Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?
Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?Бөгөнгө инвестиция емештәре киләһе быуынға ҡаласаҡ

Һуңғы осорҙа Өфө ғәйәт оло төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Ҙур-ҙур йорттар, ҡунаҡханалар ҡалҡа, урамдар киңәйтелә, ҡалала дәррәү төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Бындай үҙгәреште халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек һөҙөмтәһе тип кенә уйлаусылар хаталана: баш ҡала, ниһайәт, күптән көтөп алынған яңырыу юлына аяҡ баҫты.

Төп маҡсат билдәле: Өфөнө XXI быуатта туристарҙы һәм инвесторҙарҙы берҙәй йәлеп итерлек заманса мегаполисҡа әүерелдереү. Был үтәй алмаҫлыҡ бурыс түгел, хатта уны заман талабы тиергә лә булалыр. Ҡайһы бер төбәктәр ошоно үҙ миҫалында раҫлап өлгөрҙө лә инде. Беҙ ҙә ҡалала барған үҙгәрештәр менән яҡындан танышыу маҡсатында уның буйлап сәйәхәт ҡылырға булдыҡ.
Әле Өфөлә бер нисә урында ер аҫты үткәүелдәрен төҙөү бара. Дан бульварында ла эштәр гөрләй. Төҙөүселәр әйтеүенсә, бындағыһын теүәлләргә әллә ниӨфө ҡалаһы ни өсөн матур? күп тә ҡалмаған. Әлеге мәлдә төҙөлөш урынында егермеләгән эшсе тырышлыҡ күрһәтә. Тиҙҙән ҡала халҡы өр-яңы үткәүелдән йөрөй башлаясаҡ.
Ә бынан алыҫ булмаған урында Шота Руставели менән Комсомол урамдары киҫешкән ерҙе барактарҙан таҙартыу эше башланған. Иҫке һәм емерек йорттарҙан ҡала халҡы ла, сараһыҙҙың көнөнән шунда көн итергә мәжбүр булыусылар ҙа арыған. "Был барактарҙа ошоға ҡәҙәр йәшәүселәрҙең шатлығының иге-сиге юҡ", – тинеләр яныбыҙҙан үтеп барыусы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Шулайҙыр, быға саҡ ҡына ла шигебеҙ юҡ. Бындай иҫкелек ҡалдыҡтары баш ҡаланы һис кенә биҙәмәй бит. Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, бөгөн ундай йорттар 500-ҙән ашыу. Улар урынына заманса күп ҡатлы йорттар төҙөлһә, күпкә отошлораҡ буласағын һәр кем яҡшы төшөнә торғандыр.
Өфөлә заманса ҡунаҡханалар етешмәүен республика Президенты ла һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. Йыш ҡына халыҡ-ара, ил кимәлендәге сараларҙы үҙендә ҡабул иткән баш ҡала өсөн был, һис шикһеҙ, ҙур етешһеҙлек. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы осорҙа республика етәкселеге тарафынан инвесторҙар йәлеп ителеп, күркәм ҡунаҡханалар төҙөлә башланы. Улар бөгөн айлап түгел, көнләп ҡалҡа. Мәҫәлән, беҙ күҙ һалып үткән ҡунаҡхана "Аҡбуҙат" ипподромы янында төҙөлә. 200 кешегә иҫәпләнгән ун ҡатлы "Парк-сити Урал" ҡунаҡханаһын киләһе йылдың апрелендә ҡулланыуға тапшырыу күҙҙә тотола.
Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?Йәнә бер ыңғай күренеште баһаламау һис мөмкин түгел. Урамдарҙы киңәйтеү быға ҡәҙәр автоһәүәҫкәрҙәрҙе йонсотҡан тығындарҙан ҡотолорға булышлыҡ итте. Әммә ҡасандыр йүкәләре менән дан тотҡан Өфөлә ағастарҙың ҡырҡылыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр ҙә, зарланыусылар ҙа бихисап. Ҡалабыҙға яңы һулыш өргәндә йәшеллекте һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеге бәхәсһеҙ, өр-яңы йорттар ғына түгел, күркәм скверҙар, аллеялар, яңы парктар ҙа кәрәк. Ҡала хакимиәте халыҡтың теләген мотлаҡ күҙ уңынан ысҡындырмаҫ тип өмөтләнәбеҙ.
– Халыҡ-ара саммиттарға әҙерләнәбеҙ тип бөтә ҡаланы төҙөлөш майҙанына әйләндерҙеләр, – тип зарланыусылар ҙа юҡ түгел, үкенескә ҡаршы. Юл эштәренең оҙаҡ барыуы, уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуы бер кемгә лә оҡшап етмәй, әлбиттә. Әммә Өфөбөҙҙөң көндән-көн яңырыуына, йәшәреүенә ихлас һөйөнгәндәр күберәк. Инвесторҙарҙың беҙгә күпләп килеүе лә төҙөлөштәрҙең ҡолас йәйеүенә этәргес булды. Был яңырыу – республика Президенты алып барған сәйәсәт һөҙөмтәһе. Бөгөн төҙөлгәндәр киләсәк быуынға ла тороп ҡаласаҡ, артабан да республика халҡы мәнфәғәтендә хеҙмәт итәсәк. Ошоно онотмайыҡ, йәмәғәт!

