Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иреккә, булмыштың асылына юл
Иреккә, булмыштың асылына юл Мосолман халыҡтарының мәҙәни мираҫын тикшергәндә суфыйсылыҡ иғтибарҙы үҙенә тартҡан, әммә һис иғтибар етмәгән мәсьәлә булып ҡала килә. Суфыйсылыҡ, дөйөм алғанда, Ислам мәҙәниәтенә ныҡ тәьҫир иткән, айырыуса диндең мәҙәниәт менән бәйле өлкәләренең үҫешенә килтергән.
Суфыйсылыҡ кешенең Аллаһҡа табыныуының шәхсән булыуына ҙур әһәмиәт бирә, ошонан сығып, кеше иреккә, булмышының асылына юл таба. Был иһә шәхестең яуаплылығын арттыра. Кешене (аҙғынлыҡтан, нәфсенән) ҡотҡарыуҙың берҙән-бер юлы – әхлаҡи камиллаштырыуға ынтылыштар дини ҡанундарҙың ҡәтғилегенә ҡарағанда емешлерәк булып сыҡҡан.
Камиллашыу юлындағы тырышлыҡтар мосолман халыҡтарының рухи донъяһында байтаҡ мәҙәни эҙемтә ҡалдырған. Суфыйсылыҡ ҡайһы бер халыҡтарға Ислам диненең берҙән-бер йүнәлеше булып ингән һәм уларҙың мәҙәниәтенә айырыуса көслө тәьҫир яһаған. Шуның өсөн Төньяҡ Кавказ һәм Башҡортостан халыҡтарының тарихи һәм мәҙәни үткәнен, 1917 йылға тиклем башлыса дини үҙәктәр булған Нәҡшбәндиә үә Ҡәҙериә суфыйсылыҡ тәриҡәттәренең асылын белмәйенсә, һис асыҡлап булмаясаҡ.
Был шарттар суфыйсылыҡты тикшереү зарурлығын аңлата һәм, беренсе сиратта, суфыйсылыҡ электән тәрән тамырҙар ебәргән төбәктә мосолман эшмәкәрҙәре, белемле мосолмандар араһында таралған изге суфыйҙарҙың тормошо тураһындағы яҙмаларҙы өйрәнеүгә этәрә.
Суфыйсылыҡты уҡып, белем алып ҡына аңлап булмай, йөрәгең аша үткәреп, инанып, булмышың асылына етеп кенә уға күтәрелеү мөмкин. Суфыйсылыҡтың мәғәнәһен асыҡлауҙың ни тиклем ауыр икәнлеген күренекле Ислам ғалимы әл-Ғазалиҙан да анығыраҡ әйтеүсе булмағандыр: “Мин суфыйсылыҡ фәнен өйрәнеүҙе бөйөк суфый шәйехтәренең китаптарын уҡыуҙан башланым, уларҙың тәғлимәтенең асылына етергә тырыштым. Белем, зиһен зирәклеге менән генә Аллаһҡа яҡынайыу мөмкин түгеллеген аңланым, Аллаһҡа юл – тик әхлаҡи яңырыу, илһам, кешенең “әхүәл”е аша серле хәл-торошонда ғына асылғанына төшөндөм”.
Беҙҙең Башҡортостанда бөйөк суфый шәйехе башҡорт Зәйнулла Рәсүлев Өстамаҡ (Троицк) ҡалаһында асҡан мәҙрәсәлә шул заманда билдәле суфыйҙар белем алған. Мәҙрәсә шәкерттәрҙе уҡытыуҙың юғары кимәле менән дан тотҡан. Мәҫәлән, Ислам дине тарихын өйрәнгән француз ғалимы А. Беннигсен Парижда 1968 йылда сыҡҡан хеҙмәтендә: “Үҙ ваҡытында барса мосолман донъяһының академик уҡытыу йорттары араһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе белем биреү сифаты буйынса иң яҡшыһы булған”, – тип яҙған.
Мәғрифәтселек эшмәкәрлеге, Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең серле тәғлимәтен тәрән белеүе менән Зәйнулла ишан Башҡортостанда ғына түгел, хатта мосолман донъяһы сиктәренән ашып, бар донъяға билдәле була. Шуны иҫбатлап, Көнсығышты өйрәнгән күренекле ғалим В. Бартольд башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтең вафаты айҡанлы яҙған мәҡәләһендә Ырымбурҙа сыҡҡан “Ваҡыт” журналынан түбәндәге юлдарҙы килтерә: “Үҙ халҡының рухи короле вафат булды” (Петроград, 1917).
Һуңғы йылдарҙа революцияға тиклемге Рәсәй, шулай уҡ Башҡортостан мосол­мандарының йәшәйеше тураһында байтаҡ китаптар баҫылды.
Беҙҙе заманында “суфыйсылыҡ – диндең иң кире күренеше” тип уҡытҡан булһалар, был баҫмаларҙа, киреһенсә, суфыйсылыҡ мосолмандар тормошонда төп урында торған, батша Рәсәйендә милләттәрҙе бөтөрөүгә ҡаршы ҡалҡан ғына түгел, милли үҙаңды, милли азатлыҡ хәрәкәтен үҫтергән ҡеүәтле көс итеп күрһәтелә.
