Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ДЫУАН-ӘЙЛЕ ЙОРТОНОҢ АҒИНӘЙЕ
ДЫУАН-ӘЙЛЕ ЙОРТОНОҢ АҒИНӘЙЕ Алдымда бынан 55 йыл элек яҙылған ғәжәп эстәлекле хат ята. Ул “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына ебәрелгән булған. “1962 йылдың 5 ғинуарында БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе Ғ.Р. “Бер шиғыр тураһында” тигән мәҡәләһендә йәш шағир Рәми Ғариповтың “Тағы ла туған тел хаҡында” исемле шиғырын тәнҡит утына тотто.
Ул “...күтәрмәҫ ерҙә күҫәк күтәреүе бик сәйер һәм ҡыҙғаныс, кем һуң беҙҙең туған телде – башҡорт телен берәй телдән кәм ҡуя?” тип һорау ҡуйыуы менән йәш яҙыусыға күләгә ташлай түгелме?” – тип башлана был хат.

Кем һуң ошо хаттың авторы – билдәле башҡорт шағирымы йә иһә 60-сы йылдар башында бик аҙ ғына дауам иткән сәйәси емшетеү тәьҫиренән бығаса юғары вазифа биләгән түрәләргә ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡмаған берәй зыялымы? Баҡтиһәң, ул ябай, әммә уҡымышлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, ауыл уҡытыусыһы Ғәйникамал Мирхәева икән.
Артабан ул ошо хатында шул заман өсөн үтә лә хәтәр яңғыраған фекерен асыҡтан-асыҡ белдерә: “Уҡыусылар менән миңә Өфөлә йыш булырға тура килә. Шул саҡ уҡыусыларым, ни өсөн бында башҡорттар бик аҙ икән, тип аптырай. Сөнки телеүҙәк хеҙмәткәрҙәре, РДТС директоры иптәш Әхмәровтан башҡа бөтә музейҙарҙа, хатта М. Ғафури, тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла, Пионерҙар һарайында эшләгәндәр араһында бер генә башҡорт хеҙмәткәре күренмәй. Бына ошондай күренештәр Рәми Ғариповтың да тирә-яғында барҙыр тип уйлайым һәм шуға ла, шағир булараҡ, “Бер телдән дә телем кәм түгел, Кәм күрер тик уны кәм күңел”, – тип раҫлауы, рәйес кешенең матбуғатта яҙыуынса, һис бер сәйер ҙә, ҡыҙғаныс та түгел.
Рәми тирә-яғындағыһын күреп, әсенеп яҙған, сөнки шул халыҡ менән йәнәшә йәшәгән, шулар менән бергә эшләгән милләт телендә һөйләшеүҙе үҙе өсөн кәмселек итеп тойған кешеләр күп әле. Улар тәрбиәләнеүселәренә ни бирә ала? Партияның XXII съезында билдәләнгәнсә, коммунистик йәмғиәттең яңы кешеһен тәрбиәләү беренсе планға ҡуйылған бер ваҡытта Рәмиҙәрҙең түгел, ә иуда­ларҙың кеше булып йәшәүе ҡыҙғаныс, әлбиттә...”
Бындай хаттың шул осорҙа республика гәзитендә баҫылмауы бөгөн һис ғәжәп түгел. Хат, әлбиттә, Өлкә партия комитетына ебәрелә. Әммә ошо хатта яҙылғандарҙы власть әһелдәренең хуш күңел менән ҡабул итмәүе билдәле. Бары тик ошо бер күренеш үҙе генә лә замандашыбыҙ Ғәйникамал Мирхәеваны ҡылыҡһырлаған бер дәлилдер ул, тим. Ул да, башҡа берәүҙәр кеүек, юғары исемдәргә, дан-шөһрәткә лайыҡ булыр, юғарыраҡ вазифа-дәрәжәләр биләр ине. Ләкин уға, данлы Әйле ырыуы ҡыҙына, күрәһең, намыҫ вә выждан, халыҡсанлыҡ, тура һүҙлелек, ғәҙеллек тойғоһо маҡталыуҙан, дан ҡаҙаныуҙан ҡиммәтерәк булғандыр.
Кем һуң ул Ғәйникамал Мирхәева? Был һорау хәҙер урынһыҙ ҙа кеүек. Оло йәштәге ил инәһен – ысын ағинәйебеҙҙе Башҡортостанда бик күптәр белә. Уҡытыусы, маһир тәрбиәсе, тыуған төйәгебеҙҙе өйрәнеүсе, халҡыбыҙ тарихы биттәрен байҡаусы, ғүмере буйы арымай-талмай йәмәғәт эштәрендә ҡайнаусы, үҙ уйҙарын халыҡ фекере менән нығытып, Башҡортостан матбуғатындағы йөҙәрләгән мәҡәлә авторы, Башҡорт­остандың Юғары Судында күп йылдар халыҡ заседателе вазифаһын башҡа­рыусы, олоғайған көнөндә лә тынғылыҡ тапмайынса, “Тарих яҙыр инем ташына...”, “Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары” тигән китаптарын баҫтырып сығарыусы, үҙенә иш булырлыҡ эшлекле, уңған балаларының ҡәҙерле әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәренең һәр саҡ йылмайып ҡаршы алған алсаҡ өләсәһе... Әле әйтелгәндәр уның тормошоноң бары тик айырым бер сатҡылары ғыналыр – инде туғыҙ тиҫтә йыл дауамында ниҙәр күрмәгән дә ниҙәр кисермәгән...
