик йәшләй үлеп ҡалды. 41-се йыл ир-егет һуғышҡа китә башланы, ауырып ятҡан атайым ме­нән инеп хушлашып сыҡҡандарын иҫлә­йем. Бик бәләкәй инем әле, шулай ҙа ҡайһы бер хәлдәр хәтерҙә ҡалған. Әсә­йемдәрҙең баш балаһы малай була, күп тормай. Римма исемле һеңлем булғаны иҫтә ҡалған. Атайым үлгәс, өләсәйем менән бергә йәшәй башланыҡ. Уның үҙенең улы бар ине. Әсәйем колхоз эшенән бушамай, бәләкәй балалары бар тип торманылар, бер мәл нарядҡа — һал ағы­ҙыуға ебәрҙеләр, ә һеңлем һәндерә башында ауырып ята. Ни өсөндөр, өләсә­йемдең унда эше юҡ. Шунда һәндерәнән ҡолап төшөп үлгән кеүек иҫтә. Һуңынан әсәйем дә бер ҡасан һеңлемде иҫкә алманы... — Әле Роза апай һөйләгән ваҡи­ғалар осоронда әңгәмәсем ни бары өс йәш тирәһендә генә була, әммә зирәк ҡыҙыҡайҙың үткер хәтере ул ауыр йылдарҙы ғүмерлеккә һаҡлап ҡала.
Роза апайҙың ғаиләһен сәйәси золом да урап үтмәй. 1937 йылда әсәһенең атаһы Әҡсән Баймөхәмәтовты ҡулға алалар. Август айы була. Әҡсән олатай ҡатынына: “Мин ҡайта алмам, улым үҫер. Уға бөтәһен дә һөйләрһегеҙ”, — тип хушлаша. Бер айҙан уны аталар. Күрәһең, ғәйептең олоһон япһарғандар. Улы иҫән-һау үҫеп етә, оҙаҡ йылдар Өфөлә йәшәне, яуаплы урындарҙа эшләне, баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер нисә генә йыл.
— Әсәйемде ағас ҡырҡырға ла, һалға ла йөрөттөләр. Уның нисек ыҙалағанын бала күңеле менән тоя инем. Былтыр йәй Амангилденән Ләлә Ғүмәрованың “Йөрәк­тәге яра бөтәме?” тигән мәҡәләһе баҫыл­ғайны район гәзитендә. Ул ике Бибинур хаҡында яҙа. Шуларҙың берәүһе, иҫән ҡалғаны — әсәйем. Аҙашы күҙ алдында бүрәнәләр ағышына эләгеп, баҫылыпмы, батыпмы һәләк була... — Роза апай ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. — Уйлаһаң, ни тиклем ауырлыҡ кисерә әҙәм балаһы.
Ул мәҡәлә мине лә тетрәндергәйне. Бригадирҙың кеше ғүмеренә шул дәрәжәлә битараф ҡарауы айырыуса. Багорҙы әле саҡ йәшәй башлаған үҫмер ҡыҙҙың ғүмеренән артығыраҡ күргән етәксе йораты, күрәһең, үҙ тиреһен һаҡлап ҡалыу өсөн шулай эшләгәндер. Аяуһыҙ замана, аяуһыҙ кешеләр...
...Өйләнешкәс тә оло ҡыйынлыҡ менән йәшәп китә Ласыновтар. Ваҡ мал юҡ, етешер-етешмәҫ тормош.
— Ҡәйнәмдең һауып эсеп ултырған һыйырын һатып, бура алдыҡ, — тип хәтер­ләй Розай апай. — Төкәтмәһен урман яғынан ағас әпкилеп эшләттек. Ишҡол ауылынан ике әбей килеп, плитә һалып бирҙе. Мейескә кирбесте үҙебеҙ һуҡтыҡ. Мейесте ағайың төндәрен эшләне, көндөҙ колхоз эшенән һис бушамай торғайны. Кеше ҡушырға аҡса юҡ.
— Уҡыу эләкмәне, — тип үкенә Миҙхәт ағай. — Дүртенсене бөткәс, Асҡарға бишенсе класҡа барғайным. Өйҙән бер табикмәк һалып ебәрҙеләр. Өс көн уҡып ҡалдым. Мәктәп эргәһендә детдом бар ине, сумаҙанымды емереп, әлеге икмәкте урлағандар. Ә мин ас. Китабымды алып, ҡайттым да киттем. Гусевҡа барҙым. Русса белмәйем, тағы ҡайтырға тура килде. Шулай тоҙланым уҡыуҙы.
Хәҙер инде Ласыновтарҙың бүлә-бүлә­сәрҙәре үҫә. Оло улдары Вәкил ғаилә­һе менән Таҡһырҙа йәшәй. Нил Баймаҡ районын төйәк иткән. Ара яҡын булмаһа ла, Гөлнара менән Нил был яҡтарға йыш ҡайта. Ата-әсәләренә оҡшап, улдары ла, килендәре Рәмилә менән Гөлнара ла бик уңған Ласыновтарҙың. Миҙхәт ағайҙың бер туғандарынан ҡустыһы Һиммәт ағай ғына иҫән, ул да колхоз өсөн күп тир түккән, заманында ауылға ла күп файҙа килтергән абруйлы кеше.
Күршеләремдең ауыл өсөн эшләгән тағы бер изгелектәрен әйтеп китмәй булмай. Бер ваҡыт мәсет һалырға булып китәләр. Миҙхәт ағайға етәкселәр: “Бригада тупла ла мәсет төҙөүгә тотон”, — ти. Баймаҡ районы Байым ауылына барып күреп ҡайта Миҙхәт ағай мәсетте. Биш кешенән бригада ойоштора.
— Минең хеҙмәт биржаһына торған саҡ ине. Мәсетте бер айҙа төҙөнөк. Роза апайың мәсет манараһын буяны. Миңә бер миллион һигеҙ йөҙ һум (элекке аҡса — авт.) аҡса түләнеләр. Күп тә үтмәй ул аҡсаны кире алдылар, йәнәһе, биржала торғас, ярамай...
Беҙҙә шулай инде ул. Хәләл аҡсаң да ҡайһы ваҡыт үҙеңә тәтемәй.
...Бына шундай минең күршеләрем. Донъялары гөл кеүек, икеһе лә эшһеҙ тора алмай. Былтыр Миҙхәт ағай Өфөгә барып күҙенә операция яһатып ҡайтҡайны. Ҡайтыуына аҙна ла үтмәне, ишек алдын таҙартып йөрөй.
— Һеҙгә әле эшләргә ярамай бит,— тим.
— Сыҙап булмай эшһеҙ. Розаны ла йәлләйем, — ти ағай.
Ағай баш ҡаланан ҡайтҡас, Роза апай уның ҡулына эш тейгеҙмәҫ өсөн бик тырышһа ла, тынғыһыҙ йән түҙәме ни...
Минең иһә күршеләремә бер генә теләгем: һау-сәләмәт булып, ҡыуаныс-бәхеттә йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 244

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 173

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 290

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 269

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2621

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 268

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 213

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 238

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 440

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 490

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 492

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 487