Рәсәйҙең федераль ҡоролошона нигеҙ һалған, Башҡортостан Республикаһын төҙөгән атаҡлы ғалим, сәйәсмән Зәки Вәлиди тормошоноң бер нисә мәленә генә иғтибар итәйек. З. Вәлиди, имеш, атаҡлы сәйәсмән, ғалим булыуына тик урыҫ мәҙәниәтен үҙләштереүе арҡаһында ғына өлгәшкән, тигән уйҙырманы “Хәтирәләр” китабында автор тулыһынса инҡар итә. Иҫтәлектәрендә ул үҙенең әхлаҡи, рухи үҫешенә суфыйсылыҡтың ғәйәт ҙур тәьҫире тураһында яҙа. Әсәһе уны фарсы суфыйҙары шиғырҙары менән таныштырһа, атаһы менән һәр саҡ Зәйнулла ишан Рәсүлев янына барып йөрөй. “Әгәр ҙә олуғ шәйехтең (Зәйнулла Рәсүлев) миңә иғтибары һәм дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал, күптәр кеүек ун биш йәшемдән бай сауҙагәрҙәрҙә ҡәҙимге приказчик булып китер инем”, – тип билдәләй ул.
Зәки Вәлидиҙең сәйәси ҡараштарын булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә Рәсәй мосолмандары тормошо тураһындағы “Тәлфиҡ әл-әхбәр” тип аталған тарихи китап авторы, башҡорт тарихсыһы, суфый шәйех Морат Рәмзиҙең йоғонтоһо ныҡ көслө була. Башҡорттарҙың сәйәси азатлығы өсөн көрәштең мотлаҡ кәрәклеге тураһында фекер йәш Зәкиҙең аңына суфый шәйех Морат Рәмзи уларға ҡунаҡҡа килгән саҡта әңгәмәләшкәндә һеңешә. Батша хакимлығынан рухи яҡтан азат булған тап башҡорт суфый шәйехтәре Рәсәй империяһы шарттарында ябай башҡорттарҙы рухи азатлыҡ өсөн көрәшкә ойошторған. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ҡына ваҡытта Башҡортостан Республикаһын һәм Башҡорт Армияһын төҙөрлөк милли фекер йөрөткән ҡөҙрәтле башҡорт инсандары барлыҡҡа килгән.
Башҡортостанда Исламды, айырым алғанда – суфыйсылыҡты, өйрәнеү бөгөн бик түбән кимәлдә. Урындағы философтар Башҡортостанда суфыйсылыҡ мираҫын өйрәнергә лә уйламай, уларға боронғо гректарҙың, немецтарҙың, ҡытайҙарҙың, һиндтарҙың фәлсәфәүи-дини ҡараштары мөһимерәк тойола. Суфыйсылыҡты өйрәнеү – филологтарҙың, тыуған яҡты өйрә­неүселәрҙең эше, тип иҫәпләй улар.
Ғәрәп, фарсы телдәрен белмәгән кешеләр, кәрәкле дини һәм фәлсәфәүи әҙерлектәре булмағанлыҡтан, совет осоронда ҡалып­лашҡан фекерҙәр диуарынан сыға алмайынса, дини китаптарҙан өҙөп-йолҡоп алған һөйләмдәрҙе килтереп, суфыйсылыҡ тураһындағы ғилемде өйрәнеү урынына “суфыйсылыҡтың мистик һиҙемләүе” тураһында яҙа. Һөҙөмтәлә ошо көндәргә тиклем башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт әҙәбиәте дәреслегендә суфый шәйех Зәйнулла Рәсүлев өсөн урын табылмаған.
Сит илдәрҙә хәл икенсе: беҙҙең төбәктәге суфыйсылыҡҡа һәм Ислам мәҙәниәтенә унда һәр саҡ иғтибар бирелгән, һуңғы ваҡытта иғтибар хатта арта ғына бара. Мәҫәлән, 1992 йылда Лондонда нәшерләнгән “Урта Азия мосолмандары” тигән йыйынтыҡта Эдвард Лаззериниҙың – йәҙитселек (урыҫса – джадидизм, XIX быуат аҙағы – XX быуат баштарында Рәсәйҙә Исламды яңыртыу яҡлылар хәрәкәте) тураһында, Хәмит Алғарҙың шәйех Зәйнулла Рәсүлев тураһында мәҡәләләре бар.
1998 йылда Өфөгә Нидерландтың Утрехт ҡалаһы университетының Көнсығыш телдәре һәм мәҙәниәттәре бүлеге профессоры, күп кенә Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш телдәре белгесе Фредерик де Йонг килгәйне. Уның ғилми даирәһенә Башҡортостан мосолмандарының үткән һәм бөгөнгө көндәге рухи мәҙәниәтен өйрәнеү инә. Мин уның Зәйнулла Рәсүлевтең, Ризаитдин Фәхрет­ди­нов­тың биографияларын, мәҙәни-мәғрифәт­селек эшмәкәрлектәрен генә түгел, ә Башҡортостандың Көньяҡ Урал ауылдарында йәшәгән, бөгөн дә халыҡҡа артыҡ билдәле булмаған суфый шәйехтәренең дә тарихтарын бик яҡшы белеүенә таң ҡалдым. Беҙ ғәрәп телендә – Ислам динен һәм суфыйсылыҡты өйрәнеүселәрҙең эш телендә һөйләштек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523