Тормошобоҙ шулай ҡоролған: бала саҡтан күреп-белеп, яҡындан аралашып йөрөп тә, ҡәҙимге бер шәхес итеп иҫәпләп йөрөгән заттың да эске матурлығына, хатта ки ысын батырлығына баһа биреп еткермәйбеҙ. Ғәйникамал апайыбыҙҙы мин дә сабый сағымдан тиерлек белдем. Атай-инәйемдең ғаилә дуҫтары булды Алағуз ауылынан күп балалы Мирхәевтәр. Инәйем Маһисәрүәр ҙә Алағузда, уҡымышлы Моталип мәзин ғаиләһендә, тыуып үҫкән, атайым Миңләхмәтте – Иҙрис ауылынан “суфый” ҡушаматлы Бәҙретдин улын – улар ҙа гел ҡәҙерләп, ихтирам менән ҡабул иткән. Ғәйникамал апайҙың бер туғаны Мәрфуға апай ҙа Иҙрискә килен булып төшкәс, улар ауылыбыҙға һирәгерәк булһа ла килеп йөрөр ине.
Бала сағымдан бер күренеш хәтеремә һеңеп ҡалған – Ғәйникамал апайҙың инәһе Мәхмүзә әбей Иҙрискә килгәнендә беҙҙең өйөбөҙгә лә сәй мәжлесенә саҡырыла ине. Ул бик тә диндар булды, намаҙын һис ҡалдырманы, Ҡөрьән сүрәләрен яттан белә ине. Әбейебеҙҙең намаҙ ваҡытында саждә ҡылыуы үтә сәйер булып тойолғас, инәйемдән һорай ҡуйҙым: “Мәхмүзә әбей гимнастика яһаймы?” Инәйем орошто, шулай ҙа ошолай итеп Аллаһҡа табыналар икәнен дә аңлатты.
Ғәйникамал апай ғәзиз ата-инәһен бик тә ололап, хисләнеп хәтерләй: “Инәйем Мәхмүзә Йосоп ҡыҙы 1917 йылда атайым Әкрәм Мирхәйҙәр улының 11 “ҡашыҡтан” торған ҙур ғаиләһенә килен булып төшә. Ғаиләнең һәр ағзаһы бер “ҡашыҡ” инде. Ул Кәбир ағаһының тома етем ҡалған ике балаһын – йәш ярымлыҡ Зәйтүнә менән биш айлыҡ Зәйнәп исемле ҡыҙҙарын тәрбиәгә ала”. Заманалары ниндәй бит әле! Империалистик һуғыш, инҡилаб, граждандар һуғышы, көпә-көндөҙ талауҙар, фетнә-үлтереш, аслыҡ фажиғәләре... Халыҡ аяуһыҙ интегә, зар илай, әммә түҙә.
1927 йылдың февраль айында ҡыҙҙары тыуғас, Ғәйникамал тип исемләйҙәр. Белделәрме икән Әкрәм бабай менән Мәхмүзә әбей ғәрәпсәнән ошо исемдең “ысынлап камил, үтә лә шәп” тигәнде аңлатҡанын? Улар, ысынлап та, ошо сабыйҙың, исеме есеменә тура килеп, үҙ ырыуының уҡымышлы вә абруйлы мөғәл­лимәһе булып китәсәген һиҙемләгәндер, моғайын.
1930 йылда, бар мал-тыуарын тапшырып, колхозға инәләр. Мәхмүзә инәһе лә башҡа ауыл ҡатындары менән иртәнән кискә тиклем колхоз эшендә тир түгә. “Ураҡ бөтөү менән күлгә һалынған етенде алып ҡайтып, киптереп, уны тетеп-иләп, туҡыма һуғып, аҡ киндерҙән ашъяулыҡ, таҫтамалдар туҡып, тегенер булды инәйем. Иртә яҙҙан ҡыҙыл балсыҡтан кирбес һуғып, мейес тә сығарыр ине. Ә атайым Әкрәм Мирхәйҙәр улы урта буйлы, ҡуңыр йөҙлө, сабыр холоҡло, үткер һәм һынаусан ҡарашлы кеше булды. Тәбиғәткә ғашиҡ, кешеләргә ҡарата ихлас һәм итәғәтле ине. Ураҡ бөткәс, ауылдан 60 саҡрымдағы “Сүлиә” станцияһындағы элеваторға ат менән ашлыҡ ташыны, ҡыштарын Әмзә леспромхозында урман ҡырҡты, яҙҙарын һал бәйләп, киҫелгән ағасты Өфөгә тиклем ағыҙҙы. Ҡәһәрле һуғыш башланғас, 1941 йылдың декабрендә уны ла фронтҡа оҙаттыҡ. Киткән сағында: “Аттарымдың күҙенән йәше сөбөрләп ағып торҙо”, – тип күҙ йәшен һөртә-һөртә һөйләгәне хәтеремдә. Ғәзиздәре янына ҡабат ҡайтмаҫын да һиҙенгәндер инде. 1942 йылда Калинин өлкәһенең Хлыстово ауылы янында барған аяуһыҙ алышта һәләк булыуы тураһында “ҡара ҡағыҙы” килде. Эй, бигерәк тә ауыр заманаларҙы күрҙек, күпме аһ-зарға шаһит булдыҡ”, – тип, болоҡһой биреп, хәтер йомғағын һүтә Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы.
