Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм Хәмитов: “Иң мөһиме — кешеләр имен”
Рөстәм Хәмитов: “Иң мөһиме — кешеләр имен”Ташҡындан зыян күргән ауылдар халҡы ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тине Республика башлығы

Президенттың сығышынан:
“Күрелгән зыян компенсацияланасаҡ, бының өсөн аҡса бар. Кешеләргә ярҙам тулы күләмдә күрһәтеләсәк. Был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә һорау булыуы мөмкин түгел. Аҙна эсендә исемлек төҙөлөп, бер аҙнанан ярҙам килә башлар, тип уйлайым.
Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: кәрәк булғандың бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ. Талап ителгән ерҙә күперҙәрҙе йүнәтәсәкбеҙ, юлдар, ташҡынға ҡаршы дамбалар һәм башҡаларҙы төҙөйәсәкбеҙ. Барыһы ла эшләнәсәк”.

10 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әбйәлил һәм Белорет райондарының һыу баҫҡан ауылдарында булып, урындағы кешеләр менән осрашты, инфраструктура торошон һәм тергеҙеү эштәре барышын ҡараны.

Үтәгән ауылында 540 кеше йәшәй. Һыу баҫыу һөҙөмтәһендә бындағы 142 йорт зыян күргән. Балаларҙы һәм оло йәштәге кешеләрҙе ситкә күсереп өлгөргәндәр. Әле улар үҙ йорттарына ҡайтҡан. Зыян күреүселәр һөйләүенсә, һыу Ураҙа байрамы көнөндә ныҡлап таша башлаған: ярҙарынан сыҡҡан Оло Ҡыҙыл йылғаһы йорттарҙы, хужалыҡ ҡаралтыларын, мөгәрәптәрҙе һыу менән тултырған, ауылға илткән юл йыуылған. Өҫтәүенә сабынлыҡтар, көтөүлектәр һыу аҫтында ҡалған, һыу ағымы ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән бесәнде һәм утынды ағыҙып алып киткән.
Ауыл халҡы күперҙе нығытыу һәм Оло Ҡыҙыл йылғаһы ярҙарына дамба төҙөү кәрәклеген белдерҙе. Президент гидротехник ҡоролма кәрәк тигән фекерҙе яҡланы һәм ауылға проектлаусылар ебәреләсәген билдәләне.
Рөстәм Хәмитов: “Иң мөһиме — кешеләр имен”Рөстәм Хәмитов ауыл кешеләренә иртәгәһе көндән ташҡын килтергән зыянды баһалау менән махсус комиссия шөғөлләнә башлаясағын әйтте.
— Кешеләр компенсация алһын өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ, — тип ышандырҙы Президент. Ул Хисмәтовтарҙың һәм Ялмырҙиндарҙың хужалыҡтарында булды. Өйҙәр эсенән һыу киткән, ләкин хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һәм мөгәрәптәр һыу аҫтында ҡала әле.
Урындағы кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙ тарихында ауылды дүрт мәртәбә һыу баҫҡан. Был ташҡын иһә иң көслөһө булған. Сәбәбе — 25 июлдә башланған ямғырҙың һуңғы аҙнала бер туҡтамай яуыуы.
Артабан республика Президенты Рыҫҡужа ауылы кешеләре менән осрашты. Бында 160 йорт бар, ташҡын һөҙөмтәһендә унауһы һыу аҫтында ҡалған. Республика етәксеһе менән әңгәмә барышында халыҡ Ирғәйҙе йылғаһы аша күпер һалыу мәсьәләһен ҡуҙғатты. Әле иһә бер нисә торба һалынған да өҫтөнә тупраҡ түшәлгән. Ташҡын булған һайын һыу “күпер”ҙе йыуып алып китә.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Рауил, Ишҡол, Тәпән, Ҡыҙыл ауылдарында булды. Тәүгеһендә түбәнге урамдағы йорттар һыу аҫтында ҡалһа, Ишҡолда бер ағас күпер тулыһынса ағып киткән, икенсеһенә ныҡ ҡына зыян килгән. Ауыл кешеләре Президентҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләне. Һыу йәшелсә баҡсаларын юҡ иткән, мал өсөн әҙерләнгән аҙыҡты тәләфләгән, күп ғаиләләр картуфһыҙ тороп ҡалған.
Рөстәм Хәмитов кешеләргә зыян күргән мөлкәттең исемлеген төҙөргә тәҡдим итте. Уны баһалаусы комиссия ағзаларына бирергә кәрәк. Ауыл кешеләре был комиссияға урындағы депутаттарҙы ла индереү тәҡдиме менән сығыш яһаны: зыян ғәҙел баһаланырға тейеш. Президент уларҙың фекерен яҡланы.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ муниципалитет башлығына Ишҡол ауылында яңы капиталь күпер һалыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Тәпән ауылында кешеләр йылға үҙәнен таҙартыу һәм үҙгәртеү эштәрен үткәреүҙе һораны. Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса проектлаусылар ауылдарҙы ташҡындан һаҡлауҙың төрлө вариантын ҡараясаҡ.

* * *
Республика Президенты Әбйәлил районындағы ҡырсынташ сығарыу карьерында ла булды. Бында эштәр йылдам бара, сөнки юл һәм күперҙәрҙе тергеҙеүгә төҙөлөш материалы күпләп талап ителә.
Рөстәм Хәмитов эштәрҙе тиҙләтеү кәрәклеген билдәләне, сөнки зыян күргән зонала емерелгән инфраструктураны тергеҙеү буйынса ябайлаштырылған финанслау системаһы ғәмәлгә индерелгән.
Яҡтыкүлдә Президент ташҡын осоронда һыу ярҙарынан сыҡмаһын өсөн һаҡлау дамбаһы төҙөү барышын ҡараны. Яр буйлап ике километр ҡырсынташ өйөлгән дә инде.

* * *
Рөстәм Хәмитов артабан “Ирәндек” балалар лагерын ҡараны. Һыу ташҡан осорҙа бында балалар булмаған: икенсе смена тамамланһа ла, өсөнсөһө башланып өлгөрмәгән.
Әйткәндәй, быға тиклем районда балалар өсөн бер генә һауыҡтырыу учреждениеһы ла юҡ ине. Бер нисә йыл элек лагерь биләмәһе муниципаль властарға ҡайтарып бирелде, ике йыл буйы тергеҙеү эштәре барҙы. Республика бюджетынан был маҡсатҡа 32 миллион һум аҡса бүленде. Әле “Ирәндек”кә путевка һораусылар бермә-бер артҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521