Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел һандығыңда ниҙәр бар, улым?
Күңел һандығыңда ниҙәр бар, улым?Балаһын 8 йыл да 4 ай көткән Әлфиә апайҙың түҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ

Әлфиәнең тәүге һулыш алған ере, ялан тәпәй йүгергән һуҡмаҡтары – бәләкәй генә Яңғыҙҡайын ауылында. Һуғыш тамамланғанда ҡыҙ икенсе класта ғына уҡый әле, төрлө ауырлыҡтар кисереп, урта мәктәпте тамамлай. Колхозда бер аҙ эшләгәндән һуң Ташкент ҡалаһына юллана, медицина училищеһында белем ала.

Яҙмыш еле Әлфиәне Ҡаҙағстан далаларына алып китә. Күп тә үтмәҫтән, тормош иптәше менән Камчаткаға юлланалар. 18 йылдан һуң ҡатын ике улы менән тыуған яҡтарына ҡайта, ә ире, пенсия йәшенә еткәнсе, Камчаткала йәшәй.
Өлкән улдары Эдуард урта мәктәпте тамамлағандан һуң киномеханиктар курсында уҡый. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Ленинградтағы киноинженерҙар әҙерләүсе институтҡа уҡырға инә. Яҡшы уҡырға ла, әсәһенең хәлен белергә лә ваҡыт таба. Хәҙерге ваҡытта Санкт-Петербургта үҙ ғаиләһе менән йәшәй.
Кинйә улы ауыл хужалығын механизациялау техникумын, Силәбеләге аграр университетты тамамлай. Иптәштәре менән шәхси предприятие ойоштороп, Силәбе ҡалаһында эш башлай. Әсәһе менән даими хәбәрләшеп, эргәһенә ҡайтҡылап тора. Тик 1994 йылдың декабренән алып әсә менән ул араһында бәйләнеш бөтөнләй өҙөлә. Һуңғы тапҡыр телефондан шылтыратҡанда улы: «Беҙ Сәмәрҡәндкә дуҫ егеттең туйына барабыҙ», – тип хәбәр итә.
Сабыр холоҡло, изге күңелле Әлфиә апайҙы тыуған яҡтарында асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл кеше тип беләләр. Шулай булмаһа, балалар баҡсаһында 30 йылға яҡын эшләй алмаҫ ине. Олоғайған көндә шундай оло хәсрәткә юлығырмын тип кем уйлаһын? Кинйәһе хәбәрһеҙ юғалғас, йылдар дауамында Әлфиә Шәмсулла ҡыҙының төндәрен керпек ҡаҡмағанын, әсе күҙ йәштәре түккәнен һөйләп аңлатыуы ла ауыр.
Шулай ҙа, дауылдарға бирешмәйенсә үҫкән имән кеүек, ул яҙмыш алдында баш эймәй, үҙен ғорур тота. Һәр көн иртә менән гөлдәренә һыу һипкәндә, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, теләк теләп, төпсөк улының бына-бына ҡайтып инеренә ышанып, өмөт менән йәшәй.
Әсә «Жди меня» телетапшырыуын һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Кеше ҡайғыһын да үҙенекеләй ҡабул итә. Улын эҙләп табырға ярҙам итеү үтенесе менән телевидениеға өс тапҡыр хат һәм фотоһүрәтен ебәрә, тик бер генә хәбәр ҙә булмай.
– Бындай хәсрәтте дошманыңа ла күрһәтмәһен, – ти Әлфиә апай. – Улымдан бик оҙаҡ хәбәр килмәгәс, Силәбе ҡалаһының эске эштәр идаралығына шылтыраттым, хат аша ғариза ебәрҙем. Ә унан «Из-за отсутствия уголовного преступления Ваше дело передается в уголовный розыск Центрального района города Челябинска» тигән хәбәр килде. Һуңынан үҙем барҙым, Силәбенең йә бер, йә икенсе районындағы милиция бүлектәре араһында ҡағылып-һуғылып йөрөнөм. Миңә телефон номерын бирҙеләр ҙә, "башҡаса килеп йөрөмәгеҙ", тинеләр.
Әлфиә апай 1999 йылда йәнә Силәбегә юллана, ләкин бер кемдән дә өмөтләндергес һүҙ ишетмәй. Һис юғында улының хәбәрһеҙ юғалғанлығы хаҡында белешмә бирегеҙ, тигәс тә, ярҙам ҡулы һуҙмайҙар, почта аша ебәрербеҙ, тип вәғәҙә бирәләр. Әсә йәнә хат юллай, әммә белешмә лә, хәбәр ҙә килмәй.
Инде өмөт сатҡылары һүнеп барғанда Әлфиә апайҙың фатирында телефон шылтырай. Улының: «Әсәй, көҙ ҡайтам. Көт. Ҡайтҡас һөйләшербеҙ», – тигән ҡоро һүҙҙәрен генә ишетә. Тулҡынланыуҙан Әлфиә апай: «Һин иҫәнме ни, балаҡайым?» — тип кенә әйтә ала... Ә шылтыратыу шул уҡ Сәмәрҡәндтән була. Йәнә көҙҙәр, ҡыштар үтә, тик улы һаман да юҡ.
Китеп юғалыуына 8 йыл да 4 ай үткәс, ҡайтып төшә ғәзизе. Ишекте асҡас: «Әсәй, һаумы, мине фатирыңа индерәһеңме?" – тип өндәшә ғәйепле кеше һымаҡ. "Балаҡайым!» – тип күҙ йәштәре аралаш ҡосаҡлай әсәй зар илатҡан ҡәҙерле улын. Ике сумка тотоп, күстәнәстәр менән ҡайтып ингән бит балаҡайы. Әлфиә апай артыҡ һорау бирергә лә ашыҡмай, уның иҫән-һау ҡайтыуы – үҙе бәхет. Ошо хәтлем ғүмер эсендә улы менән ниндәй хәлдәр булған? Үҙенән башҡа бер кем дә белмәй. Әлегә көнгә ҡәҙәр был сиселмәгән сер булып ҡала. 36 йәшлек буйҙаҡ ир-егет менән осрашып һөйләшергә теләгән инем дә, Әлфиә апай ҡаршы төштө, улының был хаҡта бер ни ҙә һөйләмәйәсәген белдерҙе.
Әңгәмә ваҡытында әсә кеше улының әле яҡшы ғына эшләп йөрөүе, спиртлы эсемлектәр ҡулланмауы хаҡында ҡыуанып һөйләне.
– Минең өсөн бөгөнгөһө бик ҡәҙерле, ҡайғылар үткәндә ҡалһын инде, киләсәгебеҙ хәйерле булһын, – ти ул. – Иң мөһиме — улым иҫән...
Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуым бик көслө: сабый саҡтан күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын өләшеп, тәрбиәләп үҫтергән ғәзиз балаһының күңел һандығында ниндәй серҙәр бар икән? Ни өсөн йөрәген ярып бирергә әҙер торған, беҙгә ғүмер бүләк иткән ҡәҙерле әсәйҙәрҙе хәсрәт диңгеҙендә йөҙөүгә дусар итәбеҙ?


Автор: Ә. ЗӨФӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523