Илдар ХӘСӘНОВ, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Быйыл Өфө ҡалаһына 105 миллиард һум күләмендә инвестиция йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Ҡала Советының 26 июндә үткән сессияһында 2013 – 2018 йылдарға Өфөнөң инвестициялар буйынса стратегияһы раҫланғайны. Апрель-июнь айҙарында ошо йәһәттән ҡыҙыу фекер алышыу барҙы. Документ раҫланғандан һуң да уны камиллаштырыу йәһәтенән тәҡдимдәр ҡабул ителә әле. Был программа менән һәр кем баш ҡаланың инвестициялар буйынса порталына инеп, яҡындан таныша ала.
Быйыл тормошҡа ашырыласаҡ бер нисә ҙур инвестиция проекты бар. Мәҫәлән, "Әсә һәм бала" перинаталь үҙәге (3 миллиард һум), онкология үҙәге (1,7 миллиард һум), Ғафури паркындағы спорт комплексы (400 миллион һум) төҙөлөшөнә инвестициялар йәлеп ителгән, шулай уҡ бер нисә шәхси бассейн төҙөлә. Бынан тыш, "Планета" сауҙа-күңел асыу комплексын сафҡа индереү күҙаллана, июнь айында — "Даско Гарден" ресторан комплексы, яңыраҡ 13-сө ҡала клиник дауаханаһы ҡарамағындағы поликлиника үҙ ишектәрен асты.
Быйыл Ағиҙел буйын төҙөкләндереү буйынса ҙур проект та тормошҡа ашырыу күҙҙә тотола. Ул Президент Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Июлдә биләмәнең инженер-транспорт инфраструктураһы концепцияһы раҫланды. Ағиҙел буйын комплекслы үҙләштереү, һис шикһеҙ, ҡаланың төҙөлөш секторын, сәнәғәт, транспорт һәм телекоммуникация компанияларын, төҙөлөш материалдары етештереүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Октябрҙә аквапарк үҙ ишектәрен асасаҡ. Уны файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты ошоға ҡәҙәр күңел асыу комплексының дөйөм майҙанын арттырыуға бәйле кисектерелеп килде. Комплекстың дөйөм майҙаны – 154 мең квадрат метр, аквапарктыҡы – 12 мең квадрат метр, йәғни Һамарҙағынан ике тапҡырға ҙурыраҡ буласаҡ. Бер көн эсендә генә ул ике меңдән ашыу кешене ҡабул итә ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519