Нисек тә булһа бирешмәҫкә, ауырлыҡ­тарҙы еңергә, тип йәшәй халҡыбыҙ шул михнәтле шарттарҙа. Ғәйникамалдың инәһе Мәхмүзә Йосоп ҡыҙына ла үҙенең алты, улар ғаиләһендә тәрбиәләнгән тағы ике ҡыҙ бала менән шул ғәрәсәтле замандың барса нужаһына түҙеп, һуғышта һәләк булған ирен дә алмаштырырға тура килә. Ҡул аҫтына ингән һәр бер балаһы, йорт эшен башҡарып, бер-береһен бағып, донъя көтә шулай.
Ә Ғәйникамал бәләкәй сағынан үтә лә тилбер, егәрле ҡыҙ булып, атаһына ат егешеп, утын-бесәнгә барышып, малай­ҙарҙан да былайыраҡ түҙемле һәм отҡор булып үҫә. Аң-белемгә ынтылыуы, зиһенле булыуы уның үҙаңында һәр саҡ яңынан-яңы маҡсаттар тыуҙыра, алға әйҙәй. Үҫмер генә сағында, 1941 йылдың июнь айы аҙағында Алағуз ауылы китапханаһы һәм клубына фронтҡа алынған мөдир урынына эшкә килә. Уйлап ҡараһаң, ниндәй ышаныс – илдә дошман яуы менән иҫ китмәле алыш бара, ә ҡыҙ балаға ауылда агитация һәм пропаганда алып барыу бурысы йөкмәтелә! Һәм Ғәйникамал һис һынатмай. Йыл ярымдан уны тирә-яҡта абруй ҡаҙанып өлгөргән Абзай урта мәктәбенә өлкән пионервожатый итеп тәғәйенләйҙәр. Эшләй ҙә ул ошо мәктәптә, уҡыуын да дауам итә.
1943 йылда, тырышлығын, яҡшы уҡыуын иҫәпкә алып, уға Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙерлек курсына йүнәлтмә бирәләр. Тырыш ҡыҙ, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булыу бәхетенә өлгәшә. Илдә һуғыш дауам итә, ашау яғы ла үтә наҡыҫ, ятаҡ та йылытылмай, әммә былар Ғәйникамалдың белемгә ынтылышын һис тә бүҫкәртмәй. Йәмәғәт эштәре, госпиталдәрҙә яралы­ларға шефлыҡ итеү, комсомол ойош­маһының ҡарарҙарын үтәү лекциялар, имтихандар менән ҡуша бәйләнеп, йәш кешенең Еңеүгә булған ышанысын нығыта ғына.
1947 йылда институтты тамамлап, юғары белемле йәш белгес тыуған яғына – Мәсетле районына ҡайта. Ә артабан... Һис пафослы түгелдер әйткәнем – оло һөнәри тормош юлына аяҡ баҫа Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы. 30 йылдан ашыу уның уҡытыусылыҡ эше дауам итә. Ғәҙәтенсә, бирелеп, янып-ярһып тигәндәй эшләп китә йәш уҡытыусы. Һөнәре лә ниндәй бит әле – география уҡытыусыһы. Уҡыусыларында тыуған төйәккә, тәбиғәткә һөйөү уның дәрестәрендә башланасағын да яҡшы аңлай ул. Үҙенсәлекле дәрестәр, географик кисәләр, экскурсиялар, походтар, ил буйынса уҡыусылары менән сәйәхәттәр, альбомдар эшләү, туристик слеттар, ориентирҙы билдәләү буйынса саңғы ярыштарын ойоштороу, район һәм республика матбуғатында сығыштар, методик кәңәшмәләрҙә, конференцияларҙа ҡатнашыу – Ғәйникамал Мирхәева башҡарған эштәрҙе һанау өсөн генә лә әллә күпме ваҡыт кәрәк булыр ине.
1955 йылда Башҡортостандың алдынғы уҡытыусылары съезына делегат итеп һайланғас, уның да түбәһе күккә тейгәндәй була. Унан ҡайтыу менән тағы ла дәртлә­неберәк эшен дауам итә Ғәйникамал. Ошо төбәктә тап уның тәҡдиме һәм тырышлығы менән беренселәрҙән булып мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырыла, тиҫтәләрсә йыл дауамында унда йөҙәрләгән экспонат туплана.
