Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Ир бәхете — ғаилә менән эштән"
"Ир бәхете — ғаилә менән эштән"Хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәфит Зәйнишев — Ғафури районының ғорур Уҡлыҡая тауы ҡосағына һыйынып ятҡан Ташаҫты ауылынан. Рәфит ғаиләлә бишенсе — төпсөк бала булып донъяға килә. Уның бәләкәй сағы дәһшәтле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа үтә. Ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, балтырған, тау йыуаһы, алабута һәм башҡа үлән, еләк-емеш, ул заман кешеләренең төп ризығы була. "Үҙебеҙ күп итеп йыйып алып ҡайтҡан еләкте инәй биргән ҡатыҡҡа ҡушып ашау тәме әле лә тел осонда", – тип хәтерләй Рәфит Шәрифулла улы. Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, тиҫтерҙәре менән күрше Имәндәш ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға йөрөй. Күпер булмағанлыҡтан, балаларға һалҡын һыулы тау йылғаһын кисеп сығырға тура килә. Ә инде яҙғы һәм көҙгө ташҡын ваҡытында бәләкәй генә кәмәлә йөҙөп сығалар. Бик ҡурҡыныс, әлбиттә. Тик, нишләһендәр, уҡырға кәрәк. Ул саҡта бит белем алыу теләге лә көслө. Үҫмер әҙәби түңәрәктә ҡатнаша. Яҙған шиғырҙары һәм мәҡәләләре райондың "Йондоҙ" гәзитендә баҫыла. Урта белем алыу өсөн үҫмер үҙ ауылынан 9 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Сәйетбабаға бара. Йыраҡ араға, өҫтәүенә, хәҙер инде ике йылға (Еҙем һәм Мәндем) аша йөрөп уҡыуы балаларға бигерәк тә ауыр була. Ошо йылдарҙа Рәфит Еҙем йылғаһы аша күпер төҙөү тураһында хыяллана. Ҡайһы берҙә төндәр йоҡламайынса йәйәүлеләр сығып йөрөрлөк булһа ла аҫылма ҡоролма һыҙмаларын ҡағыҙға төшөрә. Тик тейешле оҙонлоҡта һәм йыуанлыҡта тимер арҡан, башҡа кәрәк-яраҡты ҡайҙан, кем аша табырға икәнлеге генә билдәһеҙлеккә алып китә. Ул заманда бындай күперҙе кем үҙ өҫтөнә алып эшләһен инде? Хыял, хыял... Урта мәктәпте тамамлағас, "Еҙем" колхозында эшкә ҡала. Ошо йылдарҙа ул, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша, район гәзитендә ауыл, колхоз тормошон сағылдырған мәҡәләләре баҫылып тора. Ташаҫтыла мәҙәниәт усағы булмағанлыҡтан, йәштәр Имәндәш ауылы клубына йыйыла. Бында егет һәм ҡыҙҙарға йыр, бейеү, башҡа күңел асыу саралары менән бергә шахмат, шашка уйнау, китап, гәзит-журналдар уҡыу мөмкинлеге лә тарта. Рәфит клубҡа килеп инеү менән шахмат уйнаусылар янына ынтыла. Был боронғо һинд уйынын аҡыл әүҙемлеге, зирәклек талап иткәнгә күрә өҫтөн күргәндер инде. Хатта ҡыҙҙар: "Рәфит беҙгә түгел, шахмат фигураларына ғашиҡ булған", — тип шаярта. Шахмат уйнаусылар араһында иң көслөһө Ғәббәс ағай Түзбәков (журналист Шәүрә Ғилманованың атаһы) була. Рәфит шул ваҡыттарҙы иҫкә алып, Ғәббәс ағайҙы бер кем дә еңә алмай торғайны, ти. Егеттең тырыш һәм ныҡышмалы икәнен күреп, 19 йәшлек Рәфитте ауылдаштары Имәндәш ауыл Советына депутат итеп һайлай. 1959 йылда Совет армияһы сафына алына. Физик һәм хеҙмәт сынығыуы алғанғалыр инде, ул ауыр һалдат хеҙмәтен еңел үткәрә. Бында ла спорт менән әүҙем шөғөлләнә. — Һуңғы йылдарҙа телевидение аша ла, матбуғатта ла хәҙерге һалдаттар араһында "бабайлыҡ" тураһында йыш күрһәтәләр, яҙалар. Беҙҙең заманда ла "бабай" булырға теләүселәр һирәк булһа ла осрай торғайны, — тип хәтерләй Рәфит ағай. — Мин Ҡаҙаҡ ССР-ының баш ҡалаһы Алма-Атаға эләктем. Хеҙмәт иткән полкта Башҡортостандан биш кеше инек. Яңы ғына авиация механиктары мәктәбен тамамлап килгән өр-яңы кейемдәге егеттәрҙән кесе командирҙар үҙҙәренә оҡшаған әйберҙәрҙе алыштырып алырға теләне. Тик беҙ ҡаушап ҡалманыҡ, үҙебеҙ һөжүмгә күстек. Арала Мәсетле районының Һөләймән ауылынан Тельман Хажиев исемле бәһлеүән кәүҙәле башҡорт егете бар ине. Хоҙайға шөкөр, ул әле лә иҫән-һау, гөрләтеп йәшәй, баҡса үҫтерә. Ике сержанттың беҙҙең кейемдәргә ынтылыуы булды, Тельман менән бергәләп тегеләрҙе бөкләп койка аҫтына тыҡтыҡ. Шунан һуң береһе лә йәш һалдаттарға ҡул һуҙырға баҙнат итмәне. Армия хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Рәфит (дуҫы Тельман да) Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизация факультетын тамамлай. Йүнәлтмә буйынса тыуған Ғафури районының Карл Маркс исемендәге колхозына эшкә килә. Баш инженер вазифаһын башҡара. Һуңынан Башҡортостан Хөкүмәтенең агросәнәғәт бүлеге етәксеһе дәрәжәһенә тиклем үрләй. Ауыл хужалығында оҙаҡ һәм уңышлы эшләгәне өсөн ул СССР-ҙың орден һәм миҙалдары, ике тапҡыр республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнә, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Тормош иптәше Лира Харис ҡыҙы менән ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Балалары, әсәләренең эшен дауам итеп, юғары белем ала, бухгалтер булып эшләйҙәр. Рәфит Шәрифулла улы Зәйнишев хәҙер хаҡлы ялда, ҡыҙҙарының изгелеген күреп, өс ейәнен һөйөп, һөйөклөһө менән 48 йыл бергә бәхетле ғүмер итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 263

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 446

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 524

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536