Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Ҡара көн"гә кем күпме йыйған?
"Ҡара көн"гә кем күпме йыйған?"Бөтә тапҡан-таянғаныңды туҙҙырыу — аҡылһыҙлыҡ", ти эксперттар

Сит ил ҡарттарының һаҡсыллығы, аҡсаны тотона белеүе ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла. Һүҙ ҙә юҡ, улар беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, байыраҡ йәшәй.

Европа халҡының иң һаҡсылдары — Швейцарияла, улар килемдәренең яҡынса 17,5 процентын банкка һала бара. Ә Германияла һәм Францияла эш хаҡының 16,5 һәм 15,5 процент тирәһен "ҡара көн"гә тип һаҡлайҙар икән. Гректар иһә аҡсаны рәхәтләнеп туҙҙырырға ярата, былтыр банктағы тупланмалары 6,4 процентҡа аҙайған.
Рәсәйҙәрҙе был йәһәттән аңлауы ауыр. Ни өсөн улар аҡса йыймай? Теләктәре юҡмы, әллә инде һалып барырға хәлдәренән килмәйме? Бәлки, алданыуҙан ҡурҡаларҙыр...
Беҙҙә халыҡтың күпселек өлөшө хәҙерге көн менән генә йәшәй, иртәгәһен уйламай. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ҡалалағыларҙың өстән бер өлөшө ҡапыл аҡса кәрәккәндә хатта биш мең һумды ҡайҙан табырға белмәй ҡаңғыра. Граждандарҙың ни бары 15 процентында ғына 30 — 100 мең һумға тиклем аҡса запасы булыуы асыҡланған. 30 — 35 йәшлектәгеләр — иң хәллеләр иҫәбендә.
Сит илдәрҙә хәл бөтөнләй башҡаса. Мәҫәлән, Швейцарияла киләсәген күҙаллаған, һаҡсыл кешеләр йәшәгәнлеген әйтеп үткәйнек. Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсаның йән башына тура килгән уртаса күләме 207 мең евронан арта. Швейцарҙарҙың 10 проценты ғына запасһыҙ йәшәй. АҠШ-та ла "хәүефһеҙлек мендәре"н булдырыу өсөн тырышалар, бында һәр американға 100 мең евро самаһы һаҡланма тура килә. Япония, Дания, Нидерландтар, Англия халҡы ла киләһе көнгә аҡса һаҡлауҙы хуп күрә. Сәбәбе билдәле: улар беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, мулыраҡ, рәхәтерәк йәшәй.
Тик эш башы бары шунда ғынамы икән? Халыҡтың тормош кимәлен тикшереүсе ғалимдарҙың фекеренсә, рәсәйҙәр үҫеш кимәле берҙәй булған илдәр халҡы менән сағыштырғанда аҡсаны күберәк тотона, һаҡлыҡ банкына һалыуҙы өнәмәй. Шуға күрә илдең иҡтисадын үҫтереүгә финанс ҡеүәте етешмәй. Банк депозиттарынан тыш, һаҡлыҡ аҡсаһын ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалыу файҙалы булыр ине, алдынғы илдәр тәжрибәһе шуны раҫлай. Әлегә рәсәйҙәрҙең күпселеге баҙар иҡтисадының ошо мөмкинлектәренән файҙалана белмәй. Банктарҙың эшмәкәрлеге һәр кемгә яҡшы таныш булһа, акциялар, облигациялар, дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына вкладтар тураһында мәғлүмәтлеләр аҙ.
Халыҡты аҡса тота белмәүҙә ғәйепләһәк тә, финанс яғынан ныҡлыларҙың, алдағы көнөн хәстәрләгәндәрҙең артыуы яҡшы күренә. Мәҫәлән, былтыр илдә банк вкладтары күләме ике триллион һумдан ашҡан. Кредиттарҙың оҙайлы ваҡытҡа бирелеүе, ә депозиттарҙың, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҫҡалығы банк етәкселеген ҡәнәғәтләндерә алмай, әлбиттә. Әгәр ҙә дәүләткә халыҡтың "оҙон" аҡсалары бик тә кәрәк икән, тимәк, ул финанс ағымын йәлеп итеү өсөн эшмәкәрлеген граждандар файҙаһына йүнәлдерергә тейеш. Төп талап — аҡсаның ышаныслы һаҡланыуы һәм килем килтереүе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521