Бының менән генә тынысланып ҡалмай ул, бер үк ваҡытта ил-йорт, Әйле ырыуы тарихын ентекләп өйрәнә башлай, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбә­гендә революция, Граждандар һуғышы тураһында мәғлүмәт йыя, район һәм республика матбуғатында ошо өлкәләргә арналған бихисап мәҡәлә баҫтыра.
Хаҡлы ялға сығып, Өфө ҡа­лаһында йәшәй башлағас та, үҙенә хас булған әүҙемлеге уны 90-сы йылдарҙа башланған милли хәрәкәткә алып килә. “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге эшмәкәрлегендә даими ҡатнаша, республика гәзиттәрендә милли проблемаларҙы барлап, фәһемле мәҡәләләрен бер-бер артлы халҡыбыҙ иғтибарына тәҡдим итеп тора. Ул, йәштән үҙләштергән һөнәренә тоғро ҡалып, был осорҙа үҙен ысын халыҡ тәрбиәсеһе итеп таныта.
Йылдар бер-бер артлы үтә тора, әммә Дыуан-Әйле йортоноң тырыш һәм сәмсел ҡыҙы һис тә һыр бирмәй. Элекке яугир, үҙе кеүек уҡытыусы һөнәрен һайлаған Ишмөхәмәт Абдуллин менән табышып, ғаилә ҡороп, дүрт балаға матур тәрбиә бирә улар. Барыһы ла юғары белемле: Земфира Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында хеҙмәт итә, Зөфәр табип һөнәрен үҙ итә, ә Әлфиә менән Зөлхизә, ата-әсәләренең эшен дауам итеп, уҡытыусы-тәрбиәсе булыуҙы хуп күрә. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй бит ул – кеше араһында балалары абруйлы, намыҫлы эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр.
Ошо мәҡәләмде мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғариповҡа бәйле бер сәхифәнән башлағайным. Ул ҡыҫҡа ғүмеренең ахырынаса туған халҡына тоғро булып йәшәне. Үтә ғорур заттар – Әйле ырыуы тоҡомонан ине ағайыбыҙ. Февраль айында тыуған ул.
Ғәйникамал Мирхәева ла ошо Әйлеләр затынан булып, маһирҙарҙан-маһир шағир булып дан ҡаҙанасаҡ Рәми Ғариповтан теүәл биш йылға алдараҡ, шул уҡ февраль айында тыуған. Ҡан тартмаһа, йән тарта, тиҙәр. Ырыуҙашы, йәш шағир Рәмигә бар халыҡ алдында нахаҡ ғәйеп тағылғас, һис бер ҡурҡыуһыҙ түрә-ҡараға ҡаршы сығырға баҙнат иткәндер, тим.
Инде 90 йәшенә еткән Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы йәшәйешебеҙҙең эреле-ваҡлы мәшәҡәттәрен элеккесә күреп-белеп тора, ил хәстәрен тынғыһыҙ йөрәгенән үткәрә, борсола, халҡыбыҙ киләсәген өмөтлө итеп күрергә теләй. Бәхетле кеше ул Дыуан-Әйле йорто ҡыҙы – халҡыбыҙҙың камил холоҡло зыялы шәхесе Ғәйникамал ағинә­йебеҙ. Уға ошо олуғ йәше бейеклегенә күтәрелгән мәлендә үҙ тормошо һабаҡ­тарын балаларына, ейәндәренә, ғөмүмән, йәштәребеҙгә тапшырыу бәхете насип булды. Ә беҙ, уның замандаштары, Ғәйникамал ағинәйгә рәхмәтле булыуы­быҙҙы белдереп, уға тән-йән ныҡлығы, донъялар бөтөнлөгө, балалары изгелеген тойоп йәшәүен теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 245

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 173

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 290

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 269

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2621

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 268

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 213

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 238

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 440

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 490

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 492

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 487